Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
6 Ноябрь , 09:45

"Апай, мине тереләй ер ҡуйынына тыҡтылар бит!" (Булған хәл)

– Ағай, әйҙә, ҡаҙып ҡарайыҡ, Сабир тере булғандыр! Ул бит мине төшөмдә үк иҫкәртте. Нишләп ашыҡтығыҙ! Нишләп кенә ике-өс көн көтмәнегеҙ!

"Апай, мине тереләй ер ҡуйынына тыҡтылар бит!" (Булған хәл)
"Апай, мине тереләй ер ҡуйынына тыҡтылар бит!" (Булған хәл)

- Апай, мине тереләй ер ҡуйынына тыҡтылар бит! Һауа етмәй, апай, апаҡайым, ҡотҡар!!!

Һауа эҫелектән томра бүлмәлә йоҡлай алмай ятып-ятып, таң алдынан ғына ойоп киткән Гөлсара ҡолағында яңғыраған һүҙҙәрҙән ҡото алынып уянды. Уф, йәнә шул бер үк төш... Һуңғы өс тиҫтә йыл самаһы эсендә күргәне юҡ ине бит, йәнә башландымы был ғазап... Йоҡоһо ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡҡан ҡатын ирекһеҙҙән уйы менән бынан 40 йылдан ашыу элек булған ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтты.

... Ул ваҡытта Гөлсара күптәрҙең күҙе төшөрлөк һылыу, баҫҡан урынында уттар уйнатҡан, көс-ҡеүәте ташып торған йәш ҡатын ине. Себерҙәге нефтселәр ҡалаһына килеп төпләнгән генә саҡтары. Ҡайҙа инде әлеге һымаҡ дүрт бүлмәле фатиры – тормош иптәше, йәш балаһы менән бәләкәс кенә вагонда көн итмештәре. Тик йәшлек-йәшлек инде, һөйөп-һөйөлөп туймаған пар ябай ғына уңайлыҡтар булмауына ла иғтибар итмәй, дәртләнеп, ең һыҙғанып донъя көтөп алып киттеләр, балаларын яслегә биреп, эшкә сумдылар. Телефондың хәҙерге һымаҡ кәрәҙлеһе түгел, сымлыһы ла юҡ, тыуған яҡтар менән араны айына бер-ике килеп торған хаттар ғына бәйләй. Сит тарафтарҙы үҙ итеп, ерһенеп йәшәүҙәренең икенсе ҡышына күрҙе өҫтә әйтеп кителгән төштө Гөлсара – ике туған ҡустыһы томан эсендәгеләй генә күренеп, асынып-асырғанып уға йөрәк тетрәндергес тауыш менән ҡул һуҙҙы:

– Апай, мине тереләй ер ҡуйынына тыҡтылар бит! Һауа етмәй, апай, ҡотҡар!!!

Ул ваҡытта йөрәкһенеп килеп уянһа ла, йәшлеге менән ҙур әһәмиәт бирмәне – бер-бер хәл килеп тыуа ҡалһа, әсәһе, бик тә булмаһа туғандары телеграмма ебәрер ине... Хаттарҙа ла күңелгә шом һалырлыҡ бер ни ҙә яҙылманы: “Хәлдәр әүәлгесә, мал-тыуар имен, утын-бесән етәрлек, һеҙҙең ебәргән аҡсағыҙҙы алып ҡыуандыҡ, шуның ҡыҙы кейәүгә сыҡты, бының улы кәләш алды, арғы ос Ишғәле бабайың үлеп китте, туҡһанды күптән уҙғайны һ.б.”

Ике йылдан һуң байтаҡ ҡына бол туплаған йәштәр ике сумаҙан бүләк йөкмәп, ауылға ҡайтып төштө. Ата-әсәнең генә түгел, барлыҡ туған-тыумасаның да шатлығы сиктән ашты. Һағыныу һағышын бер аҙ баҫҡас ҡына йөрәк өшөткөс хәбәр әйтелде: ике туған булыуына ҡарамаҫтан, бер туғандай апай ҙа апай тип өҙөлөп торған ҡустыһы – Ғәлиә инәһенең улы Сабир ҡыш уртаһында башына еҫ тейеп үлгән. 10 йәшлек малайҙы күршеләге тол ҡатын үҙе ҡунаҡҡа киткәндә улына иптәшкә саҡырған, өйҙән сыҡҡан сағында мейес төбөндә йәшенеп ҡалған ҡуҙҙы абайламай йүшкәне япҡан. Ҡайтҡас, иҫһеҙ ятҡан улын юрғанға төрөп, ҡар өҫтөнә сығарып һалған, күрше малайҙы иһә өйҙә ҡалдырып, әсәһе артынан йүгергән. Бына шундай аңһыҙ үлем менән Сабир мәңгелеккә киткән дә барған, теге ҡатындың улы иһә иҫән ҡалған... Ситтә йәшәгән Гөлсараларҙы ҡайғыға һалмайыҡ тип хәбәр итеп тормағандар.

– Күҙ асҡыһыҙ буран саҡ ине, һеҙ түгел, күрше ауылдарҙағы туғандар ҙа белмәй ҡалды. Инәйең дә үлгәндәрҙе оҙаҡ тоторға ярамай тигән булып, иртәгәһенә үк күмдерә һалды. Шул килеш кенә ята ине, йыуғанда хатта биттәре алһыуланып китте, тере тиһәк, көҙгө менән тикшереп ҡаранылар – тирләмәне, – әсәһенең өҙгөләнеүҙәре Гөлсараның йөрәген ҡуҙғытып, ҡыш күргән төшө йәнә иҫенә төштө.

Илап-илап та тыныслана алманы йәш ҡатын: ағаһын эйәртеп зыяратҡа китте һәм унда ләхете емерелеүҙән ярайһы уҡ убылған ҡәберҙе күреп, йәнә бер тетрәнеү кисерҙе. Ағаһы ла аптырашта ҡалды – зыярат ташлы ҡалҡыу ерҙә урынлашҡан, ғәҙәттә ләхет емерелһә лә, оҙаҡ йылдар уҙғас, таҡтаһы серегәс кенә емерелә, ере убылған ҡәберҙәр бында бер-икәү генә, улары ла хан заманында тигәндәй ерләнгән кешеләрҙеке.

– Ағай, әйҙә, ҡаҙып ҡарайыҡ, Сабир тере булғандыр! Ул бит мине төшөмдә үк иҫкәртте. Нишләп ашыҡтығыҙ! Нишләп кенә ике-өс көн көтмәнегеҙ! – Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тормоштоң ағын-ҡараһын күп күргән ағаһы ярһып илаған һеңлеһен көскә тынысландырып, өйгә алып ҡайтты, күргән төшөн инәһенә лә, әсәһенә лә һөйләмәҫкә ҡушты.

Ун йыл самаһы эсендә нисә тапҡыр төшөндә Сабир ярҙам һорағандыр – Гөлсара иҫәбен-һанын юғалтты. Ахырҙа үҙенә һәм мәрхүм ҡустыһына атап ҡорбан салдырҙы, аят уҡытты. Бына шунан һуң ғына мәрхүмдең рухы тынысланды, буғай. Ошоғаса тиклем...

***

Хаҡлы ялда булғанлыҡтан ваҡыттары күп: оҙаҡҡа һуҙмай, Гөлсара тормош иптәше менән тыуған яҡҡа юлланды. Ҡайтыуҙарының өсөнсө көнөнә үк мәрхүм яҡындары рухына аят уҡытып, зыяратҡа барып, ата-әсәһенең мәңгелек йортона баш эйҙеләр ҙә, селек баҫып бөткән мөйөш яғына атланылар. Бына, олатаһының аяҡ осонда ғына ята Сабир... Эргәләге мөһабәт ҡарағайҙың аҫтында ятҡанғамы, ылыҫ энәләренә күмелгән ҡәбер өҫтөндә үлән-фәлән дә юҡ тиерлек, убылған ере лә ап-асыҡ беленеп тора. Бары тик ташындағы яҙыуын ғына мүк ҡаплаған, буралған ҡоймаһы сереп бөткән.

Шул уҡ көндө Гөлсараның төшөнә йәнә керҙе Сабир. Был юлы ул томан артындағылай түгел, ап-асыҡ итеп күренде һәм йылмайып, ҡул болғаны ла, һауала иреп юғалды.

Гөлназ Сайетбатталова.

Автор:
Читайте нас: