Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
2 Май , 11:05

Урын буш тора бит Венер ИСХАҠОВ

Бөгөн бәғзе берәүҙәр урынына бүкән ултыртып ҡуйһаң да әллә ни үҙгәреш тойолмаҫ ине… Ә һеҙ ҙә шундай кешеләр юҡмы? 

Урын буш тора бит   Венер ИСХАҠОВ
Урын буш тора бит Венер ИСХАҠОВ

Ойошмала  сираттағы кәңәшмә бара. Бер аҙналыҡ эшкә йомғаҡ яһалып, киләһендә  шуны яҡтыртырға, бына яҙырға кәрәк тигәнерәк һөйләшеү булғас, мөхәррир хеҙмәттәштәренә бер талай ҡарап алды. Унан:

– Иптәштәр, Лоҡман Ғаяновты барығыҙ ҙа яҡшы беләһегеҙ, быға тиклем беҙҙә эшләп тә киткәйне, ул  ҡабаттан  килде, – тине лә, һеҙ  ни әйтерһегеҙ тигәндәй, урынбаҫарҙарға  күҙ ҡарашын борҙо.

Тын ғына ултырған бүлмә йәнләнеп китте. Ғәҙәттә, хәбәрселәрҙең яҙмалары менән иң тәүҙә улар таныша.  Кемдең даланы нисек? Өтөр-нөктәләрҙе  хөрмәт итәме-итмәйме? Башта беренсе  зам телгә килде:

– Ул яҙыша белмәй бит ул, яҙған әйберҙәрен төҙәткеләй-төҙәткеләй эт арманыһыҙы булаһың...

Унан икенсеһе  үҙенең фекерен еткерҙе:

– Һөйләмдәре эт эсәге кеүек оҙон, башынан аҙағына тиклем һөрлөгә-һөрләгә саҡ уҡып сығаһың.

Хатта бер табаҡтан ашап, бер табаҡтан эсеп тигәндәй йөрөгән йән дуҫы Ғосман да нимәлер өндәшмәү ҡалыуҙы яҙыҡ булыр тип уйланы ахырыһы:

–  Эшкә ғүмер буйы һуңлап йөрөй, – тине ул былай ҙа ҡыҫыҡ күҙҙәрен селт-селт йомоп. Әйләнгән һайын бальничныйҙа.

Элекке хеҙмәттәшен  берәү ҙә маҡтарға ашыҡманы.  Етәксе, барыһына, йә һайрап бөттөгөҙмө тигәндәй ҡарап алды ла, йәнә  һүҙ башланы.

- Иптәштәр, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, беҙҙә ул урын Ғаянов киткәндән   бирле буш тора. Тикшереү-фәлән килһә, ни эшләп улай, әтеү штатығыҙҙы ҡыҫҡартырға кәрәк, бушҡа ҡаҙна аҡсаһын имеп ятаһығыҙ тип әллә ниндәй бәлә яғырҙар. Барыбер бер урын буш тора. Ғаяновтың кәүҙәһен үҙегеҙ беләһегеҙ бит. Ыздарауай, көслө. Ҡайһы ваҡыт әйбер ташырға ла кеше таба алмай хитланабыҙ.  Байрамдарҙа өҫтәл тирәһен ҡараштырырға, сығып урам һеперергә булһа ла берәү кәрәк. Етәксе ҡаршы һүҙ әйтеүсе булманы.

Бөгөн бәғзе берәүҙәр урынына бүкән ултыртып ҡуйһаң да әллә ни үҙгәреш тойолмаҫ ине…

Фото: bestlj.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: