Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
8 Июнь 2022, 07:30

Күңел байрам һорай Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

Әйткәндәй, бөгөн шағирә Ғәлиә Кәлимуллина ғүмер байрамын билдәләй. Ҡәләмдәшебеҙҙе тыуған көнө менән тәбрикләп, барлыҡ изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Күңел байрам һорай                 Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
Күңел байрам һорай Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

ЙЫРҘАР ЯҘҒАНДА

Яҙып ҡына өлгөрөргә
Бир, ҡәләм, түҙем.
Йыллап яҙа алманым бит,
Йыйылған һүҙем.

Һүҙҙәремде аҡ ҡағыҙға
Күсерә ҡәләм.
Ярай әле тик төндәрен
Йыр тыңлай Ғаләм.

Ярай әле ете төндә
Йондоҙҙар балҡый.
Улар аңлай, хатта ​ һанлай
Шағирҙар халҡын.

Һанайҙарҙыр әле, бәлки,
Һүнеп-янғанда.
Йырҙар яҙыла, йондоҙҙар
Көлгә ҡалғанда.

Йырҙар яҙыла, йондоҙҙар
Ергә ауғанда.
Ғаләм шуға аяғүрә
Йырҙар яҙғанда.

08.16.

МЕҢДӘР АРАҺЫНДА
Меңдән берәү инем көндөҙ...
​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ М. Кәрим

Меңдән берәүмен мин көндөҙ,
Көн белмәй ҙә барлығымды.
Көнгә алып сыҡҡаным юҡ,
Төндәр таҡҡан ярлығымды.

Танымаһалар ни, ярай,
Төн биҙмәһә, шул еткән, тим.
Көндөҙҙәрен таныр өсөн,
Кемдәргә һуң һалалар иң?

Иң уймағыҙ, тиң ҡуймағыҙ,
Ҡояшлылар эрәтенә.
Төн минеке булһа ғына,
Инәм кеше һүрәтенә.

Төн минеке булһа ғына,
Мин ҡояшлы көндөҙҙәрен.
Иң - иң түгелмен, иңлеләр
Ҡояш өләшергә хаҡлы,
Тип уйлаһындар үҙҙәрен.

Көндөҙ берҙән-бер булып та,
Төнһөҙ ҡалырға юҡ уйым.
Мине төн таный - беҙ икәү
Аҡ донъяға күсерәбеҙ
Йыһан уйын, Йыһан туйын.

20.01.17.

БАШЛАНДЫ!

Бында гонаһ та саф...
М.Кәрим

Был – баһамы?
Шиғыр яҙып ҡына
Кинәнәһең, тиһең, бер үҙең.
Ҡуна кил һуң...
Бергә кинәнәйек,
Беҙҙең менән булыр төн үҙе.

Ғәмәл ҡыҙыҡмы ни?!
Әллә тағы...
Һулдан – уңға инде. Әҙәмсә.
Тик тертләмә, төндә, һикереп тороп,
Мин тотона ҡалһам ҡәләмгә.

Ҡасан уянырҙы белмәйем шул,
Ваҡыты юҡ уның тәғәйен.
Баш осомда ҡәләм менән ҡағыҙ
Көтөп ята мәлен, уңайын.

Эш өҫтәле?
Унда тәртип ҡаты:
Ҡаралама. Дәфтәр. Компьютер.
Компьютерҙан алда ҡаралама
Минең менән бергә ут йотор.

Ҡурҡмаһаң – кил...
Берәү ҡасты инде
Асылғанын күреп асмандың.
Тссс!..
Өндәшмә!..
Бында гонаһ та саф.
Һорау ала Йыһан:
Башланды!..

22.10.19.

ЙЫҺАН СӨҢГӨЛӨНДӘ

Етәклә лә ал да ос һин
Сөңгөлөнә Йыһандарҙың.
Төштәремдә бөгөн тағы
Ҡараштарың ҡыуандырҙы...

Ал да ос һин – йәндәребеҙ
Ҡауышҡан ер шул Йыһандыр.
Күңелдәргә шуға, бәлки,
Күк тә, Ер ҙә, тим, һыйғандыр.

Ерҙә ғазап эсәбеҙ ҙә
Олғашабыҙ Йыһандарға.
Әлдә төн бар түгелергә
Ерҙә Күкле булғандарға.

Әлдә төн бар түгелергә
Күктә Ерле булғандарға.
Ерҙәгеләрҙең тәҡдирен
Күҙәтергә Йыһандарҙан...

03.06.17.

ТАНТАНА
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..
​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ Р. Ғарипов

Күңел байрам һорай.
Бер өйрәнгәс,
Ниәтем юҡ унан йәшенер.
Ҡәләм-ҡағыҙ алып, төнгә керәм,
Яҙалмаһам, Ғаләм ишелер!..

Яҙалмаһам, Ерҙең әйләнеүҙән
Туҡтап ҡуймаһын тим, күсәре...
Йөрәк ярып сыҡҡан уйҙың, һүҙҙең
Йыһан кимәлендә үлсәме!

Бына шуға шағир Ер-Күктәрҙең
Ет ҡатын тойоп түгелә.
Йәнгенәһе - ҡәләм остарында...
Шул яҙмышы өсөн бурыслы ла,
Рәхмәтле лә Шағир Күгенә.

Шул ғазапты татыр өсөн генә,
Төндө көтә күпме шағирҙар!
Шағирҙарҙың йәнен ҡырҡҡа бөгөп,
Тетеп-тунап тыуа шиғырҙар!

Күңел шунан ләззәт таба бына,
Күңел шунан таба тантана!
Бер осоңдан, ҡәләм, бал тама ла,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..

Уяттыммы, Шағир?
Йөрәгеңдең
Тынын тоям ошо һүҙҙәрҙә.
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡоштар һүҙ башланы,
Ысыҡ ҡатыш ҡояш – күҙҙәрҙә...

Таңда күргән төшмө?
Һаташыумы?
Һағыммы был?
Байрам?
Тантана?
Ҡәләмеңдән, шағир, аһ, бал түгел,
Тантаналар өсөн... ҡан тама.

21.08.16.

ТӨН ҠУЙЫНЫ. ШАҒИР...

Төндө таңға ауҙарыуҙар – бәхет,
Силәк-силәк түгә төн серен.
Мин һыйыныр ышыҡ бит ул төндәр,
Мин йылыныр ҡуйын – төн-йәрем.

Йондоҙ күҙләп алып ҡайта мине,
Серҙәр уртаҡ беҙҙең... Йыһан – киң.
Яҙғанымды, мин уйламаҫ элек,
Тойоп-күреп торған йәрем һин.

Төн ҡуйыны...
Шыр яланғас хистәр,
Тик ирендәр ниҙер шыбырлай.
Тулғаҡ ғазаптары...
Өр- яңы йән
Йөрәк аҫтарында ҡыбырлай.

Рәхмәт, йәнем!...
Шыбыр тиргә батып,
Төн-йәремә нығ(ы)раҡ һыйынам.
Ҡуйынында иреп бөтөүҙәрҙән,
Өтөлөүҙән саҡ-саҡ тыйылам.

Рәхмәт, йәнем!..
Хәҙер, ҡотолам да
Хушлашырбыҙ. Йөҙөң һарғайҙы.
Урталайға йәнем ярылды ла
Нурға күмде Йыһан-һарайҙы.

Таң аттымы?..
Икәү генә инек,
Бына йәнә бер йән яралттыҡ.
Яралттыҡ та, бәпләп кенә төрөп,
Ҡояш нуры итеп тараттыҡ.

14.10.16.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: