Мин ныҡ үкенәм.Тыныс тормошомдо үҙ ҡулым менән емерҙем.Мин ныҡ ғәйеплемен.Ниңә ваҡытты кире ҡайтарып булмай.Бер йыл элек иремә хыянат итә башланым.Ғаиләһеҙ,йәш егет менән.Ул миңә бергә йәшәргә тәҡдим иткәс, ике йәшлек улымды, иремде ташлап сығып киттем. Шул саҡ нимә эшләгәнемде аңланым микән?Тик хәҙер генә барып етте миңә нимә эшләгәнем. Һөйәрем мине икенсегә алыштырғас кире ҡайттым.Тик минең күҙ алдымда ишек ябылды. Кемгә кәрәк ундай әсә,ҡатын. Килеп йөрөмә,аяғыңдың береһен баҫма тине ирем. Ипләп кенә балалар баҡсаһына барып күҙәтәм улымды. Йәштәрем ҡойола. Тәрбиәсеғә әйтеп ҡуйғандар, мине яҡын килтермәҫкә. Барып һөйөп-һөйөп яратҡым килә. Ҡомдо машинаһына тултырып уйнай. әләкәс кенә ҡулдарын үбеп-үбеп алыр инем, ҡосаҡлап тороп. Садик туфаһын аҙна буйы тапаным. Ағастар араһынан күҙҙәтем. Ниңә мин улай ҡаты хаталандым? Минутлыҡ ләззәт өсөн ҙур хаҡ түләйем. Тәрбиәсе менән һөйләшеп булмай ҙа ҡуя, саҡ саҡ ун минутҡа ғына күреп сығырға рөхсәт итте.Һаман да бәпәй еҫе бөтмәгән.Бәпескәйемде алдымдан төшөргөм килмәй ине. Яратып туйырлыҡ түгел. Тик минуттар ҡайҙалыр ашыға. Тәрбиәсе ваҡыт үтте тип йоҡларға алып китте. Илай. Йөрәгем өҙгөләнә. Барып тартып алғым килә. Улым....Улыҡайым.....Бишектә ятҡан сағыңды ҡайтарып булһа ине. Бәләкәсем.Һаман ярһып илай. Мең тапҡыр ғафү ит балаҡайым...
Һылыуҙар, әхирәттәр! Зинһар, минең кеүек яңылышмағыҙ. Яңылыш бер аҙым ғүмерлек яҙмышығыҙҙы боҙасағын онотмаһағыҙ ине. Был донъяла бер генә йәшәйбеҙ.
Сәриә.