Википедияға “Мисүәк (сивәк)” тигән мәҡәлә яҙғанда, бер филологик асыш яһаным инде әллә. Башҡорт телендәге “сүбәк сәйнәү” (буш хәбәрҙе күп һөйләү) тигән ғибәрә, ихтимал, шул мосолмандарҙа теш таҙартҡыс итеп файҙаланылған сивәк тигәндән килеп сыҡҡандыр.
Мисүәк менән теш таҙартыу фарыз ғәмәл дәрәжәһенә етә яҙған шарттарҙа, әлбиттә, уны ауыҙҙарында йыш тотҡандар, йыш сәйнәгәндәрҙер. Беҙҙең халыҡта “мисүәк” тигән вариант түгел, ә сивәк тигәне таралған булғандыр. Сүбәк бит ул – урыҫса пакля йәки джут.
* * *
Теләкте лә уйлап телә, һин әйткәнсә ҡабул булыуы бар, ти торғайны ололар. Дөрөҫ тә. Йәшерәк саҡта оҙаҡ ҡына йылдар кейеп, ялҡытып бөткән пальтом бар ине. Сифатлы драптан тегелгәйне – туҙмай. Кейәм тиһәң – модаһы сыҡҡан, ташлайым тиһәң – йәл. Берәйһе урлап ҡына ҡуймай шуны, тип бер шаяртып ҡына әйтеп тә алдым. Баҡса йортона ваҡ-төйәк әйбер менән алып барып ташланыҡ – һыуыҡта кейергә ярап ҡала ул.
Ҡабул булды теләгем... Икенсе килеүебеҙгә пальто ла, урланыуын теләмәгән башҡа нәмәләр ҙә юҡҡа сыҡҡайны.
* * *
Заманса шарттары булмаған ауылда ҡатындар барыһын да эшләй инде ул. Биш балалы беҙҙең ғаиләлә баш бала мин, берҙән-бер ҡустым ете йәшкә бәләкәй булғас, һеңлеләр менән ирҙәр эшенә лә егелеп үҫтек, бесән дә эшләнек, утын да бысып ярҙыҡ. Бигерәк тә ҡышын саған утынын ярырға ярата инем – анһат ҡына, кертелдәп кенә таралып тора. Ауыр күтәрмә тип торған кеше булманы – көйәнтәләп һыуын ғына түгел, өй һыларға балсығын да ташыныҡ, бүрәнәһен дә күтәрештек. Шуға беше булып үҫкәнбеҙҙер.
* * *
Бер мәл сит илгә китеп, шунда икмәк бешерергә эшкә ингән ирле-ҡатынлы тураһында уҡығайным. Он, сүпрә, еткелекле икмәк формаһы биргәндәр. Шунса икмәк сыға, тигәндәр. Тегеләрҙең ҡамырынан ике буханка артып ҡалған. Былар өндәшмәй генә алып ҡайтҡан. Иртәгәһенә тағы шулай сыҡҡан. Өсөнсө көндә тағы шулай иткәс, хужа саҡырып алып: “Эштән сығарам”, – тип әйткән.
Сәбәбен һорағас: “Элекке бешереүсе һәр саҡ артыҡ ике буханка тапшырып торҙо, ә һеҙ йәшерҙегеҙ, һеҙ намыҫлы түгел”, – тип яуаплаған.
* * *
Аҙыҡ-түлекте тоҡлап алғанда, плюс-минус шунса тигән яҙмаға иғтибар иткәнегеҙ бармы? Һуңғы йылдарҙағы контролһеҙлек күберәк минус яғына ҡайыра шул. Әҙләп алһаң, беленмәй әле, ә бына хәләлем предприятиела эшләгәндә бер насар хәл булғайны.
Он комбинатынан ҡарабойҙай алғандар, һәр тоҡта, нормала ҡаралғанса, плюс-минус 50-100 грамм түгел, ярты килограмм һәм хатта күберәк тә етмәй булып сыҡҡан. Эш хаҡы урынына тауарлата түләгән ваҡыт. Тауыш сыҡҡан. Тоҡтарҙы тейәп, он комбинатына кире алып киткәндәр, етмәгәнен танырға теләмәгән етәкселәре алдында үлсәткәндәр. Кире тапшырып ҡайтҡандар...
* * *
Кеше йөрөһөн өсөн ни генә уйлап сығармайҙар ресторан хужалары! Берәүһенең ҡалын быяла менән көпләнгән иҙәне аҫтында матур балыҡтар йөҙөп йөрөй. Зал тулы кеше аквариум өҫтөндә ултырған кеүек.
“Аҡ ҡалас тәмле була икән, ағайым бер малай ашағанын күргән” тигән көләмәстәге ише, ишектән инә биреп кенә ҡарап киттек, сөнки ундағы хаҡтар... Етмәһә, хәҙер балыҡты иҙә баҫырһың төҫлө – ытырғандыра.
* * *
Репиндың “Бурлаки на Волге” тигән картинаһын белмәгән кеше әҙҙер. Һәләмә кейемле, йөҙҙәренә йонсоу, һағыш сыҡҡан был кешеләр йәлләү, ҡыҙғаныу тойғоһо уята, шул хәлдә йәшәргә мәжбүр булыуҙарына йән әрней башлай. Ә бына яңыраҡ 1910 йылғы фотография тап булды – унда Түбәнге Новгород өлкәһе ҡатындары һал тартып бара. Бурлактар. Шулай уҡ һәләмә кейенгәндәр, иң алға арыуыраҡ алъяпҡыслыһын махсус килтереп ҡуйғандарҙыр, бәлки. Тамаҡ аҫрар өсөн шундай ауыр эшкә ялланған инде, меҫкендәр. Йөк ауырлығы өҫтөнә яр буйының батҡағы-ҡомона бата-бата, таштарға аяҡтарын бәреп, ҡамыштарҙан яраланып, һаҙмырттан, һыуҙан да барырға тура килгән инде уларға.
* * *
Крепостной, йәғни ҡол. Башҡорттар баш күтәргән һайын, уларҙың эшкә яраҡлы ғаилә ағзаларын, балаларын крепостнойлыҡҡа биреп торғандар. Мәскәүгә лә, Санкт-Петербургка ла һәм башҡа ҡалаларға ла ебәрелгән улар. Ҡанбабалары крепостной ҡол булғандарҙың тоҡомдары бөгөн урыҫ булып йөрөй инде. Башкиров, Башкирцев тигән фамилиялар ҙа, бәлки, шул ваҡыттан киләлер. Үҙҙәре хәҙер онотһа ла, йәки оноторға маташһа ла, шулай булыуы бик ихтимал.
* * *
Билдәле исем – профессор, шағир Тредиаковский. Уның да ҡайныһы бүләк иткән ҡоло – Һамар яғынан килтерелгән башҡорт ҡатыны булған. Суҡындырылған. Шул ҡатындың ире лә ғәскәргә алынған, гренадер булған, тик суҡындырылмаған.
Нисектер тап булышҡан былар. Ир ҡатынын үҙ янына алырға теләк белдергәс, Тредиаковский башта басурман динендәгенә дөрөҫ динлене ҡайтармайым тип талашҡан. Ир суҡынғас та әле хәрби коллегия аша ғына ҡатын ире менән 1747 йылдың 29 июнендә ҡушыла алған. 1746 йылғы был документ архивтарҙа һаҡлана һәм “О присвоении профессором Тредьяковским жены гренадерской” тип атала.
* * *
Ҡол биләү XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем һаҡланып килгән йәмғиәттә ҡоллоҡ психологияһы ҡанға һеңгән булыуы ғәжәпме ни?!
Гүзәл СИТДЫҠОВА.
Фото: stihi.ru