Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
3 Ғинуар , 22:00

Мөғжизәле бесәйҙәр

Бесәйемдең береһе гел минең эсемә ятып йоҡлар булды. Ярты йылдан мин ауырға ҡалдым...

Мөғжизәле бесәйҙәр
Мөғжизәле бесәйҙәр

Былтыр Яңы йыл алдынан ишек алдына " Тәпәйен ышҡыһаң, аҡсаң артыр" тигән яҙыулы бер ҡумта  ҡалдырып киттеләр. Эсендә күҙҙәре асылмаған дүрт бесәй балаһы ине.
Артыҡ аҡса булмаһа ла, уларҙың барыһын да ҡалдырырға булдыҡ. Тәрбиәләп, үҫтереп алдым. Уңайы сыҡҡан һайын тәпәйҙәрен ышҡыным. Уларға был массаж оҡшай төштө һәм күпмелер ваҡыттан мөғжизәләр башланды. Бесәй тәпәйен ышҡыһаң, ниндәй булһа ла аҡса инә башланы. Йә кемдер бурысын индерә, йә ирем эшендә өҫтәлмә заказ ала һ. б.
Унан тыш, мин оҙаҡ ҡына бала таба алмай ыҙалай инем. Бесәйемдең береһе гел минең эсемә ятып йоҡлар булды. Ярты йылдан мин ауырға ҡалдым. Бына шундай мөғжизәле бесәйҙәр беҙгә бүләк иткәйнеләр.

"Сәйер донъя"

Автор:
Читайте нас: