Шоңҡар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
31 Июль 2020, 11:45

Ғәйет ҡорбан

Шәйехзада БабичҺөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн, ҡорбан бөгөн; Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо ҡунған бөгөн. Һайрай ул ҡош: "Алла әкбәр, Алла әкбәр!" - тип ҡуя, "Һөй, мосолман, байрамыңды, Алла яҡлар!" - тип ҡуя. - Һөй, һөйөн, йырлап ебәр, ырғыт бөтә зар-моңдарың, Алла һаҡлар, һаҡлап уҙҙырһаң был байрам көндәрен. Алла маҡтар, маҡтаһаң байрамды, бик йәмле тиһәң, Алла әкбәр, Алла әкбәр, Лиләхмәд... тиһәң. Кил, туғандар, бер туған күк берләшеп сайран итик, Ҡайғы-хәсрәттәр таралһын, гөрләшеп байрам итик... Кил, мосолман, бир ҡулыңды, бир, ҡыҫайым шат йән менән, Ас иманлы йөҙкәйең, ҡотлап үбәйем байрам менән!.. 1916

Шәйехзада Бабич
Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн, ҡорбан бөгөн;
Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо ҡунған бөгөн.
Һайрай ул ҡош: "Алла әкбәр, Алла әкбәр!" - тип ҡуя,
"Һөй, мосолман, байрамыңды, Алла яҡлар!" - тип ҡуя.

- Һөй, һөйөн, йырлап ебәр, ырғыт бөтә зар-моңдарың,
Алла һаҡлар, һаҡлап уҙҙырһаң был байрам көндәрен.
Алла маҡтар, маҡтаһаң байрамды, бик йәмле тиһәң,
Алла әкбәр, Алла әкбәр, Лиләхмәд... тиһәң.

Кил, туғандар, бер туған күк берләшеп сайран итик,
Ҡайғы-хәсрәттәр таралһын, гөрләшеп байрам итик...
Кил, мосолман, бир ҡулыңды, бир, ҡыҫайым шат йән менән,
Ас иманлы йөҙкәйең, ҡотлап үбәйем байрам менән!..
1916
Читайте нас: