Миңзәлә Хәлилова
Һуңлап килгән бәхет...
(повесть)
-Валя апай,әйҙә инде атла,юлға сыға һалайыҡ,- һеңлеләре Валентинаны ҡулдарынан етәкләп,ишеккә табан әйҙәне.-Кис етә бит,алда-оҙон юл!
Кәре ҡайтҡан,зәңгәр күҙҙәренең төҫө аларып,ҡасандыр төп-төҙ арҡаһы көйәнтәләнеп , ике ҡулы ҡалтыранып торған Валентина һаман артына әйләнеп,ғүмер кисергән өйөн,йорт эсендәге диван-карауаттарын тотҡолап , иғтибар менән йотлоғоп ҡарай.Үтеп барышлай һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған ҡарсыҡ,һеңлеһе Нинаның устарынан ҡулын ысҡындырып, уртала торған түңәрәк өҫтәл өҫтөндәге аҡ ашъяулыҡты һыйпаны,артлы ағас ултырғысҡа йәйелгән үҙ ҡулы менән төрлө төҫтәге йөндәрҙе ҡушып бәйләгән түшәкте һыпырып үтте,унан ике бүлмә араһындағы ишек яңағына битен терәне лә сеңләп илап ебәрҙе:“Николай!Коля!Коленька!”
Урам яҡҡа ҡараған тәҙрәләр араһындағы стенала рамкаға ҡуйылған ире менән икеһенең ҙурайтылған фотолары... Шуға ҡарап, бәләкәй бала шикелле ҡулын иҙәп , һеңлеһен туҡтатты.
-Нина!Зинһар ошо фотоны ғына алайыҡ ,йәме!-Валентина әбей ,йәшле күҙҙәрен мөлдөрәтеп, йәлләтеп, һеңлеһенә ҡараны.Уныһы ,ризаһыҙлыҡ белдереп,йөҙөн һытты.
-Валя апай!Машина бит резинка түгел,былай ҙа ана тәгәрмәстәре бүҫелә яҙҙы.Унан тығылышып, ике көн,ике төн ҡайтаһы ла бар бит әле!
Апаһының яурындары ҡалтырай ине.Нина Валяның сабый бала кеүек,ауыҙҙарын бәлшәйтеп,үпкәсел илай башлауын күргәс,кинәт кенә фотоны үрелеп алды ла,тағы берәй нәмә һорай күрмәһен,тигәндәй , ишеккә ашыҡты.
-Беҙ бит Николайҙың...Коляның ҡәберенә барып килмәнек.Мин бит... хушлашып та өлгөрмәнем ...уның менән!
Валентина ,тағы яуап көтөп, мөлдөрәп йәшкә тулған күҙҙәрен һеңлеһенә төбәне.
-Валя апай, зыяратҡа егерме йыл буйы бер бармағанды,бөгөн килеп...Барып йөрөмәгәс,Николай еҙнәйҙең ҡәберен таба алаңмы ни?
-Зыяратты ҡараусылар беләлер...бәлки,- Валяның аҡланғандай һөйләнеүе һеңлеләренең һарыуын ҡайнатты.
-Юҡ,Валя апай,хәҙер юҡ артынан йөрөп тағы бер көнөбөҙҙө юғалта алмайбыҙ инде.Унда барһаҡ,бөгөн тағы юлға сығып булмай!Былай ҙа аҙна буйы ятабыҙ теге йә был документ ,тип. Беҙҙең дә ғаиләләребеҙ бар, балаларыбыҙ көтөп тора.Алыҫ юл,ял итә-итә ҡайтырға тура киләсәк,кәм тигәндә лә ике тәүлек үтәсәк.
Һеңлеһенең йөҙөнә сыҡҡан ризаһыҙлыҡты күреп,кире уйламаҫлыҡ яуабын ишеткәс,күндәм төҫ алып,ҡарсыҡ ауыр көрһөндө лә тупһа аша атланы.Тик ҡапҡа төбөндә һөйләшеп торған күршеләрен күргәс,бөкөрәйеп барған арҡаһы бер аҙ турайып,йөҙөнә тәкәбберлек һыҙаттары йүгерҙе.
Уң яҡтағы ут күршеһе Зәкиә,ҡулындағы һары шыптырҙы Нинаға һондо:
-Дорога дальная,я тут собрала в пакете кое-что.Счастливого пути,Валя!
Күршеләренә баш ҡағып ҡына хушлашып машинаға ултырырға йыйынған Валя ҡапыл туҡтаны ла,ике ҡулын алға һонған килеш тәнтерәкләп барып,Зәкиәне ҡосағына алды.
-Закия,прости,пожалуйста,прости меня за все.Я осознаю,что виновата перед тобой , перед Колей.Прощайте,не увидимся больше,я каюсь,но ничего вернуть нельзя!Ради Бога простите меня,люди добрые!
Валя ҡапыл ғына эйелде лә ,битен ике ҡулы менән ҡаплап,ергә бөгөлөп төштө, тубыҡланған килеш ҡалғып-ҡалғып ултырып һамаҡлай, илай башланы:
-Что я наделала?Как я смогла?Я прошу прощения за все!За клевету,за все мои грехи! Простите,соседушки!Прости,пожалуйста,мой Коленька!Даже на твою могилу не ходила,прости ,дорогой мой!
Был күренешкә иҫтәре китеп ҡарап торған Нина менән Зина йәһәт кенә эйелеп, апаларын ике яҡлап ҡулдарынан тартып торғоҙҙолар ҙа асыҡ машина ишегенә табан алып киттеләр.Бик күп йылдар үҙен һыйындырған, туйындырған был ерҙән инде бөтөнләйгә китеп барыуын аңлаған әбекәй, машинаның артҡы ултырғысына ултырғас та ,һаман тыныслана алмай , зыулап илай-илай күршеләренә ҡул болғаны.
Ут күршеләре Сафия менән Зәкиә бик күп йылдар бер урамда йәшәп, Валяның күҙ йәше түгеп,йомшаҡлығын күрһәтмәгәнен белгәс,( хатта ире Нурислам мәрхүм булып ҡалған көндө лә былайтып аҙарынманы, өҙгөләнмәне) уның был халәтенә аптырап,бер-береһенә ҡарашып,телһеҙ ҡалдылар ,уны ысын күңелдән йәлләп ,күҙ йәштәрен һөртә-һөртә,аҡ машина күҙҙән юғалғансы, ҡул болғап оҙаттылар...
Эйе,Валяның ире бер ниндәй ҙә Николай түгел,ә Нурислам исемле геүәрҙин* кеүек киң яурынлы,мыҡты кәүҙәле башҡорт ине...
*Геүәрҙин-гвардеец мәғәнәһендә
***
Йырҙарҙа йырланған,эпостарҙа ,легендаларҙа һөйләнгән, күҙ йәшеләй саф һыулы,тәбиғәте иҫең китерлек хозур Асылыкүл буйҙарында, мәғрүр Балҡантау итәгендә, даны алыҫтарға таралған Берҡаҙан һаҙлығы тирәһендә башҡорттар ғына йәшәгән , өс йөҙ йыллыҡ тарихы булған боронғо ауылда донъяға килгәйне Нурислам! Йәш ғаиләнең көтөп алған тәүге сабыйы булып...Күңеле иманлы,нурлы булһын, тип ата-әсәһе улдарына ошо исемде инселәп ҡуйғайны.Егет атай-әсәй,өләсәй-ҡартатай ҡосағында иркәләнеп буй еткерҙе , бик иртә ҡул араһына инде.Ике йылын Хаж ҡылыу ғәмәленә бағышлап,имен-аман ҡайтҡас,Ғәленән Хажғәлигә әйләнгән ҡартатаһы тәүге ейәнен эргәһенән ебәрмәне. Ауыр ,әммә сауаплы юлын мең михнәт менән атта ,унан дөйәлә уҙып,бер йотом һыуға зар-интизар булып сарсап,диңгеҙ аша сыҡҡан саҡта күп юлдаштарының төрлө фажиғә ҡорбаны булыуҙарына шаһит булып , ҡоро кәүҙә ҡалып ябығып(тәнендә сыҡмаған йәнгенәһе һәм ике битендә тызырайып торған сәгер күҙҙәренән генә уны бер аҙ сырамытып була ине) ,тыуған төйәгенә ҡайтып йығылғайны ул.Үҙе аңһыһа ла,бер тамсыһына ла теймәй,күҙ ҡараһылай һаҡлап , тимер һандығында ауылдаштарына тәғәйенләп алып ҡайтҡан ҡәҙерле аманатты-Зәмзәм һыуын-бала-сағанан алып ҡарт-ҡороға тиклем балғалаҡлап таратты.
Нурислам,балалығына барып,ҡусты-һеңлеләре менән уйнап йөрөһә лә, Хажғәли ҡартатаһының ҡорҙаштарына үҙенең юл ғазаптары тураһында һөйләгәнен сала-сарпы ишетеп, күңеленә һалып ҡуйғайны.
-Бер заман шулай әллә нисә көн диңгеҙҙә бара торғас,иптәштәрем берәм-берәм ауырый башланы.Баштары әйләнеп,ҡоҫоп,мәйет кеүек ап-аҡ булып,хәлдән тайып яттылар.Ул “диңгеҙ ауырыуы” тип йөрөтөлә икән. Мин үҙем һеремен,шуғалырмы былай күп ауырып булашманым, тиҙ аяҡҡа баҫтым,ә ҡайһы берәүҙәр бигерәк ныҡ этләнделәр,ярға сыҡҡанда баҫып торор хәлдәре ҡалмағайны.Етмәһә ,бәлә өҫтөнә бәлә булып, карапты оло балыҡ эләктереп алды , ебәрмәй.Ултырабыҙ диңгеҙ уртаһында, ян-яғыбыҙҙа күҙ күреме ергә тиклем даръя йәйелеп ята.Ҡасып ҡотолор әмәл юҡ.Аптырағас,карап хужалары шул балыҡҡа ҡорбан бирергә уйланы,бер кемдең дә үҙ теләге менән ул һөмһөҙ балыҡ ауыҙына эләккеһе килмәй.Шул саҡ ,үҙҙәренә ҡалһа, бик ыңғай ысул уйлап таптылар.Карапта ҡомаҡ ,сысҡан тотоп көн иткән бесәйҙе алып килделәр ҙә,кем эргәһенә бара,шул кеше ҙур гонаһлы,уны һыуға ырғытабыҙ,тип хәбәр иттеләр.Бар халыҡ аһ итеп ҡуйҙы. Теге ала бесәй ,үҙен ҡыҫып тотоп алған ҡулдарҙан ҡотолғас,туҡтап,һелкенеп,ҡағынып алды ла,туп-тура беҙҙең тарафҡа юлланды.
Әлһерәшеп ултырған юлдаштарым ,бәлә яҡынлашыуын һиҙеп,өнһөҙ генә бер-береһенә ҡарашты.Бығаса тегеләй-былай үтеп йөрөгән йәнлектә тыуған яҡтарының,тыуған өйҙәренең бер ағзаһын күреп,үҙҙәренә лә юҡ ризыҡтарын ауыҙҙарынан өҙөп биргеләйҙәр ине,шуға күрә ул,тағы ла ашамлыҡ көҫәп,туп-тура беҙ ултырған мөйөшкә ыңғайланы.Ғәйепһеҙ йән эйәһенең был юлы үлем ҡурҡынысы менән янауын тойған ир-егеттәр бер-береһенә нығыраҡ һыйынды,шул саҡ ул минең эргәмдә генә ултырған ҡаҙаҡ ирекәйенең аяғына килеп һарылды ла ҡойроғон уңға ,һулға борғолап,мырылдарға кереште.
-Бына ул гонаһлы әҙәм!
-Таптыҡ!
-Аллаға шөкөр!Хәҙер ҙур балыҡ карапты ауыҙынан ысҡындырыр!
Күҙҙәре атылып сығырҙай булып ҙурайған ,йән көсөнә тартҡылашҡан,аяҡ тибеп көрмәкләшкән ҡаҙаҡ ирекәйе Сәрмәҡәнде өс-дүрт ир күмәкләп һөйрәкләп алып барып,аяҡ-ҡулын ергә тейҙермәйсә,диңгеҙгә ырғытты.Уның ярҙам һорап асырғаныуын дарья йотто...
Бер-нисә минуттан барыһы ла тынысланды,карап үҙ юлын дауам итте.Хужаларҙың хеҙмәтсеһе йүгереп килеп,Сәрмәҡәндең юл тоҡсайын алып,атлап барышлай уҡ бауын сисеп,бутанырға кереште.
Ә ул саҡ ҡот ботҡа етте,”үлемем ошондалыр,күрәсәгем шулдыр”,тип уйланым. Юҡ!Үлемдән ҡурҡмайым мин,тыуымдан ҡалмағас,үлемдән ҡалыу юҡ.Унан хаж ғәмәлен үтәү юлында мәрхүм булыу-үҙе бер мәртәбә һанала.Хоҙай маңлайға яҙғанды күрәһең.Һыуҙа мәрхүм булып ҡалһаң,ҡәберең дә ҡалмай бит,сепрәккә урап,һыуға ғына ырғытып китәләр икән мәрхүмдәрҙе-шуныһы бигерәк аяныслы.Балыҡҡа ем булып,үҙ гүрең дә булмай,зым-зыя юғалаһың. Туғандарың,ҡатының,балаларың-тотош әҡрәбәң ғәзиз башыңдың ҡайһы ерҙә ятып ҡалғанын да белмәҫ,шуныһы бигерәк үкенесле булыр ине.Үҙем Хоҙайға һыйынып,доғалар уҡырға тотондом.
Кире ҡайтҡанда ла шул балыҡ тағы осраны бит,хәсис.Тағы бер дин ҡәрҙәшебеҙ уға ҡорбанға бирелде.Шул саҡта “ошонан тыуған еремә,ғаиләмә иҫән-имен ҡайтып йығылһам,аҡ ҡорбан салырмын,мәсет һалырмын”,тип ниәт әйттем! Аллаға шөкөр,ниәтем ҡабул булды,иҫән-һау ҡайтып етелде, бик оҙаҡлатмай бура бурап, мәсеттең башын ябып ҡуйҙыҡ.
-Хызыр Ильяс юлдаш булғандыр!
-Атай-инәйеңдең доғалары ҡотҡарғандыр!
-Кешене ризыҡ йөрөтә,ризығың өҙөлмәгән булған!
-Ашар икмәгең,эсер һыуың тартҡандыр.
Ҡарттар ҡорҙаштарының фекерен йөпләне.
Һунарға барһа ла,бесән сапһа ла,ҡорҙаштары менән осрашып,һөйләшеп ултырғанда ла, мәсеткә йөрөгәндә лә Нурисламды артынан ҡалдырманы ҡартатаһы.Ана шулай йәш ҡурпының күңеленә иман орлоғо һалды,эшкә лә өйрәтте.
-Ислам белгән-иман белгән
Бәндәләр булыр нурлы.
Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанын үтәп,
Биш ваҡыт намаҙ ҡылыр,
Ураҙаһын ҡалдырмаҫ,
Ҡулынан тәсбих төшмәҫ,
Фани доньянан киткәс,
Урыны булыр ожмахта,
Рухы булыр йәннәттә,-тип, нәсихәттәрен көйләп ултырыр ине ул.
-Минең улым Ҡәнзәфәр бабабыҙ кеүек батыр ,Заятүләктәй зирәк булыр,Һыуһылыу кеүек матур ҡыҙҙы кәләш итеп алыр,Аллам бойорһа!-тип ейәненең күңелен үҫтерҙе,күңеленә ойотҡо һалды.
-Ҡарттай,Ҡәнзәфәр бей тураһында һөйлә әле!
-Ҡәнзәфәр бабабыҙ тураһында һөйләй башлаһаң,улым,аҙнаң да етмәҫ!
-Мин дә,һин дә бер ергә лә ҡабаланмайбыҙ бит,ҡартатай!Һөйлә инде!
-Ул беҙҙең Мең ҡәбиләһе юлбашсыһы.Ҡәнзәфәр бей тыуған ерҙе ташлап китмәҫкә,нуғайҙарҙың өгөттәренә һәм янауҙарына бирелмәҫкә саҡырған халҡыбыҙҙы.Ә ул саҡта нуғай мырҙалары халыҡты Ҡубан яҡтарына күсеп китергә ҡуша.Ана шундай ауыр саҡта Ҡәнзәфәр бей халыҡты был бойороҡҡа буйһонмаҫҡа өндәй ҙә инде.Хәҙер бына беҙ рәхәтләнеп үҙ еребеҙҙә тормош көтәбеҙ.Был ерҙә хужа булып,аяҡта ныҡ баҫып торабыҙ.
Нурислам ,ҡартатаһы һөйләгәнен тыңлағанда, ҙур ташҡа баҫып халҡына мөрәжәғәт иткән Ҡәнзәфәр бейҙе күҙ алдына килтерә. Ҡәнзәфәр бей шулай бөтә кешене тыңлата алғас,күрше Ғәбит ағай кеүек көслө ,кәүҙәгә лә оҙон булғандыр инде.Үҙе ҡартатаһына һорауҙы әҙерләп кенә тора,яуап ҡына биреп өлгөр.
-Ә кем ул Заятүләк?Ул беҙҙең туғанмы әллә?Һин уны ҡайҙан беләң?
Ҡартатаһы ейәненә Заятүләк менән менән Һыуһылыу мөхәббәте хаҡында риүәйәтте бәйән итте.
...Борон-борон замандарҙа...Малайҙың күҙ алдына аҡ тирмәләр теҙмәһе,тирмә тирәләй йүгереп уйнап йөрөгән бала-саға,эш атҡарып,ары-бире үтеп йөрөүсе ҡыҙ-ҡырҡын, һайт-һайтлап һыбай сабыусы башҡорт егеттәре күренеп ҡалғандай булды.Заятүләк менән бергә һунар ҡомары менән янды,берсә атта сапты,берсә аҡ шоңҡарын күккә сөйҙө,һыу батшаһы бүләге-Аҡбуҙ толпарға ер ябып эйәреп сыҡҡан йылҡы өйөрөн күҙ алдына килтерҙе.
Хажғәли ҡартатаһы: “Һиңә инселәнгән Ыласын ана шул Аҡбуҙ тоҡомонан,минең атайым төндә малдарҙы ҡараштырырға аҙбарға барып инһә,Ыласындың әсәһе Бөркөт ап-аҡ ҡанаттарын йәйеп,ял итеп ята икән.Әҙәм затын күреп ҡалғас та ҡанатын йыйып,һикереп тороп баҫҡан!”-тип малайҙың йөрәген ярһытты.Нурислам шул һөйләшеүҙән һуң йыш ҡына аттарҙы күҙәтеңкерәп йөрөнө,ләкин толпарҙың ҡанатлы сағын осрата алманы.
Асылыкүлдең яр буйында таш өҫтөндә оҙон сәсен алтын тараҡ менән тарап ултырыусы Һыуһылыуҙы күреү ниәте менән иптәштәрен алып,төндә күл буйында ла бик йыш йөрөнө,ләкин ҡамыш шауынан,балыҡ ҡарпыуынан,тулҡындарҙың ярға шап та шоп ҡағылған тауышынан башҡа бер нәмә лә ишетмәне.Шунан: ”Их,нишләп мин шул Һыуһылыуҙы алдан күрмәнем икән?”-тип, ҡартатаһын көлдөрөп тә алғыланы.
-Ҡартатай,ярай Һыуһылыу -Һыу батшаһының ҡыҙы,ул ерҙә лә ,һыу ҙа йәшәй алған тей,ә бына нишләп Заятүләк һыуҙа сәсәмәгән?Мин йылғала сумып ҡарағайным, танауыма ла,ауыҙыма ла һыу тулды,унан оҙаҡ итеп тамағым әсетеп торҙо.
-Халыҡ һөйләүенсә,Һыуһылыу һыу аҫтында ла,ер өҫтөндә лә йәшәй алған,улым! Иптәш ҡыҙҙары менән яр ситенә сығып,таш өҫтөнә ултырып,иртәнге томан күл өҫтөн ҡаплап алған саҡта оҙон сәстәрен алтын, көмөш тараҡ менән тарай-тарай сырҡ-сырҡ көлөшкәндәр.Кеше-маҙар күреп ҡалһа,тиҙ генә һыу аҫты батшалығына сумғандар. Һунарҙан ҡайтып килгән Заятүләк шул саҡта күреп ҡалған да инде был һылыу ҡыҙҙы.Һыуһылыуҙы сәсенән эләктергәс,уныһы Заятүләктең ҡулдарынан ҡотола алмағас,егетте үҙе менән бергә батшалығына алып киткән,уға Һыуһылыуҙың атаһы-Һыу батшаһы һыу аҫтында йәшәй ала торған һәләт биргән.
Хажғәли ҡарт баланың бер ҡатлы ғына һорауҙарын да һис ваҡытта яуапһыҙ ҡалдырманы,ейәненең күңелен үҫтерҙе,тоғролоҡ,намыҫ,ябайлыҡ ,батырлыҡ сифаттарын тәрбиәләргә тырышты.
Малай ҙа сос ,отҡор булды.Биш йәштән атҡа атланды,беләгенә көс ултырғас, ҡайырып бесәнен сапты,көтөү көттө,ҡыҫҡаһы,ауыл балаһы нимә эшләй белергә тейеш,ул шуларҙы белеп үҫте.
Хажғәли ҡарт бер көн күңелендәген улы Фәйзулла менән уртаҡлашты:
-Нурисламдың йәше етә,көҙгө уңышты йыйып алғас, түбән ос Билал ҡарттың ейәнсәре Зәйнәпкә яусы ебәрәйек мәллә?Нәҫелдәре үҙ-ара дуҫ,татыу йәшәй,көслө күс кеүек берҙәмдәр.Унан ҡыҙҙың әсәһе лә бик егәрле,өлгөр.Әсәһенә оҡшаһа,ҡыҙ ҙа бик шәп килен булыр,иншаллаһ!Ир-егеттең ғаиләле булғаны яҡшы,үҙең дә уның йәшендә башлы-күҙле булғайның.
-Мин ҡаршы түгел,атай!Улай булғас,өйлөк бура хәстәрләй башларға кәрәк!
Аталы-уллы ниәт ҡороп, һүҙ беркетеп тә ҡуйҙылар.
Тик...бер минут эсендә бөтә хыялдар,яҡшы ниәттәр селпәрәмә!Бөйөк Ватан һуғышы...Һуғыштың тәүге көндәренән ауыл халҡы улдарын,ирҙәрен,аталарын, туғандарын ил һаҡларға ебәрҙе.Нурисламдың атаһы Фәйзулла ла иң беренселәрҙән булып һуғыш эсенә инеп китте.
Кинйә улы менән үҙ ғүмерендә бер тапҡыр айырылмаған Хажғәли ҡарт ҡапыл ғына төҫ ташланы,ҡарағайҙай кәүҙәһе шиңеп,бәләкәйләнеп ҡалды. Ун һигеҙе тулып,саҡ ун туғыҙға сыҡҡан Нурисламды военкомат саҡырғас, ҡарт бөтөнләй миктәне,кәүҙәһе алға эйелеп,таяҡһыҙ йөрөй алмаҫ булды.
Ослотау битенә ир-егеттәрҙе оҙатырға килеүселәр буласаҡ яугирҙарға изге теләктәрен еткерҙе:
-Салауат батырҙай көслө,ҡыйыу булығыҙ!
-Гитлер яуыздың тиҙ арала башына етеп,өңөнә тиклем баҫтырып ,еңеү яулап ҡайтығыҙ!
-Ата-бабаларыбыҙ һис ҡасан да ҡурҡып тормаған,ер ябып килгән хранцузды Наполеоны менән ҡатарҙан Парижға тиклем ҡыуған!
-Илдә сәпсек үлмәй,ғаиләгеҙ өсөн тыныс булығыҙ!
Герман һуғышын үтеп, уның ни тиклем аяуһыҙ икәнен үҙ елкәһендә татып,бото яраланып,шул сәбәпле бер аяғына аҡһағыраҡ булып ҡалған Хажғәли олатай, ейәненең һабантуйға йыйынғандай йөрәкһеп тороуын һиҙемләп, әсенеп ҡуйҙы:”Эй,бала,һуғыштың ни икәнен белмәйһең шул,малайҙар уйыны түгел бит унда...”
-Тыуған тупрағың һине һәр саҡ тартып торһон,иҫән-имен генә әйләнеп ҡайт,улым!Ҡош һауала,ат –тауҙа,егет яуҙа һынала,ти.Үҙеңде һаҡла,әммә нәҫелебеҙгә серкеү килтермә,ҡыйыу,айбар бул.Кемдеке-шуныҡы,тигәндәй...-Хажиғәли ҡарт, янсығына тыуған нигеҙҙән алған бер ус тупраҡты һалып,Нурисламдың түш кеҫәһенә тыҡты.
-Ул тиклем бөтөрөнмә,ҡартатай,Алла бирһә ,Гитлерҙы еңеп,көҙгө уңыш йыйыуға тып итеп ҡайтып та килербеҙ.Тик һин үҙеңде һаҡла!- Нурислам ҡартатаһын арҡаһынан яратып, һөйөп ҡуйҙы.
-Эй-й,улым,Хоҙай ярҙамы менән шулай ғына була күрһә ни әйттең дә бит!Бөтәһе лә Алла ҡулында,ил күргәнде бергә күрербеҙ инде,балаҡай!
Ҡарт сал һаҡалына тамған күҙ йәштәрен дә йәшермәй,һуңғы ҡат күргәндәй, ейәненә йотлоғоп ҡараны.Уғата ауыр ҡарттың хәле,сөнки һуғышҡа китеүселәр араһында -яратҡан ейәне,ике кейәүе.
Нурислам ҡартатаһының ҡалтыранып ҡына торған арыҡ арҡаһынан ҡосаҡлағанда был күрешеүҙең һуңғыһы булыуын яҡшы аңланы. Бирешкәйне ҡарт : яурындары төшкән,ҡасандыр көс уйнап торған беләктәре хәҙер һөйәк тә тире ҡалған, һөйкөмлөлөк сәсеп торған күҙҙәренең төҫө киткән, атлауының да йүнгенәһе юҡ, ҡураныс ҡына кәүҙәһе әле быуыны нығынып етмәгән үҫмер баланыҡы ише генә.
Ослотау итәгендә баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшкә сығырға ең һыҙғанып торған ир-азаматтарҙың ҡайһыһына ғына кире тыуған ергә әйләнеп ҡайтыу бәхете тейер? Уныһын бер Хоҙай ғына белә...
***
Көтөп алынған тәүге балаһының ,Нурисламының ,ғәрәсәт эсенә барып инәсәген уйлап ,ут йотоп, Әсмә ҡайғыһынан ҡара көйҙө.Ире,Фәйзуллаһы һуғышҡа алынып,бына инде ике ай ҡош телендәй генә лә хәбәре юҡ.”Алкинда әҙерләнеп ятабыҙ,тиҙҙән фронтҡа китәбеҙ,”тип бер генә хаты килде лә,шуның менән вәссәләм.Иренең хатын алғас,тиҙ генә йыйынып,алмаш кейем төйнәп,төн буйы бешеренеп,йәйәүләп юлға сыҡты ла китте Әсмә.Ҡайныһы менән ҡәйнәһе килендәрен ҡурсып,ҡаршы төшөп маташҡайны ла,ҡатындың үҙ һүҙлелеге уларҙы ризалашырға мәжбүр итте. Йәйәүләп ике көн барҙы,ире торған часты тапты,әммә күрешеү насип булманы:Фәйзуллаларҙы шул төндө фронтҡа ебәргәйнеләр.Юл буйы илай-илай ҡайтты Әсмә,хат оҙағыраҡ йөрөгәйне шул,бер көн генә алдараҡ килһә,осрашып, һөйләшеп ҡалырҙар ине,бәлки.Тотош үкенестәрҙән тора бит донъя!
- Алпамыша ҡәҙәрлем ир аҫылы һыуға төшкән кеүек ғәйеп булдың! Яраланып фәлән ятаһыңмы,йәнем? Әллә көнөң бөтөп,мине ташлап уҡ китеп барҙыңмы?Кем генә белә хәлкәйҙәреңде?
Әсмә, алҡымына килеп тығылған төйөрҙө йота алмай,һыңҡылдап ҡуйҙы.
-Инде балаҡайыма,Нурисламыма,Хызыр Ильяс юлдаш булһын,ярҙамыңдан ҡалдырма,Мәүлем!
Әсмә улының юл тоҡсайына әйберҙәрен төйнәгәндә,балаһының кейемдәрен еҫкәп,уны әле саҡ ҡулына алып,яратып туймай ултырыуын иҫләп, битенән тәгәрәгән күҙ йәштәрен дә тыйманы.Төн йоҡламай усаҡлыҡ мейесендә сөсикмәк бешерҙе,аҡ сепрәккә төрөп,эсе бошҡанда ауыҙына алып,һурып йөрөр , йөрәгенә дауа булыр,тип дүрт-биш баш кипкән ҡоротон да тыҡты.Сөсикмәк бешеп сыҡҡас , һүрән утҡа дүрт табаға әселәй бешергән икмәген йоҡа телемдәргә бүлеп, киптерергә ҡуйҙы: кипкән икмәкте оҙаҡ һаҡлап була,күгәреп бармай.
Ебәрәһе нәмәләрен әҙерләп бөткәс,урындыҡта йоҡлап ятҡан балағынаһының эргәһенә барып ултырҙы.Ипләп кенә улының ҡара бөҙрә сәстәренән һыйпаны,уныһы әсәй ҡул йылыһын тойоп,устарына танауын терәне лә,йоҡо аралаш йылмайып:
-Икмәк еҫе килә!-тип бышылданы.
Рәхәтләнеп йоҡлап киткән ҡолонсағының баш осонда таңға тиклем ултырҙы әсә.Ай яҡтыһында улының битенән күҙен алманы:берсә йоҡо аралаш тамшанып ала ул,берсә йылмая,йә йөҙөнә борсолоу сығарып,ҡаштарын йыйырып ҡуя.
Таң атҡансы Әсмә балаҡайының тыуған көнөнән алып ун һигеҙ йәшенә тиклемге бер тотам ғына ғүмеркәйен күҙ алдынан үткәрҙе,иҫендә ҡалырҙай һәр ваҡиғаны берәмтекләп хәтеренә төшөрҙө .
..Бына ул, ҡәйнә йортона килен булып төшкәс,Нурисламға буйға уҙҙы.Шунда ныҡ итеп балыҡ теләгәйне.Бер-ике көн түҙеп йөрөгәс,ошо хаҡта иренә һүҙ тиште.Уныһы төн йөҙөндә күрше ауылға һыбай елдереп,балыҡсы Сәғиҙулла бабайҙан ҙур суртан алып ҡайтты.Ҡәйнәһе менән икәүләп усаҡлыҡ мейесендә бешерҙеләр, телде йоторлоҡ тәмле булғайны ул балыҡ!.Шуға ла Нурисламы балыҡ тоторға яратамы икән?Берәй эшкә мауығып китеп,күрмәйерәк ҡалһаң,бәләкәй генә көйө баҡса артында сылтырап ҡына ағып ятҡан йылғаға йүгерә,таштарҙы урынынан күсереп,усы менән бағры балығын тотоп та йөрөй.
Ә бер көндө хәле бөтөп йүгереп ҡайтып ингән:
-Атай,атай!Унда, Өйрәкле йылғаһының тәрән ерендә ,ҙур балыҡ ята,әйҙә барып тотайыҡ,мин уны күреп ҡалғас та һиңә йүгерҙем.
-Эй,улым,ул балыҡ һантыймы ни,беҙҙең килгәнде көтөп ятырға?
Ай-вайына ҡуймағас,Фәйзулла улы артынан бармай булдыра алманы . Малай кире тондоролоп йылға буйына төшөп китте,сепейләп бөткән тәпәйҙәре генә ялтырап ҡалды.Барып етте лә кире әйләнеп,йылға буйын яңғыратып һөрән һала ярыҡ барабан:
-Атай,кил,кил,ул әле бында!Ана!..
-Эй,яр баҡаһы,шул тиклем тамаҡ ярып ҡысҡырмаһаң булмаймы ?- Улын еңелсә генә орошоп ,ул күрһәткән ергә күҙ һалды атаһы.Ҡара әле,ысынлап та,терһәк буйы шамбы ,һыу ситендәрәк ләмдә яй ғына елпеүестәрен ҡыбырҙата.
Фәйзулла өҫтөндәге күлдәген генә систе лә,ике еңен бәйләп,ипләп кенә яланаяҡлап һыуға инде һәм бер-ике минуттан шаптырлап тулаған балыҡты яр буйына сығарып та һалды.Эй ,Нурисламдың ҡыуаныуы,сәпәкәй һуғып,атаһы тирәләп һикергеләп йөрөүе!
Әллә күпме ваҡыт онота алмай, бөтә белгән-күргән кешеләр менән шатлығын бүлешеп, ҡыуанып бөтә алманы балаҡай...
...Ана, алты айлыҡ малай, бер ҡарағанда ике тәпәйен ауыҙына алып, уйнап, ығылдап ята ине,икенсегә күҙ һалғанда , урындыҡта ятҡан яҫтыҡҡа тотоноп, тороп ултырған,үҙе тегеләй ҙә,былай ҙа ҡалғып ҡуя,йығылмаҫҡа тырыша.Быны күреп, күмәкләшеп ҡыуанғайнылар.
...Күр,теүәл ун ай тигәндә иҙән уртаһында ай-һай баҫты ла,ҡашығаяҡ яғына табан ыңғайлаған бесәй артынан ынтылып,ике ҡулын алға һуҙып ,атланы ла китте,хатта имгәкләп тә торманы.Урындыҡта намаҙ уҡып ултырған Хажиғәли ҡартатаһы шатлығынан урынынан ҡолап төшә яҙҙы.
Иң беренсе һүҙе лә башҡа балаларҙыҡы кеүек “әсәй” булманы,ҡартатаһы урамдан килеп ингәс,бәләкәй генә бармаҡтары менән саҡырып:”Та-та!Та-та”-тип өндәште-“ҡартатай” тиеүе булды. Ҡартатаһы ҡыуанысынан :”Бер тай улыма,тай бүләк итәм! “ - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Ҡартатаһы яратҡан ейәнен үҙенә инселәнгән тайға биш йәшендә ултыртып ҡараны. Ҡоттары осоп,йәлләп ҡарап торған әсәһе менән өләсәһенә лә иғтибар итмәй,атаһы йүгәненән етәкләп барған атҡа ҡыуана-ҡыуана менеп ултырҙы малай.Үҙе шарҡылдап көлә,бәләкәй генә аяҡтары менән аттың бауырына тибеп:
-На!На!-тип ҡысҡыра.
...Бәй,алты йәшендә көнө буйы урамда хәлдән тайып уйнап,кискә генә йылға аръяғында йәшәгән Зәйнәп менән етәкләшеп ҡайтып инделәр.
-Әсәй,Зәйнәп беҙҙә генә йәшәһен дә ҡуйһын!-тип әйтеп һалды малай.-Мин уны кәләш итеп алам!
Быны ишеткән ҡартатаһы менән атаһы ҡысҡырып көлөүҙән саҡ тыйылып тора,үҙҙәре һаман малайҙы һөйләндерәләр,бер-береһенә ымлап,күҙ ҡыҫышалар.
-Улым,Зәйнәптең атай-әсәһенән рөхсәт һораныңмы һуң?
-Ҡартатайым һораһын,ул миңә үҙе Һыуһылыу кеүек матур ҡыҙҙы кәләш итеп алып бирәм, тип әйтте ләһә!
-Әле һин бит бәләкәс бит,кәләште ҙур үҫкәс кенә алалар!Һиңә мал ҡарарға,бесән сабырға ,ә Зәйнәпкә иҙән йыуырға,ашарға бешерергә өйрәнергә кәрәк.
-Улай булғас ,Зәйнәпте әсәйем тиҙ генә кер йыуырға,иҙән йыуырға өйрәтһен , ә мин хәҙер үк атайыма һыйырҙарҙы ябышам.
-Зәйнәп ,икмәк һала беләңме һуң?-тип ҡыҙыҡһына әсәһе.
Уныһы баш сайҡап тора.
-Әсәй, һин бешерә беләһең бит,ҡартәсәйем дә белә.
-Нурислам,килен кеше бешерә ул икмәкте,-тип йылмая Әсмә.
-Беҙ Зәйнәп менән тиҙ генә уйнап ҡайтҡансы,һин икмәк бешерәң,ә ҡартәсәйем-бишбармаҡ...
Зәйнәпте эҙләп ингән әсәһенә лә был хаҡта көлә-көлә һөйләнеләр.Тик Хажғәли ҡарт ҡына уйынлы-ысынлы:
-Балаларҙың ҡолағын тешләтеп ,һырға туйы үткәреп ҡуйһаң да зыян юҡ,-тип ҡуйҙы.
Үҫә килә был хаҡта иҫкә төшөргәндә,Нурислам уңайһыҙлана,ике бите ҡып-ҡыҙыл булып яна.
Инде улы- үҫмер егет,танау аҫтында мыйыҡ йораты ла беленә.Ҡасандыр ул кәләш алам тип етәкләп алып ҡайтҡан ҡара сорнай Зәйнәп тә Һыуһылыу кеүек матур ҡыҙға әйләнгән.Көйәнтәһен иңенә һалып,икенән үреп төшөргән ҡара оҙон сәстәренә тағылған сулпыларын сыңлатып, урамдан үткәндә, ир-егеттәр генә түгел,ҡыҙ-ҡырҡын да,һоҡланыуын йәшермәй, тел шартлатып ҡала.
Үткән йыл һабантуйҙа уларҙың бер-береһенә серле ҡараш ташлағандарын да күрҙе Әсмә.Әсә йөрәген алдап буламы ни?Тап шул ҡыҙҙы Нурисламына иш итеп күрә, тап шул Зәйнәптең ҡәйнә буҫағаһы аша атлап үтеүен теләй.Тик хыялың ысынбарлыҡ булһын ,теләгән теләгең тормошҡа ашһын өсөн ,ай-һай, күп ныҡлыҡ кәрәк...
***
Ауыл осонда башланған Ослотау битендәге оло юлға ир-егеттәрҙе яуға алып китәсәк аттар теҙелгән.Егеүле арбаларға яугирҙарҙың наҡыҫ ҡына юл тоҡсайҙары , кейем-һалымы тейәлгән.Улының ,Нурисламының киң яурынына башын һалып, Әсмә илай.Шым ғына... Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сабырлыҡ,түҙемлек уға ошо ауыр ваҡытта үҙ-үҙен ныҡ тоторға көс бирәлер.
Ҡартәсәһе Әсмә килененең ҡулынан бер телем икмәкте алды ла ейәне эргәһенә килде.
-Балаҡайым!Бынау икмәктән ауыҙ итеп,арыу ғына тешләп ал. Тыуған ереңдә, тыуған нигеҙеңдә ейәр ризығың булһын,ашар икмәгең ҡалһын .Эсер һыуың тартһын , балам,бер үк беҙҙе ҡыуандырып ,иҫән-һау йөрөп ҡайт. Хызыр Ильяс юлдаш булһын үҙеңә.
Ҡатындар һыҡтай,азаматтар аталарының муйынына ,атай ҡосағына,атай йылыһына һуңғы тапҡыр һыйына.Берәүҙәр ҡурай тарта, кемдер гармун күректәрен һуҙып,күңел һағышын тарата.
-Арбаларға тейәлергә! -тигән фарман яңғыраны шул саҡ.
Нурислам ҡартатаһының да,үҙенең дә иң яратҡан Ыласын исемле күк атына атланды ла ,күкрәк тауышы менән ”Азамат”ты һуҙып ебәрҙе,башҡалар уның йырын күтәреп алды.Йыр тауышы ,бейек тауҙарға ,мәғрүр ҡаяларға барып етеп, ҡаҡлыҡты ла,ҡайтауаз булып,тирә-яҡҡа таралды:
Ҡайҙа ғына бармай,ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы...
Оҙатыусылар яҡындары күҙҙән юғалғансы илашып,йыландай борғоланып тауҙар ҡуйынына инеп юғалған юлға текләп ,өнһөҙ генә оҙаҡ баҫып торҙолар.Унан берәм-берәм етемһерәп ҡалған ауылға,бушап ҡалған өйҙәренә таралдылар.
Был ата нигеҙенән китеп,ситтә йөрөмәгән Ыласынов Нурисламдың тәүге тапҡыр тыуған ерен ташлап,күҙ күрмәгән,ҡолаҡ ишетмәгән яҡтарға юлға сығыуы ине ...
***
Һуғыштың майлы ҡалъя түгел икәнлеген тәүге көндәрҙән үк аңланы Нурислам. Екереү түгел,хатта тауышты әҙерәк күтәреүҙе лә ишетмәй үҫте бит ул татыу ата йортонда.Ә бында бөтәһе лә һуғыш ҡануны буйынса: белмәһәң-өйрәтәләр,өйрәнергә теләмәһәң -башыңды эйҙереп,приказ биреп, талап итәләр,ә һин бер һүҙһеҙ командирҙың әйткәненә буйһонорға тейешһең. Ғорурлығыңды,тәкәбберлегеңде ситкә ҡуйып тораһың,хатта кем икәнлегеңде лә онотаһың.Бында һәр кемдең алдында бер бурыс һәм бер хыял – ул да булһа, дошманды тиҙерәк еңеү һәм тыуған ереңә, яҡындарың эргәһенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу.
Бәләкәйҙән ат өҫтөнән төшмәгән Нурислам үҙенең Ыласыны менән һуғышҡа алынғас,кавалерия дивизияһына эләгергә өмөтләнгәйне. Тик был буш хыял булып ҡалды.Яҡшы тоҡомло күк атты йәһәт шәйләп алдылар ,тиҙ арала ҡайҙалыр оҙаттылар.Атын йәүкәләп эҙләй башлағас,командиры йылан кеүек теш араһынан ғына ыҫылданы:
-Һалдат!Үҙеңдең ҡайҙалығыңды оноттоңмо әллә? Күңел асырға килдеңме, һабантуйғамы?Һалдаттан атты ҡайҙа ,ҡасан,кемгә бирергә һорап тормайҙар! Бар,юлыңда бул!
Шулайтып,Нурислам минометсылар взводына барып эләкте.Миномет төҙөлөшөн, яуҙа ҡулланыу даирәһен оҙон-оҙаҡ өйрәтеп торманылар,ҡыҫҡа ғына курс үткәс, һуғышҡа индереп тә ебәрҙеләр.
Шунда осратты ул Сәлихты.Ауылдашы келәттә интендант булып хеҙмәт итә ине.Үҙенән ике йәшкә генә оло егет менән бер урамда бәпкә үләнендә аунап,бергә йылғала балыҡ мәскәүләп , йән дуҫ уҡ булмаһалар ҙа, татыу уйнап үҫтеләр.Сит ерҙә,бигерәк тә һуғышта,яу яланында ауылдашыңды осратыу - Нурислам өсөн бер туғаныңды күреү һымаҡ оло шатлыҡ .Тик Сәлих уның ҡосаҡ йәйеп йүгереп килеүенә:
-Стой,солдат!Үҙеңде ипле тот,минең звание һинекенән юғарыраҡ!-тип ҡырт ҡына өндәште.
Нурислам, ни әйтергә белмәй,ауыҙын асып туҡтап ҡалды.
-Сәлих! Таныманыңмы ни?Был- мин бит!Ыласынов Нурислам!Ауылдашың!
-Понял!Вы не знаете ,как обращаются к старшему по званию!Соблюдайте субординацию!
Ауыҙын асып аптырап ҡарап торған Нурислам янынан Сәлих тыҡ-тыҡ баҫып үтеп китте.
Нисек?Нисек аңларға?Ишеткәнен нисек итеп йоторға белмәйсә тороп ҡалды Нурислам...
Бер килке иҫенә килә алмай йөрөнө ул был хәлдән һуң,тик ауылдашын ҡабат күреү өсөн мөһим сәбәп килеп сыҡты.Итеге йыртылды. Нурислам тәүҙәрәк тегеп ҡараны.Шунан тотонор ере ҡалмаған итекте ҡайҙа бау менән бәйләп,ҡасан тимер сым менән урап йөрөй башланы.Был ысул ҡоро ваҡытта ярап ҡалһа ла, ҡар ҡатыш ямғырҙар башланғас,итеге ҡунысына тиклем һыу менән тулды,көнө буйы еүеш сылғау эсендә йөрөгән аяҡтан һалҡын үтеп,бер туҡтауһыҙ йүткерергә тотондо. Крокодил ауыҙылай асылып-ябылып торған итекте күреп йөрөгән миномет расчетындағы иптәштәре лә :
-Ауылдашыңа барып ҡара,ауыҙыңа һуҡмаҫ әле,үтенеп һора,ана , кисә күрше расчеттағы Золоторевҡа алтын балдаҡҡа итек алмашҡан!Һине кире бормаҫ әле!-тип өгөтләнеләр.
Эйелгән башты ҡылыс сапмай,тип ул тағы бер тапҡыр ауылдашы эргәһенә барып ҡарарға булды.
Янында кеше-маҙар булмаған мәлде абайлап тороп,ул келәткә барып инде.Өйөм-өйөм әйберҙәр араһында торған өҫтәл артында ниҙер яҙып ултырған Сәлихте күргәс, Нурислам үҙе лә аңғармаҫтан:
-Здравия желаю ,товарищ командир!-тип өндәште.
Баш ҡағып ҡына яуап бирҙе Сәлих.
-Разрешите обратиться!
Сәлих башын да күтәрмәй яҙыуында булды.
Бер аҙҙан артабан нисек һүҙ башларға белмәй торған Нурисламға ,аҫтан һөҙөп ,башын ҡалҡытып ҡараны.
-Сәлих,итегем йыртылды бит әле,яңыны бирә алмаҫһыңмы икән?
-Ниндәй бер туҡтауһыҙ теләнселәп,һоранып йөрөү һуң ?!На общих основаниях выдадим!Бында һин мине,мин һине белмәйем! Понял? Вопрос исчерпан!Кругом- марш!
Нурисламға кире әйләнеп сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.Ләкин бүтән...аҡ тәүбә,ҡара тәүбә, ул Сәлих яғына әйләнеп тә ҡарамаҫҡа эсенән генә ант итте.
***
Нурислам Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн бөтә көсөн,тырышлығын һалып, фашистарға ҡаршы көрәшкәндә,Асылыкүл буйындағы башҡорт ауылында халыҡ “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!”тигән саҡырыу аҫтында алды-ялды белмәй тир түкте. Ауыл халҡы йыйған уңыштың бөртөгөн дә әрәм итмәй ,йыраҡ Уралдан яу ҡырына оҙатты.Ә үҙҙәре аслыҡтан шешенде.Ҡышлаған башаҡ ашап, танауҙарынан, ауыҙҙарынан ҡан китеп,ғаиләләре менән ҡырылды халыҡ. Яугирҙарға ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, быймалар баҫып,посылкалар һалдылар,ә үҙҙәре һыуыҡта өшөнө, туңды.Ҡатын-ҡыҙҙарҙан бригада төҙөп,күлдән балыҡ тотоу эшен яйға һалдылар.Тик балыҡ та яу ҡырында йөрөгән һалдаттарға ебәрелде.Ҡатындар көнө буйы ямғыр ,йә ҡар тип тормай күлгә ау һалдылар,ҡулдары сепейләп,йөҙҙәре асы елдән ,эҫе ҡояштан янып, ирендәре ярылып бөтһә лә эште туҡтатыу тураһында уйламанылар.Тотолған балыҡты сортҡа айырып,һауыттарға тултырыуға үҫмер малайҙар,ҡыҙҙар ҙа ярап ҡалды.Ул йәй тау башын ябып,сейә уңды.Ҡыҙ балалар йыйған сейәне һатып,колхоз эшсәндәре машина һатып ала алырлыҡ аҡса туплап,Еңеү көнөн тиҙләтер өсөн фронтҡа бүләк яһаны.Эшкә ярарлыҡ ир-егеттәр һуғышҡа алынып бөткәс,донъя көтөү ауырлығы , колхоз баҫыуҙарында эшләү,илай-илай мал ҡышлатыу,картуф үҫтереп,уны киптереү,тоҡтарға һалып оҙатыу, үҫмерҙәр,ҡатын –ҡыҙ,ҡарт-ҡоро елкәһенә төштө .
Кәре ҡайтҡан Хажғәли ҡарт та уттай ҡыҙыу бесән ваҡытында инде ҡайырып бакуй һала алмай,бары тик ҡатындарҙың салғыһын сүкеп, янып,үҫмерҙәргә салғы тоторға өйрәтеп , еңел-елпе эштәрҙә генә йөрөй . Ҡыштарын ауыртҡан аяҡтарына көс-хәл менән баҫып,шығырҙап торған тубыҡтарын саҡ яҙып йөрөп, аттар ҡараша,әҙ булһа ла ярҙам булһын ,тип ҡатын –ҡыҙға ат егеп бирә ,эйәр-ыңғырсаҡ төҙәтә, мәке уйып,малҡайҙарға һыу эсереү ҙә уның бурысы...Ә сыңлап торған селлә һыуыҡтарында тау битләүҙәренән тибендәге тай-тулаҡты йәүкәләп алып ҡайтыу ҡатындар йә бала –саға эше түгел. Аптырағас,үҫмер малайҙарҙың берәйһен иптәшкә алып,һунар мылтығын аҫып ,көрт йырып, аттарҙың эҙе буйынса эҙләп киткеләй. Етмәһә,бүреләре аҙҙы, халыҡтың күҙ терәп торған берҙән-бер тана-торпоһон да тишек-тошоҡло кәртәләренә инеп,тамаҡлап китә.Маһир һунарсыларҙың өйҙә булмауын улар ҙа тоялыр,һиҙәлер,моғайын.Юғиһә,былайтып уҡ ауыл эсенә инеп,эттәргә лә ҡанығып йөрөмәҫтәр ине.Ҡышҡы көн дә бер тотам ғына,ат өйөрөн эҙләп алып ҡайтҡансы төн уртаһы етә.Ә икенсе көнөнә аяҡҡа баҫам тимә,бер генә лә быуыны тотмай. Хәҙер инде күҙҙәре лә бик насарайҙы,эргәһендә итәген ҡыҫтырып,үҙ мәшәҡәтен йүгереп атҡарып йөрөгән әбейенә лә бер көн:
-Әбей,мин оҙаҡламам ахыры,күрәһеңме,күҙҙәрем төҫһөҙләнде .Беҙҙең тоҡомдоң фани донъялыҡта ваҡыттың әҙ ҡалыуын күрһәтеүсе ана шул билдәһе бар ,-тип ҡарсығының йөрәгенә хафа орлоғо һибеп ҡуйҙы.
Ысынлап та,Хажғәли ҡарт 1942 йылдың ҡарлы-буранлы ҡышынан йәмле яҙға етеп,күк үләнгә аяҡ баҫа алманы.Күҙ асҡыһыҙ февраль бураны ер менән күкте бер итеп боларып туҙынғанда,ҡарт таңғы йоҡоһонан уянманы. Бөтөнләй таянысһыҙ ҡалды ғаилә. Етмәһә Әсмәнең ике ҡыҙын да-Маһита менән Маһираны- алтын йыуыу приискыһына ебәрҙеләр,егерме биш-утыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы шахтала эшләй улар,бына инде ун дүрт йәшлек Миңисламға ла шул шахтаға барырға сират етте.. Өйҙә туғыҙ йәшлек Ғәйнислам менән ете йәшлек Фәхрислам ғына ҡалды. Аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән ваҡытта балаларҙың шахтала алған паектары ғаилә ағзаларын аслыҡтан ҡотҡарып ҡалды ҡалыуын,ләкин шахта эше быуындары нығынмаған балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн көс еткеһеҙ ауыр .Был юҫыҡта Миңисламға башҡаларға ҡарағанда еңелерәк ,сөнки Маһита апаһы шахтанан руда сығарыусы бадья өсөн яуаплы.Эштә хәлдән тайып арыған эшселәр йәйәүләп шахта ауыҙына килергә тейеш,ә Маһита ҡустыһын саҡырып алып,хужалар күрмәгәндә,шул “һауыт”ҡа ултыртып,өҫкә тартып ала.
Ҡайһы саҡта быуыны ла нығынып бөтмәгән ҡустыһын йәлләп,үҙенең паегын бүлеп бирергә тырыша,сөнки ауыр эштән миктәп,ауырып йығылыуы ла бар.Үҫмер малай хәйләләшә белмәй,хәлдән тайғанса эшләй ҙә ҡуя.Ә эш кимәле бөтә кешеләр өсөн бер төрлө, ҡан төкөрөп йөрөһәң дә үҙеңә билдәләнгән норманы үтәргә тейешһең.
Алтын йыуыуҙың үҙенә күрә талаптары ла юғары.Шахтанан сыҡҡанда бөтә эшселәрҙе энәһенән ебенә тиклем тикшереп сығаралар.Хатта ауыҙыңды астырып,тел аҫтына ,теш төптәренә күҙ һалалар.Ә инде тырнаҡ осондай алтын урлап тотолһаң - һуғыш заманы талабы буйынса төрмәгә ябырға ла күп һорап тормайҙар..Алдыңды-артыңды ҡарап,итәгеңде йыйып йөрөмәһәң, бәләгә ҡалыуың көн кеүек асыҡ.
Хаслыҡлы әҙәмдәрҙең тоҙағына эләгергә лә бик мөмкин.Малайҙар йоҡлаған барак эргәһендә бер сатан әҙәм яҡын килеп, йылан кеүек ыҫылдап,өгөтләп ҡараны:
- Алтын өсөн күп аҡса бирәм,берәй ерегеҙгә ҡыҫтырып алып сығығыҙ,уның менән генә шахтағыҙ хәйерсегә ҡалмаҫ! Аҡсаға икмәк һатып алып ашарһығыҙ,кейем алырһығыҙ!
”Юха тел” шулай ҡолаҡтарына бышылдап та йөрөнө.Ҡайҙа, ти,эргәһенән тиҙерәк ситкә китте Миңислам.
Шахта эше илке-һалҡы йөрөгәнде яратмай,иғтибарлы булыуың кәрәк,сөнки ер убылып,тупраҡ аҫтында ҡалыусылар ҙа бар. Ана,үткән аҙнала күрше ауылдан Тимерғәли исемле малайҙы ер баҫҡан.Маһита апаһы осраған һайын ,ҡустыһын ҡурсып, бер туҡтауһыҙ :”Шахтаға төшкәс тә эшләй башлама, тәүҙә тирә-яғыңа күҙ һал,тыңла.Ер, убылырға булһа,үҙен белгертә ул,”-тип ҡабатлап тора .Ысынлап та,оҙағыраҡ тыңлап торһаң ,баш осонан эре-эре аҙымдар менән кемдер дөп-дөп атлап киткән кеүек була.Ул саҡта олораҡтар : ”Бабай китте!”-тиҙәр. Йәнәһе,”шахта хужаһы” үҙенең хужалығын барлап йөрөй.
Апайҙары менән Миңисламдың ялы ла бергә тура килмәй. Айырым-айырым йәйәүләп, тау артылып ҡайтып йөрөүе лә бик ҡурҡыныс,сөнки шахтала эшләгән кешеләргә паек бирелеүен тирә-яҡта бөтәһе лә белә.Шуға күрә тирә-яҡта уғрылар,юл талаусылар ,һуғыштан ҡасып йөрөүсе дезертирҙар, берәҙәктәр осрап тороуын халыҡ бер-береһенә ҡурҡыныс факттар өҫтәп, һөйләп тора.
Анау бер ялда Миңислам шуларҙан саҡ ҡасып тотолдо. Ял етеүгә ике апаһы, арыу ғына икмәк йыйып, малайҙың ауылға ҡайтып килеүен һоранылар, унда шул аҙыҡты бөтә ғаилә дүрт күҙ менән көтөп тора.
Миңислам шатланып риза булды, ауылға ҡайтмағанына ла айҙан ашып киткәйне. Әсәһен,ҡартәсәһен,ике ҡустыһын,иптәштәрен һағынды,тағы...бер кеше көтә уны.Был турала ул үҙе генә белә, бер кемгә лә эс серен сискәне юҡ.Хатта иң яҡын дуҫы Кинйәбай ҙа был хаҡта белмәй.Сменаһы тамамланғас,Миңислам яулыҡҡа төрөлгән ризыҡтарҙы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ауыл яғына ыңғайланы.Шахта урынлашҡан ябыҡ майҙандан сыҡҡас,кескәй бер йылға ярында туҡтап,ике кәҫте ситкә алып ҡуйҙы, үҙенең йәшереп ҡуйған ҡоралын алып,кәзә бәрәсе кеүек ҡыуанып, һикерә-һикерә ауыл яғына сапты. Малай,ошо шахтаға эшкә килгәс,юл йөрөйәсәген алдан уйлап,йәш ҡайынды юнып,осона ҡаҙаҡ ҡағып,һөңгө кеүек бер ҡорал әтмәләп алғайны.Эт-ҡоштан һаҡланыу ,бигерәк тә үҙеңде әҙерәк булһа ла яҡлау өсөн ҡулай булды, төйөнсөгөн элергә лә уңайлы . Үҙен яҡлаулы,ышаныслы ла тоя ябай ғына ҡоралы менән.Бөгөн дә ярты юлды бер ҡыйынлыҡһыҙ йүгереп үтте,эңер төшкәнсе тәрән йырынды аша сығып өлгөрәһе генә ҡалды.Кискә ауылға ҡайтып йоҡлап,иртәгеһенә төшкә икенсе сменаға килеп етергә кәрәк.
Әллә ниндәй уйҙарға батып ,шәп атлаусы малайҙың ҡолағына бер мәл ҡыйҡыулаған тауыштар салынды.Ни күрһен,уның юлына арҡыры өс дөйә саба.Йөрәге жыу итеп ҡалды Миңисламдың.Уның ошо тирәлә юл баҫып йөрөүсе ҡаҙаҡтар тураһында ишеткәне бар ине, был кешеләрҙең тап ана шулар булыуына тамсы ла шиге ҡалманы.
Ысын донъяла ятҡан ҡартатаһы бер тарих һөйләгәне уның ҡылт итеп иҫенә төштө.Хажғәли ҡарт үҙенең нисек итеп ҡаҙаҡ сапҡынсыларынан ҡотолоуы тураһында бәйән иткәйне.
-Гел тауҙың үренә,бейеккә,ҡаяға үрмәләнем,дөйәләр ҡая ташҡа менә алмай,шулай ҡасып ҡотолдом!
Миңислам ,тигеҙ ерҙә юлбаҫарҙарҙың ҡыуып етерен аңлағас,ҡырҡа ғына боролдо ла тауға табан йүгерҙе.Йәйәүлегә янсыҡ та ауыр,тигәндәй,йөгө баҫа,маңлайҙан бәреп сыҡҡан тир күҙҙәрҙе әсеттерә.Тик ул һаман таштан-ташҡа тотоноп,бейеккә үрмәләй,һуйырташҡа бәрелеп,төртөлөп,киҫелеп бөткән аяҡтарының һыҙлауын да тоймай.
Малай тауҙың иң бейек түбәһенә менеп етте лә,ҡая ташҡа баҫып,тирә-яҡҡа күҙ һалды. Ана тыуған ауылы ус төбөндә генә кеүек күренә.Ике тау араһында иркәләнеп кенә әсәһе ҡосағында ятҡан сабый кеүек ул.Атай кеүек сабыр,олпат тауҙар уны буран-дауылдарҙан ышыҡлай.Шул тауҙарҙа үҫкән талғыр,әтнәкәс йыуалары яҙ башынан көҙгә тиклем ас балаларҙың тәмләп ашаған ризығы.Бала-саға туғайҙан балтырған, һарына, ҡуҙғалаҡ йыйып та ҡыуана. Йәй көнө бар халыҡҡа ла еңелерәк,июнь аҙағына ер еләге ҡыҙара башлай,шунан тау сейәһе бешә,муйыл өлгөрә.Унан балан,энәлек,әлморон ашарлыҡ була.
Малай ,артына әйләнеп,тау итәгенә күҙ һалды:ҡаҙаҡтар ҡыуып етә алмаҫтарын аңлағас,дөйә өҫтөндә ултырған килеш ҡамсыларын һелтәп ,үҙ телдәрендә ниҙер ҡысҡырҙылар-ҡысҡырҙылар ҙа,кире боролоп ,юлдарын дауам иттеләр. Таҫыллығы, сослоғо Миңисламды бәләнән ҡотҡарҙы.Бәлки, Хажғәли ҡартатаһы үлемдән йолоп алып ҡалғандыр,ҡапыл ғына уның һөйләгәне иҫенә төштө бит.Тимәк , ҡартатаһы уны һаман бәпләй,ҡурсалай.Ә юлбаҫарҙар ҡыуып етеп,тотоп алһалар,уларҙың ни ҡыланырын кем белә?Ун дүрт йәшлек үҫмер анау хәтлем әҙәмдәргә ҡаршы тора аламы инде?
Эңер төшөүгә ул хәлдән тайып ,арып-талып ,өйгә ҡайтып инде.Улының ҡанһыраған аяҡтарын, ойпаланып тиргә ҡатҡан сәстәрен,битенән юлаҡ-юлаҡ булып ағып төшкән бысраҡты күреп ,әсәһе илап ебәрҙе.
Миңислам үҙен баҫтырған әҙәмдәр тураһында һөйләгәс,Әсмә апай таҡмаҡлап-таҡмаҡлап:
-Был Гитлер яуызды аяғынан аҫып ҡына ҡуйһаң да халыҡтың үсе ҡанмаҫ!Йә,ун дүрт йәшлек балаң ғаиләһен аҫрайым,тип ғүмерен ҡыл аҫтына ҡуйып йөрөһөнсө.Атайың йә ағайың өйҙә булһа бер нужа күрмәй генә йәшәр инек тә бит! Исмаһам ,ҡартатайың тағы бер аҙ йәшәмәне... -,тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
–Абау,өмөтһөҙҙәр,баламдың ҡотон алған бит,уғрылар. Изге фәрештәләрең ярҙам ҡулы һуҙғандыр,балаҡайым,Хызыр Ильяс ярҙам иткәндер! -Өләсәһе лә ейәненең иҫән ҡалыу шатлығынан изге доғаларын уҡырға кереште.
Ни хәл итәһең,ҡанһыҙ һуғыш яланында йөрөгән һалдаттың алдында бер дошман-фашист. Кем алдан атып,сәнсеп өлгөрә,шул -еңеүсе.Артта арҡаңды ҡуйыр ышаныслы дуҫтарың, ҡулыңда ҡоралың бар.
Ә тылда әлһерәгән ,арыған кешене нисә дошман ҡарауыллап тора : аслыҡ, яланғаслыҡ, сир-зәхмәт... һәм юлбаҫарҙар.
***
Юлдан арып-талып,әлһерәп ҡайтҡан Миңислам эҫе мунсала мәтрүшкәле миңдек менән сабынып, сәй эсеп алғас, иптәштәрен...һәм һөйгәнен күреү өсөн гармунын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, киске уйынға сығып та йүгерҙе.
-Оҙаҡ йөрөмә,балаҡайым, таң менән юлға икәнлекте онотма,иртәнсәк тора алмаҫһың,-тип ҡысҡырып ҡалды Әсмә улы артынан.-Эй,йәшлек!..
Бер тотам ғына йәйге төндә йәшлектең ниндәй эше бар?Мөхәббәт ауыр һуғыш,яланғаслыҡ,аслыҡҡа баш эйә буламы?Уның үҙ ҡанундары,үҙ юлы!
Бер генә күҙ менән булһа ла Зөһрәне күреп ҡалырға,уға тип инселәнгән яулыҡты тапшырырға кәрәк Миңисламға.
Ауыл ситендәге йәштәр йыйыла торған туғайға осоп барып етте ул.Бында үҫмер малайҙар ,кейәүгә сығыр йәштәре еткән ҡыҙҙар,бер-ике тол ҡатын да күренә.Йәштәр “Йөҙөк һалыш”,”Һуҡыр тәкә”,”Золотой-ритирам”уйнап, ҡапма-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеп алдылар.Шунан түңәрәк тирәләп баҫып,”Ҡул күреш” уйнарға керештеләр.Ә Миңисламдың ҡулында гармун күргәс,ҡыҙҙарҙың күңелдәре бермә-бер күтәрелде,егет уларҙың күңелен тағы ла күтәрергә теләп,дәртле бейеү көйөн һуҙып ебәрҙе.Сәстәрен икенән үреп төшөргән,зифа буйлы,ҡарлуғас ҡашлы,уймаҡ ҡына иренле Зөһрә бейеп төшөп китте.Аяҡтарына күҙ эйәрмәй.Ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтергә кереште:
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Зөһ(ө)рә.
Күңелдәремә оҡшайһың
Сәскәйҙәрең бөҙ(ө)рә.
Бөтәһе бергә көйҙө күтәреп алды.
Әллә-рилә,рәлилә,әллә-рилә-рәлилә.
Ҡыҙҙар,көй әрәм булмаһын тип, парлашып бейергә тотондолар.Шунан гармунға ҡушылып, йырлашып алдылар.Тик йыр тамамланыуға фронтта яҡындарын юғалтҡандарҙың ҡосаҡлашып илашҡанын күргән Миңислам, гармунын ҡуйып,ситтәрәк баҫып торған Зөһрә эргәһенә килде.Башҡаларға һиҙҙермәй генә ҡыҙҙың усына яулыҡ тотторҙо. Егеттең ҡулына сәскә сигелгән ҡулъяулыҡ инеп ятты.
Кемдеңдер үҙенә текләп ҡарағанын һиҙемләгән егет,тирә-яғына күҙ һалды. Түңәрәктең ситендә уйсан ғына йылмайып баҫып торған уҡытыусы Зәйнәпте шәйләне.
Енәйәт өҫтөндә тотолғандай,уңайһыҙланып киткән ҡыҙ ғашиҡтар яғына ыңғайланы.
-Миңислам! Нурислам ағайыңдан хат киләме?
-Килә ине,Зәйнәп апай!Әле был арала нишләптер хаттары туҡтап тора.
-Хат яҙһаң,минән сәләм күндер,йәме!
-Ярай!
-Ҡарап торам ,торам да һин шул тиклем ағайыңа оҡшағанһың икән,шул уҡ ҡараш,бөҙрә сәстәр,хатта йылмайыуың да уныҡы кеүек.
-Бер туғанбыҙ бит,Зәйнәп апай, оҡшашлыҡ барҙыр инде.Кемдәрҙер мине әсәйемә оҡшағанһың, тигән булалар ,имеш,ағайым-ҡарттайыма тартҡан.Бер Ыласыновтар тоҡомо бит!-тип йылмайҙы Миңислам.
***
Бәләкәй саҡтан бер-береһен белеп,бергә уйнап үҫкән,хатта Нурисламға биш йәштәр самаһында “кейәүгә сыға “яҙғанын иҫенә төшөрөп,Зәйнәп хәтирәләргә сумды.Егетте үҙен белә- белгәндән алып оҡшатып йөрөнө ул.Нурислам да, ҡустыһы Миңислам кеүек, оҫта гармунсы булып танылды.Зәйнәп һөйгәненә күп ҡыҙҙарҙың күҙе төшөп йөрөгәнен дә һиҙемләй,ләкин егеттең йөрәге тик берәүҙе күргәндә генә ситлегенә һыя алмай тулағанын йөрәге менән тоя ине.Киске уйындарҙа Зәйнәп гармун көйөнә бейеп төшөп киткәндә,күҙҙәрен алалмай , һоҡланып ҡарай. Берәй егет ишараты ҡыҙҙы бейергә саҡырһа, гармунын туҡтата һала,имеш ,бармаҡтарына ял бирә.
Еңгәләре аша Нурисламдың ғаиләһе көҙгә яусы ебәрергә теләүҙәре тураһында хәбәр сала-сарпы ишетелеп ҡалғайны.Унан яҙғы һабантуйында ла осрашыуға ла өмөт итеп йөрөгәйне Зәйнәп,әммә еткән ҡыҙын әсәһе күҙ уңынан ысҡындырманы. Атаһының “ҡыҙҙарҙы ҡырҡ урындан тыйырға кәрәк”тигәнен бер бөртөк ағаһы ла хәтеренә һалып ҡуйған,һеңлеһен ҡарауыллап ҡына йөрөнө.
Ғашиҡтар бер-береһенә йыраҡтан ғына мәғәнәле ҡараш ташланылар,унда ла Зәйнәп уңайһыҙланып , керпектәрен тиҙерәк ергә төбәне.
Унан Нурисламға яуға саҡырып ҡағыҙ килде...Ике көндән военкоматҡа барып етергә.Шул кисте йәштәр уйында осрашты. Белдермәҫкә тырышһа ла Нурисламдың күңеле әллә ҡайҙа ынтылды,бәләкәй сағынан оҡшатып йөрөгән Зәйнәп бына эргәлә,ҡул һуҙымы ерҙә генә.Нисек уны иптәш ҡыҙҙарынан айырып һөйләшергә, аңлашырға? Шул саҡ йәштәрҙән кемдер берәү Балҡантауға менергә тәҡдим итте.Ә йәштәргә бер ым,ишара етә ҡалды.Кемдәрҙер етәкләшеп,берәүҙәр йәнәшә атлап һөйләшеп,көлөшөп тауға үрмәләнеләр.Нурислам үҙе лә һиҙмәҫтән Зәйнәп эргәһенә барып етте,шул саҡ ҡыҙыҡай, аяғы тайып,саҡ артҡа йығылып китмәне,табан аҫтында үлән генә ыңғырашты.Егет ҡыҙҙың ҡулынан тотоп алды ла башҡа ысҡындырманы. Бына барыһы ла гөрләшеп Балҡантау башында баҫып торалар.Тау башынан йондоҙҙар тағы ла яҡтыраҡ, сағыуыраҡ күренә.Бер тотам ғына йәйге төн үтеп тә бара,офоҡта һыҙылып ҡына яҡтылыҡ төҫмөрләнә.Бер тына бейеп,йырлашып алғас,йәштәр берәм-берәм таралыша башланы, тау түбәһендә Нурислам менән Зәйнәп кенә тороп ҡалды.Егет төнгө һалҡынданмы, ҡурҡыуҙанмы ҡалтыранған ҡыҙҙы күкрәгенә ҡыҫты.Зәйнәп тә иркәләнеп кенә егеттең ҡосағына һыйынды.Был илаһи минутта Ер шары,гүйә, ғашиҡтарҙың хәлен аңлап, күсәрендә яйлабыраҡ әйләнде,уларҙың яңы ғына бөрөләнгән һөйөү хистәрен үҙенең йылы сәңгелдәгендә иркәләп бәүетте.Ирендәр ҡушылды,ҡайнар мөхәббәт хисе уларҙың баштарын әйләндерҙе,ҡанлы һуғыш та икенсе планға күсте.Мөхәббәт солғанышында тик икеһе генә.Уларҙың һөйөүенә шаһит йондоҙҙар шатланышып күҙ ҡыҫышты,иртәнге шаян ел йәштәрҙең сәсе менән уйнаны,тау битендәге ағаслыҡта һандуғастар һағышланды, йоҡо аралаш өкө уфылдап ҡуйҙы.
-Зәйнәп!Ҡәҙерлем!Балҡантау-ғашиҡтар төйәге. Ҡасандыр ике ғашиҡ йән,Заятүләк менән Һыуһылыу, ошо тауҙа бер-береһенә һөйөү хистәрен сискән,тап беҙ баҫып торған ерҙәрҙә ҡыҙыҡай һөйгәнен тыуған яғына оҙатҡан. Һағыныуҙан зарығып, һарғайған Һыуһылыуы эргәһенә Заятүләк килеп өлгөрмәгән.Уларҙы тап Балҡантау башында ерләгәндәр.Ысынлап шулай,миңә был хаҡта Хажғәли ҡартатайым һөйләне.Бына ошо изге урында ,ғашиҡтар төйәгендә, минең һиңә бер генә һорауым бар. Мине көтөрһөңме ,йәнем?
-Көтөрмөн,Нурислам!Тик һин генә үҙеңде һаҡла!Зинһар өсөн иҫән әйләнеп ҡайт,беҙҙең яҙмыш Заятүләк менән Һыуһылыуҙың аяныслы яҙмышына оҡшай күрмәһен!-Зәйнәп һөйгәненең киң күкрәгенә йәшле күҙҙәрен йәшерҙе.Уларҙың мөхәббәтенә шаһит булған Ай ҙа,ҡамасауламайым тигәндәй, болотҡа инеп юғалды.
...Көттө Зәйнәп,Нурислам поезда китеп барғанда ла ,яу яланынан да бер-нисә хат яҙҙы. Ул өсмөйөшлө хаттарҙы ҡыҙ кеҫәһендә генә йөрөттө,һәр бер һүҙен төн уртаһында уятып һораһалар ҙа ятлап бирә алыр ине,моғайын.Йоҡлағанда мендәр аҫтына һалды,һөйгәненең ҡулдары тейгән ҡағыҙҙы битенә терәне, иҫенә төшкән һайын ҡулына алды. Урамда Нурисламдың әсәһе Әсмәне күрһә,йылы хәбәр ишетергә була,аҙымдарын әкренәйтте.Тик ...Әсмәгә һуңғы арала иренән дә,улынан да хаттар килеүҙән туҡтаны.Әле бына бөгөн Зәйнәптең Миңисламды күргәс,йөрәге жыу итеп ҡалды.Хәс ағаһы!..
Аҡлан ситендә тоҡандырылған усаҡтың алһыу телдәре, тирә-йүнде яҡтыртып, ҡараңғылыҡты артҡа сигендерә.Түңәрәктең ситендә Миңислам , Нурислам ағаһы кеүек башын ҡырын һалып, гармун телдәрен барлай,көй ыңғайына уң аяғын тыпылдатып ултыра.Зөһрә бейергә төшһә,ике бите осонда Нурисламдыҡы кеүек , уймаҡтай ғына соҡор барлыҡҡа килә.Матур йылмайып,ҡыҙҙың бейеүен күҙәтә.
Ике йәш йөрәктең бер-береһенә һөйөү тулы ҡараш ташлағанын һуҡыр ғына күрмәҫ ине.Уларға ҡарап,Нурислам менән икеһенең Балҡантау түбәһендә ҡаршылаған таңды,тәүге тапҡыр һөйгәненең һурып үбеүен,уның мөхәббәт тулы күҙҙәрен иҫенә төшөрөп, күңеле иланы Зәйнәптең.
***
...Үткән йыл бронь менән ҡаңғырып йөрөгән уҡытыусы Закир военкомат тупһаһын тапай торғас,яуға китеп тә барҙы.Уның урынына көсләп тиерлек Зәйнәпте балалар уҡытырға ҡуштылар.
-Уҡый,яҙа беләһең,балалар һине яратыр,эшлә инде,-тигәнгә риза булды ҡыҙ.
Был тәҡдимгә риза булыуының тағы бер бик мөһим сәбәбе бар.Хат ташыусы сатан Ҡыям ағай хеҙмәт армияһына алынғас,ауыл советы секретары уның урынына Зәйнәпте күрһәтте.Ҡыҙҙың икеләнеп тороуын һиҙеп:
-Һуғыш ваҡытында ҡайҙа ҡушалар,шунда бараһың,ҡулыңдан килерҙәй эштән баш тартмайҙар!Кемдер хат ташырға тейеш бит!Тағы кемде ҡушайым?-тип өҫтәне.
Ҡыҙ ҡурҡа-ҡурҡа ғына эш башланы,сөнки хаттарҙы ҡар, буран,ямғыр тип тормай, һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылдың почта бүлексәһенән барып алырға кәрәк.Быныһы бер бәлә булһа,иң үҙәккә үткәне-ҡара ҡағыҙ тапшырыуы булды. Иң беренсе ҡара ҡағыҙ үрге оста йәшәгән Ҡанитә инәйгә килде,оло улының үлем хәбәре ине . Зәйнәп,хатты тотоп, Ҡанитә инәйҙең өйө эргәһенә өс тапҡыр килде,тик ҡапҡа асып инергә баҙнатсылығы етмәне.Ҡыҙының был хәлен әсәһе һиҙеп ҡалды:
-Ул ниндәй хат ул сумкаңда?
-Эй,Ҡанитә инәйгә лә...
-Ҡанитә?!.Ә ниңә ...тапшырмайһың?
-Ни бит.. Ул бит ...
-Ни мыҙылып, хәбәр һөйләй алмай тораң?
-Ул бит... Насип ағайҙың...ҡара ҡағыҙы!..-Зәйнәп сеңләп илап ебәрҙе.-Әсәй!Нисек тапшырайым?Насип ағай...Ҡанитә инәйҙең берҙән-бер улы...
Зарифа ҡыҙының ҡулынан хатты алып, ауылда бөтәһе лә хөрмәт иткән тракторсы Хөсниямалды эйәртеп, икәүләп Ҡанитә инәйҙәргә киттеләр...
Тик ошо көндән башлап Зәйнәптең урам буйлап килгәнен күрһәләр, ҡатындар йүгереп өйҙәренә инеп ҡасыр булды.Ҡыҙ бала өсөн был хәл күтәреп булмаҫлыҡ ҡайғыға әйләнде,ҡара ҡағыҙҙы алып,юл буйына илап ҡайта,тапшыра алмай хәлдән тая,үҙен ғәйепле һанай. Шундай ауыр сағында ҡыҙҙы уҡытыусы итеп мәктәпкә саҡырҙылар,ә батып барыусы һаламға ла йәбешә,ти. Зәйнәп өсөн был эш ана шул батып барыусының һаламға йәбешеүенә тиң ине.
Әлбиттә ,ҙур яуаплылыҡ ятты ҡыҙҙың нескә генә иңдәренә,әммә бөтә ауыл халҡы өсөн – ул хәҙер уҡытыусы,аң-белем таратыусы.Хатта оло апайҙар, олпат инәйҙәр ҙә уға хөрмәт менән ҡарай башланы, балалар ярата,ауылдаштары үҙҙәренең ҡыҙға булған мөнәсәбәтен ҡырҡа үҙгәртте , ҡайһы бер уҡый-яҙа белмәгән ҡатындар, һөрөм еҫе һеңгән өсмөйөшлө хаттарҙы уҡытып,ирҙәренә яуап хаты яҙҙыртып та китә.
Саҡ ун туғыҙ йәше тулып уҙған Зәйнәп һуңғы арала үҙенә- үҙе урын таба алмай.
Нурислам менән бер көндө һуғышҡа алынған атаһы Ғәйзулланан да шул көндән башлап бер хәбәр ҙә юҡ.Ҡайғы бер яңғыҙы йөрөмәй тиҙәр,ана ағаһы Ғәйнулланы ла һалдат хеҙмәтенән ана ҡайта ,бына ҡайта,тип көтөп торғанда,өмөттәр томан кеүек юҡҡа сыҡты.Ни уның ҡош телендәй генә хәбәре юҡ, һыуға төшкән кеүек ғәйеп булды берҙән –бер яҡыны.
Бына бөгөн Нурисламға ныҡ оҡшаған ҡустыһы Миңисламға ҡарап,йөрәге тағы урынынан ҡупты,тауҙай һағыныу хисе йөрәгенә таш булып ятты.Һөйгәненең тауышын бер ишетергә зар-интизар булып,хаттарын да ,үҙен дә тыны менән тартып алырҙай булып,йөрәге тулай.Бөтә матур хыялдары,уй-ниәттәре,аяҙ киләсәге Нурислам исеме менән бәйле .
Йәштәр таң атып килгәндә өйҙәренә таралышты.Ҡояш офоҡтан дилбегә буйы күтәрелгәндә Таштауҙың бейек үренә йүгерә-атлай бер малай менеп бара ине...
***
...Ҡояш ҡайҙа?Яҡтылыҡ юҡ.Тын алырға ла хәле юҡ!Ауыҙында нимә?! Ҡом!..Тупраҡ?!.-Төкөрөп ҡарай,теле аңҡауына йәбешкән .
-Тороп тор,мин ҡәберҙә ятам түгелме?!Мине ...тереләй күмгәндәр!?.
Ауыртмаған ҡулы менән тирә-яғын һәрмәп ҡарай.
-Тупраҡмы ,балсыҡмы?Ә һул яҡта нимә?!Бында ла ...ташлы тупраҡ! Тимәк,үлгәнмен!Мин...ҡәберҙә! Һыуыҡ,ҡалтырата,теше тешкә теймәй шыҡылдай.
Хатта эсенә хәтлем өшөй!Аяҡтарын ҡуҙғатып ҡарай,уларҙы ,гүйә,бүрәнә менән баҫтырып ҡуйғандар.Минең бер үҙемде генә айырым күмделәрме икән?Әллә эргәһендә тағы кәүҙәләр бармы?Ул бит бер нәмә лә шәйләмәй, күрмәй,үлем шулай буламы икән?!... Һуҡырайҙымы?Һаңғырауландымы?
-Тауыштар ҡайҙа,бер тауыш та юҡ!Ҡалай тыныс икән ҡәберҙә!?Атышҡан,шартлаған тауыштар ишетелмәй!Туҡта!Кемдер берәү башына таяҡ менән һуға түгелме? Туҡ!Туҡ!Юҡ,сикәләге тамыры һулҡылдап алды шикелле.
Нурислам башын борорға итә,боролмай.
-Фани доньянан үтеп китеүе ауыр икән! Нишләп бер ағзаһын да ҡуҙғата алмай!
-Нурисла-а-ам!Нурисла-а-ам!Балаҡайы-ы-ым!
Әсәһенең тауышы лаһа!
-Әсәй!Мин бында!Әсәй!Әсәкәйем!
Егет ҡуҙғалырға итте,әммә иҫ киткес көслө ауыртыуҙан тағы иҫен юғалтты.
Кемдер биттәрен һыйпай?Әсәһенең ҡулдары бит!
-Әсәй,нишләп һинән дарыу еҫе килә?Һинең йомшаҡ,наҙлы ҡулдарыңдан тәмле икмәк еҫе килә торғайны бит...
-Әллә һин әсәйем сүрәтендәге фәрештәме?Тимәк, мин ожмахта!Бындай зәңгәр күҙҙәр тик фәрештәләрҙә генә булалыр!
Нурислам бер аңына килде,ысынбарлыҡҡа ҡайтты,бер иҫтән яҙҙы.
Ул уянып киткәндә ап-аҡ палатала ята ине.Ҡаты яралылар ыңғыраша,кемдер һаташа,берәү һыу һорай,берәү медсестранан укол һалыуын үтенә,кемдер тештәрен шығырҙатып, тоҙло-боросло һүҙҙәр менән Гитлерҙың, уның ете быуын ата-бабаһының, һалдаттарының тетмәкәйен тетә.Тынсыу бүлмәлә күкрәк тултырып тын да алып булмай,ҡан ,дарыу еҫенән уҡшыта. Нурисламдың яраһы ауыр: көслө контузия алғандан һуң, берсә башҡа тимер биҙрә кейҙереп,уға таяҡ менән һуҡҡан кеүек тойола,берсә башы сатнап ауыртыуға күҙ алдары ҡараңғылана .Баш тиреһе шартлар кеүек,көслө ауыртыу сикәнән башлана ла түбә аша үтеп, ике ҡолаҡҡа барып тоташа.Һөйәктәре серпәкләнгән ҡулы шешкән,бармаҡтары эсенә һыу тултырған кеүек тарбайып тора.Ул ҡулды ҡайҙа,нисек ҡуйһаң да йөрәккә етеп әрнеүе, һыҙлауы,һулҡылдауы баҫылмай. Күп ҡан юғалтҡанлыҡтан,күрәһең, хәл юҡ,күҙҙәрҙе асып ҡарау ҙа оло ҡара эш кеүек.Оҙаҡ ваҡыт ауыр тупраҡ аҫтында ятып,күкрәк ситлеге ҡыҫылған,ҡабырғалар ,тын алған һайын ,үпкәне тишеп инеп барған кеүек тойола. Ауыртыуҙы баҫыу өсөн еңел генә, өҫтән-мөҫтән генә тын алырға кәрәк...
Нурислам аңына килгәс,үҙенең нисек итеп госпиталгә эләгеүен оҙаҡ ҡына хәтерләй алманы.Шунан яйлап-яйлап фашистар менән һуңғы алыш кино кадрҙары кеүек берәм-берәм күҙ алдынан йүгереп уҙҙы.Минометсылар ул көндө әллә нисә тапҡыр фашистарҙың атакаһын кире ҡаҡты.Иптәштәренең ҡайһылары яраланды,ҡайһылары , ярҙам ваҡытында килеп етмәгәнлектән, ауыр яраларынан ҡанһырап үлделәр... Миномет расчетында ул бер үҙе ҡалды,һуңғы снарядҡа тиклем атыуҙан туҡтаманы.Шунан ...эргәлә генә снаряд шартлағанын күрҙе,ниндәйҙер көс уны туҙанлы күккә сойорғотто ла, көс менән ергә атып бәрҙе.Ул иҫен юғалтты...
Атака туҡтағас,тәүҙә яралыларҙы йыйып, госпиталгә оҙатҡандар.Шунан улар артынан мәрхүмдәрҙе йыйыу һәм ерләү командаһы сыҡҡан.
Нурисламдың тупраҡ өйөмөнән сығып торған аяғын санитар күреп, соҡоп алған.Йән араһына ингән ул фәрештә,үлемдән ҡотҡарған.
Егеттең хәле ун көн самаһы үлем менән йәшәү араһында булды.Нурислам берсә иҫеңде юғалтырлыҡ ауыртыуҙан аңына килде, берсә ап-аҡ күгәрсенгә әүерелеп, зәп-зәңгәр һауаларҙы иңләп осто.Кеше күҙе күрмәгән гүзәл сәскәләр үҫкән яланда тағы бер аҡ күгәрсен менән икәүләп сыңғырҙатып көлә-көлә ,өйөрөлөп-өйөрөлөп осто улар.Сылтырап аҡҡан йылға буйына ап-аҡтан кейенгән кешеләр араһына барып сыҡтылар. Күгәрсен кейемен һалып ташлап,әҙәм затына әүерелделәр. Ә мең төрлө күҙҙең яуын алып торған сәскәле яландағы барлыҡ кешеләрҙең дә йөҙө шат,улар шундай бәхетле. Тирә-яҡта Нурислам үҙ ғүмерендә лә ишетмәгән һәм күрмәгән ҡоштар тауышы күңелдәрҙе иркәләй.Шундай матур көй яңғырай,ул көй ыңғайына берсә ҡысҡырып көлгө,берсә илағы килә.Бәй,быныһы Хажғәли ҡартатаһы бит!
-Ҡартатай!Ҡартатай! Һин ҡайҙан килеп сыҡтың бында?
-Улым,мин хәҙер ошо ерҙә торам!
-Өләсәйем,әсәйем менән атайым да һинең менәнме?
-Юҡ!Атайың әле килеп етмәне, тиҙҙән килергә тейеш, ә әсәйең менән өләсәйеңә әле бында килергә иртәрәк.
-Мин бит килдем һинең эргәңә,бына бит ниндәй хозур урын! Мин һинең менән бергә ҡалам ,ҡартатай!
-Юҡ,ҡолонсағым,һиңә әле бында ҡалырға ярамай!Ерҙә һинең эшләнмәгән эштәрең , бурыстарың күп.
-Миңә һинең эргәңдә шул тиклем рәхәт,ҡартатай!Тыныс,бер ниндәй ҙә атыш,үлем,ҡан юҡ.
-Бар ,улым,кире ҡайт,ана һине парың көтөп тора!Күгәрсен туныңды кей,ос,күккә күтәрел!
Ҡапыл ҡартатаһы һәм башҡа кешеләр ап-аҡ томан эсенә инеп юғалды.
-Ас күҙеңде,һалдат,уян!
Эй ,уяныуы шул тиклем ауыр.Бөтә тәне боҙ кеүек, өшөй,ҡалтырай.
Матур төшмө,әллә ысынбарлыҡмы?Төш тиһәң,Хажғәли ҡартатаһының тауышын айырым-асыҡ ишетте, өн тиһәң,осоу түгел,бармаҡтарын да ҡуҙғата алмай,кеше көнлө.Нурислам тағы аңын юғалтты...
Бына ул ниндәйҙер оҙон торба эсенән оса.Йыраҡта,күҙ күреме алыҫлыҡта, энә күҙәүендәй генә яҡтылыҡ сағыла.Ул яҡтылыҡ үҙенә әйҙәй,саҡыра.Ә Нурислам шул тиклем ҙур тиҙлек менән менән алға табан елә.Егет хатта кәүҙә ауырлығын тоймай,әйтерһең, ул бер үтәнән-үтә күренеп торған ҡанатлы күбәләк, ҡулдарын да,аяҡтарын да күрмәй.Хатта тын да алмай. Бына инде яҡтылыҡ асығыраҡ, сағыуыраҡ була бара,күҙҙәрҙе асырға ла мөмкинселек юҡ. Егеткә,гүйә,бер түгел ике сағыу ҡояш ялтырай!Ул атылып, торба ауыҙынан сығып,күккә аша...
Шул саҡ эргәлә генә яңғыраған атыу,ҡысҡырыу,ыңғырашыу тауыштарынан тағы аңына килде.
Нурислам эргәһенә йүгереп килгән күк йөҙөләй зәңгәр күҙле санитарка ҡулдарынан тартып,урынынан торғоҙорға кереште.Үҙе илай,үҙе егетте өгөтләй:
-Тор инде ,зинһар,баҫ аяғыңа!Атып үлтерерҙәр үҙеңде!Миңә тотон!Башыңды күтәр!
Бер ни аңламаған Нурислам, уның һүҙҙәрен тыңлап, аяғүрә баҫты.Шул мәл үҙ телдәрендә лаулашып, Нурислам ятҡан палатаға баштан аяҡ ҡоралланған фашист һалдаттары килеп инде.
Урындарынан ҡуҙғала алмаған ауыр яралыларҙы карауатта ятҡан килеш атып сыҡтылар ҙа ҡалғандарҙы ишек алдына сығарып теҙҙеләр.
Аяҡтарының хәле бөткән Нурислам, төпһөҙ күктәй зәңгәр күҙле санитарканың нескә генә яурынына таянып, көс-хәл менән бәүелә-бәүелә булһа ла ,башҡалар ыңғайына баҫып тора.Еп өҙөрлөк тә хәле юҡ,ер менән күк бер булып күҙ алдында өйөрөлә: берсә ҡояшлы зәңгәр күкте шәйләй, аңына килә ,берсә төпһөҙ ҡараңғы упҡынға оса.Немец офицерының тауышы тимер мискә эсенән ишетелгән кеүек ,әллә ҡайҙан алыҫтан килә. Ана ҡолайым, бына ҡолайым тип торғанда әсирҙәрҙең бөтәһен бергә госпиталдең келәтенә индереп яптылар.
***
Нурислам Украинаға, Киев ҡалаһының төньяҡ –көнбайышында урынлашҡан Заксенхаузен концентрацион лагерының филиалы булараҡ асылған Сырец концлагерына барып эләкте.Лагерь бер-нисә километрға һуҙылған өс рәт тимерсыбыҡ ҡойма менән уратып алынған.Ҡойманың беренсе һәм өсөнсө ҡаты өс метр бейеклегендә сәнскеле сымдан тора,ә икенсе рәтенән юғары вольтлы электр тогы үтә.Лагерҙың буйынан буйына вышкалар,уҫал овчаркалар, ҡарауыл .Лагерь эсендә ун алты землянка,ун бишенең һәр береһендә меңәр ярым әсир,ун алтынсыһы, йәнәһе, ”госпиталь”.Ләкин лагерҙың коменданты штурмбаннфюрер фон-Радомски һәм уның урынбаҫары “Ерән” ҡушаматлы шакал әйтмешләй :“Урыҫтың ауырырға хоҡуғы ла , хаҡы ла юҡ!”
Лагерға килеп ингәндә үк ике яҡлап теҙелгән немец һалдаттары бер-береһе менән ярышып,һәр бер әсиргә йыуан таяҡ менән ҡундырып өлгөрөргә тырышты.Әсирҙәрҙең өҫтөндәге матурыраҡ кейем-һалымды –итек,шинелде систереп алғас,йүгерергә ҡуштылар,әсирҙәр ауа-түнә алға ынтылды,уларҙың артынан-һеләгәйҙәрен ағыҙып,эттәр ташланды.Рус телен боҙа-боҙа “Ят!”, ”Тор!”, ”Кругом!”, тағы,тағы “Ят!”,”Тор!”,”Кругом!” командаһы яңғыраны.Өлгөрә алмағандарҙың өҫтөнә туҡмаҡтар яуҙы,яуыз эттәрҙең үткер теше тәндәренә батты.Шунан :”Гусиным шагом вперед!”-тигән команда яңғыраны.Әйткәнде абайламай ҡарап торған һалдаттар тағы таяҡтар ямғыры аҫтында ҡалды. Шунан “балыҡ аҙымы”эшләргә тигән бойороҡ яңғыраны-ергә ятырға,ике ҡулды арҡаға йоҙаҡлап тотоп,яурындар,күкрәк , тубыҡ менән этенеп алға шыуышырға.Һәндерәләргә барып еткәндә әсирҙәрҙең еп өҙөрлөк тә хәле юҡ ине инде. Землянкала көндөҙ ҡояш ҡыҙҙырғанда,эҫелә тын алып булмай, кистәрен , күп ҡан юғалтҡанғалыр күрәһең,тештәр тешкә теймәй ҡалтырата.Ваҡыт яйлап ҡына көҙгә ауышты,бер туҡтауһыҙ ямғыр яуа,ҡыйыҡтың бөтә еренән һыу тама башланы.Тәүҙә һыу юҡлыҡтан сарсап этләнһәләр,туҡтауһыҙ ҡойма ямғырҙар башланғас,өшөү үҙәккә үтте.
Көндөҙ фашистар уларҙы һарыҡтарҙы көтөүгә ҡыуып сығарған кеүек тимер сым менән уратып алынған ишек алдына сығара,һыуыҡтан ,ямғырҙан,әсе елдән һаҡланырлыҡ, ышыҡланырлыҡ бер урын да юҡ.Шунан мыҫҡыл итеп, әсирҙәргә эткә ташлаған кеүек мөнйөлгән һөйәк,икмәк киҫәге ырғыталар. Ас һалдаттар шул ризыҡтарҙы алыу өсөн көрмәкләшә, өймәкләшеп һуғыша.Немецтар һаһылдап көлөшөп,цирк ҡараған кеүек, аяҡтарын киреп баҫып,уларҙың ҡыланышын кинәнеп күҙәтәләр. Шунан бер телем икмәк өсөн бәндәләр эт булып та өрә,маймыл булып та ҡылана.Лауылдап торған овчаркаларҙан талатыу-уларҙың иң яратҡан шөғөлө.Хәле бөткән әсир йүгерә лә,ҡаса ла алмай. Эттәр уларҙы рәхәтләнеп өҙгөләй, сәйнәй, йолҡа. Ауыҙы ҡанға тейгән эт ни ҡыланғанын да белмәй!Шул ҡанһыҙлыҡты ҡалғандар ҡарап тора,иртәгеһе көндө кемдеңдер яҙмышы тағы ла ошолай язалауға дусар буласағын бөтәһе лә яҡшы аңлай.
Әсирҙәр ергә ятып йоҡлай,шул уҡ урында бөтә хәжәттәрен атҡара.Әсе һыҡра ,нәжес еҫенә сыҙап ҡына торорлоҡ түгел.Түҙгәс,барыһына ла түҙә икән әҙәм балаһы.
Лагерҙа бер минут буш ваҡыт юҡ.Иртән яҡтыра башланғандан алып,ҡара кискә тиклем эш.Ә эш шунан тора:ағастарҙы тамырынан аҡтарып алырға,шунан сыҡҡан тупраҡты носилкалар менән ташып ,юлға түгергә.Йөктө баҫып-баҫып тейәйҙәр,күтәрә алмаһаң,арҡаңа йә башыңа көрәк,таяҡ,лом эләгә.Түгелгән тупраҡты тигеҙләй торған ҡулайлама ла бер-ике тонна тарта.Уны тыныс хеҙмәттә тракторҙар этеп,йә тартып йөрөтә.Ә бында ун ике әсир егелә һәм...аңын юғалтҡансы тарта.Был хәлде комендант Пауль Радомски үҙе күҙәтә,ярандары менән ихахайлап көлә,күңел аса.Был “шаярыу”,ғәҙәттә,өс-дүрт кешенең туҡмап үлтерелеүе менән тамамлана.
Төшкө ашҡа хәтлем комендант ваҡытын шулай үткәрһә,шунан тамағын туйҙырып, кәйефен күтәрерҙәй миҡдарҙа“шнапс” һалып алып,төштән һуң яңынан –яңы экзекуция төрҙәрен уйлап сығара: тамырынан йолҡоноп алынырға етешкән бейек ағастың башына ҡулына арҡан тотоп бер әсир үрмәләй.Арҡандың осо ағастың башына бәйләнә,ә ун биш –егерме кеше уны түбән тарта.Ағас ҡолай,ә әсир үлемесле яралана,шунан уны аяҡтарынан һөйрәп,соҡорға алып барып ташлайҙар.Хатта ул иҫән булһа ла ярҙам күрһәтеү ярамай.Бының өсөн һәр бер кешене тағы ла ҡурҡынысыраҡ яза көтә.
Туҡмау ,язалау өсөн махсус станок эшләнгән.Тәүҙә әсирҙе сисендерәләр, станокка ҡуша бәйләйҙәр.Радомски үҙе әсирҙе эш ваҡытында тәмәке тоҡандырыуҙа, туҡтап тороуҙа,хужалар алдында баш кейемен һалмауҙа ғәйепләй һәм йөҙ тапҡыр таяҡ менән һуғырға яза сығара.Шнапс эсеп ҡыҙарып ҡына йөрөгән палачтың бите буҙара,үҙе ҡысҡыра,үкерә:”Фестер!Нығыраҡ!”-тип аҡырына. Туҡмауҙың яртыһында әсир йән бирә,шунан уны икенсеһе алмаштыра.Иртәнге ,киске иҫәп алыу ваҡытында ла ун-ун биш кешенең йәне ҡыйыла. Ысынында, “үлем машинаһы”тип атарға мөмкин ине был концлагерҙы.
Ашау барлы-юҡлы ғына ,бер тәүлеккә- ярты литр баланда,йәки көйгән арыш өҫтөнә һалҡын һыу һалынған шыйыҡса ,октябрь аҙағына ҡарабойҙай онон һыу менән бутап бирә башланылар.Нурисламдың өҫтөндәге кейем –һалым тетелеп бөттө.Унан башҡа... тағы бер бәлә яуҙы әсирҙәр өҫтөнә.Ул да булһа –бет.Былай ҙа йонсоу,хәлдән тайған кешеләрҙе ул хәшәрәттәр йонсота.Кейемде сисеп ергә ҡуйһаң,ул үҙенән үҙе “ҡуҙғалып” китә. Тәүге ҡар яуғас,кейем-һалымдың ҡушып тегелгән ерҙәренән-йөйҙәренән бетте услап-услап ҡарға ырғыта әсирҙәр,улары тағы тере йән,йылы эҙләп,яңы ҡорбанын ҡарауыллай..Ә инде мөмкинселек сығып,ут яғыу бәхете тейһә,кейемде ут өҫтөндә тотһаң,беттәр сырт-сырт килеп яналар.Әсирҙәрҙең күбеһенең тәне,баштары ҡутырлап бөттө.Тере килеш серей башланы һалдаттар. Ҡутырҙың эсен аҡтарып ҡараһаң - бет мыжғып тора, сей яраларҙан таралған еҫ уҡшыта.Бысраҡ йәшәү урындары инфекцион ауырыуҙар барлыҡҡа килеү өсөн уңайлы мөхит булдырҙы,әсирҙәр араһында тиф,дизентерия менән ауырыусылар күбәйҙе,тәүлегенә өс йөҙ самаһы кеше аслыҡтан,туҡмалыуҙарҙан,ауырыуҙарҙан таңғы йоҡонан уянманы.
Нурисламдың бәхетенәме ,бәхетһеҙлегәнәме шундай ауыр мәлдә яҙмыш уны Валентина менән осраштырҙы . Фашистар яҡын-тирәләге ауылдарҙан ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып,ер соҡорға,кер йыуырға,төрлө эштәр башҡарырға ҡуша. Шуларҙың араһында һуғыш башланғансы медицина техникумының икенсе курсын ғына тамамлап өлгөргән ,ваҡытында, әсәһе түшәктә ятҡанлыҡтан, тылға эвакуацияланыусыларҙы алып киткән поезға һуңлаған Валентина исемле украин ҡыҙы ла бар ине.
***
1941 йылдың 22 июнь таңында Украина ССР-ы немец авиацияһының көслө һөжүменә дусар ителде. Дошман етеп килеүе билдәле булғас,Валентинаның әсәһе Калерия хафаланыуҙан йөрәген тотоп йығылды, ярты кәүҙәһе йөрөмәҫ булды,шунан бөтөнләй аяҡтан яҙҙы,телдән ҡалды,бер аҙна тирәһе йотом һыу ҙа ҡаба алмай түшәктә ятып,баҡыйлыҡҡа күсте. Әсәһенең бер туған һеңлеһе Ганна кескәй ҡыҙын ҡосаҡлап,улын етәкләп,ҙур булмаған төйөнсөгөн ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, Валяларға ахмайылға төшөп,йүгереп килеп инде.
-Нишләп ултыраһың?Әйҙә,йыйын,юлға сығабыҙ!Тиҙҙән бында фашистар килеп етәсәк!
Әсәһенең баш осонда илап ултырған ҡыҙ башын күтәрҙе.
-Юҡ!Әсәйемде ерләмәйенсә бер ҡайҙа ла китмәйем!
-Апайыма инде бер нимә менән дә ярҙам итеп булмай,Валя!Әйҙә,йыйын,аҙаҡҡы поезд станциянан ҡуҙғала !
-Юҡ!Мин әле үк юлға сыға алмайым!Нисек ҡәҙерлемде ташлап китәйем?Эттәр һөйрәп йөрөһөнмө ,еҫләнеп өйҙә ятһынмы?
-Улай булғас,Валя,мин йүгерәм!Фашистар килһә,беҙгә аяу булмаясаҡ!Мин балаларымдың ғүмерен һаҡларға тейешмен. Еҙнәйең Богдандың ҡыҙыл командир,етмәһә коммунист икәнен белһәләр,иң беренсе беҙҙе стенаға терәп атасаҡтар!Миңә Олеся менән Ярославтың ғүмере ҡәҙерлерәк!
Ганна ҡыҙын карауатҡа һалды ла иҙән уртаһында торған табутҡа яҡынланы. Апаһының маңлайынан үбеп хушлашты,әйләнеп Валентинаны ҡосаҡланы.
-Йә ярай,ғәйепләп ҡалмағыҙ!Апайымдың ятҡан урыны йомшаҡ ,ҡараңғы гүре яҡты булһын!Ә һин,Валя,оҙаҡлама,юлға сыҡ!Күп әйбер төйнәмә,яңғыҙ башыңа нисек тә ярай ул!Минең кеүек бала күтәреп йөрөмәйһең!Йә,юлға сығыр алдынан ултырып алайыҡ та!
Ганна ,ашығып,карауат ситенә сүгәләне,унан ҡабаланып өй эсенә күҙ йүгертте лә мөйөштә торған иконаға ҡарап, ауыҙ эсенән ниҙер бышылдап ,суҡынырға кереште. -Ярай,Аллаға тапшырҙыҡ.
Ганна ниҙер иҫенә төшөп,тағы һеңлеһенә боролдо:
-Күрше Христина әбей ҙә өйөн ташлап бер ҡайҙа ла китмәйем ,ти.”Ашарын ашағанмын,йәшәрен йәшәгәнмен”-,тип ултыра.Бер үҙең мәйет эргәһендә ултырырға ҡурҡһаң,уны алып ин. Степан бабай менән Кузьма бабай ҙа ҡәбер ҡаҙышырға ярҙам итерҙәр...
Нисек шәп итеп ингән булһа,шул тиклем тиҙлек менән Ганна ҡыҙсығын ,төйөнсөгөн күтәреп,битенән аҡҡан йәшен һөртөргә лә форсат тапмай сығып йүгерҙе.Улар артынан,апаһына моңһоу ҡараш ташлап, Ярослав ишеккә ыңғайланы.
Валентина үкереп илап,әсәһенең өҫтөнә йығылды. Атаһын ҡыҙ саҡ-саҡ ҡына хәтерләй,Валя бәләкәй саҡта балыҡҡа сығып киткән ерҙән кире өйөнә ҡайтманы. Тик берәй аҙнанан ғына уның күбенеп бөткән кәүҙәһен өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы ауыл эргәһендә табып алдылар.Тулҡын ярға сығарып ташлағайны.Валя шулай йәшләй генә атайһыҙ ҡалды.Башҡа балалар аталарына иркәләнгәндә ,ул ата йылыһы күрмәй үҫте. Әсәһе менән икәүләп донъя көттөләр ,үҙҙәренә күрә мал-монаяттары булды,бер һыйырҙы әсәһе нисек итһә итте,бөтөрмәне.Аҡтан ҡалыуҙы астан үлеүгә тиңләй ине шул.
Тыуған ерен ташлап тылға китмәгән күрше-тирәләге ҡатын-ҡыҙҙар ,ҡарт-ҡоролар менән йыйылышып,ҡәбер ҡаҙып,әсәһен мәңгелек йортона оҙатҡас,Валя үҙенең был донъяла башҡа бер кемгә лә кәрәк түгеллеген аңланы.Ләкин бошоноп ,ҡайғырып ултырырға ваҡыт самалы ине,ҡыҙ йүгереп ҡайтып,төйөнсөгөн йыйып,урамға сыҡты,ә ул ваҡытта ауылдың үрге осонан саң борҡотоп килгән мотоциклдар ,улар артынан машиналар колоннаһы күренде.Ул арала немец һалдаттары өй беренсә таралышты. Мәйет сыҡҡан һымаҡ тын ҡалған ауыл әтәс-тауыҡтарҙың ҡытҡылдауына,сусҡалар сыйылдауына,һалдаттарҙың хахылдап көлгән тауыштарына күмелде,ҡайһылыр ихатала ауыҙ гармунында уйнап ебәрҙеләр,берәүҙәре ҡоҙоҡтарҙан һыу алып, ҡысҡырыша-көлөшә йыуынырға,һыу һибешергә,юл туҙанын сайырға ашыҡты.Бер төркөм йәшерәктәре туп тибергә тотондо.
Ҡарап ҡына торған Сыбарҡайҙы ишек алдынан лауылдашып ҡыуып алып сығып киттеләр,малҡайы артынан йүгергән саҡта саңы борҡорап ятҡан юлға йығылып,әрнеп илап ҡалды Валя. Утарҙа бер сусҡа,ҡаҙ,тауыҡ ҡалманы,таң беленер-беленмәҫтән тегендә лә ,бында ла ярышып хәбәрләшкән әтәстәрҙең дә башына еттеләр.
Малдар менән ҡош-ҡорт ҡынамы һуң?Күршелә йәшәгән саҡ ун биш йәше тулған Есенияны өйөнән һөйрәп алып сығып,күмәкләп мыҫҡыл итеп,баҡсалағы алмағасҡа аҫып ҡуйҙылар.Ни гонаһы бар ине сабыйҙың?Ейәнсәре артынан сыҡҡан Кузьма ҡартты ла кәртә артында атып үлтерҙеләр,хатта кәүҙәһен шартына килтереп ер ҡуйынына һалырға рөхсәт итмәнеләр.”Эткә эт үлеме”тип,яҡын ебәрмәй булаштылар. Уғрылар кеүек,йәшеренеп кенә баҡса артынан барып, төндә ҡәбер ҡаҙып, ерләп ҡуйҙы уны ауыл халҡы.Әллә ауыр еҫ сығарып бурһып ятыуынан сирҡаныпмы, фашистар ҡартты ер ҡуйынына һалыусыларҙы бәлә һалып,эҙләп маташманы.
Ауылдың һәр бер өйөнә һалдаттар килеп тулды.Бинт менән уралған һул ҡулын муйынына аҫҡан Фрицман исемле офицер Валя йәшәгән өйҙө һайланы. Хужаһы артынан бер аҙым ҡалмай йөрөгән һөмһөҙ ерән адьютанты иһә ураған һайын ҡыҙҙы мөйөшкә ҡыҫырыҡланы.Валя, ҡыпһыуыр кеүек ҡыҫҡан ҡулдарҙан ысҡынырға теләп сәбәләнгәндә, һирәк һары тештәрен ыржайтып, ихахайлап көлдө. Көн дә офицерҙың яралы ҡулының бинтын алмаштырырға доктор килеп йөрөй, уныһы нишләп госпиталгә ятмайҙыр,кем генә белһен. Бер көндө,докторы оҙаҡлағас, Фрицман ҡулы менән иҙәп, Валяны саҡырып алып,яраһына ымланы.Валяның эше менән бик ҡәнәғәт ҡалды:
-Корошо!Во!
Шул көндән ҡыҙ уның шәхси докторына әүерелде.Хатта Фрицман үҙе менән бер өҫтәл артына ултырырға саҡырҙы,икмәге менән бүлеште.Ә бер көндө ҡыҙға ойоҡ бүләк итте,бындай иғтибарға күнекмәгән ҡыҙ,тәүҙә баҙап ҡалды,бүләктән ҡырҡа баш тартты.Ләкин Фрицман бүләген өҫтәлгә һалып сығып китте.Икенсе юлы ул яулыҡ , шунан хушбый алып ҡайтты.
Ә бер көндө соланда йоҡлап ятҡан ҡыҙ ҡапыл үҙен кемдеңдер һәрмәкләүенән уянып китте. Танауына һаһыҡ горилка , һуған еҫе килеп бәрелде.Ҡыҙ ,ҡысҡырып, тубыҡтарын ҡосоп,мөйөшкә һырышты.Салбарын тубығына тиклем төшөргән ерән фриц шөҡәтһеҙ оҙон бармаҡтарын һуҙып,түшен иҙгеләй,күлдәк итәген башына ҡапларға маташа.Валя йән асыуынан ҡысҡырып ебәрҙе:
-Найн!Не надо!Помогите!
Шул саҡ тупһала тупылдаған аяҡ тауышы ишетелде,Фрицман йүгереп инеп,иҫән ҡулы менән адьютантын яғаһынан матҡып тотоп,ҡыҙҙың өҫтөнән һөйрәп алды.
-Швайн!(сусҡа ,тиеүе ине)-Тупһаға һөйрәп сығарҙы,пистолетын маңлайына терәне.Ике күҙе аларған ерәнгес әҙәм хужаһының йылтырап торған итектәрен ҡосаҡлап ,ярлыҡауын үтенде.Офицер адьюдантының артына тибеп ебәрҙе,тегенеһе ауа-түнә ергә барып төштө ,ҡото осоп, салбарын күтәрә-күтәрә ҡапҡаға табан йүгерҙе, унан артына әйләнеп ҡарай-ҡарай ,урам буйлап сапты. ..
Ҡыҙ яйлап ҡына үҙенең яҙмышына буйһондо,немец телендә лә арыу ғына һупаларға өйрәнде.Кемдәрҙер бер телем икмәккә зар-интизар булғанда,Фрицман уға котелогына һалып,бутҡа ташыны,хатта ҡайһы саҡта шоколад та алып ҡайтҡыланы.Ә бер көндө офицер вино эсергә ҡыҫтаны,ҡыҙ баш тартҡас,стаканды ауыҙына уҡ терәне.Хәмер Валяның быуынына төштө,аяҡтарының хәле бөттө.Ҡыҙ берсә сәбәпһеҙ ҡысҡырып көлдө,берсә сарбайлап иланы. Шул төндә ҡыҙ тере дошманы менән өйөн генә түгел, түшәген дә бүлешеүен һиҙмәй ҡалды. Аҡылына килгәндә, эш үткәйне инде. Иртән Фрицмандың ҡосағында уянып киткәс,һикереп тороп ултырҙы,ике ҡулы менән сәстәрен услап тотоп,һамаҡлай-һамаҡлай иларға кереште.Әммә илау менән хәлде төҙәтерлек түгел ине инде.Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә ,тиеүҙәре дөрөҫтөр, күрәһең.Ул әсе яҙмышына күнгәндәй булды,ләкин үҙендә ауылдаштарының нәфрәт тулы ҡараштарын тойоу бик ауыр ине. Беҙ ҡапсыҡта ятмай,уның немец офицеры менән буталыуы бөтә ауылға фаш булды.
Урамға сыҡһа,бәләкәй малайҙар артынан таш ырғытты,эт ирештергән шикелле һыҙғырып ҡалды,ә олораҡ ҡатын- ҡыҙҙар уны күрмәмеш булып,юлдың икенсе яғына сыҡты. Әбейҙәр артынан төкөрөп, биҙрәләп көл һибеп ҡалғыланы.
Валя бер эштән дә ҡурҡып тормай,бөтә эш ҡулынан килә,тик бергә эшләгән ҡатындарҙың үҙенән йөҙ бороуҙарын ғына күтәрә алмай.Әле саҡ һөйләшеп торған бисә-сәсә,уны күргәс ,тынып ҡала,хатта ҡайһы берҙәре “немец ҡалдығы”, ”фәхишә”тип күҙенә бәреп әйтеп ҡуя.
Немецтар ауылда үҙ тәртиптәрен урынлаштыра башланы.Иң беренсе комендатураға барып теркәлергә,немец паспорты алырға ҡушылды.Һәр бер йортҡа һалым һалынды:бойҙай,картуф,май,йомортҡа,шәкәр,һарыҡ,сусҡа,йә башҡа төрлө ит тапшырырға кәрәк .
Ауыл халҡы иң ауыр,бысраҡ эштәргә йәлеп ителде.Яңы власть староста итеп тәғәйенләгән Михайло ҡарт кистән ауыл халҡына кемгә ҡайҙа эшкә барырға әйтеп сыға,бармайынса хәлең юҡ,тыңламағандарҙы атырға ла күп һорап тормайҙар.Ауыл уртаһына төҙөп ҡуйылған дар ағасы ла буш тормай.Ихата һайын немец һәм рус телендә белдереүҙәр эленеп тора. Бөтә нәмә өсөн дә –атыу.Эшкә сыҡмаһаң –үлем.Яңы власҡа ҡаршы һүҙ һөйләһәң дә –үлем.Өйөңдә яралы совет һалдатын аҫырағаныңды белһәләр,бөтә ғаиләңде ҡырып сығасаҡтар.Комендант сәғәтенән һуң урамға сығырға ярамай, урамда бер-нисә кеше йыйылышып һөйләшкәнде күрһәләр-был оло ғәйеп.Хатта немец һалдаттары эскән ҡоҙоҡтан һыу алырға ярамай,өйөңдә радиоприемник тапһалар,почта күгәрсендәре тотҡаныңды белһәләр -бер һүҙһеҙ үлемгә хөкөм итәләр.Бер ниндәй ҙә хоҡуғың юҡ,тик бурыстарҙың ғына иҫәбе-һаны күренмәй...
1942 йылдың июль айында Бабий Ярҙан 100 метр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан лагерға әсиргә төшкән тәүге совет һалдаттарын килтерҙеләр. Шунан инде уларҙың һаны артҡандан артты.Лагерҙа үлгәндәрҙе яр буйына соҡорға сығарып ырғыта торҙолар.Тора-бара соҡорға һыймай башлағас,бер рәт мәйет,икенсе ҡатына утын һалып,нефть һибеп,ут төрттөләр. Көйгән ит еҫенән сыҙап торорлоҡ түгел,төтөнө әллә-нисә саҡрымға тарала.Һөйәк янып бөтмәй икәнлеге беленгәс,һөйәк онтай торған станок килтереп ултырттылар. Аяҡтары бығаулы әсирҙәр көндәр буйы мәйет үртәне,һөйәк тарттырҙы, онон ашлама итеп баҫыуҙарға түкте.
Бер көндө староста ,ауыл халҡын йыйып,лагерь тирәләп канау ҡаҙырға алып китте. Ҡайҙа барыуҙарын алдан тоҫмаллаған ҡатындар, үҙҙәренең ғаиләһе ауыҙынан өҙөп,кеҫәләренә икмәк,картуф та һалып алдылар.Эш барышында шуларҙы , һиҙҙермәҫкә тырышып,тимер сетка аша әсирҙәргә ырғыттылар.Улары ипләп кенә ала белмәне,бер-береһен тапап,иҙеп,ҡырағайҙарса ҡыланып,аҙыҡҡа ташланды. Быны күреп ҡалған һаҡсы әсирҙәр һәм ҡатындар өҫтөнә пулеметтан ут яуҙырырға кереште.Бөтәһе лә сыр-сыу килеп ергә һырыҡты.Ике яҡлап та бер-нисә кеше канау эргәһендә ятып ҡалды.
Тәү тапҡыр Валя Нурисламды күргәс тә уның башҡа әсирҙәрҙән ни яғы менәндер айырылып тороуын һиҙемләне: беренсенән,ул урыҫҡа ла,украинға ла оҡшамағайны. Икенсенән, моңһоу ҡара күҙҙәре бер ҡарауҙан йөрәгеңде өтә, ҡарашынан албырғап ҡалаһың. Ауыр яраһынан һаман мандый алмағаны,һыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан.Башҡа әсирҙәр кеүек асарбаҡланып ризыҡҡа ла ташланманы, иптәштәренең ҡыланышынан оялғандай,ипле генә ултыра бирҙе.Ошондай ҡырағайҙарса мөхиттә кеше булып ҡала алыуы һоҡланырлыҡ күренеш ине. Ситлектә ултырған бөркөткә оҡшатты ул был егетте.Әсирлектә,ләкин рухы һынмаған,ситлектә ултырһа ла үҙенең ирек һөйөүсе ҡош икәнен хәтеренән сығармаған. Ә Валя?Ул нишләне?Бер телем икмәккә,ризыҡҡа алданып, саф тәнен ҡан дошманына һаттымы?Ә йөрәк аҫтында саҡ тумаланған йән эйәһен ниндәй яҙмыш көтә?Фрицман был хаҡта белһә,нимә тип әйтер?
Хоҙай бойороғо буйынсамы,әллә башҡа сәбәптәнме, Валя менән Нурисламға тағы бер тапҡыр осрашырға яҙҙы.
***
Украина биләмәһе,Гитлер планы буйынса,ауыл хужалығын алға ебәреү өсөн ҙур баҫыу ролен үтәргә тейеш ине.Шуға күрә бөтә Рейхты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итерлек мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн,баҫып алынған ерҙәрҙә урындағы халыҡ сәсеү,уңыш йыйыу эштәренә йәлеп ителде.Тик аслыҡтан миктәгән халыҡтың эше бик үк ырап барманы. Ауыр һуғыштар менән үҙебеҙҙең тылға сигенгән ғәсҡәрҙәр ауыл хужалығы техникаһын да дошмандарға ҡалдырмаҫ өсөн үҙҙәре менән алып китергә тырышты.Алып китә алмаған осраҡта,улар юҡ ителде,шартлатылды. Ә немецтар һәйбәтерәк нәмәләрҙе Германияға оҙатты.Ҡасандыр әллә-нисә трактор ярҙамында сәселгән игенде,комбайнһыҙ, ҡул көсө менән генә йыйып бөтөрлөк түгел,эшсе көсө лә бит ҡарт-ҡоро,бисә-сәсә.Оккупанттарҙың аҙыҡ-түлекте лә күп итеп етештерергә тырышыуҙары - илдәрендә ҡалған халҡын һәм һалдаттарын туйҙырыуға икәнлеге көн кеүек асыҡ .
Немец командованиеһы булған уңышты юғалтыуһыҙ тиҙ арала йыйып алыу өсөн ауыл халҡына ярҙамға лагерҙан әсирҙәрҙе алып килергә ҡарар итте.Тотҡондарҙың аяғын һыйыр бәйләй торған сынйыр менән бығаулап,лауылдап торған эттәре менән ҡамап,автомат менән ҡоралланған конвоирҙар әсирҙәрҙе көн дә иртә таңдан баҫыуға эшкә алып килә,алып ҡайта ,шулар араһында Нурислам да бар.
Йонсоу,ауырыу,хәлһеҙ һалдаттарҙы күреп, ҡатын-ҡыҙ уларға нисек тә ярҙам итергә,үтеп барышлай ,фашистар күрмәгәндә ,сепрәккә төрөп,икмәк,картуф бирергә тырыша.Уларҙың был аҙымын Михайло ҡарт та күрмәмеш тә белмәмеш.
Хәлдән тайып,арып уҙып барған колоннаға ҡатындар берәм-берәм йүгереп сыға , бына Валя ла икмәкле ҡулын һуҙған ыңғайы әсирҙең битенә күҙ һалып өлгөрҙө.
Был бит теге бөркөт ҡарашлы ғорур егет!Бер секундҡа ғына күҙҙәр осрашты, Нурисламдың ирен ситендә генә йылмайыу ишараты күренде.Таныны!
Егет:”Рәхмәт!”-тип бышылданы ла колоннаның уртаһына күсте.Уның урынына икенсе әсир баҫты.Был яҙылмаған закон ине.Үҙең алғас,иптәшеңә лә мөмкинлек бир.
Икенсе көндө Валя ,һаҡта торған һалдатҡа ниҙер әйтеп, Нурисламға ымланы, аҡ сепрәк киҫәгенә төрөп бер телем икмәк бирә алды,шунан икмәк өҫтөнә бәләкәй генә сало киҫәге лә һала башланы.Ашау эләгә башлағас,егеттең йөҙөнә бер аҙҙан нур йүгерҙе,юҡ юҡта ирендәрендә йылмайыу ишараты барлыҡҡа килде.
...Аҙаҡҡы көн баҫыуҙа эшләгәндә көн буйы ямғыр яуҙы. Әсирҙәрҙең өҫтөндә ҡоро еп юҡ!Хатта немец һалдаттары үҙҙәре лә өшөнө,шуға күрә юлды ҡыҫҡартыу өсөн, ауыл аша ҡайтырға сыҡтылар.Уларҙан саҡ ҡына алдараҡ ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙ ,бала-саға , был уңайлы мәлде файҙаланып ҡалды,тиҙерәк икмәк,картуф сығара һалды. Йылы оя,тәмле ризыҡ көткәнен аңлаған овчаркалар ҙа баштарын баҫып,тая-тая алға йүгерә,эшкә барғандағы кеүек яу һалып абаламайҙар.Оҙон плащ кейеп ,көләпәрәһен башына баҫырып,ҡарауылда барыусылар ҙа йылы аш көҫәп, лагерға ҡайтырға ашыға.
Шул саҡ Валя ситтән килгән Нурисламға картуф һуҙҙы,ул ынтылғансы икенсе әсир ҙә ҡыҙҙың ҡулындағы ризыҡҡа ташланды. Нурислам ,аяғы тайып,юл ситенә ҡоланы.Былай ҙа ҡойма ямғырға,аяғы аҫтында уралып ятҡан бысраҡҡа йәне көйөп килгән фашист,ҡулындағы овчаркаһының бауын ысҡындырҙы,уныһы ажғырып Нурислам өҫтөнә ташланды,былай ҙа өҙөлөп төшөргә генә торған һәләмәһен йолҡорға,ҡайһы ере эләгә,шунан тешләп тартҡыларға кереште.
Валя бер Нурисламға,бер тирә-яғына ҡарап :
-Найн!Найн!-тип ҡысҡырырға тотондо.Ҡыҙҙың ҡарашы тупһала торған Фрицманға төштө.Валя өйгә ҡарай йүгерҙе,йүгереп барған ыңғай:
-Ярҙам ит уға,зинһар ярҙам ит!Үлтерә бит!Фрицман,ярҙам ит!-тип ялбарырға кереште.Фрицмандың тик тороуын күргәс, алдына тубыҡланып,аяҡтарын ҡосаҡланы.
Валяның был ҡыланышына аптырап ҡалған Фрицман эттең хужаһына ҡул иҙәне,тегеһе овчаркаһын бауынан тартып алды,ә эт һаман алға ынтыла,үсен ҡандырырға теләп,әсирҙе ашарға,таларға ,ысҡынырға итә. Нурисламды иптәштәре тиҙерәк һөйрәп торғоҙҙо,әсирҙәр тулҡыны ауа-түнә алға атланы.
Сәстәренән,өс-башынан һыу ағып торған Валяны Фрицман өйгә әйҙәне.
***
...Ҡыш ул йылды бик һыуыҡ килде.Әсе селләлә әллә күпме һалдаттың ғүмере өҙөлдө.Радомски хәҙер тағы ла аяуһыҙыраҡ ысулдар эҙләп тапты.Йәнәһе,әсирҙәрҙе мәҙәниәтле немец ҡағиҙәләренә өйрәтә-улар йәшәгән землянкаларҙы елләтә. Бөтә әсирҙәрҙе бер ҡат кейемдә генә урамда теҙеп ҡуя,тышта зыңҡылдап торған асы һыуыҡ.Улар бер сәғәт баҫып тора,ике сәғәт.Былай ҙа хәлһеҙ бисаралар торған ерҙән киҫкән ағас һымаҡ ауалар.Иҫән ҡалғандар ишеге шаран-яра асыҡ торған землянкаларға ҡайта,йылынырға тырышып,бер-береһенә һыйынып ята.Иртән уяныуға тағы әллә күпме мәйет...
Ә иң ауыры- яланғас әсирҙәрҙе урамда теҙеп ҡуйып,өҫтәренә шланг менән һыу һиптереү,имеш,уларға санитар эшкәртеү үткәрәләр .Боҙҙай һалҡын һыуҙан ҡасып ҡотолоп булмай ,ул эҙләп таба. Ҡолаһаң,йә автомат,йә пулеметтан атыу яңғырай.Бер кеше өсөн әллә нисәүҙең ғүмере ҡыйыла! Ҡайһы берәүҙәр был вәхшилеккә түҙәр әмәлдәре ҡалмағас,үҙҙәре үк автоматҡа күкрәген ҡуя,йә электр тогы үткәрелгән ҡоймаға ырғый.Тик Нурислам әсәһе,Зәйнәбе хаҡына бөтә ауырлыҡтарға түҙергә әҙер!Тик иҫән ҡалырға,ошо тамуҡтан имен ҡотолорға.
Валя Нурисламды тағы бер тапҡыр үлемдән ҡотҡарҙы. Нисек итеп,кем менән һөйләшкәндер,әммә егеттең өҫтөнә йылы кейем,аяғына төпләнгән аҡ быйма бирә алды.Шулайтып,Нурислам Валя арҡаһында ҡышты имен сыҡты. Ә иптәштәре араһында һыуыҡтан өшөп, аслыҡтан шешенеп ,ауырыуҙарҙан мандый алмай,беттән йонсоп, күпме кеше ҡырылды. Иҫәбе-һаны юҡ!
Икенсе бәхетле осраҡ әсирлектән ҡотолоу менән бәйле булды.1943 йылдың көҙөндә Киев ҡалаһы эргәһендә ойошоп,фашистарҙың ҡотон алыусы партизандар отряды хәрәкәт итеүсе ғәсҡәрҙәр менән берлектә иҫән ҡалғандарҙы азат итте.Инде ҡотолдом тигәндә ,егеттең бергә бөтә ауырлыҡты күтәргән күп дуҫтары һәләк булды. Нурисламға был юлы ла бәхет йылмайҙы:сыҡмаған йәне генә ҡалған,ләкин рухы һынмаған һалдат партизандар отрядына барып эләкте. Уларға ҡушылып, фашистарҙан яу ҡырында ятып ҡалған,әсирлек ғазаптарын күтәрә алмай шәһит үткән бөтә дуҫтары, иптәштәре өсөн үс алды.Партизандар күперҙәрҙе шартлатты,поездар туҡтаған станцияларҙы утҡа тотто,хәрби техника тейәлгән поездарҙы юлдан елгәрҙе,немец штабтарын ҡулға алды. Отрядҡа тирә-яҡ ауыл,утарҙарҙан быға тиклем фашист итеге аҫтында интеккән халыҡ күпләп килеп ҡушыла башланы .
Партизандар отрядында кешеләр һаны артҡан һайын,уларҙы ашатыу,торор урындарын булдырыу ауырлашты.Отрядтан өс төркөм аҙыҡ-түлек запасын тулыландырыу өсөн ауылдарға сығып китте.Нурислам эләккән төркөм ул ике йылға яҡын интеккән концлагерь тирәһенә барып сыҡты.Фашистар сигенгәндә бөтә ҡаралтыларҙы яндырғандар, ауылдарҙы юҡ иткәндәр.Күп ерҙә, күңелде шомландырып,өйҙәрҙең мөрйәләре генә һерәйеп ултыра.Нурисламдың иптәштәре ауыл буйлап таралды,ә егеттең аяҡтары үҙенән үҙе үлемдән,аслыҡтан ҡотҡарған украин ҡыҙы йәшәгән өйгә алып килде.Бына уны фашист овчаркаһы өҙгөләгән урам,ә быныһы... ул йәшәгән йорт.Нурислам һаҡ ҡына баҫып ишек алдына инде,ипләп кенә ишек шаҡыны. Шығырҙап ҡына ишек асылып китте, һап-һары сәсле,күк йөҙөләй зәңгәр күҙле ҡыҙ бала ҡыҙыҡһынып Нурисламға ҡарап торҙо ла:
-Атай!Атайым ҡайтты!-тип ҡысҡырып ебәрҙе.Тауышҡа йүгереп сыҡҡан ҡатынҡай кәүҙәһе менән балаһын ышыҡланы.
-Юҡ!Ул һинең атайың түгел,Олеся,бар өйгә ин! -Ҡатын баланы өйгә индереп ебәрҙе.Үҙе ишек төбөндәге сит кешегә тиҙ-тиҙ генә баштан алып аяғынаса күҙ йүгертеп сыҡты.
-Һеҙ кем булаһығыҙ?Кем кәрәк?
-Был өйҙә бер ҡыҙ йәшәй ине,ә мин...мин Нурислам...һеҙҙең эргәләге концлагерҙа булғайным.
-Һеҙгә ...Валя кәрәктер ул,Валя,сыҡ,һине ...һорайҙар.
Тауышҡа йүгереп килеп сыҡҡан ҡыҙ,егеткә ҡарап туҡтап ҡалды.Йөҙө һарғайған,яурындары төшкән,ана илайым,бына илайым тип торғандай күҙҙәрҙә мөлдөрәмә тулы һағыш.
-Был ...һеҙ!Иҫән!-Ҡыҙыҡай ишеккә һөйәлде.-Мин бик шатмын,һеҙ ...иҫән-һау ҡотолғанһығыҙ!Аллам,рәхмәт,исмаһам, бер һәйбәт яңылыҡ.
-Минең исемем ...Нурислам.Һеҙ Валя,Валентина икән.Рәхмәт һеҙгә ,мин һеҙҙең арҡала үлемде еңеп,иҫән ҡалдым.
Нурислам ҡыҙҙың ҡулын тотоп алды.
Күптәнге таныштар кеүек һөйләшкәнен күргән Ганна йәштәрҙе өйгә саҡырҙы. Ун көн тирәһе элек мең бәлә менән Свердловск өлкәһенән эвакуациянан ҡайтып төшкән ғаиләне яндырылған өйө урынында ҡара мөрйәһе генә һерәйеп ҡаршыланы .Ганна ике балаһы менән ваҡытлыса апаһының өйөнә йәшәргә инде.
Нурисламды күргәс ,һеңлеһенә сат йәбеште ҡатын.Егет балалар менән аралашҡан арала ,Валяны тышҡа саҡырып ,йылан кеүек ыҫылданы:
-Һин хәҙер тиҙ генә ҡый-ҡыпырыңды йыяһың да был басурман менән китәһең.Мин һинең өсөн ауыл халҡы алдында рисуай булаһым килмәй. Ана мин ҡайтҡан көндө үк бөтә кеше һинең немец һеперткеһе булыуың тураһында таҡылдап һөйләп торҙо, дошман менән түшәк бүлгәнһең,беҙҙең йөҙөбөҙгә серкеү килтерҙең!
-Мин...мин ...мин бит ғәйепле түгел!Ул мине... көсләне!Мин ҡаршы тора алманым!
-Нишләп башҡа ҡатындар түшәлеп ятмаған!Тик һине генә “фашист ҡалдығы”тип һөйләйҙәр!Басурманыңды илап ышандыраһыңмы,йырлапмы-ул һинең эшең,тик уның менән сығып китәһең,ауыл тирәһендә түгел,Украинала эҙең булмаһын!Беҙҙең турала,туғандарың хаҡында ла онот!Мин балаларымдың һинең өсөн ғәрләнеп,оялып йәшәүен теләмәйем.Әгәр кире ҡайтһаң,үҙем шәхсән барып власть вәкилдәренә һөйләйәсәкмен,балаларымдың матур киләсәге өсөн мин бер нәмә алдында ла туҡтамаясаҡмын. Үлемдән оят көслө.Кит тә ...беҙҙе онот! Әгәр ул риза булһа,аяғын үбеп йәшә!
-Эй,түтәй!Һин үҙең оккупанттар аҫтында йәшәһәң,ике балаң өҫтөнә,бәлки,тағы икәүҙе табып ултырыр инең әле!..
-Ә һин шулаймы?-Апаһы примус өҫтөндәге ҡайнар һыулы кәстрүлде эләктереп алды ла йәшен тиҙлегендә Валяға һелтәне.-Ах ты,окаянная!
Ҡулдары,битенең бер өлөшө ҡайнар һыуҙан өрөлөп менгән Валентинаның үтенесен Нурислам кире ҡаға алманы,ҡотҡарыусыһына изгелек эшләү теләге ҙур ине шул,ҡыҙҙы үҙе менән бергә отрядҡа алып китте.
***
...Бына һуғыш та аҙағына етеп килә,ажарланып торған дошман ,үҙенән көслөрәк бүренән ҡурҡып ,ҡойроғон бот араһына ҡыҫтырып,кире ояһына табан елдергән эт ише,сигенә,ҡаса.
Тәбиғәттә яҙ хөкөм һөрә. Емерелеп,янып,көйөп ятҡан донъя менән бер рәттән һалдат кеүек үк йә ботағы,йә олоно яралы ағастар бөрөгә тумаланғандар.Тәбиғәт ҡануны шундай.Бөтә тирә-яҡ ,гүйә, яңынан тыуа,йәшелләнәАяҡ аҫтында батҡаҡҡа иҙелеп,йәне яраланһа ла баш күтәрергә көс тапҡан йәшел үлән сәләм бирә.Ни хәл генә итеп был мәхшәрҙә иҫән ҡалғандарҙыр, ана аллы-гөллө күбәләктәрҙең дә осҡаны күренгеләй.
Тыуған яғына ҡайтыу ниәте менән йәшәгән Нурислам Валяның өмөтөн өҙөүҙән ҡурҡып,һүҙ башлай алмай йөрөй.Шулай бер кис һуғыштан һуң ни буласағын күҙаллап хыялланған саҡта,ҡайтыу тураһында һүҙ сыҡҡас,ул ҡыҙға Зәйнәп хаҡында һөйләп бирҙе.
-Мин ,Валя,һиңә шул тиклем рәхмәтлемен.Һин булмаһаң ,мин ошондай йылы,матур,йәмле яҙҙы күрә лә алмаҫ инем.Әммә тыуған ауылымда мине йәрәшкән кәләшем көтә.Беҙ уның менән бергә булырға һүҙ ҡуйыштыҡ.Вәғәҙә-иман.Мин вәғәҙәмде боҙа алмайым.
-Нурислам!Николенька!Мин һинең менән ерҙең сигенә лә китергә әҙермен.Зинһар мине үҙең менән ал!
-Валя!Валюша!Һин һәйбәт ҡыҙһың,үҙеңдең бәхетеңде табырһың,ана күрәһеңме, күпме егеттәр һинең өсөн өҙөлөп тора!Унан аңлайһыңмы,мин –мосолман,икенсе милләттән киленде туғандарым,әсәйем ҡабул итмәйәсәк.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән Валя һикереп тороп егеттең муйынына аҫылынды,унан тиҙ генә тубыҡланып, Нурисламдың аяғын ҡосаҡланы.
-Коля,Коленька! Мосолманда бит ике ҡатын алырға ярай ,тиҙәр!Мин һиңә икенсе ҡатынлыҡҡа барырға ла ризамын.Ҡалдырма,зинһар,ташлама! Ташлаһаң, йәшәмәйәсәкмен! Хәҙер үк үҙемә ҡул һалам!Һинһеҙ миңә донъяның йәме юҡ!
Рәхмәтле була белеү һөйөүҙән дә көслөрәк булып сыҡты,аҙарынып илаған,өҙгөләнгән ҡыҙҙың өмөтөн өҙөүҙән ҡурҡты,ысын күңелдән йәлләне Нурислам.
Артабанғы Еңеү көнөнә тиклемге көндәрҙе иңде иңгә терәп бергә үттеләр. Партизандар отряды командиры уларҙың никахын теркәне.
***
Илдә һуғыш уты тынып,тыуған яҡҡа ҡайтырға сыҡҡас,ауылдашы Сәлих менән тағы бер осраштырҙы уларҙы яҙмыш. Валя менән вокзалда өс көн буйы ҡайтыр яҡҡа поезд көтөп ултырҙылар.Ә поездар туп-тулы, эргәләренә яҡын юларлыҡ түгел.Халыҡ, ярҙарынан сыҡҡан дарьялай эркелеп, поездарҙы төрлө яҡлап ҡамай,тауыш,шау-шыу,илау,ҡысҡырыш.
Бына,ниһайәт,Өфө яғына барыусы поезға эләгеү мөмкинлеге табылды.Поезд килергә тейеш ваҡытҡа ике сәғәт самаһы ҡалғайны,Нурислам Валяны әйберҙәр эргәһендә ҡалдырып, перронға сыҡты.Шул саҡ бер яҡ ситтә өс ирҙең бер һалдатты уратып алып, түңәрәккә ҡуйып , бәргесләгәндәрен күреп ҡалды.
-Мин һине таныным,һин майлы бутҡа ашап ҡына йөрөнөң һуғышта.Беҙҙең кеүектәрҙе һанламаның,ҡана, сумаҙаныңды күрһәт әле,ниҙәр тейәп алып ҡайтып бараһың яу яланынан?Мин беләм,һин өйөңә посылка һалып яттың,беҙҙең елкәлә йөрөп,”Һуғыштым,илде һаҡланым!”,тип ҡайтып төшмәксе булаһыңмы?Нет,не пойдет! Мин һиңә үҙем хөкөм сығарам!-тип һөйләнде береһе,ут яҡтыһында уң ҡулында бәке йылтыратып.
-Яҡташтар,егеттәр!Әйҙәгеҙ тыныс ҡына аңлашайыҡ. Бирәм,сумаҙанымды алығыҙ,тик йәнемде генә ҡыймағыҙ!
-Ә,беҙ хәҙер һиңә иптәшме ни? Мин бит һиңә әйттем тегендә,яу ҡырында, барыбер эләктерәм ,тинем!
-Егеттәр,зинһар ,үлтермәгеҙ ,әсәйем хаҡына ярлыҡағыҙ,ул бит мине көтә!
Нурислам яйлап ҡына низағлашыусылар яғына ыңғайланы.
-Эй,егеттәр берәй проблема бармы әллә?
-Юҡ!Бер ниндәй ҙә проблема юҡ!
Өс ир тиҙ генә ҡулдарына сумаҙанды эләктереп,ҡаршы юлда торған поезд аҫтына инеп юғалды.
Нурислам ерҙә көсөк кеүек шыңшып ятҡан әҙәм эргәһенә килде.
-Рәхмәт,яҡташ,ҡотҡарҙың.Һин булмаһаң, бынау бандиттар... Еңеү яулағас,тыуған яҡҡа ҡайтып еттем тигәндә ...бандиттар ҡулынан ...
Был тауышты ҡайҙалыр ишеткән кеүек булғанға ,Нурислам туйтаңлап тороп килгән әҙәмдең йөҙөнә текләп ҡараны,шунан сырт итеп ергә төкөрҙө :
-Һин икәнде белгән булһам,яҡын килмәҫ инем,эт бәхет икәнһең!
-Нурислам!Дуҫ!Ауылдаш!Рәхмәт,мәңге онотмам изгелегеңде!Йән арама индең,рәхмәт,ҡорҙаш.Йә, Хоҙай яҙғас,ҡайҙа килеп күрештек бит, рәхмәт яуғыры!Тик үтенеп һорайым, Нурислам,бер үк ауылға ҡайтҡас ,был ваҡиға хаҡында бер кемгә лә һөйләмә инде...
Нурислам ҡырт ҡына боролдо ла Валяһы эргәһенә инеп китте.
***
Һуғыш барған ерҙәге ,фашистар итеге аҫтында ҡалып, яндырылып, шартлатылып бөткән ауыл тормошо ауыр икәненә үҙе шаһит ине Валентина,ләкин тылдағы,һуғыш барып етмәгән алыҫ Уралда, Асылыкүл буйында йәшәгән ауыл халҡының тормошо уны бигерәк аптыратты,дөрөҫөрәге, шаңҡытты.
Улының иҫән-имен ҡайтып төшөүенә ихлас ҡыуанһа ла,башҡортса ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән киленде Нурисламдың әсәһе өнәп бөтмәне.
-Сит заттан кәләш алып ҡайтҡанһың,балаҡайым,зат-зәүерен белмәйбеҙ.Сәс-башын да йыя белмәй ҙә ул...
-Өйрәнер.
-Әллә инде...Ана һөтө менән инмәгәс...Ә Зәйнәп?Ул лаһаң...көттө бит һине!Тыны менән тартып алырҙай булып көттө.
-Әсәй!-Нурислам саҡ тоҡандырған папиросын бырғап,итегенең үксәһе менән иҙҙе.-Яраға тоҙ һалма әле,әсәй!Миңә еңел тиһеңме?
-Аңлайым да ул...
-Юҡ,әсәй, аңламайһың! Валя мине аслыҡтан, туңып үлеүҙән әрсәләп ҡалды.Уның тегендә ... торор ере юҡ!Ул...уға мин иҫән ҡалыуым менән бурыслымын.
-Аңларға тырышам да бит, балаҡайым,рәхмәт уға һине ҡотҡарғаны өсөн!Тик мин бит урыҫса белмәйем.Ашағас, амин да тотмай.Ҡулын йыуғас, таҫтамалға һөртмәй,тирә-яҡҡа һыу сәсрәтеп,болғап,һелтәй ҙә ҡуя. Күрше-күләндән оят...
-Әсәй,кемдең кемдә эше бар?Өйрәнер,айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр. Әйҙә,үпкәләшмәйек,бер-беребеҙҙән сей эҙләмәйек,туғандарҙы,күрше-күләнде саҡырып,барынса әҙерләнеп,туй һымаҡ нәмә үткәрәйек ,киленеңдең дә күңеле булыр,һөйләшеп ултырайыҡ,һуғышта йөрөгәндә мин гел генә шундай осрашыуҙар хаҡында хыялландым.
Ауыҙы тулы ҡан булһа ла төкөрмәҫ ине инде Әсмә,табын йыйҙы,туғандарын, күрше-күләндәрен саҡырҙы.Табын ҡарашып йөрөгән Валяға көсләп тигәндәй яулыҡ ябындырҙы.Никах бөтөп,мулла амин тотҡас,Валя ,үрелеп,Нурисламдың битенән үбеп алды. Быны күргән ҡунаҡтарҙың күҙе дүрт булды.Нисек инде кеше алдында ҡатын иренә үбешергә үрелә?Ҡунаҡтарҙы оҙатырға сыҡҡан Әсмәнең бите тағы бер буҙарҙы. Ҡатын-ҡыҙ ҡашығаяҡ тирәһендә булашҡансы,ир-ат нигеҙ буйына ултырып,хәл-әхүәл һорашырға тотондо.Һуғышта тартырға өйрәнеп ҡайтыусылар, кеҫәләренән янсыҡтарын сығарып, бер-береһе менән бүлешергә,ҡағыҙ киҫәктәренә самосад урарға кереште.Һүҙ артынан һүҙ сығып,бөтә аралашыу тағы һуғыш темаһына барып ялғанды.Кем ҡайҙа һуғышҡан?Ниндәй яра алған? Ҡайһы ерҙә Еңеү көнөн ҡаршылаған?
Нурисламды күҙ уңынан ысҡындырған Валя өйҙән атылып килеп сыҡты ла йүгереп килеп, иренең тубығына ултырып,муйынынан ҡосаҡлап алды.Иренең бармаҡ араһына ҡыҫтырып тартып ултырған тәмәкеһен алып,ирендәренә терәне,танауынан төтөн бөркөп,һыуға сарсаған юлсылай,ашығып һурырға тотондо.Нурислам да уңайһыҙланып китте.Ауыр тынлыҡ урынлашты.
-Әстәғәфирулла!Гөнаһ шомлоғо!Тәүбә! Тәүбә!Был ни булды.Ҡарт урыҫ кеүек тәмәке борҡолдатып ултыра,хәсис!-тине ҡунаҡҡа килгән әбейҙәрҙең береһе.
-Ул ирҙәр менән бергә һуғыш юлын үткән,-тине Әсмә.
Әсмәнең тауышы бар халыҡты был торошонан сығарҙы. Йәшерәк ҡатындар, яулыҡтары менән ауыҙҙарын ҡаплап,ситкә һибелде.Олораҡтары,Валяға туп-тура ҡарап,бындай мосолман ҡатын-ҡыҙына хас булмаған фиғеленә нәфрәт тулы ҡараштарын йәшермәне.Әсмә,күҙенә йәш алып,усаҡлыҡҡа инеп китте. Яу ҡырҙарын урап,төрлөһөн күреп, аптырамаҫҡа күнеккән яугирҙар,әлбиттә, бер ни өндәшмәне.
Нурислам ипләп кенә Валяны алдынан төшөрөп,ҡулынан тәмәкеһен алды ла, ҡулынан етәкләп,баҡса артына ыңғайланы. Ә ҡатыны, бер артына әйләнеп ҡарап,бер иренә төбәлеп,ниндәй ярамаған аҙым яһауын аңламайынса, аптыранды,буғай...
Ҡыҙыу бесән ваҡытында тағы бер ваҡиға халыҡты сығырынан сығарҙы, йылдар буйына өҙмәй ҙә ҡуймай һөйләгән ғәйбәт түгел,ғибрәт булып кешеләр хәтерендә ҡалды.
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра ,ти халыҡ.Шуға күрә ҡояшлы көндө мөмкин тиклем күберәк файҙаланып ҡалырға тырыша ауыл кешеһе.Әле лә бөтә эшкә яраған әҙәм бесән сабыу,йыйыу,күбә,кәбән ослау мәшәҡәте менән мәж килә.Әсмәнең өйөндә лә бөтәһе бесәндә,өйҙә уға ярҙамға Валя ғына тороп ҡалды.Ауыр эш ваҡытында һурпа файҙалыраҡ булыр тип,тауыҡ һуйып,аш бешерергә булды ҡәйнә кеше.Тауыҡ салырға берәй малай-шалай осрамаҫмы тип,урамға сыҡты . Үргә ҡараны,түбәнгә.Бер әҙәм заты ла күренмәй,барыһы ла эштә. Ике өй аша йәшәгән сырхабыраҡ торған ҡайнағаһы Һәүбәнгә табан ыңғайланы,оло булһа ла һүҙен йыҡмаҫ әле,тауыҡ ҡына салып бирә алыр.Килененә ҡайҙа барғанын аңлатырға тырышты ҡарсыҡ:
- Мужик искать барам.Курица ҡых-ҡых!-тип муйынына ҡулы менән иҙәне.
Һәүбән ҡайнағаһы сатан аяғын яҙып,ах та ух ҡуҙғалып сыҡҡансы арыу ғына ваҡыт уҙҙы.Ҡапҡа асып килеп ингән был икәү иҫ китерлек хәлдең шаһиты булды. Бәйле торған Аҡтырнаҡ лауылдай...Арыраҡ,утынлыҡта ,бер ҡулына башһыҙ тауыҡ,икенсе ҡулына балта тотҡан Валя баҫып тора.Биттәре ,ҡулдары ла ҡып-ҡыҙыл ҡан.Ерҙә башы сабылған икенсе тауыҡ ҡанаттары менән бәрелә-һуғыла осоп йөрөй.Ҡалған тауыҡтарын ҡурсалап,тиреҫ башына баҫып,ҡыҙыл әтәс, тәстәләкәй килеп ,яу һала.
-Аһ-аһ!Был ни эш,килен?
-А че?
-Как так ты смогла?
-Пустяки...Я их всегда сама режу,когда мать живая была ,она тоже самое делала!
-Нам бит не можно!Мосолманға нельзя!
-Ой,Господи!То нельзя,это нельзя..Что за дикие нравы?!.
Валя кискелеккә тауыҡты таҙартып һурпа бешерҙе,ләкин үҙенән һәм Нурисламдан башҡа ашаусы булманы...
Был хәлдән һуң Нурислам ҡатынын алып ауылдан сығып китергә ҡарар итте.
-Әсәй,Валяға ауылда йәшәүе ҡыйын.Беҙ ҡалаға китергә булдыҡ.
-Тимәк,бисәң туғандарыңдан,әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк!
-Асыуланышмайыҡ ,зинһар!Әсәй,ғәфү ит,ләкин мин башҡаса булдыра алмайым!
-Күреп танһығым да ҡанманы бит,улым!
-Беҙ ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөрбөҙ!
-Ярай ,улым,нишләйһең,әсә күңеле балала,баланыҡы-далала!
Шул көндән Нурислам менән Валентина,туғандарын хафаға һалып, ҡалаға күсеп киттеләр.
***
Көттө Зәйнәп Нурисламды.Һуғыш бөтөп,яугирҙар ҡайта башлағас, һөйгәнен күрергә ышанысы артты.
Ул арала кешеләр ең һыҙғанып, тыныс тормошта йәшәргә өйрәнделәр, донъя көтөргә,эшләргә ашыҡтылар.
Зәйнәптең йәше лә үтеп бара,хәҙер Миңислам,Зөһрәләрҙең дә ғаилә ҡорор мәле етә...Ҡыҙ өҙөлөп һағынды һөйгәнен,күҙ алдында гел генә тыныс ҡына йылмайып,сабыр холоҡло,ҡара бөҙрә сәсле, баһадир кеүек Нурислам һыны тора.
Өнөндә лә,төшөндә лә тик ул ғына.Ана бер көндө нисек итеп төшөнә килеп инде Нурислам.
...Имеш,Зәйнәп Ҡарағас тауы битендә еләк йыя.Ер еләгенең күплеге!Аяҡ аҫты ҡып-ҡыҙыл!Инде күнәге лә өймәләмә тулған. Шул саҡ тау түбәһендә Аҡбуҙатҡа атланған Нурислам күренде.Юҡ,Аҡбуҙат түгел,Ыласын икән бит!Сабып килешләй , егет ҡыҙҙы йәлп иттереп кенә биленән ҡымтып алып,алдына ултыртты. Зәйнәптең ҡулынан ысҡынып киткән еләкле күнәк тау битенә тәгәрәне,аяҡ аҫты ҡып-ҡыҙыл булды...
Ай!-Зәйнәп тауышына үҙе уянып китте.Өнмө,төшмө икәнен дә белерлек түгел,йөрәге ярыш атыныҡы ише дарҫлап тора.Ниндәй юғалтыу янай ҡыҙға?Тағы ниндәй һынау әҙерләнең,яҙмыш?!
”Төш -убырлы,”-тип белеп әйтә икән халыҡ, бер-нисә көндән ауылды һә тигәнсе яңылыҡ урап сыҡты:
-Нурислам ҡайтҡан...
-Бисә алып ҡайтҡан...
-Бисәһе мәрйәме,мимесме ти шунда ...
Зәйнәп һығылып төштө.Өмөтө өҙөлдө,һөйөүе сәскә атмай ғына томаланды,нисә йылдар күңелендә генә йөрөткән хыялдары селпәрәмә килде.Артабан нисек йәшәргә? Ҡайҙан көс табырға?Үҙенә ҡул һалһа,әсәһен йәлләй.Әсәкәйе яңғыҙ, ҡыу башы нишләр?
Ҡыҙ бөтә күңеле менән эшенә бирелде.Эшһеҙ торһа,йөрәге ярылыуҙан ҡурҡты.Төндәрен,йоҡо алмағанда,китап уҡырға әүәҫләнеп алды.Шәм яҡтыһында уҡыусыларының дәфтәрҙәрен тикшереп,икенсе көнгә дәрескә план яҙып бөткәс,китап уҡый.Ҡайһы саҡ таң атҡансы ултырып,ятып та тормайынса ,эшкә йүгергән мәлдәре булды.Көндөҙ эш менән үтә,агитатор булып,фермала һауынсыларға лекциялар уҡый,яланда комбайнсылар,тракторсылар алдында сығыш яһай,ырҙын табаҡтарына ла барып өлгөрә,мәктәптә байрамдар ойоштора.Тик кистәрен,оҙон төндәрҙә,үҙенә үҙе урын таба алмай,яралы айыу кеүек яфалана.Уныһын ҡыҙ үҙе генә белә һәм әсәкәйенең тынғыһыҙ йөрәге һиҙә торғандыр...
***
Көн көҙгә ауышты.Ауыл халҡы уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыр өсөн бөтә көсөн һалып эшләне, колхоз етәксеһе ярҙамға мәктәп балаларын да саҡырҙы. Бер көн дә ҡалдырмай дәртләнеп йөрөгән Фәхрислам икенсе көн инде эшкә килмәй .Класс етәксеһе булараҡ,Зәйнәптең Нурислам йәшәгән өйгә малайҙың хәлен белергә бармай хәле юҡ,мәктәп директоры ла бөтә уҡыусыларҙың эшкә йөрөүен талап итә.Ырҙын табағынан ҡайтып,бер аҙ ял итеп алғас,Зәйнәп Әсмәләргә ыңғайланы.Ишек алдында бер кем дә күренмәй,ләүелдәп өрөп,абалап торған эт тауышына ла сығыусы юҡ.Алан-йолан ҡарап алғас,ҡыҙ ишек туҡылдатты.Тотҡаһына үреләм тигәндә генә өй ишеге асылып китте лә унан ...Нурислам пәйҙә булды.
-Һаумы...Һаумыһығыҙ!
Зәйнәп тиҙ генә ҡулын артына йәшерә һалды.
-Зәйнәп!?.Һаумы,Зәйнәп!
Нурислам,ҡыҙҙан да нығыраҡ тулҡынланды,тауышы ҡалтыранып китте.
Зәйнәп ,илап ебәрмәҫ өсөн, бөтә көсөн йыйып,тауышын күтәрә биреберәк:
-Фәхрислам ...эшкә килмәне...нимә ...булды?-тип саҡ һорай алды.
-Бәй,сит кеше кеүек нишләп тупһала тораң,Зәйнәп?Өйгә үт!
Әсмәнең тауышы икеһен дә уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарҙы.
-Үт,әйҙә,өйгә ин!Фәхрислам ни ҡапыл ғына сәсрәп ауырыны ла китте,тәне лә ҡыҙыу.Духтыр саҡырайыҡ тигәйнем,Нурисламдыҡы килен үҙе дауалайым,тамағы шешкән ,ти.
Шул саҡ Зәйнәп урындыҡ ситендә ултырған Валяны күреп,уның иҫ китәрлек сибәр булмауын билдәләне.Ингән кешегә аптырап ҡарап ултырған ҡатын,Зәйнәптең русса һорауҙарына йылмайып ,ихлас яуап ҡайтарҙы.
-Исеме уның хәҙер Вәлимә булыр ...-тип һөйләнде Әсмә ,килене менән таныштырып .
Үҙе Зәйнәпкә ҡарап һоҡланды,улына ниндәй шәп иш булырҙай ине лә бит !
Нурисламдар йәшәгән өйҙән сығып урамдан барғанда ла,ҡаршыһына осраған ауылдаштарын сәләмләгәндә лә Зәйнәп бөтә ҡайғыһын күңеленең иң төбөнә йәшерҙе,бары өйөнә инеп,унда бер кем дә юҡлығына инанғас ҡына, күҙ йәштәренә ирек бирҙе...
Иҫен йыя алмай ,аңҡы-тиңке булып оҙаҡ йөрөнө Зәйнәп.
Әмәлгә ҡалғандай, райондың мәғариф бүлеге мөдире уны үҙенә саҡыртып алды.
-Һеңлекәш!Һиңә уҡырға кәрәк! Ғүмер буйы ете класс белем менән йөрөй алмаҫһың!
Зәйнәп икеләнде.
-Әсәйем нишләр икән?
-Хәлеңде аңлайым,ситтән тороп уҡырһың,эшләп тә йөрөрһөң!
-Әллә инде!
Ҡыҙ төплө генә яуап бирмәне
-Әлләләп торма!Ятаҡтан урын бирербеҙ,әсәйеңде лә алып кил!
Әсәһенә был хаҡта һөйләгәс,Зарифа ҡыҙыҡайының теләгенә ҡаршы килмәне,берҙән- бер улының,иренең юҡлығы тураһында гел генә иҫенә төшөрөп торған ерҙән китергәме-китмәҫкәме тип икеләнмәне тиерлек.Бер-ике көндә иң кәрәкле нәмәләрен ,ятыр-торор ҡаралтыны мәғариф бүлеге ебәргән йөк машинаһына ырғыттылар ҙа,ишекте йоҙаҡлап,асҡысын күҙ-ҡолаҡ булырға күршеләренә ҡалдырып,ауылдан сығып та киттеләр.
Ҡала мөхите уға бер аҙ онотолорға ярҙам итте,Нурисламға булған хистәре юҡҡа уҡ сыҡмаһа ла, баҫыла бирҙе. Бары ғаилә ҡорорға ғына ашыҡманы ҡыҙ, саф мөхәббәтенә хыянат итеүҙән ҡурҡты. Ул арала эш тип янған Зәйнәпте тағы ла үрләттеләр,район советына депутат итеп һайланылар,партия сафына инде,хатта Мәскәүгә съезға делегат булып барыу бәхете тейҙе.
***
Бәхетле яҙмыш Миңислам менән Зөһрәне лә ҡауыштырҙы. Һуғыш тамамланғас, шахта эшен ҡалдырып,тағы ла мыҡтыланып,һомғолланып ,ир ҡорона тулып ҡайтып төштө егет ауылға.Колхозға ҡайтҡан трактор рулен дә ышанып Миңисламға тапшырҙылар.Эш мәнеһен белгән,усында ут уйнатҡан егетте Зөһрәнең аталары ла үҙ итте,яусы ебәргәс, ҡыуанып, ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә риза булдылар.
Ике яҡ туғандар йыйылып, өмә яһап,өй нигеҙе ҡорҙолар,бура күтәрҙеләр, көҙөнә йәш ғаилә яңы өйҙә донъя көтөп алып та китте.Бер-бер артлы улдары,ҡыҙҙары донъяға килде.Зөһрә эшкә сымыры,егәрле,ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатын булып сыҡты.Һыйыр ағын тәләфләмәй,ҡаймаҡ айырып,май яҙып,ҡорот,эремсек яһап,ҡаҙан тирәһендә орсоҡтай бөтөрөлә.Ҡомалаҡтан сүпрә ҡайнатып,ҡабартып,күпертеп һалған икмәктәре һәр саҡ уңа.Ҡул эшенә лә маһир,кәрәк саҡта теген машинаһында ла бөтә кейем-һалымды һә тигәнсе генә тегә лә ала.Ә Зөһрәнең моңло тауышын ишеткәндәр мәңгегә уның күңеленә,моңона ғашиҡ !Миңислам һыҙҙырып гармунда уйнай,Зөһрә үҙәкте өҙөп йырлай.Кешеләр әйтмешләй, уларҙың никахы Хоҙайҙың бер матурға-бер матур,бер даланлыға-бер даланлы тигән ваҡытында күктәрҙә яралған һөйөүҙән туҡылған.Малайҙары аталарына оҡшап,ҡара матур булһа,ҡыҙҙары ,әсәләренә оҡшап,аҡ йөҙлөләр.Бәхетле өйҙә ҡот уйнап тора,мөхәббәтле парҙың йөҙөндә лә бәхет нуры сағыла.Бик ҡунаҡсыл, киң күңелле лә Зөһрә. Ҡәйнәһе Әсмә менән әсәй менән ҡыҙ кеүек йәшәйҙәр,килгән-киткән туғандарға,таныш-тоноштарға ла был йортта һәр саҡ асыҡ ҡараш,алсаҡ йөҙ күрһәтәләр.Йылы ергә йылан эйәләй ,тигәндәй, барса туғандары был йортта ҡәҙерле ҡунаҡ.
Ағаһы Нурислам ҡалаға сығып киткәс,атаһы яу яланында ятып ҡалғас,әсәһе Әсмә апайға таяныс,Ғәйнислам менән Фәхрисламға ярҙамсы булып, үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алды Миңислам.Бер ҙур,татыу ғаилә булып йәшәй Ыласыновтар. Тик Нурисламдың яҙмышы ғына эсен бошора өй хужаһының.Ағаһы ауылда ҡалған булһа,бергә көңгөр-ҡаңғыр итеп,кәңәшләшеп донъя көтөрҙәр ине.Хажғәли ҡартатаһы ла яратҡан ейәненең тормошон тыуған ауыл менән генә бәйләп күҙ алдына килтерә ине.Кешенең ниәт ҡылғанына көлөп ултыра икән ,ти бит шайтандар ҙа! ”Әйҙә,әйҙә,хыяллан әҙәм балаһы!Иртәгә һине нимә көткәнде белмәйһең шул!”
***
Нурислам менән Валентина-Вәлимә ҡалаға барып урынлашып,тәүҙәрәк баракта йәшәнеләр,шунан ҡала осона өй һалып,күсенделәр.Нурислам яңы ғына асылған шахтаға эшкә төштө,Валя ҡала дауаханаһына медсестра булып урынлашты.Ситтән ҡарағанда уларҙың тормошо һәүетемсә генә кеүек.Эшкә баралар,ҡайталар,йөҙ төрлө донъя мәшәҡәте менән ваҡыттың уҙғанын да һиҙмәйҙәр.Миңислам менән Зөһрәнең балалары тупырҙашып үҫеп килә,Ғәйнисламдың да өй эсе балалар тауышына күмелде.Хатта кинйәләре Фәхрисламдың ҡыҙҙары мәктәп йәшенә етеп килә.Иң аяныслыһы-Нурислам менән Валяның сабыйҙары тыуманы.Төрлө кимәлдәге врачтар ҙа көсһөҙлөктән ҡулдарын ғына йәйҙеләр.Валя шунан Нурисламға үҙ уйын еткерҙе:
-Әйҙә, Минислам менән Зөһрәнең өсөнсө ҡыҙы... Миләүшәне үҙебеҙгә һорайыҡ.Улар бит йәштәр,тағы алып ҡайтырҙар.Моғайын,риза булырҙар, һин һораһаң... Миләүшәне беҙгә бирһәләр, үҙ балабыҙ кеүек булыр ине.
Валя бер-ике ай элек ауылға ҡайтҡанда зәңгәр күҙле Миләүшәнең үҫә килә украин ҡыҙына оҡшай барыуына ғәжәпһенгәйне.Сит кешенән ятһынып тормай,саҡырһаң килә,алға уҡ менеп ултыра.Шунда ул ҡыҙҙың ҡылын тартып ҡараны.Зөһрә менән Миңисламдың һәр балаһына тәмле әтәстәр,перәниктәр алып ҡайтҡайны.Балалар бер-береһенә мәмәйҙәрен күрһәтеп,маҡтанышҡан булалар.Бәләкәстәр,һанай белмәһәләр ҙә,Миләүшәнең ҡулындағы күстәнәстәрҙең күберәк булыуына иғтибар иттеләр,ҡайһы берҙәре уның үҙ өлөшө менән тигеҙ бүлешеүен теләне.Валя:
-У тебя хотят отнять сладости?Әйҙә миңә ҡыҙ бул да ҡуй!Мин һиңә кү-ү-п итеп конфет,шоколад алам!Күлдәктәр,сандалиҙар алып бирәм!-тине.-Миңә,Нурислам олатайыңа ҡыҙ булаңмы?
Күп итеп тәмлекәс ашау мөмкинлеген бала ысҡындыра буламы?
-Эйе!Булам!
-Беҙҙең менән ҡалаға китәңме?
-Китәм!
Валяның күңеле албырғап ҡуйҙы,Миләүшә бит риза!Был һөйләшеү уның күңеленә ҡорт кеүек ояланы,тынғы бирмәй ҡыжмырҙап ҡына торҙо.
Үҙенең ниәтенең бойомға ашыуына тамсы ла шикләнмәгән Валентина Нурисламды ҡыуыртып ,өйгә төкәтмә яһарға күндерҙе.Миләүшә килгәс , ҡыҙ балаға айырым бүлмә кәрәк ,тине.Ҡатынының алдына алғанын ҡуймай,үҙ һүҙен һүҙ итерен аңлаған Нурислам ял көндө урман яғына барып, өс яҡ төртөр өсөн бура белеште,иҙән , түбә йәйергә кипкән таҡталарын да тапты.Оҫталар яллап,тиҙ арала бураны күтәреп, башын ябып та ҡуйҙы.
Валя эш хаҡы алыу менән төрлө төҙөлөш материалдары һатылған магазиндарҙы ҡыҙырҙы,оҙаҡ эҙләгәндән һуң теләгәненә иреште,бүлмәгә Миләүшәнең күҙҙәренә оҡшатып,зәңгәр күк йөҙөндә йондоҙҙар янып торған обой табып йәбештерҙе. Тәҙрәһенә фирүзә төҫөндәге ҡорғандар элде,иҙәненә затлы балаҫ түшәне.Ҡыҙ баланың зауығына тап килерлек мебель ҡайтартты,хатта үҙе бәләкәй саҡта хыялланып та бер ваҡытта ла уйнай алмаған һарыҡай сәсле ҡурсаҡ,оло ап-аҡ йомшаҡ айыу һатып алып ултыртып ҡуйҙы.Украинала ,ата йортонда йәшәгәндә үҙенең айырым бүлмәһе булыуын теләгәне гел иҫендә уның.Балаҡайы бер нәмәгә лә мохтаж булмаясаҡ,аҡтан аҡ,суҡтан суҡ итеп кейендерәсәк ул ҡыҙғынаһын.Башҡа ваҡытта ял көндәрендә аш бүлмәһенән сыға белмәгән Валя балалар өсөн тәғәйенләнгән магазиндарҙы йөрөп сыҡты,сәскәле күлдәктәр,матур таҫмалар,йоҡлау өсөн пижаманан башлап,миҙгеленә ҡарап кейергә плащ,пальтоларға тиклем һатып алып,бүлмәнең шифонерына элеп ҡуйҙы.
Булды!Бүлмә әҙер,тик Миләүшәне барып һорайһы ғына ҡалды.Миңислам менән Зөһрә риза булырҙар әле,уларҙың бит былай ҙа балалары күп.Ә Миләүшәне, моғайын, бөгөн үк алып ҡайтырҙар!
Нурислам, ҡатынының тәҡдименә бер аҙ шикләнеп торһа ла,Валя ныҡығас,риза булды.Шул ниәт менән киләһе ялға уҡ икәүләп ауылға ҡайтып төштөләр.
Күстәнәстәр,бүләктәр тейәп ҡайтып төшкән ағаһы менән еңгәһен Миңислам менән Зөһрә ихлас ҡаршы алды.Ҡыҙыу итеп мунса яҡтылар,ҡаҙан тултырып аш һалдылар.
Рәхәтләнеп ҡыҙыу мунсала сабынып,Зөһрә бешергән тәмле бишбармаҡты ашап бөтөүгә,ҙур ҡорһаҡлы еҙ самауыр ҙа,боҫон борҡотоп ,урындыҡтан урын алды. Хуш еҫле мәтрүшкәле сәйҙе эсеп алғас,тамаҡ ҡырып алып,һүҙ башланы Нурислам:
-Минислам ҡустым ,Зөһрә килен!Беҙ Валя еңгәгеҙ менән ун бер йыл бергә йәшәйбеҙ,балабыҙ һаман юҡ.Сит баланы тәрбиәгә алғыбыҙ килмәй ,ят кеше балаһын үҙ итә алмабыҙ ,тип ҡурҡабыҙ.Унан ...бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай,тиҙәр бит.Зинһар өсөн һеҙ... беҙгә Миләүшәне бирегеҙ .Беҙ уны яратып ҡына , иркәләп кенә үҫтерербеҙ.Миләүшәгә беҙгә өйрәнеүе ҡыйын булмаҫ,әле уға биш кенә йәш бит,еңгәгеҙ уға бауыр баҫыр...Һеҙгә осрашырға рөхсәт итербеҙ, килеп күреп йөрөрһөгөҙ,беҙ уны байрамдарға, каникулдарға алып ҡайтырбыҙ.
Зөһрә күҙенең ҡыры менән генә Минисламға күҙ һалды. Иренең бите ағарып китте,уң яҡ күҙе тартышып ҡуйҙы.Өйҙә себен осҡан тауыш ишетелерлек- ауыр тынлыҡ урынлашты. Һәр береһе артабан нимә булырын көтә.
Шул саҡ Минислам яндырайланып урынынан һикереп торҙо:
-Ағай ,әле һин быны уйнап әйттеңме,әллә уйлапмы?Был тәҡдимде нисек уйлап таптығыҙ? Минең балам кәзә бәрәсеме,йә бесәй балаһымы,әллә көсөкмө?Нисек? Һеҙ әллә ... балабыҙ күп булғас та берәйһе артыҡ икән тип уйлайһығыҙмы? Тауҙан таш артамы? Беҙҙең артыҡ балабыҙ юҡ!Тешләп ҡарағыҙ әле,ҡайһы бармағығыҙ ауыртмай? Бөтәһе лә ауырта.Был хаҡта ҡабат һүҙ ҙә ҡуҙғатмағыҙ.Вәссәләм!
Шунда Валяның илағаны ишетелде:
-Минислам,дорогой,пожалуйста,отдай нам ее,она так на украиночку похожа, голубоглазая, светловолосая! Мы ее Мариной назовем.
-Бар сығығыҙ,ҡайтып китегеҙ! Мин һеҙҙең менән был турала башҡа һөйләшмәйем, хатта күрергә лә теләмәйем!Минең балаларым күп булһа ла,ас ултырмайҙар, тамаҡтары туҡ,өҫтәре бөтөн,күңелдәре көр!Бала-бауыр ите!Зөһрәмдең эсенә һыйған балабыҙ тышыбыҙға ла һыя.Беҙҙең артыҡ балабыҙ юҡ!Эй ,кемгә һөйләп торам, һеҙ уны барыбер аңламаясаҡһығыҙ!
Минислам ҡапыл ғына ҡулын һелтәп,яндырайланып,ишекте шартлатып ябып,ултырып сыҙай алмай, урамға сығып китте.Ҡунаҡтарҙың иһә йыйынып ҡайтып китеүҙән башҡа саралары ҡалманы.
Шул көндән алып туғандар араһынан ҡара бесәй үтте.Валентина Нурисламдың туғандарын дошман күрә башланы,уларҙың һәр бер эшенән,һүҙенән сей эҙләне. Тәүҙәрәк һирәгерәк булһа ла ҡайтып-китеп йөрөһәләр,хәҙер инде аралар өҙөлдө.Тау менән тау ғына осрашмай кеше менән кеше юлдары һирәк булһа ла киҫешмәй ҡалмай.Нурислам менән Минислам да ғаиләләре менән ҡайһы бер мәжлестә тура килгеләнеләр.Ул саҡта Валя әрләшер өсөн сәбәп табырға әүәҫләнде. Табында ҡунаҡтар башҡортса йырҙар һуҙа башлаһалар, Валя пыр туҙып ,ене ҡуба ла китә:
-Тағы олой башланылар,олойҙар ҙа олойҙар!
Хужалар бишбармаҡ бешерһә,ауыҙына ла ҡапмай:
-Шул шаҡмаҡлы ашығыҙҙы бешереүҙе туҡтатағыҙмы,юҡмы?Бынау заманда ағас ҡалаҡтан аш эсеп,ҡул менән ит һоғондороп ултыраһығыҙ!Ашамайым мин ул нәмәкәйегеҙҙе!
Ҡай саҡ табын артында ултырыусылар аштан да,ризыҡтан да өҫтөн булырға ярамағанлыҡты аңлатырға тотонһа,Валяны тотоп алырмын тимә,ауыҙынан ут сәсә.
Тора-бара туғандар уны табынға саҡырмаҫ булды,шуның менән бергә Нурисламдың да тыуған ауылына эҙе һыуынды.
Валя иренең башҡа туғандарын да өйөнә яҡын юлатманы:
-Ниндәй бөтмәгән бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөшөү ул?Мин һинең эт өйөрө кеүек туғандарыңа ярайым ,тип ҡунаҡ саҡырып ултырмайым! Эҙҙәре булмаһын! Береһен дә күргем килмәй!
Ә инде Нурислам тигән кеше донья йөҙөнән юғалды,тик уға Коля,Николай тигән ҡушамат ҡына йәбеште.
Нурисламды әсәһен ерләргә ауылға ҡайтҡан өсөн дә айҙар буйына таланы Валя,бөтә бәләләрҙе ул Әсмә исеме менән бәйләне.Имеш,ҡәйнәһе уны тәүҙән үк һөйһөнмәгән, улына башҡорт ҡыҙын алып бирергә хыялланған.
-Старая стерва прокляла ,из-за этого у нас нет детей!-тип бер гонаһһыҙ Әсмәнең һыртынан тетмәһен тетте. Туғандары ла инде уларҙан өмөттәрен өҙҙө.Үҙҙәренең тупһаһы аша туғандары ғына түгел,башҡорт милләтенән булған күршеләре, таныштары ла ашатлап үтә алманы.Әҙерәк башҡортса һупалай башлаған Валентина гелән урыҫса һөйләшергә кереште.
Нимә булды Валяға? Әллә ен алмаштырҙымы?Нурисламға эйәреп ,Ҡаф тауы артына ла китеп олағырға,хатта икенсе ҡатын булып килергә лә риза ине бит. Динен алмаштырып,үҙен Вәлимә тип атауға ла риза булғайны !Зәйнәпкә булған һөйөүенә хыянат итеп,Валяға өйләнгәнгә һынау итеп ебәрәме әллә Хоҙай бындай яҙмышты?
Зәйнәп!Күңеленең түрендә генә был исем!Иҫенә төшһә,уның матур йылмайыуы, серле ҡараштары йөрәген айҡалдыра.
Нурислам башында бал ҡорттарылай гөжләп торған мең һорауға яуап таба алмай хитлана.Ҡара ҡыйғас ҡашлы Зәйнәпте иҫенә төшөрһә,йөрәге ситлегенә һыймай,шашып-ярһып тибергә тотона .
***
Осрашты бит улар.Көтмәгәндә осрашты.Август аҙағында Шахтерҙар көнө айҡанлы ҡаланың мәҙәниәт һарайына концертҡа барыу өсөн саҡырыу билеттары тараттылар. Валя ,башы ауыртыуға һылтанып,байрамға барыуҙан баш тартты. Нурислам, бригадала бергә эшләгән егеттәр менән һөйләшеп,концертҡа барырға ҡарар итте һәм үкенмәне.Ҡотлауҙар бүләкләү менән үрелеп барҙы. Хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары,бүләктәр бирәләр. Нурисламға ла өлгөлө хеҙмәте өсөн ҡала советының Маҡтау ҡағыҙын һәм премия тапшырҙылар.Ҡотларға килгән ҡунаҡтар,депутаттар сәхнәгә берәм-берәм күтәрелде.Улар араһында Зәйнәпте күреп,Нурислам терт итеп ҡалды.
Зәйнәп үҙгәргән,ысын ҡала кешеһенә әйләнгән. Тулҡынланып торған ҡара сәстәрен матур итеп түбәһенә өйгән,өҫтөнә кейгән зәңгәр күлдәге,аяғындағы бейек үксәле тюфлийы үҙенә шул тиклем килешә.Телмәре лә шыма,матур,залдағы тамашасыларҙы һә тигәнсе ауыҙына ҡаратты. Ул сығыш яһап бөткәс,барса халыҡ баҫып, оҙаҡ итеп ҡул сапты.
Концерт тамамланғас,барса кеше фойеға ағылды,ә Нурислам аяҡ оҫтарына баҫып,халыҡ араһынан зәңгәр күлдәкле Зәйнәпте күҙләне. Бына...күҙҙәр менән күҙҙәр осрашты,бер минутҡа ғына икеһе лә юғалып ҡалды,унан кешеләр араһынан этелә-төртөлә бер-береһенә яҡынлашты.
-Зәйнәп!Ҡайҙан килеп сыҡтың беҙҙең ҡалаға?
-Нурислам!..Күҙемә күренәһең икән ,тип торам.-Быныһы Зәйнәп тауышы.-Бына бер йыл инде,партия ҡушыуы буйынса ,һеҙҙең ҡалала эшләйем.
-Зәйнәп,һине күреүемә бик шатмын, -тип күрешергә ҡулын һуҙҙы Нурислам.
Мөлдөрәмә асы йәш,шул уҡ ваҡытта,мөхәббәт менән тулы күҙҙәр баҡты Нурисламға.Ә ҡулдары...боҙ кеүек һалҡын.
-Ҡулдарың өшөгән!- Ирендәренә килтереп ,Зәйнәптең бармаҡтарына өрҙө Нурислам.Улар өсөн тирә-яҡтағы ығы-зығы,шау-шыу ҙа онотолдо,икеһен ике яҡтан юлда торғандары өсөн этеп-төртөп китеүҙәре лә сүп кенә ине...Халыҡ тулҡыны,яҡшылыҡ эшләгәнен үҙе лә аңғармай ҡалды,улар эткән,төрткән һайын,Зәйнәп менән Нурислам араһындағы бушлыҡ кәмене,улар бер-береһенә яҡынайҙы...
***
Нурислам менән Валяның ғына өйөнә бер кем инмәй,бер кем сыҡмай. Ҡатынҡай,кеше яратмағас,эш урынында ла оҙаҡ торламай . Бер урындан әрләшеп сыға,икенсе урындан талашып китә.
Ғүмер буйы Нурисламдың ауыҙын астырманы.Яңылыш ҡына ҡаршы һүҙ әйтһә лә ирҙең тауышын томалар һылтау таба һалды:
-Николай!Әгәр һин миңә тауыш күтәрһәң,мин военкоматҡа һине һатлыҡ йән булды, фашистарға хеҙмәт итте,мин шаһит ,тип ғариза яҙам! -тип ҡурҡытты. Тыуған иле,туған халҡы алдында бер гонаһы булмаһа ла , закон һағында торған кешеләр менән аралашырға теләмәгән Нурислам үҙе лә һиҙмәҫтән Валяға буйһондо. Сөнки ҡатыны быға тиклем бер-ике тапҡыр шундай яуыз ғариза менән барып, ирҙең ҡотон алғайны инде.
Военкоматҡа саҡыртҡас, шунда эшләгән лейтенант егет донъяуи кәңәш бирҙе.Йәш кенә булһа ла бик аҡыллы булып сыҡты.
-Олатай! Бисәңде тый,яҙа торғас,берәйһен ышандырыуы бар! Мин ҡатыныңдың ғаризаһын һинең күҙ алдында йыртып ырғытам.Төрлө кеше төрлөсә ҡарай бындай яҙыу-һыҙыуҙарға!-тип, Нурисламды ҡайтарып ебәрҙе.
Өгөтләп тә,юхалап та,әрләп тә ҡараны Нурислам-тик бөтәһе лә бушҡа ғына,бер ниндәй ҙә фәтеүә юҡ.Аптырағас,ҡатыны әллә туғандарын,тыуған яғын һағыныуҙан шулайтып килде-китте холҡон күрһәтә микән тип,Нурислам Валяға :
-Әйҙә,отпуск алып,тыуған яғыңа барып киләйек ,бөтә әҡрәбәң үлеп бөтмәгәндер бит,йә иҫән-һауҙыр берәйһе булһа ла.Эҙләйек,бәлки күреүселәр,белеүселәр барҙыр.Улар менән осрашайыҡ,күрешәйек,-тине.-Тыуған яғыңды ла һағынһаңдыр, тәүге тәпәй баҫҡан ереңде,уйнап үҫкән туғайҙарыңды,бала сағыңды иҫләүсе әхирәттәреңде күргең киләлер!
Быны ишеткән Валя,ауыҙынан төкөрөктәрен сәсеп, һуҡранырға кереште:
-Минең туғандарымда ни эшең бар?Бер кемде күрергә лә,ишетергә лә теләмәйем! Башымды ҡатырма!
Туғанлыҡ хисе юҡмы,әллә уның күңеле туңғанмы?Нурислам ,ир башы менән,шундай ҡатылыҡты аңлап бөтә алмай.
***
Октябрь байрамы алдынан магазинға сыҡҡан Нурислам көтмәгәндә ғаиләһенә күстәнәс алып торған дуҫы Вәлиулланы осратты. Улар бер урамда бәпкә үләнендә аунап,йәйәүләп Аслыкүлгә балыҡ ҡармаҡларға йөрөп,төнгөлөккә аттар көтөргә сығып,усаҡ яғып,матур киләсәк хаҡында хыялланып уйнап үҫкән йән дуҫтар ине. Бығаса бер-нисә тапҡыр осрашһалар ҙа,хәл-әхүәл һорашыуҙан уҙа алманылар, рәхәтләнеп бер яйлап ултырып һөйләшер,аралашыр өсөн ваҡыт тапманылар.Валя менән бергә ауылға ҡайтһаң ,ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеп булмай,ғүмер буйы ауылдан сыҡмаған Мәликә,Вәлиулланың ҡатыны, русса икмәк-тоҙлоҡ ҡына белә,Валя менән аралашыр өсөн тел байлығы юҡ. Унан ауылда тормош көткән Вәлиулла йыл әйләнәһенә колхоз эшенән бушамай:яҙын -сәсеүҙә,йәйен -бесәндә,көҙөн уңыш йыя,ҡыш буйына ла тракторынан төшмәй.Бына шул дуҫын осратып, атҡа менгән кеүек шатланған Нурислам,уны ай-вайына ҡуймай, үҙҙәренә алып ҡайтты.Вәлиулла,киске автобусҡа тиклем хәтһеҙ генә ваҡыт та булғас,дуҫының һүҙен йыҡманы,Валяға күстәнәскә бер әсмүхә сәй,кәнфит алып,уның артынан ыңғайланы.Әмәлгә ҡалғандай,Валя өйҙә булмай сыҡты,бер таныш ҡатынына яңы йылға күлдәк тектерергә тауар алып киткәйне.
Дуҫтарҙың һүҙе беректе,т иҙ генә һалдаттарса, нимә бар,шуның менән табын ҡороп,үткәндәрҙе хәтергә төшөрөргә,яуҙа ятып ҡалған йәштәштәрен,ауылдаштарын барларға тотоноп киттеләр.
Киске автобус ваҡыты еткәс,ҡайтырға уҡталған дуҫын Нурислам бер генә лә сығарғыһы килмәне.
-Вәлиулла!Дуҫҡайым!Бөгөн беҙҙә йоҡла, иртәгә иртән үҙем автобусҡа оҙатып ҡуям.
-Әллә инде .Мәликә менән балалар көтөп торор бит әле.
-Телефондан шылтыратып әйтербеҙ.
-Беҙҙә телефон ҡайҙан!Кәнсәгә генә шылтыратмағанда...
Шул арала Нурислам телефон номерын йыя ла башланы
Теге оста яуап биреүсе кәнсә ҡарауылсыһына Вәлиулланың эш буйынса тотҡарланыуы тураһында ғаиләһенә хәбәр еткереүен һораны.Ыңғай яуап алғас,дуҫының иңенән ҡосаҡлап,кире диванға ултыртты.
-Күрҙеңме ,дуҫҡай, проблеманы нисек еңел генә хәл иттек?Бөгөнгө төн- беҙҙеке!Рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырбыҙ!
Араҡы тәьҫиренән дә,шатлыҡтан да күңеле йомшарған Нурислам ҡулына гармунын алды.Бармаҡтарын гармун телдәренән йүгертеп сыҡты ла “Зәңгәр күлдәкте”уйнап ебәрҙе.Йырға Вәлиулла ла ҡушылды:
Зәңгәр күлдәгеңде кейәһең дә
Болондарҙан атлап үтәһең...
Дуҫтарҙы был йыр тыуған яҡтарҙың сәскәле болондарына,туғайҙарына алып китте.Йырҙарҙа йырланған Асылыкүл буйында,изге Балҡантау итәгендә күҙҙең яуын алырлыҡ аллы-гөллө сәскәләр үҫкән туғайҙарҙа гөлләмәләр йыйыусы ҡыҙҙар-тәүге мөхәббәт алиһәләре күҙ алдына килеп баҫты.
-Их,дуҫҡай!Йөрәк яна!
Нурислам ҡулын йөрәк тапҡырына ҡуйҙы,тауышы ҡалтыраны.
-Нурислам,һинән һорарға форсат юҡ,унан..уңайһыҙ ҙа яраңа тоҙ һалыуы...
Вәлиулла дуҫының яурынына ҡулын һалды.
-Дуҫым,һин бит Зәйнәпте ярата инең...Ә ул һине көткән,әсәйем һөйләүенсә,сит-яттарға күҙ һалмаған,тоғро булған.Һин нишләп шундай оло һөйөүеңә хыянат иттең? Мине ошо һорау гел генә борсоп торҙо.Зәйнәпте йәлләп йөрәгем әрнене,ана һаман ғаилә ҡормай,әсәһе менән генә йәшәп ята!
-Их,Вәлиулла!Ғәйеплемен!Хәйер, мин генә ғәйепле микән?Шул ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш сыҡмаһа,бәлки ... Зәйнәпкә хыянат иттем шул,һөйөүен аяҡ аҫтына һалып тапаным!
Нурислам ике ҡулы менән башын ҡыҫып тотоп, тынып ҡалды.Бер аҙ шулай ултырғас,дуҫына йөрәгенең иң төбөндә,кеше шәйләмәҫ шырлығында нисә йыл ятҡан серен систе:
-Вәлиулла дуҫ!Онотманым мин уны...Әле булһа яратам Зәйнәпте...
-Что ты сказал?Кого любишь?
Ҡапыл ишетелгән был тауышҡа ике ир аҫылы тертләп китте.Ни хәл итеп шып-шым килеп ингән?!Ишек төбөндә аҙаҡҡы һүҙҙәрҙе ишетеп,зәңгәр күҙҙәренән осҡон сәсеп Валя баҫып тора.
-Валя!Һин..нисек...тауыш-тынһыҙ ғына!
-Ах ты ,изменник?Значит все еще любишь свою ненаглядную Зайнап?Как ты смог обманывать меня столько лет?
-Валя?Постой?Туҡта әле...-Вәлиулла дуҫын яҡлашырға булды .
Корридо ваҡытында ҡыҙыл сепрәккә ташланған үгеҙ һымаҡ Валя ҡунаҡҡа баҡты.
-А вы кто такой?Зачем явились сюда?Кто вас звал?
-Валя!Туҡта!
Ике ир бер биҙун бисәне тынысландыра алманы.
-Вы! Быстро собрали манатки и пошли отсюда!
Нурислам ,һикереп тороп,дуҫын кәүҙәһе менән ышыҡланы.
-Он никуда не пойдет,Валиулла-мой гость!
Бындай боролошто көтмәгән ҡунаҡ тиҙ генә кейенә башланы.
-Вәлиулла!Дуҫҡайым!Көтөп тор! Бер минут ҡына...-Нурислам ауылдашының ҡулынан кейемен тартҡыланы.-Зинһар,минең өсөн генә,туҡта инде,дуҫым!
-Юҡ,Нурислам!Минең өсөн тауыш сығарма!Мин ....барыр урын табырмын!-Вәлиулла ,баш кейемен эләктереп,тоҡсайын алып,урамға атылды.
-Как ты смогла? Он то в чем виноват?-Нурислам тәүге тапҡыр Валяға киҙәнде.Тик уныһы етеҙерәк булып сыҡты,нисектер йоҙроҡтан ялтанды ла,үрелеп Нурисламдың битенә тырнаҡтарын батырҙы...
Нурислам,бер ҡулы менән ҡанһыраған битен ҡаплап,икенсе ҡулы менән ҡатынын ишек төбөндәге диванға этеп ебәрҙе лә,тиҙ генә дуҫы артынан сығып йүгерҙе...
Был көндән һуң өйҙә ғауғалар йышланы, шундай бер ваҡиғанан һуң, Нурислам,йөрәк яныуын баҫыр өсөн, эштән ҡайтышлай , магазинға инде.Кеҫәһенән аҡса йыйыштырып, (ул бөтәрләнеп бөткән бер һумлыҡтар нисектер Валя күҙенә салынмай ҡалған,юғиһә тиненә тиклем һыпырып таҙартып ҡуя ул салбар кеҫәләрен) һатыусынан бер ярты һораны. Һатыусы ҡыҙ,бер урамда йәшәгәнлектән,бар кешене танып бөткән:
-Ҡунаҡ килдеме әллә,Нурислам ағай?-тип өндәште.
-Юҡ!Үҙемә!-Булды яуап.
-Һеҙ улайтып араҡы алып эскән кеше түгелһегеҙ,берәй нәмә булдымы , ағай?-Һатыусы ҡыҙ ҙа ныҡыш.
-Юҡ,бер ни ҙә булманы...Нурислам урамға атлыҡты.Уның хәлен һорашып торған ҡыҙға берәй ауыҙ һүҙ әйтһә,илап ебәреүенән ҡурҡты .Күңеле тулып, күҙ йәше йылға булып түгелер хәлгә еткәйне,шул.
Бер-ике көндән юл ыңғайы йәнә магазинға һуғылған Нурисламды һатыусы ҡыҙ йылмайып ҡаршы алды.
-Тағы аҡбаш алырға килдеңме ,ағай?
-Юҡ!Былай ғына һуғылғайным.
-Буш сыҡмағыҙ!Бына матур яулыҡтар килде,ҡатынығыҙға бүләк алығыҙ!
-Улай булғас, бирегеҙ,зәңгәр сәскәлеһен.
Ҡыҙыҡай яулыҡты ҡағыҙ битенә урай башланы.
Магазинға һөйләшә-һөйләшә ике ҡатын килеп ингәс,Нурислам төргәкте алды ла урамға сыҡты.
Аяҡтары уны үҙенән үҙе Зәйнәп йәшәгән яҡҡа алып китте.Бына уның өйөнөң тәҙрәләре,икеһендә лә ут яна.Әллә нисәнсе тапҡыр килде ул был урынға,уттары баҙлап торған тәҙрәнән күҙен алмай ,оҙаҡ ҡына торғоланы.Ҡай саҡ Зәйнәп ,тәҙрә эргәһенә килеп,оҙаҡ итеп төнгө ҡала уттарын күҙәтә,ҡай саҡ өҫтәл лампаһын ғына ҡалдырып,ниҙер эшләй.Йә китап уҡыйҙыр,йә бәйләм бәйләйҙер,йә сигеү менән шөғөлләнәлер.Ул Зәйнәптең уттары бөтөнләй һүнгәс кенә,йәшеренеп торған еренән сығып,ҡайтыр яҡҡа ыңғайлай.Ләкин өйөндә Нурисламды бер кем дә ҡолас йәйеп көтөп тормай.
Был юлы ла Нурислам,ҡыҙҙың ишегенә ҡағырға ҡыйыулығы етмәй,туҡтап ҡалды.Инергәме?Юҡмы?Нисек итеп аңлатырға Зәйнәпкә үҙенең хәлен?Ул аңлармы?Ҡысҡырып көлмәҫме ирҙең бәхетһеҙлегенән? Нурислам ,ҡапыл боролоп, китергә уҡталды.
-Нурислам? Һинме был? Нишләп тораң?-тигән тауыш ирҙе аңына килтерҙе.Алдында аҙыҡ-түлек тулы сумка тотҡан Зәйнәп баҫып тора.
-Бына...Үтеп бара инем...-тип һөйләнде ир.
-Мин эштән ҡайтҡас,йүгереп кенә магазинға сыҡҡайным.-Ҡатын сумкаһына ымланы.
-Әйҙә,беҙгә инәйек,сәй эсербеҙ...
-Уңайһыҙ булмаҫ микән?Әсәйең,Зарифа апай, өйҙәме?
-Өйҙә булһа ни...
Улар өй подъезына ыңғайланы...
Шул көндән Нурислам,гүйә,яңынан йәшәй башланы, күңеле Зәйнәпкә тартылды, ҡыҙҙың матур йылмайыуы, алсаҡ йөҙө күҙ алдынан китмәне.
Зәйнәптең ағаһы Ғәйнулла һуғышта хәбәрһеҙ юғалғас,ире менән балаһы ҡайғыһынанмы,күп илауҙанмы ,Зарифа һуҡырайып ҡалды,шуға күрә Зәйнәп әсәһе менән бергә күтәрҙе уртаҡ ҡайғыны..Унан әсәһенә ҡала йортонда еңелерәк,бөтә уңайлыҡтары булған квартирала йәшәүе бик уңайлы.Икәүләп кенә көңгөр-ҡаңғыр донъя көтөп яталар.Зарифа ҡыҙының үҙе иҫән сағында башлы-күҙле булыуын теләй,ейәндәрен ҡулға алып,яратып ҡалырға хыяллана. Тик Зәйнәп һаман да Нурисламды һөйгәнен аңлап тора әсә йөрәге.Аптырағас,ҡыҙына:
-Үҙең өсөн генә булһа ла бала тап ,ҡыҙым.Минең күҙем йомолоп китһә,бигерәк яңғыҙ ҡалаһың,-тип өндәште.
-Кешеләр ни әйтер?
-Кеше һүҙе күп була-тора-бара юҡ була.Ә бала үҙеңә иптәш булыр.
Әсәһенә башҡа бер нәмә лә аңлатып торманы Зәйнәп.Үҙенең дә эсе боша,иптәш ҡыҙҙарының инде балалары буй етеп килә,бер Зәйнәп кенә япа-яңғыҙы.Уның да бала тапҡыһы,уны күкрәгенә ҡыҫып яратҡыһы килә.Йәне булған бөтә ҡатын затына хас хистәр уға ла ситен түгел бит....
Гел генә йөҙөнән һағыш һарҡылып торған Нурисламды күргәндә ,ҡыҙ ниндәйҙер баш әйләндергес хистәр солғанышында ҡала.Уның ғаиләһе , ҡатыны тураһында хәбәрҙәр ишетелеп тора,ә үҙенән һорашырға ҡыймай ... Балалары булмауы ла сер түгел.Ауылдаштарын да осратҡылай ,үҙе лә ауылға һирәк-һаяҡ булһа ла ҡайтҡылай.
Нурисламдың бөгөнгө ҡыланышы,бүләк иткән яулығы ҡыҙҙың хистәрен тағы ла нығыраҡ ҡуҙғытты.
Яйлап ҡына өйөндә йылылыҡ,наҙ күрмәгән Нурислам Зәйнәпһеҙ тора алмауын аңланы, араларында ябай кеше күҙенә салынмаған бәйләнеш барлыҡҡа килде. Ҡыҙҙы күрһә,күңелендә шундай һиллек тоя .Тора-бара бер көн күрмәһә лә йәшәүҙән йәм таба алмай,күңелгенәһе гел генә шул ихлас йылмайған ҡыҙға тартылып тик тора...
***
...Еңеү көнө етәрәк шахта профсоюзы һуғыш ветерандарына ял йортона юлламалар таратты.Нурислам менән Валентинаға бер юлламаны ун икешәр көнгә бүлеп, шифаханаға барып, һаулыҡтарын нығытыу мөмкинселеге сыҡты.Тик өй эргәһендәге баҡсаны ҡалдырып,донъя ташлап ,ишек бикләп, икәүләп сығып китеп булмай,шуға Нурислам Валентинаны бер үҙен ял итергә барырға күндерҙе.Әҙерәк ҡолағы ла тынып торор...
Өйҙә яңғыҙы ултырып арыған ҡатын шатланып риза булды,бер-ике көндә баҙарға сығып, кәрәк-төйәген төйнәне лә юлға сығып та китте.
Ҡатынын оҙатҡас,ул ғәҙәте буйынса,Зәйнәпкә юл тотто.Тик...нишләптер ...уның өй ишеге бикле булып сыҡты. Ишек шаҡыған тауышҡа,күршеләре килеп сыҡты.
-Ә...Зәйнәп...ҡайҙа?Ауырып киткән мәллә?
-Юҡ!Зәйнәп иҫән-һау!Ә бына әсәһе, эләгеп ҡолап, бот төбөнән аяғын һындырған. Тиҙ ярҙам машинаһы менән дауаханаға алып киттеләр.Бәлә өҫтөнә бәлә,күҙе күрмәүе етмәгән!
Ишеткән яңылыҡтан Нурисламдың йөрәге тулап китте,ул тиҙ генә алма,әфлисун, лимон үлсәтеп алды ла автобус туҡталышына йүгерҙе.
Шыптыр моҡсай күтәреп палатаға инеп килгән Нурисламды күргәс,Зәйнәп ихтыярһыҙҙан йылмайып ебәрҙе,йөҙөнә һарылған һағыш таралғандай булды,ике ҡаш уртаһында барлыҡҡа килгән бураҙна яҙылып,күҙҙәре осҡонланып китте.
Йәйғор төҫтәренә тиң донья матурлығын күреүҙән мәхрүм ине шул Зарифа. Ә был бәхетһеҙлеге уны инде аяҡтан да яҙҙырған,етмәһә, врачтар ҙа тынысландырырлыҡ өмөтлө хәбәр әйтмәй.Нурислам дауалаусы врачтан ауырыуҙың хәле тураһында һорашҡас,уныһы:
-Беҙ Алла түгел,ә операцияны ҡәйнәгеҙ күтәрә алмаясаҡ.Унан оло кешенең һөйәктәре лә мурт,был урындан төҙәлһә,икенсе урында һынырға тора. Остеопороз һөйәктәрҙең ныҡлығын бөтөргән,-тип яуапланы.Ә Нурислам”ҡәйнәм”түгел тип аңлатып тороуҙы кәрәк тапманы.
Бер аҙна көн дә дауахана юлын тапаны ирекәй,Зәйнәп тә уны тәҙрәнән ҡарап көтөп алыр булды.Зарифаның хәлендә алға китеш булмағас,врачтар уны өйгә алып ҡайтырға рөхсәт бирҙе,сөнки әбей мәрхүм булып китһә, үлем осрағы берәүгә артасаҡ, дауалау йортоноң юғары күрһәткестәре боҙоласаҡ .
Ауырыуҙы өйгә алып ҡайтыу өсөн транспорт хәстәрләүсе лә Нурислам булды,Зәйнәпкә ҡулынан килгәнсе ярҙам итте.Түшәктә ятҡан оло кешене ҡарау бигерәк ауыр: арҡаһы арып китһә,массаж яһарға кәрәк.Торғоҙоп ултыртырға,аҫтын алмаштырырға.Бында бер Зәйнәптең генә ҡулынан килерлек түгел.Әбейҙең хәле ауырайғас, ҡыҙҙың бер үҙен ҡалдырырға ҡурсып,төнгөлөккә лә тороп ҡалды. Бер аҙна ятты әбей түшәктә,күҙен мәңгегә йомор алдынан, Зәйнәпте эргәһенә саҡырҙы.
-Балам,бер үҙең ҡалаһың инде.Таяныр туғандарың да юҡ бит.Нурислам миңә бик оҡшай,үҙебеҙ кеүек ябай,ярҙамсыл.Тик...балаҡайым,ул ғаиләле кеше бит әле..
-Әсәй,минең ғүмерем буйы уны яратып йәшәгәнемде беләһең бит.Мин Нурисламһыҙ йәшәй алмайым. Уның ғаиләле икәнен дә беләм ,әммә йөрәгемә бойора алмайым. Яҙмыш беҙҙе тәккә генә икенсе тапҡыр осраштырмағандыр!..Һин бит үҙең”Бер генә булһа ла бала тап,”-тинең.
-Ҡыҙым,һин башһыҙ бала түгел,үҙең ҡара,ауыртмаған яғыңа ят.Һин бәхетле булһаң,мин дә бәхетле булырмын.Фәтихамды бирәм,балаҡайым!
Зарифаны ерләү мәшәҡәттәрен дә Нурислам үҙ өҫтөнә алды:мәсеткә барып, һөйләшеп,мулла алып килде,ҡәбер ҡаҙырға ир-егеттәрҙе йыйҙы.Әбейҙең өсөн,етеһен уҡытыу ҙа Нурисламһыҙ үтмәне.
Зарифаны ҡуйып ҡайтҡас,мәйет сыҡҡан өйҙә бер үҙе ҡалырға шөрләгән ҡыҙҙы йәлләп,ҡуна ҡалды.Валентина ял йортонан көс-хәл йыйып ҡайтыуға Нурислам менән Зәйнәп араһына ел дә үтерлек түгел ине...
Туғыҙ айҙан ...Зәйнәп бала табыу йортонан ап-аҡ битле,һөйкөмлө малай алып ҡайтты.Уға булат ҡоросолай ныҡ,түҙемле ,айҙай һөйкөмлө булып үҫһен,тип Айбулат тигән матур исем һайланылар.Эй,ул әсәй булыуҙың рәхәтлеккәйҙәре!Ҡулыңа тәү тапҡыр килтереп биргәстәр,һоҡланып,балаңа ҡарап туя алмай ултырыуҙарың ғына үҙе ни тора?Ул балаңдың тәмле еҫен һулап туймайһың!Ауыҙҙарын сәпелдәтеп, имергә тамшанып ятҡан сабыйҙан да ҡәҙерлерәк бер кем дә юҡтыр донъяла!
Ә атаһы?Аҙымдары олпатланды,үҙенә ышанысы артты,сөнки улы- уның ышанысы, өмөтө,ерҙә ҡаласаҡ нәҫел ебен дауам итеүсе.Тимәк,бушҡа йәшәлмәгән.Ир кешенең иңенә төшкән бурысты үтәп сыҡты Нурислам-ағас ултыртты,өй һалды,бына инде улы-Айбулаты тыуҙы.
Улының эргәһенән ҡайтып китә алмай яфаланған Нурислам Зәйнәпкә үҙенең уйын асып һалды:
-Зәйнәбем!Мин улым менән икегеҙҙең янға күсеп киләм!
Нурисламдың ошо хаҡта һүҙ башларын көтөп йөрөгән Зәйнәп,яуап көткән Нурислам эргәһенә килеп ултырҙы,башын яурынына ҡуйҙы.
-Нурислам,ҡәҙерлем,миңә булған мөнәсәбәтеңә ҡыуанам,балабыҙ эргәһендә булырға теләгәнеңде лә аңлайым.Мин кеше бәхетһеҙлеге өҫтөндә үҙемдең бәхетле доньямды төҙөй алмайым,был янып көлгә әйләнгән йорт ҡуҙында яланаяҡ бейеүгә тиң булыр ине.Унан, Валентина белеп ҡалһа,миңә был ҡаланан китеүҙән башҡа сара ҡалмаясаҡ.Әйҙә нисек бар,шулай ҡалһын. Улыбыҙ эргәһенә килеп йөрө,уның метрикаһында атаһы урынында һинең исем торһон,ләкин фамилияһы минеке буласаҡ.Был икебеҙ өсөн дә уңайлы булыр ,тип уйлайым.
Нурислам, эсе һыҙып ҡына,Зәйнәптең тәҡдиме менән ризалашты. Ә Айбулат,әкиәттәгесә, йыл үҫәһен ай үҫте,ай үҫәһен,көн үҫте.Нурислам йыш килеп йөрөгәс,атайһыҙлыҡты тойманы,ләкин ҡайһы саҡта,иптәштәренең ата-әсәһе бер ҡыйыҡ аҫтында донъя көтөүен күреп ,әсәһенә сетерекле һорауҙар биреп аптырата ине,ләкин үҫә килә үҙенең был торошона күнде.
Нурислам улын күрергә йән атып торҙо,ҡартайып килгәндә татыған атайлыҡ хисе шундай татлы,ҡәҙерле икән.Айбулат ҡойоп ҡуйғандай Нурисламға оҡшаған.Валя күрһә,был балала һис шикһеҙ ирен таныр ине. Ҡара бөҙрә сәстәр,ирендәре, ҡашы, күҙҙәре,хатта атлап китеүҙәре хас Нурисламса.
Атаһы улына атаһы яйлап ҡына туғандары,яҡындарының күп булыуы тураһында һөйләне,Ыласыновтарҙың йорт-нигеҙе ,тамыры ҡайҙа икәнлеген дә белеп үҫте Айбулат.
-Минең тыуған ауылыма барып,иң ҙур,бейек өйҙө тапһаң,шунда һинең Хажғәли ҡартатайыңдың,Фәйзулла ҡартатайыңдың нигеҙе булыр.Һин бер үҙең түгел,улым,ауыр саҡтар тыуһа,туғандарыңа ҡайтып һыйынһаң,һине бер ҡасан да ситкә типмәҫтәр.
Тик Нурислам иҫән сағында улын туғандары менән таныштырырға батырсылыҡ итмәне,Зәйнәп тә быға ҡул ҡуйманы.Ә Валя белеп ҡалһа,ниндәй шайтан туйы ҡубырын күҙ алдына ла килтереүе лә хәтәр.
***
Бер йылды шахтаның профсоюз ойошмаһы ир-егеттәрҙе 23 февраль-Совет Армияһы көнө менән ҡотлап,затлы одеколон бүләк итте.Аҙаҡтан бергәләп табын артында ихлас гәпләшеп ултырҙылар,мәжлес мәртәбәһенә тост әйтеп, коньяк та күтәрҙеләр.
Эштән кәйефе күтәрелеп,йылмайып ҡайтып инеүсе ирен күреп ҡалыу менән Валя ҡыҙыл сепрәк шәйләгән күркә кеүек ҡабарынды.Унан Нурислам яғына ырғыны ла ҡулынан бүләкте тартып алып, тышҡа ырғытты, уның артынан башҡа быяла һауыт-һаба урамға сығарып елгәрелде.
Шунан милицияға шылтыратты:
-Тиҙ арала килеп етегеҙ,иҫерек ирем ҡаңғырта,миңә ҡул күтәрә.
Ул-был иткәнсе тәртип һаҡсылары выжлап ҡапҡа төбөнә килеп тә туҡтаны. Милиция телендә “кухня боксеры”тип аталып йөрөтөлә икән өйөндә янъял ҡуптарыусылар. Нурисламды шул исемлеккә индереп,Валяның илап,ярһып, күҙ йәштәрен түгеп әртисләнеүенә ышанып, ун биш тәүлеккә ябып та ҡуйҙылар.Эш урынынан бирелгән ыңғай баһа ла ярҙам итмәне, етмәһә ғаилә кеҫәһенә һуғып,арыу ғына штраф та сәпәнеләр.
Байрамды эскеселәр,янъялсылар менән бер камерала уҙғарҙы һуғыш афәтен күреп,Еңеү яулап ҡайтыусы ветеран...
Көндән- көн бәйеле аҙҙы ҡатындың. Йәшәүе ауырлашты,ашауы ашау,йоҡоһо йоҡо түгел. Валя иртәнән кискә тиклем ҡорт кеүек Нурисламдың мейеһен кимерә, йырғыслай.
Хатта күршеләр баҡсаларында тыныс ҡына эшләй алмай. Йә Валяға эт өргәне оҡшамай,йә уларҙың бесәйҙәре баҡсаға инеп,картуф һабағын тапай,имеш , сәскәләрҙе йыға.Аптырағас, күрше-күлән , ул урамға сыҡһа,тиҙерәк өйҙәренә инеп ҡасыуҙы хуп күрә. Ә Зәкиә күршеһенә бигерәк ауыр ,сөнки ул бер үҙе дүрт бала тәрбиәләй,шахтала оло КРАЗ машинаһын йөрөтөүсе ире аварияға эләгеп,әрәм булып ҡуйҙы. Валя уның балаҡайҙарын уғрылыҡта ғәйепләй.
-Ты зачем молчишь?Ее дети огурцы воруют?
-Ҡуй инде,Валя! Бәлә яҡма!Киреһенсә,беҙҙең икебеҙгә күпме генә кәрәк,балаларға үҙең индереп бир!Сауап булыр!
-Хәҙер бына,шулар тип көн-төн тимәй түтәл утап бөксәңләйемме?Не надо было плодить нищету!
Валяны еңеп булмаҫын аңлаған Нурислам ҡул һелтәй.
Икенсе юлы тағы бәлә һала:
-Эти чертенята яйца воруют,наверное.Сегодня собрала всего пять штук!
-Етәр балаларҙы ғәйепләргә!Тауыҡтар ҙа ял итәләрҙер бит!Йә көн аралаш һалаларҙыр!-Нурислам был низағтарҙың осон-ҡырыйын күрмәй.Валяның фантазияһына сик юҡ!
Бер гонаһһыҙ балаларын хәҙер үҙҙәрен генә уйнарға ла сығармай Зәкиә, әсәйҙәре ҡарап торғанда ғына урамда уйнайҙар ҙа,бергәләшеп өйгә инеп ултыралар. Бәләһенән баш аяҡ,тағы берәй бәлә тағыр,балаҡайҙарға бур тигән мөһөр баҫылыр. Тол ҡатынға,ярты етем сабыйҙарға булмаған ғәйеп тағып,бысраҡ өҫтөнә бысраҡ өйөп,эшенә –уҡытҡан мәктәбенә тиклем ялыу менән барып етте бит Валя.Ярай, мәктәп коллективы аңланы,эште ҙурға ебәрмәне.Юғиһә ғәзиздәреңдең исеме балиғ булмаған балалар эштәре буйынса комиссияға эләгеүен көт тә тор.Яҙмышты насар яҡҡа бороп ебәрергә бер ауыҙ һүҙ етеүе мөмкин.Ә Зәйнәп тураһында белеп ҡалһа,был эштең нимә менән бөтөрөн күҙаллауы ла ҡурҡыныс.
Икенсе юлы мәтрүшкәле миндек менән сабынып,мунсанан сығып,ҡан йүгертер өсөн бер генә рюмка коньяк төшөрөп, йылыға һөйәктәре йомшап,иҙерәп йоҡлаған иренең мыйығын ҡайсы менән тунаны Валяһы.
Нурислам уянып,көҙгөгә күҙ һалғас,үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы.Был юлы , ҡатынының мыҫҡыл итеүенә түҙә алмайынса,ысынлап та ,тос йоҙроғо менән киҙәнде ир.
Шул ваҡыт быуа йырылып киттеме ни!Валя ҡот осҡос һүҙҙәр менән иренә ябырылды:
-Мин һине күрә алмайым!Аңлайһыңмы? Кү-рә ал-ма-йым!
-Йәшәмә!Кит!
- Һин үҙеңде аҡыллы ,тип уйланыңмы?Ни өсөн беҙҙең балабыҙ юҡ,беләһеңме?
-Ну!-Ярһыған Нурислам йәшел бактан сүмес менән һыу һоҫоп ,ирененә терәне.
- Белмәйһең!-Валя ,бармағы менән янап,ҡысҡырҙы.- Мин... Фрицман тигән немец һалдатына сафлығымды бүләк иттем!
Нурислам төбөндә һыуы ҡалған сүместе бак өҫтөнә атып бәрҙе.Һыу түгелеп,иҙән буйлап ағып китте,сүмес тәҙрә төбөнә түңкәрелде.
-Кәнтәй!-Нурислам йоҡо бүлмәһенә инеп,ишекте япҡанға,тәҙрә быялалары сыңланы.
-Нет!Ты дослушай! Ана шул Фрицман арҡаһында һин аслыҡтан ҡотолдоң,ул минең үтенесемде кире ҡаҡманы!Уның миңә булған һәйбәт мөнәсәбәте арҡаһында селлә һыуыҡтарын имен –аман үткәрҙең!-Ҡысҡырыуҙан тамағы ҡарлыға башлаған Валя залдағы диванға ауҙы.Шунан тороп,ишек эргәһенә барып,эт ирештергән кеүек,ҡысҡырып-ҡысҡырып һамаҡлай башланы:
- Мин, миһырбанлығыма барып,һинең йәш ғүмереңде йәлләп,ярҙам итмәксе булдым!Унан балаға уҙҙым,тик Фрицман минән,украин ҡатынынан, балаһы тыуыуын теләмәне.Сөнки был бала таҙа арий расаһынан булмаясаҡ ине!
Был бысраҡлыҡты ишетеп,бүлмәлә сыҙап ултыра алмайынса,Нурислам ,һикереп тороп,зал ишеген асты.
-Фашист ҡалдығы!Мин бит һинең саф булмауыңды йәшлек хатаһы,тип уйлағайным!Эх,һин...-Нурислам битенән аҡҡан күҙ йәштәрен дә һөртмәй,башын баҫып,стена буйындағы ултырғысҡа сүгәләне.-Как ты смогла?
-Смогла! А что мне нужно было умереть сголоду!Зато осталась жива!И тебе спасла жизнь!-Валя,үҙенең шул хәле менән ғорурланған кеүек,башын күтәрҙе.-Да! Миңә немец докторы аборт яһаны.Шул доктор минең башҡа балам булмаясағын әйтте!Ә һин...бер ҡатлы...
Нурислам ғүмер буйына алданып йәшәгәне өсөн үҙен үҙе ғәйепләне.
-Мин бит һиңә ышандым...Яраталыр, тинем...
-Как бы не так!Ауылға партизандар баҫып инә башлағас,мин Фрицмандың аяҡтарын үбеп,үҙе менән алып китеүен үтендем-юҡҡа ғына. Ул мине ашатлап,ташлап сығып китте.Ә һиңә кейәүгә мин...аптырағандан сыҡтым!
-Ҡатын- ҡыҙ заты шул тиклем хаяһыҙ була аламы?-Нурислам,бөтөнләй хәлһеҙләнеп,әлһерәп ҡалды.
-.Мин... ауылыма ҡайтмаҫ өсөн... һинең менән ошо йәһәннәм тишегенә китергә риза булдым!Мине танымаһындар,үлгән,тип уйлаһындар ,онотһондар өсөн бер ҡасан да тыуған яғыма ҡайтып килергә теләгем булманы.Мин... ғүмер буйы... Фрицманды һағынып йәшәнем!
Валя,ярһып-ярһып ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла ,хәлдән тайып арып, тағы карауатына барып ятты.
Нурислам ишетелгән хәбәрҙән ҡатып,шаңҡып ҡалды...
-Нишләнек беҙ,Зәйнәп!Кем хаҡына һуңлап килгән бәхетебеҙҙән баш тарттыҡ?Өс көнлөк донъяла Хоҙай беҙҙе юҡҡа ғына осраштырмаған булған бит!Айбулатым, берҙән-бер улым хаҡына миңә тағы аҙ ғына ғүмер бир,Хоҙайым!Яратҡан кешем эргәһендә йәшәр өсөн көс бир-,тип аҙарынды.
Ҡапыл мәрт йоҡоһонан уянғандай , һикереп тороп баҫты , йоҡо бүлмәһенән сумаҙанын алып сығып,шифонерҙан кейемдәрен йолҡоп, шунда тултыра башланы.Ләкин шул саҡ,ҡапыл ыңғырашып,уң яҡ күкрәгенә ҡулын ҡуйып,иҙәнгә шыуып төштө.
Тиҙ ярҙам машинаһы һә тигәнсе килеп етте,Нурисламды реанимацияға һалдылар. Врачтар уның инфаркт кисереүен хәбәр итте,ике көндән инсульт булып, ир түшәккә ятты...Нурисламдың уң яҡ аяғы,ҡулы йөрөмәй,ашау-эсеүенең дә йүнгенәһе юҡ.Эргәһенә килеүсе булмағас,дауалаусы врач Валентинаға шылтыратты:
-Зинһар больницаға килегеҙ әле!
Валя Нурисламдың хәле тураһында мәғлүмәт алғас,врачтың күҙенә туп-тура ҡарап үҙ алдына һөйләнде:
-Мин медицина училищеһы тамамланым,инсульттың эҙемтәләре тураһында беләм!Тимәк,ул түшәккә ятты!
-Төрлөсә булырға мөмкин.Кемдер тиҙ генә алға китә,берәүҙәр кеше көнлө булып ҡала...Хатта биш-алты йыл буйына үҙгәрешһеҙ түшәктә ятырға мөмкин.Беҙ бит бары врачтар,Алла түгел.Һеҙгә реанимациянан палатаға сығарғас,эргәһендә торорға кәрәк булыр.
-Нимә?Ҡалаҡлап ашатып,аҫтын алмаштырып ,к...н һөртөп ултырырғамы?Юҡ инде!Ауырыуҙы ҡарау,дауалау -врачтарҙың эше,был һорау менән мине башҡа борсомағыҙ!-тип ҡырт киҫте Валя...
Ошо уҡ бүлектә санитарка булып эшләүсе Мәҙинә исемле ауылдаштары булмаһа,туғандары ла Нурисламдың хәлен белмәҫ ине.Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ тигәндәй,Минислам менән Зөһрә ағаларының хәлен ишеткәндең иртәгеһенә үк күтәренеп-йөкмәнеп килеп еттеләр.Туғандары палатаға килеп ингәс,Нурисламдың ике күҙенән дә йәш атылып сыҡты.
***
Зәйнәптең һуңғы арала эсе боша.Нишләптер Нурисламдан бер хәбәр ҙә юҡ,ике көнгә бер килеп,улы менән уйнап,күңеле булып ҡайтып китә ине,бына өс көн инде килеп күренгәне юҡ.Эштән һуң Айбулатты балалар баҡсаһынан алғас,икәүләп көн дә урам аша урынлашҡан магазинға инәләр. Улы йә берәй уйынсыҡ һорай,йә тәмле әтәс таптыра.Бына бөгөн дә әсәһенең ҡулынан тартҡылап магазинға алып инде.
Һатыусының өҫтәленән күҙе генә күренеп торған малай һыу менән ата торған пистолет күреп ҡалды.
-Әсәй,ал миңә шул пистолетты!
-Улым,уйынсығыңдан күп нәмә юҡ,әйҙә,икенсе берәй нәмә ҡарайыҡ ,-тип улының иғтибарын ситкә йүнәлтергә тырышты Зәйнәп.
-Юҡ!Миңә шул пистолет кәрәк!Атайым килһә,мин уны атайымдан һорайым.
Малайҙың был һүҙенә һатыусы менән һөйләшеп торған ҡатын көлөп ебәрҙе:
-Кемдән һорарға белә ул,атайҙар ундай уйынсыҡҡа аҡса йәлләмәй!Бәй!Зәйнәп,был һинме ул?- Ҡатындың тауышы таныш кеүек тойолдо,иғтибарлап ҡарағас ҡына ауылдашы Мәҙинәне таныны Зәйнәп.
-Эйе, мин.Әллә ныҡ үҙгәргәнменме?
-Юҡ,танырлыҡ былай.Был һинең улыңмы?Ҡалай үҙеңә оҡшаған.-Мәҙинәнең һорауҙарына яуап бирә-бирә Зәйнәп пистолет өсөн аҡса түләне лә атҡа менгән кеүек ҡыуанған улын етәкләп урамға ашыҡты.Алаһы әйберен алып,йәһәтләп уның артынан сыҡҡан Мәҙинә Зәйнәпте тағы туҡтатты.
-Зәйнәп, Нурислам менән икегеҙҙең һөйөү тарихы нисә йыл бөтә ауылдаштарҙың телендә булды,бәлки был турала һин белергә тейешһеңдер.Ишеттеңме икән, Нурисламды беҙҙең больнисҡа килтерҙеләр, инфарктмы ,инсультмы булған уға. Реанимацияла ине,әле палатаға сығарҙылар инде.
-Ҡасан?!.Ниндәй инфаркт? Нисек больниста?-Зәйнәп һорау артынан һорау яуҙырҙы.
-Хәле һәйбәттән түгел,кеше көнлө.Етмәһә мәрйәһе уны ҡарауҙан баш тартҡан.Кисә Минислам менән Зөһрә килгәйне,улар алып ҡайтып ҡарарға итә ти шикелле.Баш врач шулай ,тип әйткән.
Ишеткән хәбәр Зәйнәпте аяҡтан йығырлыҡ ине,ҡатын тиҙ генә улын етәкләп , автобус туҡталышына йүгерҙе.
Өс көн буйына Нурисламдың хәлен белешмәүенә үкенде лә сабынды.Һөйгәнен тиҙерәк үҙ күҙҙәре менән күреп,хәленең тотороҡло булыуына инанғыһы килде.
Быға тиклем үҙе биләгән вазифаның мөмкинселектәре менән файҙаланып өйрәнмәгән Зәйнәп,һөйгәнен үлемдән йолоу өсөн бер ниндәй ҡаршылыҡ алдында ла туҡтап ҡалмаясағын аңланы.Улын етәкләп, баш врачтың кабинетына йомолдо:
-Зинһар, миңә дөрөҫөн әйтегеҙ,Ыласынов ...Нурислам... йәшәрлекме?Хәле нисек?
Йүгереүҙән хәле бөткән,аһылдап торған ҡатынға баш врач өҫтәлдә торған йәшел графиндан һыу һалып бирҙе.
-Бик ныҡ хафаланмағыҙ,Зәйнәп Ғәйзулловна!Улығыҙҙы уйлағыҙ!Былайтып үҙегеҙ ҙә аяҡтан йығылырһығыҙ бит!
-Иҫәнме...Хәле нисек?-Зәйнәптең ирендәре ҡалтыраны.
-Инсульт кисергән икәнлеген беләһегеҙҙер...Ул ауырыуҙың ҡурҡыныслығын күҙ уңында тотҡанда, хәле тотороҡло, тип әйтергә мөмкин.Кемегеҙ була һуң Ыласынов?
-Ирем...-Зәйнәп туҡтап ҡалды.-Улымдың атаһы!
Бындай тура яуап алырын көтмәгән баш врач башҡа бер нәмә лә өндәшмәне.Ул барыһын да аңланы...
***
Ай буйы больница тупһаһын тапаны Зәйнәп,эшкә йөрөгән кеүек,иртән дә,кис тә күстәнәсен күтәреп,һөйгәне янына йүгерҙе.Дауалау курсын үткәс,ял йортона барырға ҡырҡа ҡаршы булған Нурисламды өйөнә алып ҡайтты.Атаһын алып ҡайтҡанға Айбулаттың нисек ҡыуанғанын һүрәтләп тә бөтөп булмаҫ!Ул бер әсәһенә килеп һыйына,бер атаһы эргәһенә йүгерә.Ҡыуанысынан ҡолонсаҡ кеүек һикерә,осоноп хәбәр һөйләй.Атаһына пистолетын ,уйынсыҡтарын күрһәтә.Зәйнәп Нурисламды ашата башлаһа,бәләкәй ҡалағын алып килеп,бер үҙе ҡаба,бер атаһына ҡаптыра.Кискә арып,талып,атаһы эргәһенә һыйынып саҡ йоҡлап китте.Нурислам да бала кеүек ҡыуана,һөйләгәне бик үк аңлашылып бөтмәһә лә ҡайҙа ым,ишара менән аңлашалар.Унан ғашиҡтар өсөн һүҙҙең кәрәге бармы? Игеҙ йәндәр бит йөрәк менән һөйләшә!
Нурисламды дауахананан алып сығыр алдынан Зәйнәп тағы бер тапҡыр дауалаусы врач менән күреште.Тик уныһы өмөтләнерлек хәбәр әйтмәне.
-Ауыр һуғыш юлын,концлагерь ғазабын үтеп ҡайтҡан кешенең ҡайҙан ғына хәле һәйбәт булһын!Йөрәге бөткән,унан мейеһенә ҡан һауған.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,уның ғүмер сәғәте артҡа табан һанай.Бәлки бер ай йәшәр,ә бәлки бер аҙна.Һәр кемдең организмы үҙенсә көрәшә.
Врач яңылышты.Һуңлап ҡына килгән бәхете ,Зәйнәпкә булған һөйөүе, Нурисламдың ғүмерен оҙайтҡандыр,моғайын.Ул тағы биш ай йәшәне.Ғүмерлек мөхәббәте,берҙән-бер улының әсәһе,Зәйнәбе ҡулында яратылып, ҡәҙерле булып ятты.Һөйгәненең күҙҙәренә йотлоғоп ҡарап,яратып туя алмайынса бер булды...Зәйнәп уны бала кеүек тәрбиәләне ,бер һыҙланыуһыҙ аҫтын алмаштырҙы,өҫтөн йыуҙы.Көн дә иртән яҫтыҡҡа һөйәп ултырта,ҡулын-битен йыуа,ҡалаҡлап ашата,аяҡ-ҡулына массаж яһай.Нурисламға бүләк иткән һәр көн ғүмере өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡый.Яратҡан кешеһенең һуңғы көндәрендә эргәһендә була алыуына ҡыуанып бөтә алмай.Мөхәббәт емеше булып донъяға килгән Айбулаты өсөн дә һөйгәненә рәхмәтле.Тағы ла бер шатлыҡлы ваҡиға Нурисламдың бәхетен икеләтә арттырҙы .Зәйнәптең йөрәк аҫтында бер кескәй генә йөрәк леп-леп тибә,үҙенең барлығын белдертеп, ҡуҙғалып ала.Һөйгәненә серен сисергә яйлы ваҡыт көтөп йөрөгән Зәйнәп,был хаҡта Нурисламдың тыуған көнөндә әйтергә ниәтләгәйне. Тик Нурислам больницаға эләкте,шунан реанимация,дауаланыу курсы оҙаҡҡараҡ китте.Был шатлыҡлы яңылыҡты Нурисламға баҡыйлыҡҡа күсер алдынан ғына әйтә алды.Ирҙең ике күҙенән йәш тиртеп сыҡты,хәлһеҙ генә ҡулдары менән Зәйнәбен эргәһенә тартып ултыртты,битен һөйгәненең ослайып ҡына торған ҡорһағына терәне.
-Ҡыҙ булһа,Айһылыу,малай тыуһа,Азамат тип ҡушырһың-,тип бышылданы.Ҡыҙарып ҡына таң атып,яңы көн тыуып килгәндә Нурисламдың йәне күккә ашты.
Ә Валя ,Нурислам мәрхүм булып ҡалғанын ишеткәс, сәсен-башын туҙҙырып килеп инде.Мәйет эргәһендә тиҫбе тартып ултырған мулла яулыҡ ябынмаған өсөн шелтә яһағас, янъял ҡуптарырға ла оялманы.Имеш,ире Николайҙы мосолман зыяратына түгел,урыҫ зыяратына ҡуйырға кәрәк.Ошо мәлдә Миңислам ирлек сифатын күрһәтте:
-Ғүмер буйы мыҫҡыллауың етмәгән,үлгәс тә тынғы бирмәҫкә итәһеңме? Һинеңсә булмаясаҡ,ағайымды мосолман зыяратына,мосолмандарҙың бөтә йолаларын үтәп,шартына килтереп ерләйбеҙ.Ғүмерен ағыулағаның етмәгән,теге доньяла ла тыныс ятҡырмаҫҡамы ни иҫәбең?
Бындай ҡәтғи яуапты ишетеп өйрәнмәгән еңгәһе,ҡапыл тынып ҡалды,башҡа һүҙ көрәштереп торманы.
...Нурислам мәрхүм булып ҡалғас ҡына Валя үҙенең өйһөҙ ҡалғанын белде.Был хәбәрҙе ул нотариус ауыҙынан ишетте.Сөнки Нурислам үҙ исеменә яҙылған өйҙө Айбулатҡа бүләк иткәйне.Ә Валяға ғүмеренең ахырынаса өйҙә йәшәү хоҡуғы бирелгән . Быны ишеткән ҡатын,этлегенә барып, ғүмеренә бер тапҡыр мосолман зыяратының ҡапҡаһын асып инмәне,Нурислам исеменә аят уҡытманы,хатта Коляһына атап сиркәүҙә майшәм яндырманы . Нурисламдың ҡәберенә мәрмәр һәйкәлде лә,тимер ҡоймаһын да Зәйнәп ҡуйҙырҙы,тик был турала,зыяратҡа барып йөрөмәгәс,Валя белмәй ҡалды.
Айбулат әсәһе менән Нурисламдың ҡәберенә йыш йөрөнө,атаһы яратҡан сирень ботағын да үҙ ҡулы менән ҡәбер өҫтөнә ултыртты.
Нурислам ысын донъяға күскәс аңланымы,юҡмы уның ҡәҙерен,әммә Валентина япа-яңғыҙ ҡалды.Осҡор күҙҙәр һүрәнләнде,төп-төҙ арҡа көйәнтәләнде, ҡолаҡ һаҡбайланды.Өйгә инһә лә,тышҡа сыҡһа ла яңғыҙ. Кешеләрҙе һағынды,ләкин берәү ҙә уның ҡапҡаһын асып, тупһаһын аша атлап үтмәне, бөтәһе лә унан туйып,биҙеп бөткәйне.
Урам осонда ғына торған магазинға икмәк менән һөткә лә бара алмай башлағас, социаль яҡлау бүлегенән уны тәрбиәләргә бер ҡатынды беркеттеләр.Тик ул ҡатын да оҙаҡ торламаны,аҡса урлауҙа ғәйепләнеп, эшенән китергә мәжбүр булды .Ә башҡаса уны тәрбиәләргә риза булыусылар табылманы. Аптырағас,изге күңелле кешеләр, Рәсәй буйлап Валентинаның туғандарын эҙләй башланылар. Ниһайәт,Украинала йәшәгән Олесяның ҡыҙҙары табылды, улары үҙҙәренең тыуған яғына алып ҡайтырға ризалаштылар. Ғүмер буйы йәшәгән өйөнән сығырға уйламаған Валяның саҡ ризалығын алдылар.
Бына,ниһайәт,ул аҡ машинала алты тиҫтәнән ашыу ваҡыт ҡайтып урамаған тыуған яғына,үткәндәренә ҡарай елдерә...
***
Айҙы айҙар алмаштырҙы,йәмле йәй артынан моңһоу көҙ килде,буранлы ҡыш ҡарҙан бейек тауҙар өйҙө..Тәбиғәттең үҙ ҡануны,үҙ көйө.Бына инде ҡарҙар даръя булып ағып китте,ер йәшәрҙе, алмағастар, сейәләр ап-аҡ сәскәгә тумаланды.
Айһылыуын етәкләп,беренсе класта уҡыған Айбулатты мәктәптән ҡаршы алып, өсәүләп ҡайтып килешләй,Зәйнәп почта ҡумтаһына күҙ һалды.Гәзитте асып ебәргәйне, эсенән бер хат килеп төштө.Тышына Украина адресы яҙылған .Һағайып ҡына ҡулына алды Зәйнәп алыҫтан килгән аманатты. Ашығып,хатты асып,уҡый башланы.Тәүге хатты Нина яҙғайны.Ул Валяның мәрхүм булып ҡалыуы хаҡында хәбәр иткән.Апаһы үлер алдынан үҙ ҡулы менән яҙылған хатты Зәйнәпкә ебәреүен һораған.Нина уның һуңғы үтенесен кире ҡаға алмаған.
Икенсе хат Валянан:
“Зәйнәп!Мине зинһар өсөн ярлыҡа!Беләм,Коля һине ғүмер буйы яратты.Мин һеҙҙең арағыҙға инеп, үҙем дә бәхетле була алманым,һеҙҙе лә бәхетһеҙ яһаным.
Хоҙайымдан үлем һорап ятам,минең бит хәҙер бер кемгә лә кәрәгем юҡ,һеңлеләрем дә миһырбанлы, изге күңелдәренә барып ҡына миңә яҡшы мөнәсәбәттәләр,инде мин быны ла һәйбәт аңланым.Тәүбә итәм,Зәйнәп,ғәфү ит зинһар мине.Тыныс ҡына,әҙ ауырыу,анһат үлем менән ысын донъяға инергә ярҙам ит!Һеҙ гонаһтарымды ярлыҡаһағыҙ,мин тыныс күңел менән был донъянан китер инем.Рәнйемә миңә,иҫәрлегемде ғәфү ит.Нурисламдан да мине ғәфү итеүен ялбарып һорайым!Мин уның бер тапҡыр ғына,бары бер генә тапҡыр төшөмә инеүен теләйем.Күҙҙәренә ҡарап,кәрәк булһа,алдарына тубыҡланып,төштә булһа ла мине ярлыҡауын үтенер инем. ”
Ғәжәп...Ошо тәүбәле хат Зәйнәптең бәғерен өткән юшҡынды таҙартҡандай итте,һулышын еңеләйтте.
***
Йәйҙең иң гүзәл мәле.Тирә-яҡта сәскә,бал еҫе.Бейектә,баш осонда һабантурғай моңон түгә,сиңерткәләр сырылдай,сәскәнән сәскәгә ҡунып, аллы-гөллө күбәләктәр оса.Наҙлы ғына еләҫ ел сәстәрҙән һыйпай.Ҡояш та шундай йомарт,шәлкем-шәлкем йылы нурҙарын ер өҫтөнә һирпә.Күктә әрпәк-һәрпәк болоттар талғын ҡына офоҡ ситенә ыңғайлай.
Ошо һиллекте һиҫкәндереп,түбәһе монарланып ятҡан Балҡантау итәгенә бер-нисә машина килеп туҡтаны.Спорт кейемендәге ирҙәр,ҡатын-ҡыҙҙар,көлөшә-көлөшә килеп төштөләр,оло йәштәге ҡатынға машинанан сығырға ярҙам иттеләр. Тирмә ҡорғансы,үләнгә балаҫ,юрғандар түшәп,балаларға ял итергә урын әтмәләнеләр.Ир-егеттәр үҙ мәшәҡәттәре менән булғансы ,ҡатын-ҡыҙҙар йәһәтләп самауыр ҡуйырға, ҡаҙан аҫырға тотондо.Ул арала күмәкләп эргәләге урман эсенән сатыр-сотор йыйып алып сығып,ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырып та ебәрҙеләр.
Ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып ,уйҙарға сумып,ғашиҡтар төйәге-Балҡантауға оҙаҡ текләп ҡарап торған ҡатынға әленән-әле күҙ һирпеп алған урта йәштәрҙәге ир ,бар эшен ташлап,уға табан ыңғайланы.
-Әсәй!Хәлең нисек?Ныҡ арыманыңмы?
-Юҡ,улым!Киреһенсә,хәл инеп китте,тындарым иркенәйҙе!
Зәйнәп ҡулы менән тауға иҙәне:
-Йәшлегем эҙҙәре ҡалған ,атайығыҙ менән икебеҙҙең вәғәҙә бирешкән изге тау ул -Балҡантау! Шәбәйеп,йәшәреп киткәндәй булдым!
Ағаһы менән әсәһенең ниҙер һөйләшкәнен күреп ҡалған Айһылыу ҙа улар эргәһенә килде.
-Балҡантау ҙа Балҡантау тип хыяллана инең,әсәй,йә,шунан?Күңелең булдымы?
Зәйнәп ике балаһын да ҡосаҡлап алды.
-Мин бөгөн ныҡ бәхетле ,балаҡайҙарым!Һеҙ икегеҙ ҙә эргәмдә,ана ,ейән-ейәнсәрҙәрем йүгереп йөрөй. Был үҙе бер бәхет!Тик... атайығыҙ ғына был шатлыҡты күрә алманы!
Зәйнәп,кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алып,күҙ йәштәрен һөрттө.
-Хәҙер Балҡантау түбәһенә менә алһам,минең өсөн башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй!
-Әсәй!Хәлең етмәһә,мин һине күтәреп алып менермен!-Айбулат әсәһенең яурынынан ҡосаҡланы.
Күп тә үтмәне тау итәгендә тирмә йыйылды,уны тирәләп балалар сыр-сыу йүгереште.Тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр таралды. Бер аҙҙан күмәкләшеп Балҡантауға ыңғайланылар.Оло йәшенә ҡарамаҫтан,йәштәрҙән ҡалышмай ,Зәйнәп тә тау үренә тиҙерәк менеп етергә ашҡына.Гүйә,унда ғүмерлек мөхәббәте ,Нурисламы,ҡолас йәйеп көтөп тора.
.