Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
8 Ноябрь , 12:08

Иҫтә ҡалырлыҡ яҡты хәтер ҙә ҡалдырманы...

Тамам аҙыуы шул булдымы, иремдең үлеме лә бик йәмһеҙ, фажиғәле булды...

Иҫтә ҡалырлыҡ яҡты хәтер ҙә ҡалдырманы...
Иҫтә ҡалырлыҡ яҡты хәтер ҙә ҡалдырманы...

Мин иртә тол калдым. Ҡырҡым саҡ тулған ине. Ирем менән ун биш йыл бергә йәшәһәк тә, тормошомдо “һай-һай, яҡшы йәшәгән дә инек!” тип, тел шартлатып әйтә алмайым. Ирем бик тә матур ине. Оҙон буйлы, төҫкә-биткә килешле, дәртле ине. Мин элек йәшлегем менән генә белә-күрә еткермәгәнмен, ә хәҙерге менән аҡылдарым аңлайым: уға мин генә етмәгәнмен. Хәтһеҙ ваҡыт алданып йәшәгәндән һуң ғына күҙҙәрем асылды. Кешеләр ҙә һөйләне. Шулай булһа ла, мин унан китмәнем. “Иремдән айырылып китәм әле", - тип уйлай ҙа белмәгәнмендер инде.

Беҙҙең заманда ирҙән китеү бик юҡ ине бит ул. Айырылыу тигән төшөнсә ҡатын-ҡыҙҙың башында һис тә юҡ ине.

Тамам аҙыуы шул булдымы, иремдең үлеме лә бик йәмһеҙ, фажиғәле булды.

Үҙебеҙҙән ете саҡрым алыҫтағы бер ауылда таптылар уны. Ә юлда-фәләндә, аварияла булһа ла, ул ҡәҙәреһен үк уйламаҫ инең, ә был яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ йортонда үлде. Һуңынан белештем, ике ирҙән айырылған бер ҡатын булған. Минең ошо ҡатынға ла барғылап йөрөгән.

Бер ни тиклем кәйефләнеп алырға тиептер, былар шешә асҡандар. Ул ваҡытта илдең болғанған осоро: араҡы, спирт сифатһыҙ, нимә эсәнен бер кем дә белмәй. Былар ҙа шундайҙарҙың береһен алып эскәндәр

Иң беренсе булып күршеһе борсолған. Был ҡатын таң менән һыйырын ҡыуврға сыҡмағас, күрше ҡатынды эҙләп кергән. Ҡапҡа асыҡ, ә өй ишеге эстән бикле. Шаҡып-нитеп, уятып торорға ваҡыт юҡ тип, күрше ҡатын бының да һыйырын тиҙ генә һауып, көтөүгә алып киткән. Ул арала ҡояш та күтәрелгән. Был әллә ҡасан уҡ уянырға тейеш тип, күрше ҡатын аптыраған. Бар яҡлап тәҙрәләрҙе шаҡып сыҡҡан. Унан ирен саҡыртып алып, тәҙрәне ҡайырып асып ингәндәр. Йәй булғас, тәҙрәнең бер ҡаты алынған бит инде. Шунда уҡ күршеләренең бер ир менән тәгәрәп ятҡанын күргәндәр. Минең ир йән биргән, ә ҡатын иҫән-ҡалған. Районға моргҡа оҙатып, унан ғына танып иремде, миңә хәбәр иттеләр.

Ояты шул тиклем булды! Әйтерһең дә, мине сит ир-ат менән тот- ҡандар! Ул ваҡытта мине кеше ҡайғынан шулай бөгөлөп төштө тип уйлағандыр инде. Ә мин был хурлыҡтан башымды эйеп йөрөнөм. Ул ҡатындың ғүмере бөтмәгән булғандыр. Бик оҙаҡ ҡына ятһа ла, больницанан һауығып сыҡҡан икән тип ишеттерҙеләр. Мин уға барып йөрөмәнем. Һүҙ күтәреп йөрөүҙән ни файҙа инде барыһынан һуң? Ир – ер аҫтында, мин тол ҡатын. Янымда ике бала ҡалды. Аллаһҡа мең-мең шөкөр, уҡыттым ла, ашаттым да, үҫтереп, белем бирҙем. Икеһе лә эшләп йөрөй. Миңә ярҙам итергә тырышып йәшәйҙәр.

Күп ҡатындар үлеп киткән ирҙәрен матур итеп һөйләйҙәр. "И-и, бергә йәшәгән саҡтарҙы ла һағынам да һуң!"- тиҙәр.

Ә минең һөйләр бына нәмә шул ғына.

Исемем үҙегеҙ өсөн генә ҡалһын.

"һаҡмар" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас: