Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
3 Декабрь , 11:07

Үҙ әсәләре ҡарғап бәхетһеҙ итте

"Ике туған апайым яман шештән үлеп ҡалды. Йәш ине әле ул, 40-ты саҡ үткәйне. Еҙнәй эй ныҡ ҡайғыра... Шул тиклем татыу йәшәне улар, ике ҡыҙҙары бар. Өлкәне кейәүгә сыҡты былтыр, үҙенең ике йәшлек ҡыҙы бар хәҙер.

Үҙ әсәләре ҡарғап бәхетһеҙ итте
Үҙ әсәләре ҡарғап бәхетһеҙ итте

"Ике туған апайым яман шештән үлеп ҡалды. Йәш ине әле ул, 40-ты саҡ үткәйне. Еҙнәй эй ныҡ ҡайғыра... Шул тиклем татыу йәшәне улар, ике ҡыҙҙары бар. Өлкәне кейәүгә сыҡты былтыр, үҙенең ике йәшлек ҡыҙы бар хәҙер. Ярай, исмаһам, яратҡан кешеһе менән ҡыҫҡа булһа ла, сағыу матур ғүмер кисерҙеләр, ейәнсәрен күреп өлгөрҙө. Туғыҙ йыл шул сирҙән яфаланды бит апайым, ниндәй генә дауа алып ҡарамағандыр ҙа ҡайһы ғына табипҡа мөрәжәғәт итмәгәндер...

...Улар ғаиләлә өс ҡыҙ үҫте. Береһенән-береһе һылыуыраҡ инеләр, әммә бәхеттәре генә булманы бахырҡайҙарҙың... Әсәйҙәре, беҙгә еңгәй тейешле ҡатын, сағыу тауышлы, зәһәр телле, уҫал заттарҙан ине. Ҡыҙҙары - Сания, Йәмилә, Әлиә - аралары 1,5-1,2 йәш кенә булып, бөтәһе бер ыңғай ҙурайған, ҡул араһына ингән ҡыҙҙар, дөрөҫөн әйткәндә, йорт-ҡура эшенән башҡаны белмәне лә шикелле. Мин белә-белгәндән улар тиҫтерҙәре менән урамда уйнаманы, клубҡа кино-концерт ҡарарға йә тансы-фәләнгә йөрөмәне, сөнки әсәйҙәренән бер ваҡытта ла бер нәмәгә лә рөхсәт булманы. Шуғалыр ҡыҙҙар ҡырыҫыраҡ, шымыҡай, өркәк булып үҫте.

Әсәйем менән апһын булһалар ҙа, Сәғиҙә еңгәй менән бер-береһенә йөрөшкәндәрен, ихласлап һөйләшеп ултырғандарын хәтерләмәйем. Йөҙө асылмаҫ, телгә яман булһа ла, эшкә шәп, таҙалыҡ ярата ине ахыры еңгәй. Өйҙәре эсенә ингәнем булманы, әммә кис ҡоролмаған тәҙрәләренән электр яҡтыһында ап-аҡ сигелгән ҡорғандары, күкһелгә тартым аҡҡа буялған стеналары, мейесе, эстәге һалҡын бөхтәлек һәм тәртип күҙгә бәрелә ине. Әйткәнемсә, йорттарына үткәнем булманы, үҙ ғүмеремдә өс-дүрт тапҡыр ишек алдарына инеп сыҡҡанмындыр, унда ла һәр ваҡыт шулай уҡ тәртип хөкөм һөрә ине. Тик шул кеше яратмаҫ холҡо бар нәмәнең дә йәмен ебәрә лә ҡуя ине шул: береһендә инеү менән "йөрөйҙәр шунда бысраҡ ташып" тип һөйләнеп, йомошомдо ҡапҡа ауыҙында ғына йомошлап сығарғаны һаман иҫтә. "Эй шул Сәғиҙә яуыз холҡо менән балаларын үҙенән биҙҙереп, бәхеттәрен ҡасырып ултыра бит, йәлләйем шуларҙы. Иренә лә көн күрһәтмәй, балаларына ла" - шулай тиер ине әсәйем, уфтанып. Артабанғы хәлдәрен, баш ҡалаға интернатҡа китеү сәбәпле, кеше аша ғына ишетеп беләм.

Иң өлкән апайҙың, Санияның, ауылдаш бер егет менән һөйләшкәнен белеп ҡалып, Сәғиҙә еңгәй пыр туҙған. Уға сыҡһаң, әсәйеңде онот, мәңге фатихам булмаҫ, тигән. Был һүҙҙәрҙе кем ишетеп торғандыр ҙа, нисек кеше араһына таралғандыр, еңгәйҙең холҡон белгәнгә, уның дөрөҫлөгөндә бер ҙә шик юҡ. Бер-береһен оҡшатып, күҙ атышып йөрөгән йәштәрҙең теләгенә башы-аяғы менән ҡаршы тороп, барыбер үҙенсә эшләтә: ҡыҙын, үҙ ихтыярынан тыш, ситтән һоратҡан берәүгә, белмәгән-күрмәгән кешегә, тоттороп ебәрә. Ә уныһы бик яуыз булып сыға, апай туҡмалып, ыҙалап көн күрә, ҡол урынына эшләй, туғандары менән дә аралаша алмай. Тәүҙәрәк, барған еренә таш булып батһын инде, тип йөрөгән Сәғиҙә еңгәй аҙаҡ был турала өндәшмәҫ була.

Икенсеһе - Йәмилә - училищела уҡыған саҡта берәүҙән алданып ауырға ҡала. Быны белеп ҡалған яһил ҡатын уны бик ныҡ туҡмай, һөҙөмтәлә яралғының ғүмере эстә үк өҙөлөп, операция ярҙамында алырға тура килә, ә ҡыҙы зәғиферәк булып ҡала. Әле яңғыҙы, берәү менән дә аралашмай, үҙ-үҙенә бикләнеп йәшәп ятыуы.

Ә бына Әлиә, кинйәкәйе, әсәһенән ҡарғыш ишетеп булһа ла, үҙһүҙләнеп, һөйгәненә сыға. Ире менән матур татыу ғаилә ҡоралар, тик был бәхет оҙаҡҡа һуҙылмай: әлеге сире асыҡлана. Ә атаһы ниңә ҡыҫылмаған тиһегеҙҙер? Ибраһим ағай йомшаҡ тәбиғәтле ине. Күрәһең, ҡатынына бер ҡаршы һүҙ әйтә алмаған. Өҫтәүенә үҙе лә кеше көнлө, зәғиф булып ҡалғас, бигерәк тә өнһөҙгә әйләнгән. Үҙен дә яҡлай алмаҫлыҡ кешенән ни көтәһең?

Ғаиләлә әсәй һөйөүен, наҙын, атай яҡлауын тоймай, иғтибар күрмәй, ҡаҡҡыланып үҫкән балалар шулай бәхетһеҙлеккә дусар ителәлер инде ул. Әлбиттә, был хәҡиҡәтте аңларлыҡ белеме лә булмаған шул еңгәйҙең. Улай тиһәң, минең әсәйем дә уҡымаған, ә холоҡтары, донъяға ҡараштары ер менән күк араһы кеүек ине. Ә Сәғиҙә еңгәй ҡартайған һайын холоҡһоҙланған ғына, тиҙәр. Шулай бер ҙә йөҙө асылмай, ҡарғана-ҡарғана баҡыйлыҡҡа күскән. Уйламай әйтелгән яман һүҙҙәре, ҡарғыштары балаларына төшөп, икеһен бәхетһеҙ, берәүһен ҡыҫҡа ғүмерле иткәндер ҙә инде..."

Аклима Гизатуллина

Автор:
Читайте нас: