Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
25 Декабрь 2020, 17:25

Нисек ул бөйөк солтандың берҙән-бер йәре була алған?

Сөләймәндең хакимлыҡ осоро башланғас, уны уға кәнизәк булараҡ бүләк итәләр. Ҡол ҡыҙҙың тотош ҡитғалар менән идара иткән бөйөк солтанды ирекле булыуҙан баш тарттырып, хәләл ҡатынына әүерелеп, ғүмеренең ахырынаса берҙән-бер йәре булып ҡала алыуы – ғәжәп хәл. Роксалана Сөләймәнде үҙенә нисек ҡаратҡан? Солтанды береһенән-береһе гүзәл кәнизәктәр уратҡан, һәм уларҙың барыһы ла Сөләймән менән төн үткәреү өсөн йән атҡан. Уның һөйөклөһөнә әйләнер өсөн матур булыу ғына етмәгән. Шуғалыр ҙа Хюрремды йыш ҡына сихырсы тип тә атайҙар. Нисек “сихырлаған” һуң ул солтанды?

Әҙәм һәм һауа
“Уның бер ҡарашын да һис нигә алмаштырмаҫ инем”,
йәки нисек ул бөйөк солтандың берҙән-бер йәре була алған?
Күптәр яратып ҡараған “Гүзәл быуат” сериалы героиняһы Хюррем Солтан... Украин ҡыҙы Роксалана... Рухани ҡыҙы булған, тиҙәр уны. Ғосман империяһына килтерелгәндән һуң ислам динен ҡабул итһә лә, сабый сағында суҡындырған мәлдә ата-әсәһе таҡҡан тәренән ғүмеренең ахырынаса баш тартмаған, һәр саҡ үҙе янында йәшереп тотҡан, тиҙәр. Уның психологик портретын фильм һәм әҙәби әҫәрҙәр аша ғына тергеҙергә мөмкин. Сөнки тарихи документтар һаҡланмаған тиерлек. Ҡыҙ бала Ғосман империяһына ун биш йәшлек сағында килтерелә. Сөләймән менән тәүге тапҡыр осрашҡанға тиклем ике-өс йыл самаһы Истанбулда йәшәүе, төрөк телен бөтә нескәлектәрендә өйрәнеүе хаҡында телгә алына. Яҙа алмаһа ла иркен һөйләшкән була. Ә Сөләймәндең хакимлыҡ осоро башланғас, уны уға кәнизәк булараҡ бүләк итәләр. Ҡол ҡыҙҙың тотош ҡитғалар менән идара иткән бөйөк солтанды ирекле булыуҙан баш тарттырып, хәләл ҡатынына әүерелеп, ғүмеренең ахырынаса берҙән-бер йәре булып ҡала алыуы – ғәжәп хәл. Роксалана Сөләймәнде үҙенә нисек ҡаратҡан? Солтанды береһенән-береһе гүзәл кәнизәктәр уратҡан, һәм уларҙың барыһы ла Сөләймән менән төн үткәреү өсөн йән атҡан. Уның һөйөклөһөнә әйләнер өсөн матур булыу ғына етмәгән. Шуғалыр ҙа Хюрремды йыш ҡына сихырсы тип тә атайҙар. Нисек “сихырлаған” һуң ул солтанды?
Үҙенә иғтибар иттерә алып
Һарайҙағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ кәнизәктәр араһында юғалып, тоноҡланып ҡалмайым тиһәң, һис шикһеҙ, ниндәйҙер шаҡ ҡатырғыс аҙымға барырға, башҡаларға оҡшамаҫ өсөн нимәләрҙер уйлап табырға кәрәк. Хюрремға һарайҙағы тәүге көндәрендә үк авантюраға барырға, ҡыйыулыҡ күрһәтергә тура килә. Ул быға саҡлы бер кем дә баҙнат итмәгән алымды ҡуллана – солтандың исемен ҡысҡыра. Һуңынан иһә һуштан яҙып, уның ҡосағына йығыла.
Был – хәүефле аҙым. Әммә уның кәмендә өс ыңғай яғы бар: беренсенән, ул башта уҡ үҙе хаҡында белгертте – башҡа кәнизәктәрҙән айырылып тороуын күрһәтте: икенсенән, үҙенең ҡоллоҡ тойғоһонан өҫтөн булыуын аңлатты. Был
иһә Сөләймән тарафынан кәмендә ҡыҙыҡһыныу уятты: 2сөнсө ыңғай яғы – үҙенең нескә, ҡурсалауға мохтаж икәнлеген күрһәтте.
Үҙенең мөхәббәтен сағылдырып
Сөләймән бөйөк идара итеүсе генә түгел, иң тәүге сиратта – ир кеше. Ә һәр ир-ат гүзәл затҡа оҡшамаған, кем тарафынандыр теләнмәгән булыуҙан ҡурҡыу тойғоһонан азат түгел. Уға үҙенең күркәмлеген, күрмәлеклелеген белеү мотлаҡ. Һәм уға үҙен бөйөк солтан булыуы өсөн түгел, ә ябай ир кеше булараҡ эскерһеҙ яратыуҙарын белеү мотлаҡ. Был тойғо солтан өсөн хәүефһеҙ, тыныс мөхит тыуҙыра. Хюррем үҙенең эскерһеҙ мөхәббәте, уға ҡарата һоҡланыулы мөғәмәләһе менән тап ана шундай мөхит тыуҙыра алды.
Яҡлауға мохтажлығын белдереп
Һәр ир-ат үҙен көслө итеп тойорға теләй. Шуға ла тап шул сифаттарҙы күрһәтергә мөмкинлек биреп, ҡатын-ҡыҙ уны үҙенә яҡыныраҡ итә ала. Был алымдың яҡшы эшләүен Хюррем баштан уҡ аңлай. Шуға ла Махидевран уға, яңы көнәркәшенә, ташланғас, физик яҡтан унан көслөрәк булһа ла, һаҡланырға ла, ҡаршылыҡ күрһәтергә лә тырышманы. Хюррем үҙенә ҡарата көс ҡулланырға, хатта йөҙөн йәмһеҙләргә, мөмкинлек бирҙе. Һәм бының менән йәнә бер юлы бер нисә ҡуяндың ҡойроғон тотто. Был хәл Махидевранды ҡоралһыҙ итте. Уның уҫаллығы, нәфрәте Сөләймәнде тамам биҙҙерҙе. Шулай уҡ Хюррем солтанға үҙен ҡурсалаусы булараҡ күрһәтергә мөмкинлек бирҙе.
Уны остаз итеп күреп
Әгәр ҙә ниндәйҙер үҫенте орлоғон һатып алып көршәккә ултыртып үҫтерһәң, уға һыу һипке, тәрбиәләге, уның хаҡында хәстәрлек күрге килә. Ул әҙер гөлдән ҡәҙерлерәк була. Ир кешегә остазығыҙ булырға мөмкинлек биреп, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, ул ҡыҙыҡһынған нәмәләр менән ҡыҙыҡһынып та уның күңелен яуларға мөмкин. Нигәр ҡалфа кәңәше менән Хюррем ислам динен ҡабул итте. Әммә, ҡыйыуһыҙ Гөлнихәлдән айырмалы рәүештә, был үтенес менән ул туранан-тура солтанға мөрәжәғәт итте. Шул рәүешле уға үҙенең рухи донъяһын үҙгәртеүгә һәләтле мөһим зат икәнлеген тойорға мөмкинлек бирҙе.
Эшенә ҡыҫылмайынса
Күп ҡатындарҙың төп хатаһы ‒ иренең барлыҡ эшенә лә ҡыҫылыу. Эш хаҡында аралашыуҙар, ысынлап та, беҙҙе дуҫтар кеүек яҡын итеүгә һәләтле. Әммә был ғаиләләге һиллекте юҡҡа сығара ала. Тыныслыҡ тойғоһо ир кеше өсөн мөһим нәмә
Хюррем Сөләймәндең дәүләт эштәренә ҡыҫылмай. Киреһенсә, Сөләймән уның янында барлыҡ мәшәҡәттәрен отона алыуын теләй. Уның менән булғанда һөйгәне эш хаҡында уйламаһын, кинәнеп итһен, барлыҡ хафаларын, мәшәҡәттәрен онотһон. Был ир-ат өсөн иң шәп бүләк. Мотлаҡ ошо халәтте кисерер өсөн ул әленән-әле һәйгәне менән осрашыуҙар көтәсәк. Ваҡытын күберәк уның менән үткәрергә теләйәсәк.
Шат йөҙлө, күңелсәк булып
Ир-ат йылмайған ҡатынды үҙ итә. Әлбиттә, күҙ йәштәре аша ла көслө зат менән идара итеп була, әммә был һәр ваҡыт үҙен аҡламай. Һәм уға бик һирәк осраҡтарҙа ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ә һәйбәтерәк һөҙөмтә өсөн киреһенсә эшләргә, шатлыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағына әйләнергә кәрәк.
Сөләймән Хюрремды һүнмәҫ ҡояшым, мәңгелек байрамым тип атаны. Хюррем тигән исемде лә уға сотлан үҙе бирҙе. Ул иһә “шат күңелле” тигәнде аңлата. Ысынлап та, Хюрремдың йөҙөнән йылмайыу китмәй, ул һәр ваҡыт күңелсәк булырға тырыша. Үҙенең тәбиғи сағыулығы, көтөлмәгәнлеге менән ул арбағыс мөхит тыуҙыра алды. Ә Махидеврандың төп хатаһы – Сөләймән менән үҙен бик етди тотоуында. Ул һәр ваҡыт иланы һәм тормошона зарланды.
Яҡындары менән асыҡтан-асыҡ йөҙ йыртмаҫҡа тырышып
“Йә мин, йә ул... Һайла!” Мөнәсәбәттәр өсөн иң алама фраза ‒ ошо. Ир кеше һеҙҙе ысын йөрәктән ярата ала, әммә әсәһенә йәки балаһына булған мөхәббәт тә уның өсөн мөһим. Ир кешенең яҡындары хаҡында алама һөйләү – бик насар күренеш. Был тыныслыҡ, һиллек мөхитен емереп кенә ҡуймай, уны ике ут араһында ҡалырға, өҙгөләнергә мәжбүр итә. Һәм үҙенең мөһим ҡиммәттәрен юҡҡа сығарыу һымаҡ ҡабул итеп, ул кешегә һаҡ ҡарай, ышанмай башлауы ихтимал.
Хюррем бер аҙ һуңыраҡ булһа ла Сөләймәндең яҡын кешеләре хаҡында алама һөйләүҙең яҡшыға килтермәүен аңланы. Һәм солтандың дуҫы,
ярҙамсыһы Ибраһим хаҡында ла, үҙенә ҡарата хөсөтлөк ҡылған әсәһе тураһында ла алама һөйләмәҫкә булды. Солтандың һеңлеһе Хәтижәгә хәстәрлекле булыуын күрһәтә алды. Сөләймәндең өлкән улы Мостафаға ҡарата ла һоҡланыуын белдерҙе. Махидевранды ла йәлләүе хаҡында әйтте. Шуға Хюрремдың гонаһһыҙ образы уның артында мәкер ҡороп маташыусылар алдында һәр саҡ юғары булып ҡала алды.
Тоғролоғо менән
Хюррем мөхәббәте өсөн үлемгә лә, солтан ҡулынан ағыу эсергә лә әҙер ине. Ә Махидевран ағыу эсә алыр инеме?! Юҡ, әлбиттә! Солтан үлем хәлендә ятҡанда ла Махидевран нисек тә булһа улы Мостафаны хаким итеү хаҡында мәкер ҡорҙо. Ә Хюррем уның янынан китмәне. Тотош ғүмере дауамында ул үҙенең солтанға тоғро булыуын иҫбатланы.
Зауыҡ тойғоһо, белеме, йомартлығы менән
Хюррем үҙе төрлө образдар уйлап таба. Ул юғары зауыҡ тойғоһона эйә. Матурлыҡты тоя һәм күрә белә. Мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнә. Солтан да уға ҡарата йомарт була. Һөйгәненә затлы әйберҙәр, донъяның трөлө ҡитғаларынан биләмәләр бүләк итә. Солтан ҡатынының аҡылы, отҡорлоғо менән һоҡлана. Хюррем яҡты донъянан киткәс тә уның исеменән мәрхәмәтлелек эшен дауам итә. Һис һүҙһеҙ, уның сәйәси уңышына ла уларҙың мөхәббәте булышлыҡ итә.
Хюрремдың үлеменән һуң Сөләймән солтан ошондайыраҡ телмәр әйтә: “Ул шундай ҡатын ине: күҙҙәремә йөрәге үтеп инә ине, ирендәре – аҡылма. Уның бер ҡарашын да һис нигә алмаштырмаҫ инем. Ул “Сөләймән” тип өндәшкән һайын үҙемде ожмахта тип тойҙом. Ул ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ул... шиғриәт ине, минең мөхәббәтемдең йөрәге ине... Ул барыһы ла ине...”
Әйткәндәй, бөгөн психологтар Хюрремдың һәм шулай уҡ фильмдағы башҡа сағыу геройҙарҙың үҙ-үҙен тотошон өйрәнеп, ошо сериалға, ундағы ваҡиғаларға бәйләп, төрлө методикалар уйлап табып, үҙ эшендә ҡуллана. Ғөмүмән, был фильмды ҡараған кешеләр былай ҙа һәр геройҙың теге йәки был ҡылығын һәм уның артабан ниндәй һөҙөмтәләргә килтерә алыуын аңлап, ғибрәт алып тамаша ҡыла торғандыр...
Йәсминә Сафина әҙерләне.
Читайте нас: