Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
19 Сентябрь 2020, 12:00

Уйлағаны - телендә... түгел

Ҡатын-ҡыҙҙы “асылмаған сер” тиҙәр. Эйе, тап шулай. Сөнки улар ике эске донъя эсендә “ҡайнай”. Гүзәл заттарҙың ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер йөрөтөүҙәре, һәр кемгә мәғлүм. Нескә зат бер ваҡытта ла нимә уйлағанын асыҡтан-асыҡ әйтеп һалмай.Ир-егеттәр, һөйгәнегеҙҙең ни уйлауын, ни әйтерен, ни теләгәнен белгегеҙ киләме? Улайһа, һеҙгә улар йыш телгә алған һүҙҙәр аҫтында нимә йәшеренеүен асып һалмаҡсыбыҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙы “асылмаған сер” тиҙәр. Эйе, тап шулай. Сөнки улар ике эске донъя эсендә “ҡайнай”. Гүзәл заттарҙың ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер йөрөтөүҙәре, һәр кемгә мәғлүм. Нескә зат бер ваҡытта ла нимә уйлағанын асыҡтан-асыҡ әйтеп һалмай.
Ир-егеттәр, һөйгәнегеҙҙең ни уйлауын, ни әйтерен, ни теләгәнен белгегеҙ киләме? Улайһа, һеҙгә улар йыш телгә алған һүҙҙәр аҫтында нимә йәшеренеүен асып һалмаҡсыбыҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙар һөйләше

Эйе – юҡ.
Юҡ – эйе.
Моғайын да – эйе.
Мин ғәйепле – һине йәнә үкендерәсәкмен.
Беҙгә шуны аңларға кәрәк – мин шулай теләйем.
Үҙең ҡара – һин хаҡлы.
Теләһә нәмә эшлә - ҡасан булһа ла һинән барыбер үҙем теләгәнде эшләтәсәкмен.
Беҙгә һөйләшергә кәрәк ине – әйтер һүҙем бар.
Әлбиттә, дауам ит – һине артабан тыңларға теләгем юҡ.
Бер ҙә асыуланмайымсы – әлбиттә асыуым ҡайнай, алйот һин!
О, һин шундай ғәйрәтле! – һиңә ҡырынырға кәрәк!
Кухняла нисектер уңайһыҙ – миңә яңы фатир кәрәк.
Минең берәй нәмә алғым килеп китте әле – яңы мебель, биҙәкле обойҙар кәрәк буласаҡ… Шунан һуң ғына түшәк…
Һүрәтте бында эл – мин һиңә бында эл тим бит!
Һин мине яратаһыңмы? – хәҙер берәй ҡыйбатлы ғына әйбер һорайым әле…
Бер минуттан ғына әҙер булам, саҡ ҡына сабыр ит – телевизор ҡарай торсо.
Һиңә кешеләр менән аралашырға өйрәнергә кәрәк – йәғни минең менән.
Мине тыңлайһыңмы ул? – һуң инде, бөттө баш…
Уй, бала илай?! – ниңә һиңә, карауаттан тороп, уны бәүелтмәҫкә?!
Ҡысҡырмайым да баһа! – эйе, ҡысҡырам, шунан нимә булған?!
Миңә уйланырға кәрәк – башымды ҡатырма, һинһеҙ ҙә проблемаларым етерлек.
Минең егетем бар инде – ул минең бесәйем.
Эш һиндә түгел, ә миндә – эш миндә түгел, ә һиндә.
Коллегаларым менән мөнәсәбәттәр ҡормайым – алыҫ ҡалаларҙа йәшәһәк тә, һинең менән һөйләшкем килеп тормаҫ ине, ә бер бинала эшләүҙе әйтеп тораһы ла юҡ.
Эшем күңелемә ятмаһа ла, карьера баҫҡысы буйынса үрләп ҡарайым – был һинең менән осрашыуҙан күпкә яҡшыраҡ.
Егеттәр менән йөрөмәҫкә тип һүҙ биргәнмен – һинең кеүектәргә, әлбиттә, ҡарағым килеп тормаҫ ине.

Азат ҒӘЛИУЛЛИН
Читайте нас: