Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
1 Июнь 2020, 19:35

Рәмил үлтерергә йыйынған...

Ғүмерлеккә төрмәгә ябырҙармы?

Бына етенсе ай бөтә халыҡ Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен үлтергән Рәмил Шәмсетдиновтың яҙмышы нимә менән тамамланырын күҙәтә. Шуныһы ғәжәп –
егеттең ғәйебе ҙур булһа ла, күптәр уны йәлләй, хөкөм язаһы йомшағыраҡ булыуын теләй. Фәжиғәнең тәүге көндәренән үк уға аҡса ла йыя башланылар. Ҡыҙғанысҡа күрә, һалдаттың хәле бигүк шәптән түгел. Психиатрия экспертизаһы ла уны үҙ аҡылында тип тапты. Ошо көндәрҙе Рәмилдең адвокаты уға үлтерергә йыйынған тигән ғәйепләү өҫтәүҙәрен хәбәр итә.
Быға тиклем ул РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһы буйынса ғәйепләнә ине, ике кеше иҫән ҡалғас, ғәйепләүҙе ике өлөшкә бүлгәндәр, йәғни “үлтерергә йыйыныу” статьяһын өҫтәгәндәр.
Читайте нас: