Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
26 Сентябрь 2020, 00:30

Буяндың ҡарғышы төштөмө икән?

Яурынынан ҡан бәреп сыҡҡан, яралы ҡыҙ ергә ауа. Егет шаңҡып ҡала.

Кеше үҙен ерҙә хужа итеп тойоп йәшәһә лә, беҙҙең менән бергә мең төрлө йән эйәһе көн итә. Уларҙың да үҙ йәшәү рәүеше, көнкүреш ҡанундары бар. Циркта кейек-ҡоштарҙың төрлө трюктар яһауы, экстремаль хәлдәрҙә кешеләргә ярҙамға килеүе хайуандарҙың да аҡыл кимәленең камиллығын иҫбатлай. Беҙҙә һирәк осраған алдан һиҙеү, тойомлау һәләте үҫешкән йәнлектәрҙә. Дин буйынса ла, әҙәм гүр эйәһе булғас, ҡәберҙәге хәлдәрҙе хайуандар ишетер, тик кешеләр генә белмәҫ, тиҙәр. Йорт хайуандары файҙа килтерә, ә эт менән бесәй күп кенә ғаиләләрҙә тулы хоҡуҡлы ағза кеүек көн күрә. Улар беҙҙе күҙ ҡарашыбыҙҙан аңлап тора, тик теле генә юҡ.
Эттәр – бик аҡыллы хайуан. Бер һеңлемдең аяҡ быуындары һыҙлай ине. Төрлөсә әмәл итеп ҡарайбыҙ, ярҙамы теймәй. Кемдер уға аяҡтарын йылылай эт тиреһенә урарға кәңәш иткән. Этте ҡайҙан табаһың әле, тип үҙҙәренең Тузигының тиреһен ҡулланырға һөйләшәләр. Кейәү йомош менән китергә йыйынғас, һеңлем:
— Һин оҙаҡ йөрөмә, ҡайтҡас та Тузикты һыҙырырһың, – ти.
Былар һөйләшкән саҡта эттәре эргәһендә торған. Машина ҡуҙғалып китеү менән Тузик та уның артынан сығып китә. Кейәү ҡайтҡан, ә эт юҡ икән. Кис була, таң ата — күренмәй. Шул китеүҙән эт әйләнеп ҡайтмай. Ул барыһын да аңлаған икән, тиештек...
Йәйге селлә. Туҙанлы юлдан еңел машинала киләбеҙ. Алда оҙон кисеү. Арттан бәләкәй кузовлы машина килә, унан ҡалышмай бер эт саба. Туҡтаныҡ.
— Ағай, әҙерәк бензин ҡойоғоҙ әле, — ти теге машиналағы егет.
— Был эт ниңә эйәргән?
— Алты көсөгө бар, уны йонсоталар. Икәүһен бер танышҡа алып китеп барам. Өйҙә тағы дүртәүһе бар, етмәйме икән уға? Арттан ҡалмай.
Беҙ ябыҡ ҡына инә эткә аптырап ҡарап торабыҙ. Ул кузовҡа менергә тырыша, шыңшый. Ейәнсәрем икмәк менән колбаса бирә. Инә эттең ризыҡта эше лә юҡ.
— Һеҙгә кәрәкмәйме? Бирәм дә ҡуям, — ти теге егет, бер мәшәҡәттән ҡотолорға уйлағандай.
Ейәнсәребеҙ:
— Алайыҡ, алайыҡ! — тип сат йәбеште.
Көсөктәрҙе ҡалдырып, кузовлы машина алға елдерҙе. Уларҙы кабинаға һалыу менән инә эт тә килеп инде. Сығарып ҡына булһасы! Аптырағас, балаларын кире сығарҙыҡ. Шул арала берәүһен елкәһенән эләктерҙе лә ҡасты. Алыҫҡараҡ алып барып һалды ла икенсеһенә сабып килә. Ейәнсәребеҙ йәһәт кенә көсөктө ҡосаҡлап, машинаға инеп бикләнде. Беҙ ҡуҙғала башлағас, эт үрһәләнде, тәҙрәнән ҡарай, һикерә. Бер артына ҡарай, бер беҙгә эйәрергә итә, шунан теге балаһына сапты. Елкәһенән тешләп алып ауыл яғына ыңғайланы. Ҡабырғалары беленеп торған, ҡоро ярыға ҡалған инә эт күҙҙән юғалғансы артҡа боролоп ҡарай-ҡарай барҙыҡ. Нисәмә саҡрым машинанан ҡалмай эйәреп килгән бахыр! Ҡайҙан көс, ихтыяр унда?!
— Вәт, әсәй тиһәң дә әсәй! — тип оло йөрәкле инә эткә һоҡландыҡ та, уны йәлләнек тә. "Рәнйемә инде беҙгә", — тип йомроҡай ғына көсөктө алып ҡайтып киттек...
Йәнә бер ваҡиға хәтергә төшә. Иремдең үҙе ҡарап үҫтергән 18 йәшлек эте бар ине — Буян. Көрәнһыу-һары, оҙон йөнлө, ҡыҫҡа аяҡлы, йәтеш кәүҙәле. Юҡҡа-барға өрмәй, ләкин сит кешеләрҙе, малды индермәй. Ишекте бикләмәй торғайныҡ. Балаларыбыҙ көнө буйы тышта уйнай, эт уларҙы ҡарап ята. Ҡапҡанан урамға сыҡһалар, тауыш бирә йә арттарынан ҡалмай бергә йөрөй.
Оло һыу буйында йәшәйбеҙ. Бәләкәсебеҙ яр яғына ыңғайлаһа, Буян өрә башлай, йәнәһе, "ана китте, ҡарағыҙ!" Бигерәк аҡыллы ине. Бер саҡ ул юғалды. Эҙләп таба алманыҡ. Аҙна үткәс, ауылдан ситтә яр аҫтында үлеп ятҡанын күргәндәр. Бер егет әрменән ҡайтып, мылтыҡ тағып, һунарға йөрөй башлағайны. Шул Буянды атып киткән. Яҡшы кеше балаһы булғас, өндәшмәнек. Ҡартайған эт былай ҙа үлер ине, тип үҙебеҙҙе йыуаттыҡ.
Иртә яҙҙан, көндәр йылына башлағас, йәштәр ҡырға сығырға ярата торғайны. Ут яғып, картуф өтөп ашайҙар, уйын ҡоралар. Май байрамына ситтә уҡығандар ҙа ҡайта. Теге егет тә, ғәҙәттәгесә, мылтығын аҫып, уйынға сыҡҡан. Шаярып ҡына үҙенең күңел биреп йөрөгән ҡыҙына мылтығын тоҫҡаған. Ни сәбәптәндер, бер кем аңламай ҙа ҡала, ҡапыл мылтыҡ атып ебәрә. Яурынынан ҡан бәреп сыҡҡан, яралы ҡыҙ ергә ауа. Егет шаңҡып ҡала. Йәштәр ҡаңғырған арала ул йылға буйындағы шырлыҡҡа йүгерә. Бәхеткә күрә, ҡыҙ тере ҡала. Егетте ҡараңғы төшкәс кенә эҙләп алып ҡайталар.
Был хәлде ишетеп, беҙ шаҡ ҡаттыҡ. Буяндың ҡарғышы төштөмө икән әллә, тип аптыраштыҡ. Алабарман егет үҙенең еңел аҡылы арҡаһында ата-әсәһенә хәсрәт килтерҙе, уны төрмәгә ултырттылар.
...Машина елдерә. Тумалаҡ ҡына көсөк ейәнсәремдең итәгендә йоҡлай. "Ҡайғырма, инә эт, балаңа беҙҙә насар булмаҫ", — тим эстән генә. Ысынлап та, беҙ уның көсөгөн бик матур итеп ҡараныҡ...
Һыуыҡта ҡалтырап, ямғырҙа күшегеп, аслыҡтан йонсоған эт йә бесәйҙе күрһәм, йөрәгем һыҙлап китә. Ниңә шул тиклем битарафбыҙ, бәғерһеҙбеҙ икән?! Улар беҙгә өмөт менән баға, ярҙам көтә. Аллаһы Тәғәлә был йән эйәләрен яралтҡан, әҙәм балалары эргәһендә йәшәргә ҡушҡан икән, юҡҡа түгелдер...
Рәсимә Айсыуаҡова.
Читайте нас: