Суд залынан
Балам өсөн утҡа инеп, һыуҙан сығырмын...
- Таң атҡанда, ҡояш алһыуланып ҡына ҡалҡып килгәндә, теләк телә, бәпесем. Ул мотлаҡ бойомға ашыр...
Сабира өләсәһенең ошо һүҙҙәрен йыш хәтеренә төшөрә. Кескәй саҡтан әсәһе һәм өләсәһенә һыйынып үҫкән иркә генә ҡыҙ бала булды ул. Атаһын белмәне. Дөрөҫөрәге: “Атайың һин тыумаҫ элек үлеп ҡалды”,-тигән һүҙҙәргә ышанып үҫте. Шуға күрә күрше әхирәтенең атаһы ҡыҙын елкәһенә ултыртып алып йөрөгәндә күҙ йәштәре аша ҡарап торор ине. Уның заманында атайһыҙ балалар күбәйгән ине күбәйеүгә. Кластарында яртыһының арҡалы булыр кешеһе юҡ ине. Әммә был бер кемде лә борсоманы. Сабиранан башҡа. Ул күрше ағайға ҡарап: “Их, ул минең атайым булһа ине!”-тип үҫте. Әхирәтенә лә ул атайлыҡты тойор өсөн йөрөнө. Сөнки ир кеше кескәй Сабираның башынан да һыйпар ине. Йә икеһен дә машинаһына ултыртып алып йөрөй. Ҡыҙыҡай башы күккә тейгәндәй ҡыуана быға. Ә бер көн уйынсыҡ кибетендә әхирәтенә ҡурсаҡ алған күрше ағай Сабираға ла бәләкәс кенә тәтәй алып бирҙе. Их, шунда уның ҡыуанғаны! Бәләкәс генә ҡурсаҡтың аяҡ-ҡулдары айырым йөрөй ине. Сабира шул уйынсығы менән генә уйнаны. Уға төрлө-төрлө кейем текте. Тегеүгә килгәндә Сабира өләсәһе менән әсәһенән күреп бәләкәс кенә сағынан был шөғөлгә өйрәнде. Ҡәҙерле кешеләре был йәһәттән бик оҫта ине. Шуға күрә Сабираның өҫтөндә лә үҙенсәлекле матур күлдәк-салбарҙар булды. Әсәһе сағыу-сағыу итеп бәйләгән шарф-башлыҡ, кофталар ҙа уны башҡаларҙан айырҙы.
Ҡыҙыҡай күрше ағай алып биргән ҡурсағына төрлө-төрлө кейем тегеп, айырым ҡумтасыҡта алып йөрөнө. Тәнәфес ваҡытында уйынсығын килтереп тә сығарҙы. Шул уҡ мәлдә янына ҡыҙҙар йыйылып китте. Сөнки һәр береһенең Барбиһы ла, башҡа төрлө ҡурсаҡтары ла бар, әммә береһенең дә ул тиклем күп кейеме юҡ ине. Балалар Сабиранан ҡурсағын кейендереп ҡарауҙы, йә уйнарға һорай башланы. Ҡыҙсыҡ йомшаҡ күңелле ине. Бер кемгә лә “юҡ” тимәне. Был һәр көндө ҡабатланды. Башҡа кластарҙың ҡыҙсыҡтары ла Сабираның янында уралана башланы. Был уның әхирәтен ныҡ асыуландырҙы. Шундай тәнәфестәрҙең береһендә: “Нимә көн һайын минең атайым алып биргән ҡурсаҡ менән маҡтанаһың? Шәп булғас, үҙеңдеке алып бирһен! Ул бит һине ташлап киткән!”-тине. Сабира илап: “Минең атайым үлгән бит”,-тине. “Үлмәгән һинең атайың, ә һине ташлап киткән. Һин уға кәрәкмәйһең, әсәйең дә!”-тине әхирәте уҫал итеп.
Бушҡа ғына балаларҙы иң ҡаты бәғерле зат була ала, тип әйтмәйҙәрҙер. Улар өлкәндәрҙән ишеткәнен дә, үҙҙәренең фекерен дә уйламай яңғырата. Әлегә күңел аяулығы хас түгел шул уларға. Әхирәте лә тәүҙә мышҡылдап, унан ярһып илаған Сабираны аяманы. Өйөндә ишеткән бар ғәйбәтте уның өҫтөнә ауҙарҙы.
Китап-дәфтәрҙәрен дә, яратып уйнаған уйынсығын да парта өҫтөндә ҡалдырып, йүгереп ҡайтып инде Сабира. Кемгәлер пальто тегеү менән мәшғүл әсәһе менән өләсәһе аптырап ҡалды. “Һеҙ мине алдағанһығыҙ! Минең атайым үлмәгән! Уны барыһы ла белә, ә мин юҡ! Беҙ уға оҡшамағас, ул беҙҙе ташлап киткән!”-тине илап ҡыҙ.
Йылдар үткәс кенә Сабира уларҙың ғаиләһендәге кеүек хәл күп ҡатындарҙың яҙмышына хас икәнлеген аңланы. Әсәһе ҡыҙ сағында ситтән килгән атаһына ғашиҡ булған. Улар араһында мөхәббәт уты тоҡанған. Тик әсәһе ауырға ҡалғас ҡына “яратам” тип янып йөрөгән ир ҡапыл һыуынған һәм ғаиләһе барлығын белдергән. Абортҡа аҡса ташлап сығып киткән һәм башҡа күренмәгән. Өләсәһе әсәһен: “Гонаһһыҙ сабыйҙы үлтермәйһең. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Үҫтерербеҙ”,-тип тыйған.
Быларҙың барыһын да Сабира йылдар үткәс кенә ҡабул итә алды. Ә кескәй йөрәккә: “Һин кәрәк түгел! Сөнки һин насар, ямаҡай. Атайың шуға һине ташлаған!”-тигән һүҙҙәр ныҡлап һеңде. Уның башын түбән эйҙерҙе, үҙен башҡаларҙан кәм тойоп үҫтерҙе. Ҡыҙ һәр саҡ кемдәндер хуплау һүҙҙәрен көтөп үҫте. Үҙ-үҙенә ышанмаусанлыҡ тойғоһо уны үтә лә баҫалҡы итте. Ә атаһы тураһында дөрөҫлөктө белгәс, кескәй оҙаҡ ҡына ауырыны. Температураһы төшмәгән ҡыҙсыҡҡа врачтар ниндәй диагноз ҡуйырға ла белмәне. Ә бәләкәстең йөрәге һыҙлай ине. Йәшәп тә өлгөрмәгән бала онотола, әүрәй алманы, үтә ныҡ ҡайғырҙы. Әхирәте менән боҙолошҡас, күрше ағайға ла яҡынлай алманы. Был да уны бөтөрә ине. Тик әсәһе менән өләсәһе генә быны аңлай алманы. “Барыһы ла бар бит, башҡаларҙан кәм йәшәмәйбеҙ, ниңә был тиклем бошона икән был бала?”-тип аптыраштылар.
Туғыҙынсы класты тамамлаған ҡыҙ ситкә китә алманы. Ҡурҡты. Үҙҙәренең училищеһында яратҡан һөнәре – тегенсегә уҡып алды. Был ысынлап та һәр заманда кәрәкле һәм туйҙырырлыҡ һөнәр ине. Ҡалала яңы асылған ательеға эшкә сыҡты. Ошонда водитель булып эшләгән Ғайса менән танышты. Утыҙға яҡынлап барған йәш иргә был ҡыҙ бала ныҡ оҡшай ине. Тауыш-тыны сыҡмай, баш баҫып эшләүен белә. Уның янында ураланды, осрашыуға саҡырҙы. Тик Сабира ҡарашы ниндәйҙер сәнскеле, уҫал булған Ғайсанан ныҡ ҡурҡа ине. “Әсәйем көтә”,-тип уның янынан ҡасырға ашыҡты. Бер көн уларға ҙур ғына заказ килде. Хужабикәләре оҫта ҡуллы Сабираға эштең күберәген өйҙө. Уға ла тауыш-тынһыҙ, артыҡ эшләгән сәғәттәр өсөн айырым түләү һорамаған ҡыҙ оҡшай ине. Сабира эшен ослау өсөн һуңға ҡала башланы. Ошондай мәлдең береһендә Ғайса тотто ла ла инде уны. “Ҡараңғы бит, алып барып ҡалдырам”,-тип ныҡышып машинаһына ултыртты. Үҙе ҡаланан ситкә сығып китте. Көслөк менән үҙенеке итте ул ҡыҙҙы. Шым ғына илаған ҡыҙға: “Ниңә илайһың? Мин бит өйләнәм һиңә”,-тип йорттарына алып китте.
Әсәһе менән өләсәһе Сабираның таныш түгел ир менән ҡайтып инеүен һағайып ҡабул итте. Ғайса ҡыҙҙы яратыуын һәм ҡыҙҙы күсереп алып ҡайтырға килеүен белдерҙе. Ҡатындар аптырап ҡалды. Сабира дөрөҫөн һөйләргә ҡурҡты. Шулай итеп ул Ғайсаның йортона барып эләкте. Шулай булырға тейештер, тип яҙмышына күнде ул. Ғайса ҡартайған әсәһе менән йәшәй ине. Ирҙең әсәһе менән яман итеп һөйләшеүе, уға тауыш күтәреүе, һүгенеүе аптыратты ҡыҙҙы. “Ирҙәр шулай булалыр”,-тип уйланы тағы. Йәшәп киттеләр. Тик Сабира үҙен күберәк ялсы итеп тойҙо һәм иренән ҡурҡыуы үтмәне. Беренсе тапҡыр Ғайса уға эштән һуңлап ҡайтҡан өсөн ҡул күтәрҙе. Икенсе көнөнә күҙе күгәргән йәш ҡатын эшкә сыға алманы. Әсәһенең шылтыратыуына: “Барыһы ла яҡшы”,-тип кенә яуап бирҙе. Быларҙың барыһын да ситтән һаҡ ҡына күҙәтеп йөрөгән ир Сабираның бер кемгә лә зарланмаясағын аңланы һәм хаттин ашты. Ул ҡатынын йыш ҡына туҡмай башланы. Сәбәптәрен дә табып ҡына торҙо: аш һыуыҡ йә үтә эҫе, иҙәндә сүп ята, эшеңдә кем менәндер йылмайып һөйләшеп тора инең... Сабира иренән дер ҡалтырап ҡурҡып ҡына торҙо. Ауырға ҡалғас, ире тынысланыр тип өмөтләнде. Тик өс айлыҡ ауыры ла ире туҡмағандан һуң төштө. Ҡатын дауаханаға барып эләкте. Табиптар барыһын да аңланы. “Туҡмалғанһың бит, полиция саҡыртабыҙ”,-тинеләр. Тик Сабира: “Юҡ, тайып йығылдым”,-тип тылҡыны. Шулай ҙа хоҡуҡ һаҡсылары килеп етте. Уларға ла йәш ҡатын дөрөҫөн әйтмәне. Сал сәсле тәфтишсе: “Их, ҡыҙҙар, бына шулай үҙегеҙҙе язалаған ирҙәрегеҙҙе яҡлайһығыҙ ҙа, унан йә улар һеҙҙе үлтерә йә һеҙ уларҙы”,-тип баш сайҡап сығып китте.
Ғайса был хәлдәрҙе ишетеп йөрөй ине. Сөнки бәләкәй ҡаланың дауаханаһы аша хәбәр тиҙ таралды, уға ла килеп етте. Сабираның был юлы өндәшмәй ҡалыуы уны еңел тын алдырҙы. Ҡатыны икенсегә ауырға ҡалғас, ир уға теймәне. Юҡ, буласаҡ балаһын йәлләмәне ул. Ҡатыны икенсе мәртәбә дауаханаға барып эләкһә, уға һорауҙар буласағын, был юлы ҡотола алмаясағын аңланы. Ә Сабира баш баҫып йәшәүен дауам итте. Ҡыҙы тыуғас һөйөнөсөнөң дә, көйөнөсөнөң дә сиге булманы. Сөнки ире: “Малай табаһың!”-тип әйтеп ҡуйғайны. Уныңса булмаған өсөн Сабираны балалар табыу йортонан алырға килмәне. Әсәһе менән өләсәһе, ҡәйнәһе килеп алды. Ҡәҙерле кешеләре лә Сабираның ауыр хәлен аңлаған да, ишеткән дә ине. Әммә ниңәлер уны араларға, яҡларға ашыҡманы. Сабира йыш ҡына уларға: “Алып ҡайтығыҙ мине”,-тип ялбарғыһы килде. Тик ҡыйманы. Ул үҙен барыһынан да кәм тойоуын дауам итте, иренән туҡмалыуында ла үҙен ғәйепле итеп тойҙо.
Хәсрәтләнеп йәшәгән ҡатындың балаһы ла көйгәләк булып сыҡты. Ул туҡтауһыҙ иланы. Күптән ашауҙан яҙған ҡатындың һөтө етмәне, бала асығып иланы. Ә сабый йоҡларға бирмәгән һайын, Сабира иренән туҡмалды. Ғайса ябығып, ҡурҡыныс булып киткән ҡатынына ытырғанып ҡараны. Ул шул ваҡытта үҙенә һөйәркә табып алған ине. Иренең сит ҡатын менән бер нисә көнгә юғалған мәлен Сабира иң бәхетле мәл итеп ҡабул итте. Тик бындай “командировкаларҙан” Ғайса тағы ла нығыраҡ асыуланып ҡайтты. Уға ғаилә кәрәкмәгәнен һуң аңланы. Баҫылып-иҙелеп йәшәгән Сабира ҡартайған әсәһен ҡарар, өйҙәге бар эште алып барыр тип өйләнгәйне. Ә хәҙер тынғылыҡ бөттө. Сабый бер туҡтауһыҙ илай, ҡатыны ла йәш, матур ҡыҙҙан үтә ябыҡ ҡарасҡыға әүерелде. Бында ир үҙенең ғәйебен бөтөнләй танымай ине. Барыһы өсөн Сабираға ҡөһөрөн төшөрҙө. Ә йәш ҡатын сабыйы өсөн ҡурҡты. Ире үҙен үлтереп ҡуйһа, балаһын кем ҡарар, тип ҡурҡты. Әсәлек тойғоһо уянған Сабира үҙен яҡлай алмаһа ла, сабыйы өсөн йәнен бирергә әҙер ине. Иренән туҡмалған мәлдә ул ҡәйнәһенең бер һүҙ өндәшмәй, бүлмәһенә бикләнгәненә аптырай ине. Ни өсөн тыймай улын, ниңә яҡламай киленен? Тик бер кис ҡәйнәһе асылып үҙенең дә иренән туҡмалып йәшәүен, ә Ғайсаның быларҙың барыһын да күҙәтеп үҫеүен һөйләп бирҙе. Күрәһең, өлкән кешенең мәңгелек һыҙланыуы йөрәгенән урғылып сыҡҡандыр, бар әрнеүҙәрен түгелеп илай-илай һөйләне ул. Сабираның ҡәйнәһе һөйләгәндәрҙән сәсе үрә торҙо. Кескәй сағынан әсәһе менән өләсәһенең ҡосағында, тыныс тормошта йәшәп өйрәнгән Сабираның күңеле икенсе ҡурҡыныс тормошто ҡабул итә алмай ине. Быларҙың барыһын да ҡыҙы ла күреп үҫәсәген уйлап йәне үрһәләнде.
Улар шулай икәүләшеп илашып, серләшеп ултырған саҡта, Ғайса ҡайтып инде. Ҡатындар һүҙгә әүрәп ултырып, ишек асып-ябылыуын да ишетмәгән. Ир уларҙың нимә хаҡында һөйләшеүен ишетеп, ярһып китте. “Һин атайымды яманлап ултыраһыңмы?!”-тип әсәһен елтерәтеп бүлмәһенә индереп быраҡтырҙы. Сабира ҡарашын ҡан баҫҡан иренең үҙен хәҙер үлтерәсәген яҡшы аңланы. Тәүҙә күҙен сыырлатып йомоп, һуғыу-тибеүҙәрҙе түҙеп ятты ул. Әммә шул саҡ сабыйы уянып, ярһып илай башланы. Ҡатын балаһына ынтылды. Ире уны сәсенән тотоп стенаға ҡуша бәрҙе лә, “Көн-төн илаған балаң да минән түгелдер әле”,-тип ҡыҙының карауатына яҡынлашты. Ғайса нимә уйлағандыр, сабыйға зыян итергәме әллә ҡатынын бының менән ҡурҡытырға ғынамы, әммә Сабираның йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы. Ул бар ауыртыу-һыҙланыуҙарын онотоп, аяғына ырғып баҫты. Ҡулына өләсәһе бүләк иткән боронғо күмер үтеге килеп эләкте. Сабый янына етеп барған Ғайсаның башына ошо үтек менән ныҡ итеп һуҡты ул. Тирә-яҡҡа ҡан сәсрәне. Ире гөрҫ итеп иҙәнгә ауҙы.
Ғайса тере ҡалды, шулай ҙа дауаханала оҙаҡ ятырға тура килде уға. Судта ҡәйнәһе барыһында ла ... Сабираны ғәйепләне. Быға йәш ҡатын йылмайып ҡына ҡуйҙы. Әсә кешенең балаһы өсөн ахырғы сиккә барып етеүен яҡшы аңлай ул хәҙер. Сабира шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Яралары бөтәшкәндән һуң ҡатын сит тарафтарға күсеп китте. Әсәһе менән өләсәһе үҙҙәре менән ҡалыуын үтенһә лә, күнмәне.
- Өләсәйем өйрәткәнсә, һәр алһыу таңды теләк теләп ҡаршыланым. Әммә улар бойомға ашһын өсөн үҙеңә лә ниҙер эшләргә, ныҡ булырға кәрәк икәнлеген аңланым. Әсәйем менән өләсәйем минең нисек ыҙалап йәшәгәнемде күрмәһә лә, һиҙҙе бит. Әммә яндарына алырға ашыҡманы. Шуға күрә бер кемдән терәк-таяныс эҙләмәй, ҡыҙымды үҙем генә аяҡҡа баҫтырасаҡмын. Балам өсөн көслө булырға ла, уға насарлыҡ теләүселәрҙе атып-киҫергә лә әҙермен,-тине ул хушлашҡанда.
Ҡарашында боҙ һалҡынлығы ла, зәһәр осҡондар ҙа барлыҡҡа килгән ҡатындың артабанғы тормош юлында тик яҡшы кешеләр осраһын...
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.