Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
4 Сентябрь , 19:25

Ауыл турғайының бәхете

- Егеттәр шундай халыҡ… Ярҙамға мохтаж булып ятҡанды бер ҙә күрһәткеләре килмәй! Үҙең уйлап ҡара, бер-берегеҙгә үпкәләшмәнегеҙ, барыһы ла яҡшы ине… Һәм ҡапыл юҡ булды. Ай-һай, бер нәмә булғандыр ул!

Ауыл турғайының бәхете
Ауыл турғайының бәхете

Октябрь айының һүрән генә, танһыҡ ҡояш нурҙарына битен ҡуйып, паркта иҙерәп ултырған Айсилә, телефонының зыңҡылдауына "терт" итеп ҡалды. Һөйгәненән хәбәрҙер, тип экранға төбәлгән ҡыҙҙың йөҙөндәге йылмайыуы һүнеп, күҙҙәре ҙурайып, аптырауға әйләнде...

"Мин белгән ҡыҙҙар араһында иң матуры, түҙемлеһе һин булғанһың икән! Осрашайыҡ, барыһын да аңлатырмын! " тигән смс-хәбәрҙе ҡат-ҡат уҡып, бер аҙ уйланып ултырҙы. Ярты йыл элек ошо "хатты" алған булһа… Түбәгә тиклем һикереп, ҡыуанысынан башы әйләнеп, Эдик ҡайҙа әйтә, шунда йүгерер ине… Ә хәҙер… Нимәгә ул кәзәгә баян, тигән һымағыраҡ вайымһыҙ ғына яуырындарын һелкеп ҡуйҙы ла, телефонын кире кәҫәһенә һалды.

Шулай ҙа, көҙгө күләүектәге япраҡтарҙы дауыл өйрөлдөргәндәй, был ике һөйләм дә күңел төбөндәге иҫтәлектәрҙе күтәреп ебәрҙе…

Айсилә менән Эдик ҡыш ҡеүәтен юғалтһа ла бирешергә теләмәй, бурандарын ҡотортҡан февраль айында танышты. Егеттең ғәҙәттән тыш йомарт, һәр саҡ күтәренке кәйефтә булыуы уны аптырата ла, ымһындыра ла ине. Хәлле генә ғаиләнән булған Эдик йәш ҡыҙҙы бүләктәр менән күмеп, уҡыуҙан ялтырап торған машинаһында ҡаршы алып, бөтөнләй башын әйләндерҙе. Уның бөтмәҫ дуҫтары менән бергәләп кәйеф-сафа ҡороп, кафе-ресторандарға, хатта төнгө клубтарға йөрөп, Айсилә ваҡыттың елдереп үткәнен, йәмле май айы килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бүлмәләш ҡыҙҙар бер нәмә күрмәй имтихандарға әҙерләнгәндә, ул китаптарын асып та ҡарамай, һаман егетенә эйәреп йөрөүен белде. Хәйер, уҡыуының да рәте киткән ине инде күптән. Әхирәттәренең киҫәтеүен ҡолағына ла элмәй, көнләшәләр, тип, ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы.

Шулай яҙ һауаһына, мөхәббәтенә иҫереп йөрөгәндә, ҡапыл, Эдигы һыуға төшкән балта кеүек юҡ булды. Аптыраған ҡыҙ шылтыратып та, яҙып та бәйләнешкә инә алмағас, хужаһын юғалтҡан эт кеүек, бер-нисә көн иҫәңгерәп йөрөнө. Һуңынан инде бөтөнләй кәйефе төшөп, асыуынан шартлар хәлгә етеп, үпкә һүҙҙәрен яуҙырырға әҙерләнеп, түҙемһеҙлек менән осрашыуҙы көтә башланы. Тик егет килмәне лә, элекке кеүек университет алдында көтмәне лә…

Аҙнанан ашыу ваҡыт үткәс, ғашиҡ ҡыҙ, тамам төңөлөп, уҡыуға ла бармаҫтан, иларға керешеп китте.

Май ҡояшы ялтырап тышҡа саҡырып торғанда, мендәр ҡосаҡлап, ятаҡ бүлмәһендә балауыҙ һығып ултырғаны, кисәгеләй, һаман иҫендә…

- Йә, илама инде, күҙҙәрең ҡыҙарып бөттө бит! - йомшаҡ күңелле бүлмәләше Нәзилә, арҡаһынан һыйпап йыуатырға тырышты. - Эдик килеп етһә, ошондай ҡиәфәттә нисек сығаһың янына?

- Килмәй ул! Ташланы мине! - тип ярһып үкһене Айсилә.

- Улай тимә инде, шундай сибәр ҡыҙҙы кем ташлаһын? Килер әле, берәй эше барҙыр…

- Аҙнанан ашыу ваҡыт үтте, телефоны һүнгән - аңлашыла инде барыһы ла! Ялҡытҡанмын, тимәк!

Ҡосаҡлашып илашып ултырғанда бергә йәшәгән өсөнсөләре - Сабина ла ҡайтып инде. Тура һүҙле, нисектер ҡырыҫыраҡ ҡыҙыҡай ул.

- Оо, әпәт һыу баҫҡан бында! - тип кейемен алыштыра-алыштыра һөйләнде. - Әй, әллә ниндәй илаҡ ҡыҙ булдың һин, Айсилә! Беренсе курста әсәйемде һағындым тип, илап хәлде бөтөргәйнең, хәҙер нимә булды?

- Егете… юғалған… - тине Нәзилә ипләп кенә, "ташлаған" тип әйтергә ҡыймай.

- Кем? Ә, теге мажорикмы ни? Әйттем бит шуға ышанма тип! Беҙ ундай егеттәр өсөн ваҡ ҡына, ыбыр-сыбыр ауыл турғайҙары кеүек кенә! Ҡыҙыҡ күреп уйнаталар ҙа, ташлап та китәләр!

Сабина өҫтәлдән уныһын-быныһын алып, ҡабаланып ҡапҡыларға кереште.

Айсиләгә иһә бөтөнләй ҡыйын булып китте… Әйләнеп ултырып шым ғына мышҡылдарға тотондо.

- Фи! Шуның өсөн илап та ултырмайым! Ни тиһәң дә, минең Ильясымдан шәп кеше юҡ икән. Ауылдан булһа ла, белмәгән ере юҡ! Бөтә Өфөнө күрһәтеп сыҡты! Ә һинең Эдигын ҡайҙа алып барҙы? Шул һаҫыҡ кальян бары, төнгө клубтан башҡа ҡайҙа йөрөнөгөҙ? Һыра эсергә лә ныҡлап өйрәнеп бараһың түгелме? - Нәзиләнең ымлауына иғтибар итмәй, уҫал ҡыҙ Айсиләне пыр туҙҙырыуын дауам итте. - Нәзилә, күҙеңде әйләндереп ҡараһаң-ҡарамаһаң да, дөрөҫө шул! Көн һайын тәмәке еҫен бөтөрә алмай кейемен йыуып хәле бөттө бит инде, күрмәйһеңме ни?

Пулемет һымаҡ тәтелдәгән Сабинаға өндәшеүҙән файҙа юҡ икәнен икеһе лә белгәнлектән, ҡосаҡлашып шым ғына ултыра бирҙеләр.

- Бөгөн "пятачокта" концерт була, барағыҙмы? Башҡорт төркөмдәре сығыш яһай, - тулы ауыҙ менән көйшәнә-көйшәнә һораны Сабина. Илап ултырған Айсилә өндәшмәне, ә Нәзилә күҙе менән генә, "ҡалдырып китә алмайым инде", тип ымланы. - Ярай атыу, ултырығыҙ әйҙә буҙлап!

Тиҙ генә тамаҡ ялғағандан һуң, биҙәнеп-төҙәнеп алды ла, нисек атылып килеп ингән, шулай уҡ сығып та осто Сабина.

- Мин нимә уйлап ҡуйҙым әле… Бәлки, ул һине ташламағандыр, ә берәй хәлгә тарығандыр? - тине ҡапыл Нәзилә, "ураган" ҡыҙ сығып киткәс.

- Нисек инде?

- Ну… Кем белә, бәлки дауаханаға эләккәндер… Йәки аварияға осрап, аяғын һындырып, мәҫәлән, фатирында яталыр?

- Уф, әллә нимә һөйләйһең… Аңлатып шылтыратыр ине… - ышанмаһа ла Айсиләнең күҙҙәрендә өмөт нурҙары "ялт" итеп ҡалды.

Нәзилә, үҙе лә дәртләнеп киткәндәй, был фекерен дауам итте.

- Егеттәр шундай халыҡ… Ярҙамға мохтаж булып ятҡанды бер ҙә күрһәткеләре килмәй! Үҙең уйлап ҡара, бер-берегеҙгә үпкәләшмәнегеҙ, барыһы ла яҡшы ине… Һәм ҡапыл юҡ булды. Ай-һай, бер нәмә булғандыр ул!

Батып барғанда һаламға тотонғандай, Айсилә был фаразды тиҙ генә эләктереп алды. Ниһайәт, илауынан туҡтап, йәштәрен һөрттө лә, әхирәтенә ҡарап:

- Эйе шул! Нисек үҙемдең баш етмәгән! Ташланы тип уйлап тик ултырамсы, бәлки ысынлап та ауырып яталыр, ә миңә әйткеһе килмәйҙер? Һыуынһа, һиҙер инем бит!

Көтөлмәгән уйҙан ҡаны йүгереп, башы зыулап эшләп киткән ҡыҙ бәләкәй генә бүлмәлә тегеләй-былай йөрөргә кереште. Һуңғы ваҡиғаларҙы хәтеренән барлап сыҡҡас, уны ташларлыҡ бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ икәнлегенә тамам инанды. Тик нисек белергә? Һауыҡҡанын көтөп, билдәһеҙлек эсендә бер көн дә йәшәгеһе килмәй бит әле!

- Бәлки барып килерһең? Аптыранып ултырғансы… Бер-ике һүҙ әйтешһәгеҙ ҙә еңелерәк булып ҡалыр ине… Адресын беләһеңме?

Айсилә юғалып ҡалды. Эдик менән гелән йә машинаһында, йә берәй кафела осраша торғайнылар…

- Белмәйем шул, - тип ултыра төштө ҡыҙ. - Фатирында бер тапҡыр ҙа булманым… Әй, туҡта! Беләм, беләм! Бер кис шулай ныҡ ҡына иҫерҙе лә, нимәлер алырға тип, фатирының асҡысын биреп, танышын ебәрҙе. Шунда адресын ҡабат-ҡабат әйтте, иҫләнем!

Ике ҡыҙ ҡыуанысынан сырылдашып ҡосаҡлашып алды. Айсилә тиҙ генә йыуынып, туҙған сәстәрен тарап үрҙе. Түҙемһеҙләнеүенән йөрәге сыға яҙып, еңел генә күлдәген кейҙе лә, кире уйлауынан үҙе ҡурҡҡандай, йәһәт кенә сығып та йүгерҙе…

Хәтерендә ҡалған адресты оҙаҡ эҙләмәне ул. Ҡыҙыл кирбестән һалынған, заманса архитектуралы күп ҡатлы йорт әллә ҡайҙан күренеп, маһайып ултыра ине.

Фатирҙарҙың номерын ҡарап, баҫҡыс буйлап менә торғас, кәрәклеһен өсөнсө ҡатта тапты. Дарҫлап типкән йөрәген тыйырға тырышып, йыш-йыш тын алып, ишек төбөндә ярайһы ваҡыт тапанып торғас, ниһайәт, бөтә ҡыйыулығын йыйып, ҡыңғырауға баҫты.

"Ата-әсәһе асһа, нимә әйтергә, ә берәү ҙә булмаһа - нишләргә? " - тип уйланып, бер туҡтауһыҙ аҡ төймәне төрткөсләне.

- Етәр инде тызылдатырға, өйҙә юҡ улар!

Эргәләге ишекте асып сыҡҡан һөмһөҙ ир, ҡыҙыҡһынып йәш ҡыҙға баҡты. Ҡапыл көтөлмәгәнлектән сигенеп, өндәшмәй торған Айсиләгә:

- Кем кәрәк? - тине, өҫтөнә менә яҙып.

- Һаумыһығыҙ… Эдик кәрәк ине…

- Ә һин кем булаһың? Тағы бер "кәләшеме" ни? Кисә генә ауырлы ҡыҙ килеп, уны таптырып, ишек туҡмап йөрөнө… - ауыҙынан һаҫыҡ еҫтәр килгән күрше ир, бөтә үпкәһе менән ғыжылдап көлөргә тотондо.

Бер нәмә лә аңламаған Айсилә, аптырап, тамағындағы төйөрҙө саҡ йотоп ебәрҙе лә:

- Нисек инде? - тине бышылдап.

- Нисек-нисек… Ул егет бик популяр бит беҙҙең, белмәнеңме ни? Шулай инде, аҡса бар, машина бар - ҡыҙҙарға тағы ни кәрәк? Атай-әсәй түрәләр, эш боҙһа ла, ҡурсалап алып ҡалалар… Артыҡ ҡотормай, йырлап ҡына йәшәмәй, бешмәгән малай, "ысҡына" ла китә шул! Йәнә Израилгә алып барып ташларға тура килде бахыр әсәләренә…

- Израилгә?

- Үпкәләмә, мине лә алмаған сәйәхәткә, тип, - тағы көлөмһөрәне ят ир, - курортта түгел, наркодиспансерҙа ята ул. Ниңә аптырайһың, ышанмайһыңмы? Бына, миңә асҡыстарын ҡалдырҙылар, гөлдәренә һыу һибештереп торам. Беренсегә түгел, беләбеҙ инде…

Айсиләнең күҙ алдары ҡараңғыланып, хәле бөттө лә ҡуйҙы ҡапыл. Нисә тәүлек инде йүнләп йоҡламаған, ашамаған ҡыҙҙы, әйтерһең дә, күренмәҫ тулҡын килеп бәреп, стенаға һөйәне. Яйлап аҫҡа шыуып төшөп барғанын һиҙһә лә, кире күтәрелеп аяғына баҫырға көсө етмәне…

- Һылыу, ни булды? Самат ағай, нимә һөйләп ҡурҡыттығыҙ? - баҫҡыстан менеп килгән кемдер, ҡолап барған Айсиләне көслө ҡулдары менән тотоп ҡалды.

- Әй, йөрөйҙәр шунда, Эдикты таптырып! Теләһә кем менән буталалар ҙа, килеп, ишек төбөндә һуштан яҙалар. Швейцар тапҡандар бында!

- Шул хәтле ташланмаһағыҙ ҙа булыр ине! Әйҙә әле, саф һауаға, - тип йәш кенә егет, теге ирҙең һөйләнеүенә иғтибар итмәй, Айсиләне ҡул аҫтынан тотоп, тышҡа әйҙәне.

- Бәй, бөтөнләй ебеп төшкәнһең бит, хәлең нисек? - тип һораны ул, урамға сыҡҡас.

"Мине лә ауырлы тип уйланылар инде хәҙер", - тип уңайһыҙланып китте Айсилә.

- Һәйбәт. Бөгөн ашарға оноттом шикелле, баш әйләнеп киттесе… - тине аҡланғандай.

- Әә, шәпһең икән. Әйҙә, ултыр күләгәгә, - подъезд алдында үҫкән сирень төбөндәге эскәмйәгә ултыртты егет.

Ҡаушап, ишеткән хәбәрҙәргә ышанырғамы-юҡмы тигәндәй, юғалып ҡалған ҡыҙға ипләп кенә ҡарап ҡуйҙы. Балалығы ла китеп бөтмәгән түңәрәк йөҙөн, тулҡынланып, күпереп торған сәстәрен һоҡланып тикшереп торғанда:

- Был ағай дөрөҫөн һөйләйме? - тип һорау бирҙе ул, әрнеү тулы тауыш менән.

- Белмәйем шул… Бында ике ай тирәһе генә йәшәйем. Ул егеттең машина ҡыуып, күмәкләшеп эсеп йөрөгәндәрен күрҙем инде былай, аръяғы миңә ҡараңғы…

Айсилә үҙенә, Эдикка йәне көйөп, ирендәрен тешләп ултырҙы. Тимәк, ул сираттағы уйынсығы ғына булған, бер ниндәй ҙә мөхәббәт тураһында һүҙ бармай! Ана бит, башҡалар менән йөрөп тә өлгөргән, һыра ғына түгел, зиһенен томалаусы наркотиктар ҙа ҡулланған… Нисек шундай аңһыҙ, вайымһыҙ булған ул? Бүләктәргә, күңелле тормошҡа ымһынып, үҙе лә упҡынға оса яҙған түгелме?

Ҡурҡыуынан, әсенеүенән Айсилә битен ҡулдары менән ҡаплап илап ебәрҙе.

- Ээ… Ярай… Илама инде… - эргәһендә торған егет ни әйтергә белмәй, ҡаушап төштө.

Йыуатҡыһы килеп, эргәһенә ултырып, һаҡ ҡына ҡулын ҡыҙҙың яурынына һалды. Айсилә, уны йәлләгән берҙән-бер йән эйәһенең йылыһын тойоп, бөтөнләй хәлһеҙләнеп китте һәм күкрәгенә үк ауып, үкһергә тотондо. Юғалып ҡалған егеткә уны ҡосаҡлап, илап бөткәнен көтөп ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы.

- Булды-булды… Илама шул хәтле, атыу теге эскәмйәләге әбейҙәр арҡыс-торҡос ҡарай башланы. Мин рәнйеткән тип уйлайҙар инде, - тип йылмайҙы.

Айсилә, ниһайәт, әҙерәк тынысланып, үҙен ҡулға алды.

- Ҡайҙа йәшәйһең? Әйҙә, оҙатып ҡуям. Ҡаршылашма, имен-аман индереп ебәрмәйенсә, барыбер тынысланып булмаҫ хәҙер, - тип, егет ятаҡҡа табан алып китте.

Булат исемле булып сыҡты яңы танышы. Юл буйына туҡтауһыҙ һөйләнеп, моңһоу ғына, өндәшмәй килгән Айсиләгә йә туңдырма, йә һыу алып биргән булып, күңелен күтәрергә тырышты. Ишеккә тиклем оҙатып ҡуйғас:

- Һин дауай тыныслан, бушҡа көйөп ни... Иламайһыңмы бүтән? Илама. Иртәгә килеп тикшерәм, - тип шаяртып бармағы менән янап, ҡайтып китте.

Һүҙендә торҙо Булат. Һаман аңлайышһыҙ уйҙар эсендә йөҙөп, имтиханға әҙерләнергә маташҡан Айсилә, берәүҙе көтмәһә лә: " Һиңә килгәндәр", - тип күрше ҡыҙҙың инеп әйтеүенә ҡыуанып киткәндәй булды. Ашығып ишек төбөнә йүгереп сығып, бәләкәй генә ябай сәскәләр гөлләмәһе тотҡан кисәге танышын күреүгә, йөрәгенә йылы йәйелеп, рәхәт булып китте.

- Исемең һирәк, саҡыртыуы ҡыйын булманы, - тип бүләген һуҙҙы Булат.

- Рәхмәт, - Айсилә гөлләмәне еҫкәп-еҫкәп алды. - Әллә берәүҙең баҡсаһын "утағанһың" инде? - тип көлөп ебәрҙе.

- Тура килде шул, ауылдыҡына оҡшаған сәскәләрҙе һатмайҙар бит. Башҡынайыма бер таяҡ та осоп килде инде… Әйҙә, әҙерәк йөрөп әйләнәйек.

"Әҙерәк" тигәндәре эңер төшөп, ятаҡ ябылыр ваҡытҡа тиклем һуҙылды. Яйлап, һөйләшә-һөйләшә рәхәтләнеп Өфө урамдарын тапаны йәштәр. Асылып китеп, Эдик тураһында ла һөйләп ташланы Айсилә. Үпкәләүе, үҙен алданған һымаҡ тойоуы үтмәгән ине шул…

- Бәлки, хәлдәр улай уҡ насар ҙа түгелдер? Самат ағай ни… арттырып ебәрергә лә күп һорамаҫ… - тине Булат, ҡыҙҙың күңелен уйлап. Тағы кәйефе төшөп, илай башламаҫ тимә!

- Юҡ, дөрөҫөн әйткәндер ул, - Айсиләнең тауышы бошонҡо сыҡты. - Хәҙер генә күп нәмәне төшөндөм инде. Бер көн… ниндәйҙер кафела ултырҙыҡ күмәкләшеп. Һүҙҙән һүҙ сығып китеп, кем нимә тураһында хыялланыуын һөйләй башланы. Эдиктың сираты еткәс: "Минең хыялмы? Кеше йәшәмәгән тропик утрауға ҡасып китеү. Йылы, диңгеҙ шаулай, рәхәт… Ә утрау эсендә… беҙ яратҡан теге нәмә тау-тау булып өйөлөп ята, эҙләнеп йөрөйһө лә түгел. Шунда башты тығып бррр итәһең дә, шоколад төҫлө ҡыҙҙар ҡулынан Куба сигараһын алып көйрәтеп ебәрәһең…" - тине… Бөтәһе лә хахылдап көлә башланы, аңламаһам да, мин дә көлгән булдым инде… Иҫәр…

Ошо ваҡиғаларҙан һуң, булған-булмаған сәбәп табып, Айсилә менән Булат йыш ҡына осраша башланылар. Имтихан алдынан артыҡ бимазаламайым тиһә лә, егет биш минутҡа булһа ла килеп әйләнә ине.

Айсиләгә лә уның менән еңел, тыныс... Үҙенән әллә нимәкәй ҡормай, уңайһыҙланмай, ябай итеп һөйләшеп-әңгәмәләшеп йөрөүе - үҙе бер бәхет! Эдик менән үткәргән бер-нисә айҙан һуң, һаҙлыҡтан сығып, ниһайәт, күкрәк тултырып саф һауа һулағандай тойҙо.

Имтихандар бөтөп, һәр береһе үҙ районына каникулдарға ҡайтҡанда ла аралашыуҙарын бер көнгә лә туҡтатманы улар. Бесәндә йөрөйҙәрме, еләк-емеш йыялармы - тәҫъораттары менән бүлешергә онотманылар. Ике йәш йөрәктең йәйе хыялдарға, һағыныуҙарға һуғарылып үтте…

Августтың һуңғы көндәрендә баш ҡалаға килеп төшөү менән Булаттың ҡосағына һыйынған Айсиләнең ысын, саф мөхәббәт табыуына, яҙмыштары ныҡлы бәйләнеүенә һис шиге ҡалмағайны…

Ә бөгөнгө Эдиктан килгән хәбәр хәҙер инде бөтөнләй көтөлмәгән һәм урынһыҙ күренде. Ҡайтҡан, тимәк… Ҡойолған япраҡ еҫен һулап, бер аҙ күңелен тыңлап ултырҙы Айсилә - ниндәй хис-тойғолар ҡалған егеткә? Тик бер ни ҡыбырламаны йөрәгендә - һағыныу ҙа, асыу ҙа, үкенеү ҙә… Хәйер, рәхмәтле - уны эҙләп бармаһа, Булатты осратмаҫ ине!

"Эй Хоҙайым, рәхмәт инде ошо кешенән аралап ҡалғаныңа!" - тине ҡапыл Айсилә хисләнеп.

Кеҫәһенән телефонын алып: "Яҙма. Егетем бар", - тип яуап ебәрҙе лә, номерын исемлектән дә, күңеленән дә юйып ташлап, парк юлында күренгән Булатҡа ҡаршы йүгерҙе.

Яҙгөл Байрамғолова.

Автор:
Читайте нас: