Шоңҡар
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
3 Октябрь , 15:20

Ҡара күләгә

Ә ул: “Эй, ҡурҡаҡһың да инде! Өйҙә күптән кеше йәшәмәгәнгә теләһә нәмә тойола, хәҙер ут яғып ебәрһәк, барыһы ла үтә ул”.

Ҡара күләгә
Ҡара күләгә

Ҡара күләгә

Хәҙер мин был хаҡта тыныс һөйләй алам. Шулай ҙа әле лә күңелдәге шом, ҡәҙерле кешемде юғалтыуҙан булған һыҙланыу баҫылмаған. Иптәшем: “Мин дә ҡартатайым кеүек 90 йәшкә тиклем йәшәйем”,-ти торғайны. Тик ул 40 йәшендә генә мәрхүм булды.

Минең алыҫ туғанымдың беҙгә өй ҡалдырғанын белдек. Ул ғүмер буйы яңғыҙ йәшәгән бабай булды. Ҡатыны ла, балалары ла булманы. Мин нисектер сыбыҡ осо туғаны булам. Ҡышҡы каникул ваҡытында шул өйҙө барып ҡарарға булдыҡ. Юлға сығыр алдынан машинабыҙ ҡабынмай аптыратты, унан заправкала бер сәғәттән ашыу торҙоҡ, ҡаланан сығып барғанда юлдан оса яҙҙыҡ... Шул билдәләрҙе аңлап, туҡтаһаҡ була бит инде! Урманға һыйынып ултырған өй миңә нисектер шомло булып күренде, ә улыма һәм иремә оҡшаны. Төштән һуң килгәйнек, ҡапыл ҡараңғы төшә башланы. Мин йортҡа ингәс тә тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. “Бында кемдер бар бит!”,-тип уйлап та өлгөрмәнем, ниндәйҙер ҡара шәүләме, ҡап-ҡара төтөнмө янымдан осоп, ишек алдындағы ҙур ағасҡа инеп юғалды. Иптәшем килеп етте. Мин: “Әйҙә ҡайтайыҡ!”-тип инәлә башланым.

Ә ул: “Эй, ҡурҡаҡһың да инде! Өйҙә күптән кеше йәшәмәгәнгә теләһә нәмә тойола, хәҙер ут яғып ебәрһәк, барыһы ла үтә ул”.

Шул саҡ улымдың ҡара күләгә инеп киткән ағасҡа яҡынлағанын күрҙем. Туҡтатайым тип ҡысҡырырға уйлайым, ә тауышым сыҡмай. Улым бары еткән ерҙән боролоп кире йүгерҙе. Үҙе ҡысҡыра: “Атай, унда кемдер бар!” Иптәшем беҙҙе ике ҡурҡаҡ тип шаяртып ағас янына китте, уны урап сыҡты, олонона һуҡҡыслап: “Бына, бер кем дә юҡ!”-тип һөрәнләне. Шул саҡ мин уның баш осонда ғына баяғы ҡара күләгәне күреп ҡалдым. Иптәшем ток һуҡҡан кеүек ергә ҡоланы. Уның йөҙөндә иҫ киткес һыҙланыу һиҙелә ине. “Ашығыс ярҙам” да бер ни ҙә эшләй алманы. Инфаркт диагнозын ҡуйҙылар. Ә мин иптәшемде ҡара күләгә үлтергәнен яҡшы беләм. Тик ни өсөн һәм был ҡара күләгәнең нимә булыуын әле лә аңлай алмайым...

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: