Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
13 Июль 2020, 15:55

Дүрт йыл дауамында хыянат итеүен белгәндән һуң ирем менән нисек йәшәргә?

Психолог Гөлнәзирә Йәнтүрина яуап бирәДүрт йыл дауамында хыянат итеүен белгәндән һуң ирем менән нисек йәшәргә?Ауыр хәл. Күңел яралары менән эшләүе түгел. Һеҙгә төптән үҙгәреү кәрәк. Ир-аттың хыянаты буш урында тыумай. Быны, миңә үҫешеүҙе талап иткән хәл, тип ҡабул итегеҙ. Был хәл һеҙҙең өсөн упҡынға әйләнмәһен. Уны мөмкинлек тип күрегеҙ. Бәлки, һеҙ үҙ-үҙегеҙгә хыянат итеп, булмышығыҙҙан ситләшкәнһегеҙҙер ҙә, иптәшегеҙ көҙгөләге кеүек ошо хәлде сағылдырғандыр. Бәлки, һеҙ хәләлегеҙ өсөн илһам сығанағы булыуҙан туҡтағанһығыҙҙыр. Бер мәлде шундай осраҡ булды. Минең психолог икәнемде белеп, кафела күрше өҫтөл артында ултырған ике егет яныма килеп, бик һәйбәт ҡатындары булыуын, әммә ваҡыты-ваҡыты менән һулға йөрөүҙәрен асып һалды. Ни өсөн улай итәһегеҙ һуң тигәс, беҙгә яңы һулыш бирерҙәй ялҡынлы енси мөнәсәбәт кәрәк, тип яуапланылар. Тимәк, һәр ҡатын-ҡыҙ хәләленә ымһындырғыс булып ҡала белергә һәм иренә шундай тәьҫораттарҙы бүләк итә белергә тейеш.

Психолог Гөлнәзирә Йәнтүрина яуап бирә
Дүрт йыл дауамында хыянат итеүен белгәндән һуң ирем менән нисек йәшәргә?
Ауыр хәл. Күңел яралары менән эшләүе түгел. Һеҙгә төптән үҙгәреү кәрәк. Ир-аттың хыянаты буш урында тыумай. Быны, миңә үҫешеүҙе талап иткән хәл, тип ҡабул итегеҙ. Был хәл һеҙҙең өсөн упҡынға әйләнмәһен. Уны мөмкинлек тип күрегеҙ. Бәлки, һеҙ үҙ-үҙегеҙгә хыянат итеп, булмышығыҙҙан ситләшкәнһегеҙҙер ҙә, иптәшегеҙ көҙгөләге кеүек ошо хәлде сағылдырғандыр. Бәлки, һеҙ хәләлегеҙ өсөн илһам сығанағы булыуҙан туҡтағанһығыҙҙыр. Бер мәлде шундай осраҡ булды. Минең психолог икәнемде белеп, кафела күрше өҫтөл артында ултырған ике егет яныма килеп, бик һәйбәт ҡатындары булыуын, әммә ваҡыты-ваҡыты менән һулға йөрөүҙәрен асып һалды. Ни өсөн улай итәһегеҙ һуң тигәс, беҙгә яңы һулыш бирерҙәй ялҡынлы енси мөнәсәбәт кәрәк, тип яуапланылар. Тимәк, һәр ҡатын-ҡыҙ хәләленә ымһындырғыс булып ҡала белергә һәм иренә шундай тәьҫораттарҙы бүләк итә белергә тейеш.
Читайте нас: