Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
29 Октябрь 2023, 08:10

Һуңлап килгән бәхет Повесть (10) Миңзәлә Хәлилова

Ғүмер буйы Нурисламдың ауыҙын астырманы.Яңылыш ҡына ҡаршы һүҙ әйтһә лә ирҙең тауышын томалар һылтау  таба һалды: -Николай!Әгәр һин миңә тауыш күтәрһәң,мин военкоматҡа һине һатлыҡ йән булды, фашистарға хеҙмәт итте,мин шаһит ,тип ғариза яҙам! -тип ҡурҡытты. 

Һуңлап килгән бәхет Повесть (10) Миңзәлә Хәлилова
Һуңлап килгән бәхет Повесть (10) Миңзәлә Хәлилова

                                                         ***

           Осрашты бит улар.Көтмәгәндә осрашты.Август аҙағында Шахтерҙар көнө айҡанлы ҡаланың мәҙәниәт һарайына концертҡа барыу өсөн саҡырыу билеттары тараттылар. Валя ,башы ауыртыуға һылтанып,байрамға барыуҙан баш тартты. Нурислам, бригадала бергә эшләгән  егеттәр менән һөйләшеп,концертҡа барырға ҡарар итте һәм үкенмәне.Ҡотлауҙар бүләкләү менән үрелеп барҙы. Хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары,бүләктәр бирәләр. Нурисламға  ла өлгөлө хеҙмәте өсөн  ҡала советының Маҡтау ҡағыҙын һәм  премия тапшырҙылар.Ҡотларға килгән ҡунаҡтар,депутаттар сәхнәгә берәм-берәм күтәрелде.Улар араһында Зәйнәпте күреп,Нурислам терт итеп ҡалды.

       Зәйнәп үҙгәргән,ысын ҡала кешеһенә әйләнгән. Тулҡынланып торған ҡара сәстәрен матур итеп түбәһенә өйгән,өҫтөнә кейгән зәңгәр күлдәге,аяғындағы  бейек үксәле тюфлийы  үҙенә шул тиклем килешә.Телмәре лә шыма,матур,залдағы тамашасыларҙы һә тигәнсе ауыҙына ҡаратты. Ул сығыш яһап бөткәс,барса халыҡ баҫып, оҙаҡ итеп ҡул сапты.

        Концерт тамамланғас,барса кеше фойеға ағылды,ә Нурислам аяҡ оҫтарына баҫып,халыҡ араһынан зәңгәр күлдәкле Зәйнәпте күҙләне. Бына...күҙҙәр менән күҙҙәр осрашты,бер минутҡа ғына икеһе лә юғалып ҡалды,унан кешеләр араһынан этелә-төртөлә бер-береһенә яҡынлашты.

-Зәйнәп!Ҡайҙан килеп сыҡтың беҙҙең ҡалаға?

-Нурислам!..Күҙемә күренәһең икән ,тип торам.-Быныһы Зәйнәп тауышы.-Бына  бер йыл инде,партия ҡушыуы буйынса ,һеҙҙең ҡалала эшләйем.

-Зәйнәп,һине күреүемә бик шатмын, -тип күрешергә ҡулын һуҙҙы Нурислам.

     Мөлдөрәмә асы йәш,шул уҡ ваҡытта,мөхәббәт менән тулы күҙҙәр баҡты Нурисламға.Ә ҡулдары...боҙ кеүек һалҡын.

-Ҡулдарың өшөгән!- Ирендәренә килтереп ,Зәйнәптең бармаҡтарына өрҙө Нурислам.Улар өсөн тирә-яҡтағы ығы-зығы,шау-шыу ҙа онотолдо,икеһен ике яҡтан юлда торғандары өсөн этеп-төртөп китеүҙәре лә сүп кенә ине...Халыҡ тулҡыны,яҡшылыҡ эшләгәнен үҙе лә аңғармай ҡалды,улар эткән,төрткән һайын,Зәйнәп менән Нурислам араһындағы бушлыҡ кәмене,улар бер-береһенә яҡынайҙы...

                                                          ***

         Нурислам менән Валяның ғына  өйөнә бер кем инмәй,бер кем сыҡмай. Ҡатынҡай,кеше яратмағас,эш урынында ла оҙаҡ торламай . Бер урындан әрләшеп сыға,икенсе урындан  талашып китә.

        Ғүмер буйы Нурисламдың ауыҙын астырманы.Яңылыш ҡына ҡаршы һүҙ әйтһә лә ирҙең тауышын томалар һылтау  таба һалды:

-Николай!Әгәр һин миңә тауыш күтәрһәң,мин военкоматҡа һине һатлыҡ йән булды, фашистарға хеҙмәт итте,мин шаһит ,тип ғариза яҙам! -тип ҡурҡытты. Тыуған иле,туған халҡы алдында бер гонаһы булмаһа ла , закон һағында торған кешеләр менән аралашырға теләмәгән Нурислам үҙе лә һиҙмәҫтән Валяға буйһондо. Сөнки ҡатыны быға тиклем  бер-ике тапҡыр  шундай яуыз   ғариза менән барып, ирҙең ҡотон алғайны инде.

Военкоматҡа саҡыртҡас, шунда эшләгән  лейтенант егет донъяуи   кәңәш бирҙе.Йәш кенә булһа ла бик аҡыллы булып сыҡты.

-Олатай! Бисәңде тый,яҙа торғас,берәйһен ышандырыуы бар! Мин ҡатыныңдың ғаризаһын һинең күҙ алдында йыртып ырғытам.Төрлө кеше  төрлөсә ҡарай бындай яҙыу-һыҙыуҙарға!-тип, Нурисламды ҡайтарып ебәрҙе.

                Өгөтләп тә,юхалап та,әрләп тә ҡараны Нурислам-тик бөтәһе лә бушҡа ғына,бер ниндәй ҙә фәтеүә юҡ.Аптырағас,ҡатыны әллә туғандарын,тыуған яғын һағыныуҙан шулайтып килде-китте холҡон  күрһәтә микән тип,Нурислам Валяға :

-Әйҙә,отпуск алып,тыуған яғыңа барып киләйек ,бөтә әҡрәбәң үлеп бөтмәгәндер бит,йә иҫән-һауҙыр берәйһе булһа ла.Эҙләйек,бәлки күреүселәр,белеүселәр барҙыр.Улар менән осрашайыҡ,күрешәйек,-тине.-Тыуған яғыңды ла һағынһаңдыр, тәүге тәпәй баҫҡан ереңде,уйнап үҫкән туғайҙарыңды,бала сағыңды  иҫләүсе әхирәттәреңде күргең киләлер!

 Быны ишеткән Валя,ауыҙынан төкөрөктәрен сәсеп, һуҡранырға кереште:

-Минең туғандарымда ни эшең бар?Бер кемде күрергә лә,ишетергә лә теләмәйем! Башымды ҡатырма!

Туғанлыҡ хисе юҡмы,әллә уның күңеле туңғанмы?Нурислам ,ир башы менән,шундай ҡатылыҡты аңлап бөтә алмай.

                                                       ***

       Октябрь байрамы алдынан магазинға сыҡҡан  Нурислам көтмәгәндә ғаиләһенә күстәнәс алып торған дуҫы Вәлиулланы осратты. Улар бер урамда бәпкә үләнендә аунап,йәйәүләп Аслыкүлгә балыҡ ҡармаҡларға йөрөп,төнгөлөккә аттар көтөргә сығып,усаҡ яғып,матур киләсәк хаҡында хыялланып уйнап үҫкән йән  дуҫтар ине.  Бығаса бер-нисә тапҡыр осрашһалар ҙа,хәл-әхүәл һорашыуҙан уҙа алманылар, рәхәтләнеп бер яйлап ултырып һөйләшер,аралашыр өсөн ваҡыт тапманылар.Валя менән бергә ауылға ҡайтһаң ,ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеп булмай,ғүмер буйы ауылдан сыҡмаған Мәликә,Вәлиулланың ҡатыны, русса икмәк-тоҙлоҡ ҡына белә,Валя менән аралашыр өсөн тел байлығы юҡ. Унан ауылда тормош көткән Вәлиулла йыл әйләнәһенә колхоз эшенән бушамай:яҙын -сәсеүҙә,йәйен -бесәндә,көҙөн уңыш йыя,ҡыш буйына ла тракторынан төшмәй.Бына шул дуҫын осратып, атҡа менгән кеүек шатланған Нурислам,уны ай-вайына ҡуймай, үҙҙәренә алып ҡайтты.Вәлиулла,киске автобусҡа тиклем хәтһеҙ генә ваҡыт та булғас,дуҫының һүҙен йыҡманы,Валяға күстәнәскә бер әсмүхә сәй,кәнфит алып,уның артынан ыңғайланы.Әмәлгә ҡалғандай,Валя өйҙә булмай сыҡты,бер таныш ҡатынына яңы йылға күлдәк тектерергә тауар алып киткәйне.

      Дуҫтарҙың һүҙе беректе,т иҙ генә һалдаттарса, нимә бар,шуның менән табын ҡороп,үткәндәрҙе хәтергә төшөрөргә,яуҙа ятып ҡалған йәштәштәрен,ауылдаштарын барларға тотоноп киттеләр.

     Киске автобус ваҡыты еткәс,ҡайтырға уҡталған дуҫын Нурислам бер генә лә сығарғыһы килмәне.

-Вәлиулла!Дуҫҡайым!Бөгөн беҙҙә йоҡла, иртәгә иртән үҙем автобусҡа оҙатып ҡуям.

-Әллә инде .Мәликә менән балалар көтөп торор бит әле.

-Телефондан шылтыратып әйтербеҙ.

-Беҙҙә телефон ҡайҙан!Кәнсәгә генә шылтыратмағанда...

Шул арала Нурислам телефон номерын йыя ла башланы

        Теге оста яуап биреүсе кәнсә ҡарауылсыһына Вәлиулланың эш буйынса тотҡарланыуы тураһында ғаиләһенә хәбәр еткереүен һораны.Ыңғай яуап алғас,дуҫының иңенән ҡосаҡлап,кире диванға ултыртты.

-Күрҙеңме ,дуҫҡай, проблеманы нисек еңел генә хәл иттек?Бөгөнгө төн- беҙҙеке!Рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырбыҙ!

             Араҡы тәьҫиренән дә,шатлыҡтан да күңеле йомшарған Нурислам ҡулына гармунын алды.Бармаҡтарын гармун телдәренән йүгертеп сыҡты ла “Зәңгәр күлдәкте”уйнап ебәрҙе.Йырға Вәлиулла ла ҡушылды:

                          Зәңгәр күлдәгеңде кейәһең дә

                          Болондарҙан атлап үтәһең...

        Дуҫтарҙы был йыр тыуған яҡтарҙың сәскәле болондарына,туғайҙарына алып китте.Йырҙарҙа йырланған Асылыкүл буйында,изге Балҡантау итәгендә  күҙҙең яуын алырлыҡ аллы-гөллө сәскәләр үҫкән туғайҙарҙа гөлләмәләр йыйыусы ҡыҙҙар-тәүге мөхәббәт алиһәләре күҙ алдына килеп баҫты.

-Их,дуҫҡай!Йөрәк яна!

Нурислам ҡулын йөрәк тапҡырына ҡуйҙы,тауышы ҡалтыраны.

-Нурислам,һинән һорарға форсат юҡ,унан..уңайһыҙ ҙа яраңа тоҙ һалыуы...

Вәлиулла дуҫының яурынына ҡулын һалды.

-Дуҫым,һин бит Зәйнәпте ярата инең...Ә ул һине көткән,әсәйем һөйләүенсә,сит-яттарға күҙ һалмаған,тоғро булған.Һин нишләп шундай оло һөйөүеңә хыянат иттең? Мине ошо һорау гел генә борсоп торҙо.Зәйнәпте йәлләп йөрәгем әрнене,ана һаман ғаилә ҡормай,әсәһе менән генә йәшәп ята!

-Их,Вәлиулла!Ғәйеплемен!Хәйер, мин генә ғәйепле микән?Шул ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш сыҡмаһа,бәлки ... Зәйнәпкә хыянат иттем шул,һөйөүен аяҡ аҫтына һалып тапаным!

           Нурислам ике ҡулы менән башын ҡыҫып тотоп, тынып ҡалды.Бер аҙ шулай ултырғас,дуҫына йөрәгенең иң төбөндә,кеше шәйләмәҫ шырлығында нисә йыл ятҡан серен систе:

-Вәлиулла дуҫ!Онотманым мин уны...Әле булһа яратам Зәйнәпте...

-Что ты сказал?Кого любишь?

       Ҡапыл ишетелгән был тауышҡа ике ир аҫылы тертләп китте.Ни хәл итеп шып-шым килеп ингән?!Ишек төбөндә аҙаҡҡы һүҙҙәрҙе ишетеп,зәңгәр күҙҙәренән осҡон сәсеп Валя баҫып тора.

 -Валя!Һин..нисек...тауыш-тынһыҙ ғына!

-Ах ты ,изменник?Значит  все еще любишь свою ненаглядную Зайнап?Как ты смог обманывать меня столько лет?

-Валя?Постой?Туҡта әле...-Вәлиулла дуҫын яҡлашырға булды .

Корридо ваҡытында ҡыҙыл сепрәккә ташланған үгеҙ һымаҡ Валя ҡунаҡҡа баҡты.

-А вы кто такой?Зачем явились сюда?Кто вас звал?

-Валя!Туҡта!

Ике ир бер биҙун бисәне тынысландыра алманы.

-Вы! Быстро собрали манатки и пошли отсюда!  

Нурислам ,һикереп тороп,дуҫын кәүҙәһе менән ышыҡланы.

-Он никуда не пойдет,Валиулла-мой гость!   

     Бындай боролошто көтмәгән ҡунаҡ тиҙ генә кейенә башланы.

-Вәлиулла!Дуҫҡайым!Көтөп тор! Бер минут ҡына...-Нурислам  ауылдашының ҡулынан кейемен тартҡыланы.-Зинһар,минең өсөн генә,туҡта инде,дуҫым!

-Юҡ,Нурислам!Минең өсөн тауыш сығарма!Мин ....барыр урын табырмын!-Вәлиулла ,баш кейемен эләктереп,тоҡсайын алып,урамға атылды.

-Как ты смогла? Он то в чем виноват?-Нурислам тәүге тапҡыр Валяға киҙәнде.Тик уныһы етеҙерәк булып сыҡты,нисектер йоҙроҡтан ялтанды ла,үрелеп Нурисламдың битенә тырнаҡтарын батырҙы...

       Нурислам,бер ҡулы менән ҡанһыраған битен ҡаплап,икенсе ҡулы менән ҡатынын ишек төбөндәге диванға этеп ебәрҙе лә,тиҙ генә дуҫы артынан сығып йүгерҙе...

          Был көндән һуң өйҙә  ғауғалар йышланы, шундай бер ваҡиғанан һуң, Нурислам,йөрәк яныуын баҫыр өсөн, эштән ҡайтышлай ,  магазинға инде.Кеҫәһенән аҡса йыйыштырып, (ул бөтәрләнеп бөткән бер һумлыҡтар нисектер Валя күҙенә салынмай ҡалған,юғиһә тиненә тиклем һыпырып таҙартып ҡуя ул салбар кеҫәләрен) һатыусынан бер ярты  һораны. Һатыусы ҡыҙ,бер урамда йәшәгәнлектән,бар кешене танып бөткән:

-Ҡунаҡ килдеме әллә,Нурислам ағай?-тип өндәште.

-Юҡ!Үҙемә!-Булды яуап.

-Һеҙ  улайтып араҡы алып эскән кеше түгелһегеҙ,берәй нәмә булдымы  , ағай?-Һатыусы ҡыҙ ҙа  ныҡыш.

-Юҡ,бер ни ҙә булманы...Нурислам  урамға атлыҡты.Уның хәлен һорашып торған ҡыҙға  берәй ауыҙ һүҙ әйтһә,илап ебәреүенән ҡурҡты .Күңеле тулып, күҙ йәше йылға булып түгелер хәлгә еткәйне,шул.

        Бер-ике көндән юл ыңғайы йәнә магазинға һуғылған  Нурисламды һатыусы ҡыҙ йылмайып ҡаршы алды.

 -Тағы аҡбаш алырға килдеңме ,ағай?

-Юҡ!Былай ғына һуғылғайным.

-Буш сыҡмағыҙ!Бына матур яулыҡтар килде,ҡатынығыҙға бүләк алығыҙ!

-Улай булғас, бирегеҙ,зәңгәр сәскәлеһен.

Ҡыҙыҡай  яулыҡты ҡағыҙ битенә урай башланы.

         Магазинға һөйләшә-һөйләшә ике ҡатын килеп ингәс,Нурислам   төргәкте алды ла урамға сыҡты.

         Аяҡтары уны үҙенән үҙе Зәйнәп йәшәгән яҡҡа алып китте.Бына уның өйөнөң тәҙрәләре,икеһендә лә ут яна.Әллә нисәнсе тапҡыр килде ул был урынға,уттары баҙлап торған тәҙрәнән күҙен алмай ,оҙаҡ ҡына торғоланы.Ҡай саҡ Зәйнәп ,тәҙрә эргәһенә килеп,оҙаҡ итеп төнгө ҡала уттарын күҙәтә,ҡай саҡ өҫтәл лампаһын ғына ҡалдырып,ниҙер эшләй.Йә китап уҡыйҙыр,йә бәйләм бәйләйҙер,йә сигеү менән шөғөлләнәлер.Ул  Зәйнәптең уттары бөтөнләй һүнгәс кенә,йәшеренеп торған еренән сығып,ҡайтыр яҡҡа ыңғайлай.Ләкин өйөндә Нурисламды бер кем дә ҡолас йәйеп көтөп тормай.

         Был юлы ла Нурислам,ҡыҙҙың ишегенә ҡағырға ҡыйыулығы етмәй,туҡтап ҡалды.Инергәме?Юҡмы?Нисек итеп аңлатырға Зәйнәпкә үҙенең хәлен?Ул аңлармы?Ҡысҡырып көлмәҫме ирҙең бәхетһеҙлегенән? Нурислам ,ҡапыл боролоп, китергә уҡталды.

-Нурислам? Һинме был? Нишләп тораң?-тигән тауыш ирҙе аңына килтерҙе.Алдында аҙыҡ-түлек тулы сумка тотҡан Зәйнәп баҫып тора.

-Бына...Үтеп бара инем...-тип һөйләнде ир.

-Мин эштән ҡайтҡас,йүгереп кенә магазинға сыҡҡайным.-Ҡатын сумкаһына ымланы.

-Әйҙә,беҙгә инәйек,сәй эсербеҙ...

-Уңайһыҙ булмаҫ микән?Әсәйең,Зарифа апай, өйҙәме?

-Өйҙә булһа ни...

Улар өй подъезына ыңғайланы...

         Шул көндән Нурислам,гүйә,яңынан йәшәй башланы, күңеле Зәйнәпкә тартылды, ҡыҙҙың матур йылмайыуы, алсаҡ йөҙө күҙ алдынан китмәне.

         Зәйнәптең ағаһы Ғәйнулла һуғышта хәбәрһеҙ юғалғас,ире менән балаһы ҡайғыһынанмы,күп илауҙанмы  ,Зарифа һуҡырайып ҡалды,шуға күрә Зәйнәп әсәһе менән бергә күтәрҙе уртаҡ ҡайғыны..Унан әсәһенә ҡала йортонда  еңелерәк,бөтә уңайлыҡтары булған квартирала йәшәүе бик уңайлы.Икәүләп кенә көңгөр-ҡаңғыр  донъя көтөп яталар.Зарифа ҡыҙының үҙе иҫән сағында башлы-күҙле булыуын теләй,ейәндәрен ҡулға алып,яратып ҡалырға хыяллана. Тик Зәйнәп һаман да Нурисламды һөйгәнен аңлап тора әсә йөрәге.Аптырағас,ҡыҙына:

-Үҙең өсөн генә булһа ла бала тап ,ҡыҙым.Минең күҙем йомолоп китһә,бигерәк яңғыҙ ҡалаһың,-тип өндәште.

-Кешеләр ни әйтер?

-Кеше һүҙе күп була-тора-бара юҡ була.Ә бала үҙеңә иптәш булыр.

         Әсәһенә башҡа бер нәмә лә аңлатып торманы Зәйнәп.Үҙенең дә эсе боша,иптәш ҡыҙҙарының инде балалары буй етеп килә,бер Зәйнәп кенә япа-яңғыҙы.Уның да бала тапҡыһы,уны күкрәгенә ҡыҫып яратҡыһы килә.Йәне булған бөтә ҡатын затына хас хистәр уға ла ситен түгел бит....

            Гел генә йөҙөнән һағыш һарҡылып торған Нурисламды күргәндә ,ҡыҙ ниндәйҙер баш әйләндергес хистәр солғанышында ҡала.Уның ғаиләһе , ҡатыны тураһында  хәбәрҙәр ишетелеп тора,ә үҙенән һорашырға ҡыймай ... Балалары булмауы ла сер түгел.Ауылдаштарын да осратҡылай ,үҙе лә ауылға  һирәк-һаяҡ булһа ла ҡайтҡылай.  

          Нурисламдың бөгөнгө ҡыланышы,бүләк иткән яулығы  ҡыҙҙың  хистәрен тағы ла нығыраҡ ҡуҙғытты.

          Яйлап ҡына өйөндә йылылыҡ,наҙ күрмәгән Нурислам Зәйнәпһеҙ тора алмауын аңланы, араларында ябай кеше күҙенә салынмаған бәйләнеш барлыҡҡа килде. Ҡыҙҙы күрһә,күңелендә шундай һиллек тоя .Тора-бара бер көн күрмәһә лә йәшәүҙән йәм таба алмай,күңелгенәһе гел генә шул ихлас йылмайған ҡыҙға тартылып  тик тора...

                                                   ***

 

Автор:
Читайте нас: