Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
25 Октябрь 2021, 14:05

Йондоҙ булырға теләйһеңме?

Бәлки, тап ошо конкурстан һуң һинең ысын талантың асылыр...

Йондоҙ булырға теләйһеңме?
Йондоҙ булырға теләйһеңме?

 

 РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорстандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, йырсы Фәриҙә Ҡудашева, Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор, аккордеонсы Бәхти Ғайсин иҫтәлегенә арналған "Ике аҡҡош" музыкаль бәйгеһе ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул итә башланы. Ул"Вокал башҡарыу оҫталығы" һәм "Уйын ҡоралында уйнау оҫталығы" төрҙәрендә уҙа. Конкурста 14 йәштән өлкәнерәк уҡыусылар һәм төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар ҡатнаша ала. Ижади коллективтарҙы ла көтөп ҡалалар. Йыр буйынса 25 октябрҙән 25 ноябргә  тиклем [email protected] электрон почтаһына сығыштарҙың видеояҙмалары ҡабул ителә. Улар «Бәйләнештә» социаль селтәренең махсус конкурс битендә ҡуйылып барасаҡ.

"Уйын ҡоралында уйнау оҫталығы" бәйгеһендә биш йәше тулған сабыйҙарҙан башлап, баян, гармун, тальянда һ.б уйын ҡоралдарында уйнаусы кешеләр, ансамблдәр ҡатнаша ала. 25 октябрҙән 25 ноябргә  тиклем [email protected] электрон почтаһына сығыштарҙың видеояҙмалары ҡабул ителә. Улар «Бәйләнештә» социаль селтәренең махсус конкурс битендә ҡуйылған барасаҡ.

Рәхим итегеҙ!

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: