Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
23 Февраль 2021, 14:30

Улығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ!

Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ егет Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә хыяллана.

Әсә кеше өсөн балаһының уңыштарын күреүҙән дә оло бәхет юҡтыр. Был көндәрҙә Белорет районының Ассы ауылында йәшәгән Зәлиә Баҡыеваның да ҡыуанысының сиге юҡ. Уларҙың исеменә улы Азамат хеҙмәт иткән хәрби часть командирынан Рәхмәт хаты килеп төштө. Байрам алдынан был үҙе бер ҙур бүләк булды.
Азамат Азат улы Белорет лицей-интернатын яҡшы билдәләренә генә тамамлағас, Өфөлә автотранспорт колледжында белем ала. Тырыш, маҡсатлы егет бер үк ваҡытта ДОССАФ-та шоферлыҡҡа уҡып, танытма алырға ла өлгөрә. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ егет Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә хыяллана, үҙен хәрби хеҙмәткә әҙерләй, парашют менән һикерә. Азаттың хыялы бойомға аша - ул Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ғәскәри бурысын үтәй.

Рәхмәт хатында: “Улығыҙҙы намыҫлы, принципиаль итеп тәрбиәләп, үҙенең алдына ҡуйылған бурысты һәр ваҡыт теүәл үтәүе өсөн ысын йөрәктән рәхмәт белдерәбеҙ. Ул хәрби әҙерлек ваҡытында үҙен бары тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтте. Һеҙ улығыҙҙың тыуған иленә лайыҡлы хеҙмәте өсөн ғорурлана алаһығыҙ, уға үҙенә йөкмәтелгән эш өсөн юғары яуаплылыҡ тойғоһо хас. Беҙ улығыҙҙың Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын артабан да намыҫлы үтәүенә ышанабыҙ”, – тиелә.

Читайте нас: