Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
29 Август , 22:59

Фәрештәм ҡотҡарҙы (Булған хәл)

“Ә йәшәй аласаҡһың тиһәм ышанырһыңмы? Мин һинең киләсәгеңде күрәм: һине өҙөлөп яратҡан зәңгәр күҙле ирең, ике балаң буласаҡ. Ә хәҙерге егетең һинең йәлләүеңә генә мохтаж буласаҡ”.

Фәрештәм ҡотҡарҙы (Булған хәл)
Фәрештәм ҡотҡарҙы (Булған хәл)

Фәрештәм ҡотҡарғандыр

Был төштө күреүемә 20 йыл тирәһе ваҡыт үткәндер. Ләкин тормошомдо үҙгәрткән төш һәр саҡ иҫемдә. Аңлашылһын өсөн уға тиклем булған ваҡиғаларҙы килтерәм.

16 йәшлек сағым. Өҙөлөп ғашиҡ булдым. Ул да мине ярата. Мәктәптән һуң оҙата, кистәрен осрашабыҙ ҙа, бер-беребеҙгә ҡарап туя алмай, урам буйлап йөрөйбөҙ. Мәктәптә дәрес ваҡытында бер-беребеҙгә хаттар яҙабыҙ ҙа, тәнәфес ваҡытында тапшырабыҙ. Шулай бәхетле генә мәлдәр кисергәндә, беҙҙең мәктәпкә сит өлкәнән ваҡытлыса уҡырға бер ҡыҙ килде. Минең егетем тегегә ғашиҡ булды ла ҡуйҙы бит! Мин, ысынын әйтәм, үлер сиккә еттем! Үҫмер осорҙа барыһы ла яҡын ҡабул ителә бит! Бер көн “үлергә!” тигән ҡарарға килдем. Төштән һуң бер кем өйҙә юҡ, атай-әсәй эштә. Диванға ултырғайным, йоҡлап киткәнмен. Һәм ғүмерем буйы онота алмаған төшөмдө күрәм.

Упҡын ситендә баҫып торам, йәнәһе. Беләм, хәҙер ырғыһам, мөхәббәтемде онотасаҡмын, бар күңел һыҙланыуҙарым юҡҡа сығасаҡ. Күҙҙәремде йомоп, ырғырға әҙерләндем. Шул саҡ янымда ғына тауыш яңғыраны: “Шырпың юҡмы?” Ҡараһам минең кеүек үҫмер ҡыҙ упҡын ситендә аяҡтарын һалындырып ултырған. “Юҡ, тартмайым”,-тинем. “Ә-ә, һаулығыңды һаҡлайһыңмы?”. “Юҡ, үлергә йыйынам”.

“Шулай икән. Мин ҡамасауламайыммы? Нимә егетең ташланымы?”

“Ҡайҙан беләһең? Эйе, мин унһыҙ йәшәй алмайым”.

“Ә йәшәй аласаҡһың тиһәм ышанырһыңмы? Мин һинең киләсәгеңде күрәм: һине өҙөлөп яратҡан зәңгәр күҙле ирең, ике балаң буласаҡ. Ә хәҙерге егетең һинең йәлләүеңә генә мохтаж буласаҡ”.

“Бар нәмәнең мәғәнәһе юғалды бит! Мин бер ҡасан да бәхетле була алмаясаҡмын! Миңә ни өсөн артабан йәшәргә кәрәк икәнлеген аңламайым”,-тинем мин илап.

“Үтер, был хәлең үтер. Һин иң бәхетлеһе буласаҡһың. Әгәр улай булмаһа, кире ҡайтып минең телемде ҡырҡып алырһың. Ғәфү ит, миңә китергә кәрәк. Һинең кеүек тағы бер хыялый ҡыҙҙың янына барып ашығырға кәрәк!”

Ныҡ өшөгәнгә уянып китем. Кис төшөп бара. Әсәйем ҡайтмаҫ борон тип үлергә әҙерләп ҡуйған бар әйберҙәрҙе ташлап бөттөм. Үҙ-үҙемде юҡ итеү уйынан кире ҡайттым. Кем булғандыр төшөмдә, белмәйем. Әммә барыһы ла ул әйткәнсә килеп сыҡты. Әлбиттә, мин тәүҙә егетемдең теге ҡыҙҙың сумкаһын тотоп, оҙатып йөрөүен йөрәк һыҙлауы менән ҡабул иттем, иланым, әммә үлергә уйламаным. Мәктәпте яҡшы тамамланым да, уҡырға индем. Яратҡан һөнәрем буйынса эшкә урынлаштым. Төштәге ҡыҙ әйтеүенсә, зәңгәр күҙле мөхәббәтемде осраттым. Ул мине бик бәхетле итте! Ике балабыҙ донъяға килде. Ата-әсәйемә ҡайтҡан саҡта тәүге мөхәббәтемде осратып, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы! Таушалған, бөткән, ҡарт бабайға әүерелгән. Танымаһын тип йәһәтерәк янынан ҡасып киттем. Йә, Хоҙай, кем өсөн мин үҙемдең йәш ғүмеремде һәләк итә яҙғанмын бит! Кем мине иҫкәртте икән? Ул минең фәрештәм-ҡурсалаусым булғандыр ул.

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: