Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
1 Ноябрь 2021, 10:45

Кешене оҙатҡас, нимәләр эшләргә ярамай?

Әгәр был ваҡытта ғаилә ағзаһы йәки яҡын кеше юлда булһа, ул аҙашырға йәки кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа мөмкин. Ә һеҙ юрауҙарға, һынамыштарға ышанаһығыҙмы? 

Кешене оҙатҡас, нимәләр эшләргә ярамай?
Кешене оҙатҡас, нимәләр эшләргә ярамай?

Өйҙән кемдер йыраҡ юлға сығып китһә, өләсәйҙәребеҙ ҙә, әсәйҙәребеҙ ҙә,  иҙәнде һеперергә, йыуырға ярамауы тураһында киҫәтә.
Электән үк килгән һынамыш буйынса, иҙәнде һепереп, кешенең был йортта булған эҙҙәрен бөтөрәбеҙ икән. Әгәр был ваҡытта ғаилә ағзаһы йәки яҡын кеше юлда булһа, ул аҙашырға йәки кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа мөмкин. Йәки юлда ул ауыр хәлгә, уйламаған бәхетһеҙлеккә осрауы бар, тип уйлағандар. Шуға күрә, юлдағы кеше тейешле урынға барып еткәс, йәки икенсе көндө иртә менән таң атҡас ҡына өйҙө йыйыштырыу эштәренә тотонғандар.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: