Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
25 Февраль 2019, 16:00

Тәккәберлек, текәлек…

Кемгәлер күберәк бәрәкәт насип, ҡайһы берәүҙәргә - наҡыҫ. Ваҡыт үтә килә, түрә лә сафтан сыға, байҙың да ярыҡ ялғашҡа ҡарап ултырып ҡалыуы ихтимал. Юҡсыллыҡтан этләнгән кеше берәй заман долларҙар ғына һанауы мөмкин. Бер кемгә билдәһеҙ һоро әҙәм бөтә донъяны хайран итеүе бар.

Ер йөҙөндә нисә кеше – шунса холоҡ. Әҙәмдең эске донъяһы серле, ҡатмарлы, үҙгәреүсән. Шулай яратылғанбыҙ. Тыумыштан ихлас, эскерһеҙҙәр ҙә була, гендарына уҡ хәйлә, хаслыҡ һалынғандар бар. Имам Әл-Ғәзәли кешелә дүрт төр сифат бар тип дөрөҫ әйткән. Кемдә лә булһа йыртҡыс хайуан, йорт хайуаны, фәрештә һәм шайтан халәте ваҡыты-ваҡыты менән үҙен һиҙҙереп ҡуя икән, тимәк улар беҙҙә һалынған. Ләкин насар ҡылыҡты үҙгәртеү йә төҙәтеү бөтәбеҙҙең дә ҡулынан килә. Көн һайын үҙеңдең етешһеҙлектәрең өҫтөңдә эшләү, һәр ҡылығыңды, әйткән һүҙеңде анализлау, уйланыу, вайымһыҙлыҡ, ялҡаулыҡты еңергә тырышыу юлы менән. Ә бөгөн һүҙ барасаҡ тәкәбберлек сифатын кеше үҙе килтереп сығара.

Ғәрәп теленән алғанда, тәкәббүр – ҙур, эре булып ҡыланыу тигәнде аңлата. Тимәк, әҙәм был хәлгә үҙе килә. Дин күҙлегенән ҡарағанда, тәкәбберлек – ул үҙеңде бүтәндәргә ҡарағанда өҫтөнөрәк һанау. Эре кеше, башҡаларға тәтемәгән хоҡуҡтар менән ҡуллана алам, тип уйлай. Шул уҡ ғалим Әл-Ғәзәли: “Тәкәбберҙәр бөтәһен дә түбән ҡуя, үҙенән башҡа бөйөклөк күрмәй”, тигән. Ә Мөхәммәт бәйғәмбәр әйткән һүҙҙәр был алама сифатты тулыһынса фашлай: “Күңелендә саң бөртөгөләй генә лә маһайыу ғәләмәте булған кеше Ожмахҡа эләкмәй”. Бынан һуң ниндәй генә билдәләмәләр килтерһәк тә, аҙ булыр.
Кемдер энәһенән-ебенәсә зауыҡлы кейенгәнде, өр-яңы моделле машинала елдергәнде “танауын сөйгән кеше” тиер. Юҡ, кәперенеү тыштан күренгән халәт түгел, ул эстә, йөрәктә. Ярлылар араһында ла текәләнеп маташҡандар осрай. Серегән бай йә юғары вазифалы чиновник, киреһенсә, ябайҙың да ябайы булырға мөмкин.
Ғорурлыҡ тойғоһо тигән төшөнсә бар. Нимәгәлер сикһеҙ ҡыуаныс кисереү. Балаларың уңышы, белемең, байлығың өсөн, мәҫәлән. Тик, был этапта үҙеңде йүгәнләмәһәң, һауаланыуға юл асыҡ.
Һәйбәт ғорурлыҡ тураһында һүҙ йөрөтә алабыҙ, ә һәйбәт тәкәбберлек булмай. Маһайыу һәр ваҡыт ытырғандырғыс сифат.
Ғорурлыҡ ҡасан эреләнеүгә әйләнә һуң? Әйтәйек, кеше эшендәге уңыштарҙан башы әйләнеп китеп, бүтән тырышмай башларға мөмкин. Етешһеҙлектәренә иғтибар итмәй. Гонаһтарын онота. Сөнки, гел маҡтала, гел алғы сафта. Күтәрмәләйҙәр, күккә сөйәләр. Тора-бара өгөтләүгә килмәҫкә, кәңәштәргә ҡолаҡ һалмаҫҡа ла мөмкин. Сөнки ул ғына шәп. Бына һиңә тәкәббрлек!
.
Кеше ни өсөн маһайып китә ала?
Ҡупырышлыҡ кешенең эске сифаты булһа ла, түбәндәгеләрҙә ул ярылып ятырға мөмкин:
байҙарҙа;
хөрмәтле кешеләрҙә;
почетлы һөнәр эйәләрендә;
хөрмәтле ғаилә ағзаһында;
сибәрҙәрҙә;
көслө кешеләрҙә;
талантлыларҙа;
белемлеләрҙә.
Ләкин үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, кешегә бай икән - тәкәббер, йәки талантлы икән - маһайыусан тип ҡарарға ярамай. Шуныһы: бөхил үҙенең фәҡирлеген, белемһеҙ наҙанлығын йәшерер өсөн морон күтәреүсән. Бынан яман тағы ни бар?
Тәкәбберлек - дөрөҫлөктө ҡабул итмәү, кешенән ерәнеү, нәфрәтләнеү.
Уның зыяндары:
1. Был сифат - көфөр. Көфөрҙөң дүрт терәге бар: тәкәбберлек, көнләшеү, асыу, ялҡынлы теләк (страсть). Бында һаранлыҡты ла индерергә мөмкин.
2. Ул белемгә ынтылыуға ҡамасаулай. Мөхәммәт бәйғәмбәр: “Ике кеше белемһеҙ ҡалыр: оялсан һәм тәкәббер”, тигән. Тәүгеһе һорау бирергә ояла, икенсеһе үҙен бөтәһенән дә аҡыллыраҡ итеп хис итә.
Уйлап ҡарайыҡ әле: һәр кем үҙ өлөшө менән тыуа, шулай бит? Кемгәлер күберәк бәрәкәт насип, ҡайһы берәүҙәргә - наҡыҫ. Ваҡыт үтә килә, түрә лә сафтан сыға, байҙың да ярыҡ ялғашҡа ҡарап ултырып ҡалыуы ихтимал. Юҡсыллыҡтан этләнгән кеше берәй заман долларҙар ғына һанауы мөмкин. Бер кемгә билдәһеҙ һоро әҙәм бөтә донъяны хайран итеүе бар. Шуға күрә, берәүгә лә өҫтән ҡарамаһаҡ ине. Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тиҙәр. Ярай, афарин, һин арыу ғына яҙыусы, артист, эшҡыуар, мәҫәлән. Булһа ни. Ерҙең кендеге түгел дә. Беҙҙең бөтәбеҙҙе лә Хоҙай йөрөтә. Кем булыуыбыҙ: даһимы, бахырмы – тик Уның ихтыярында.
Маһайыуҙан ҡабарған ҡорһаҡ тиҙ шиңә.
Читайте нас: