Бәғзе берәүҙәр мөхәббәт тәүге ҡараштан, танышыуҙың тәүге көнөнән үк тыуа икән тип уйлай. Был бигерәк тә нәркәстәргә (нарциссизм) ҡағыла. "Күрҙем дә - ҡапландым", - ти улар. Таныш сценарий: башта ике арала ялҡын була. Һуңынан барыһы ла һүрелә төшә. Һәм яйлап мөнәсәбәттәр юҡҡа сыға. Моғайын, мөхәббәт тамамланғандыр, тип уйлай улар бындай осраҡта. Тик араларында мөхәббәт булдымы икән һуң?! Һорау бына нимәлә? Өйләнеп бергә йәшәй башлауҙы ысын мөхәббәт тип әйтергә ашығырға ярамай әле. Мөхәббәт йылдар үткәс кенә барлыҡҡа килә. Һөйөү үҙ-ара тәрән диалог булғанда, кешенең ысын асылын аңлағанда ғына барлыҡҡа килә ала. Йыш ҡына танышҡас та күптәр баштарында уйҙырма образдар булдыра. Һәм шул образға ышанып йәшәй бирә. Ә инде партнерының ысын йөҙөн күрә башлағас, был кешенең ул уйлап тапҡан образдан бөтөнләй алыҫ тороуын аңлағас, уның хәтере ҡала. Һәм был, әйтеп үтеүемсә, холоҡтарында нәркәслек һыҙаттары булғандар өсөн хас. Улар кешене бер сифаты өсөн генә идеаллаштыра һәм бер сифаты өсөн генә күрә алмай башлай. Кеше, ғөмүмән, бер кемдең дә идеаль булмауын аңларға тейеш. Етешһеҙлектәре менән ҡабул итә алһағыҙ, һеҙ ысынлап та уны яратаһығыҙ. Һүҙ бында үҙеңде ҡорбан итеп барыһына ла түҙеп йәшәү хаҡыда түгел. Әммә нәркәстәр өсөн ике генә сик бар: идеаль картина һәм ул бер нисек тә ҡабул итә алмаған ҡылыҡ. Бында, иң тәүге сиратрта, үҙегеҙҙең холҡоғоҙ, рухи сәләмәтлегегеҙ өҫтөндә эшләргә, башҡаларҙы ҡабул итә һәм ярата белергә өйрәнергә кәрәк. Мөхәббәт – ул хистәр бураны түгел. Мөхәббәт – ул тәрәнлек. Ул бер-береңә тулыһынса ышаныу, хәүефһеҙлек тойғоһо, йылдар үткән һайын нығына барған ихтирам һәм бер-береңде аңлау хисе. Ғаилә тормошонда бына ошондай рухи яҡынлыҡҡа ынтылырға, икенсе яртың менән сәләмәт мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәнергә кәрәк.