Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
30 Ноябрь 2018, 20:43

Дуҫ

Дуҫлыҡ – телефондағы оҙон исемлек түгел, ә һинең көслө лә, көсһөҙ ҙә сағыңда ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер дуҫтарың.

Ул телефонын алып дуҫына шылтыратты һәм хәлен һөйләп бирҙе: “Әсәйем ауырып китте, ә минең дарыуға етерлек аҡсам юҡ”. Ә тегеһе уға: “Ярай, дуҫым, төштән һуң шылтыратырһың”.

Шулай эшләй ҙә: кискә ҡарай йәнә дуҫының телефон һандарын йыя, тик телефон һүнгән! Ҡабат-ҡабат шылтыратып та һөҙөмтә булмағас, аҡса биреп торорҙай икенсе берәйһен эҙләй башлай, ләкин тапмай. Донъя тарайғандай тойола, әсәһенең ауырыуынан, унан бигерәк дуҫының арҡа бороуынан ҡайғыға бата. Ни эшләргә лә белмәй. Күңеле төңөлөп өйөнә ҡайта һәм ни күрә: әсәһе тыныс ҡына йоҡлай, эргәһендә – кәрәкле дарыу. Апайынан дарыуҙы кем алып килгәнлеген һорай. Ә ул: “Дуҫың килгәйне, рецепты һорап, дарыу алып килде, яңыраҡ ҡайтып китте”. Ул йылмайып ебәрҙе, күҙҙәренә йәштәр төйөлдө. Унан дуҫын эҙләп тапты. “Мин һиңә шылтыраттым, әммә телефоның һүнгән ине”. Ә дуҫы уға: “Мин телефонымды һаттым һәм әсәйебеҙгә дарыу алдым...”

Дуҫлыҡ – телефондағы оҙон исемлек түгел, ә һинең көслө лә, көсһөҙ ҙә сағыңда ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер дуҫтарың.


Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, беҙ ҙә һеҙҙең ярҙамға, бергә булырыбыҙға ышанабыҙ! Берҙәмлектә – көс!