Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
1 Октябрь , 14:42

Яҡты донъя менән хушлашып бөткәйнем

Боролоп ҡараһам 4 әзмәүерҙәй ир миңә табан йүгерә. Ҡот осто! Ҡаса башланым.

Яҡты донъя менән хушлашып бөткәйнем
Яҡты донъя менән хушлашып бөткәйнем

Көҙгөһөн бәшмәк йыйырға яратам. Бер кис урман төпкөлөнә китеп тороп рәхәтләнеп йыям. Ҡапыл: “Ана, ул, ана!”-тип ҡысҡырған тауышты ишеттем.

Боролоп ҡараһам 4 әзмәүерҙәй ир миңә табан йүгерә. Ҡот осто! Ҡаса башланым.

Тегеләр: “Туҡта, туҡта!”-тип арттан баҫтыра.

Яҡты донъя, бисәкәйем менән хушлаша-хушлаша урман буйлап йүгерәм. Берәүһе етеп кенә килә һәм ҡапыл минең өҫтөмә һикерҙе. Икәүләшеп ергә ҡолап киттек.

Шул саҡ: “Ҡара әле, беҙҙе урмандан ғына сығарып ебәр инде, зинһар, аҙаштыҡ. Ә беҙ һине һыра менән һыйларбыҙ”,-тигән тауышты ишеттем.

Ҡалғандары ла йүгереп килеп етеп, сумкаһынан һыра шешәһе сығара башланы. Оҙаттым тегеләрҙе урмандан. Былай һәйбәт кешеләр булып сыҡтылар.

Р. Истәков.

Автор:
Читайте нас: