Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
8 Ноябрь 2021, 12:15

Тейеш түгелбеҙ, мөмкинлегебеҙ бар...

Джеймс Кирҙың “Хайран ҡалырлыҡ ғәҙәттәр” китабынан өҙөк

Тейеш түгелбеҙ, мөмкинлегебеҙ бар

Джеймс Кирҙың “Хайран ҡалырлыҡ ғәҙәттәр” китабынан өҙөк

“Физик әҙерлек, көс талап иткән күнекмәләр буйынса тренерым Марк Уотс миңә телмәрҙәге бер һүҙҙе үҙгәртеү ярҙамында ғына ла рәхмәтле булырға өйрәнеү дәресен бирҙе. Быны мин спортта ғына түгел, тормошомдоң бүтән өлкәләрендә лә файҙаланам.

Беҙ йыш ҡына нимәләр эшләргә тейешлегебеҙ хаҡында һөйләргә яратабыҙ: әйтәйек, иртә менән торорға, эшкә барырға, мәҡәлә яҙырға, бизнесты үҫтерү буйынса кемгәлер шылтыратырға, спортзалда шөғөлләнергә, ғаилә ағзалары өсөн киске аш әҙерләргә тейешбеҙ һ.б.

Ә хәҙер ошо һүҙбәйләнештәрҙәге бер генә һүҙҙе альмаштырып ҡарайыҡ әле: тейеш түгелбеҙ, ә мөмкинлегебеҙ бар.

Һөҙөмтәлә, беҙҙең иртә менән тороу, эшкә барыу, мәҡәлә яҙыу, бизнесты алға һөрөү буйынса кемгәлер шылтыратыу, спортзалда шөғөлләнеү, яҡындарыбыҙға киске аш әҙерләү өсөн мөмкинлегебеҙ бар килеп сыға.

Ошо рәүешле бер һүҙҙе алмаштырып, ғәмәлдәребеҙгә башҡа мәғәнә һала, көндәлек эштәрҙе ауырлыҡ тип ҡабул итмәйенсә, мөмкинлеккә әйләндерә алабыҙ”.

 

Тейеш түгелбеҙ, мөмкинлегебеҙ бар...
Тейеш түгелбеҙ, мөмкинлегебеҙ бар...
Автор:
Читайте нас: