-28 °С
Болотло
1 апрелдән гәзит-журналдарға яҙылыу осоро башланыуын тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Ә 4 апрелдән 14 апрелгә тиклем гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителә. Ошо арала яҙылһағыҙ, июль-декабрь айҙарында гәзитебеҙҙе осһоҙораҡ хаҡҡа алдырып уҡый алаһығыҙ. Был ун көнлөктә 621 һум 90 тингә яҙылырға мөмкин. Индексы – П2711. Шулай уҡ Матбуғат йортонан үҙегеҙ килеп алыу шарты менән дә яҙылырға була (605 һум 22 тин).
Әйткәндәй, атай-әсәйҙәрегеҙгә, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға "Шоңҡар"ға яҙҙырып, шәп бүләк эшләй алаһығыҙ.