Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
13 Ноябрь 2021, 19:20

Никах ҡороусыларға нәсихәт

Тормош һынауҙарын лайыҡлы үтегеҙ. Берәй-бер хәл тыуһа, ғаилә кәмәһен йүнәтеү юлын һайлағыҙ, ташларға ашыҡмағыҙ...

Никах ҡороусыларға нәсихәт
Никах ҡороусыларға нәсихәт

Беҙгә күркәм ислам динен еткереүсе пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм, дин – ул нәсихәт, тине (“Мөслим” хәҙистәр китабы йыйынтығы). Ҡәҙерле, йәштәр, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы кәңәштәр менән танышып үтегеҙ.

Шулай бер мәл 60 йыл бергә йәшәгән ир һәм ҡатындан:
- Нисек итеп оҙаҡ йылдар буйы бергә йәшәп, ғаиләгеҙҙе матур итеп һаҡлап киләһегеҙ? - тип һорайҙар икән.
- Беҙҙең заманда нимәлер боҙолһа, уны шунда уҡ ташламанылар, йүнәтә торғайнылар, - тип яуап биргән ҡатын.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер шундай парҙар осрай. Улар ата-әсәләренән ҡиммәтле туй яһата. Һуңынан, ғаиләләре саҡ ҡына һынауға осраһа, ташлашыуға ла күп уйламай. Ҡәҙерле йәштәребеҙ әле телгә алынған 60 йыл бергә йәшәүсе парҙан үрнәк алһа ине! Тормош һынауҙарын лайыҡлы үтегеҙ. Берәй-бер хәл тыуһа, ғаилә кәмәһен йүнәтеү юлын һайлағыҙ, ташларға ашыҡмағыҙ.

Ғаилә именлеге өсөн кәләш тә, кейәү ҙә, икеһе лә берҙәй яуаплылыҡ алырға тейеш. Яуаплылыҡ алыу тигәндә, шуны әйтер кәрәк: әгәр ҙә ғаиләлә ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар тыуа ҡалһа, һинең арҡала шулай килеп сыҡты, тип ғәйепләүҙәр ташлашырға ашыҡмағыҙ. Бәлки, ғәйеп миндә лә барҙыр, үҙем дә яңылышманым микән, ҡайһы ерҙә хаталандым, аңлашалмаусанлыҡты бөтөрөү өсөн нимә эшләргә була тигәнерәк уйҙар һәр икегеҙҙең башына инеп сығырға тейеш. Хатта ки, ғәйеп үҙендә түгел икәнен белгәндә лә сабырлыҡ менән ҡоралланыу дөрөҫ буласаҡ. Бер аҡыл эйәһе, ғаилә ҡороу өсөн ғашиҡ булыу ҙа етә, уны һаҡлау – сабырлыҡ һәм ғәфү итә белеү талап итә тигән. Ләкин сабырлыҡты түҙеү менән бутарға ярамай. Ниндәйҙер күңелһеҙерәк хәл тыуғанда “мин түҙәм” тип үпкәле, күңел ҡырған, хәтер ҡалдырған һүҙҙәрҙе йотоп, өндәшмәйенсә түҙеп, эстән янып тик йөрөһә, кешенең ауырыуға һабышыуы ихтимал. Насар хәтирәләрҙе үҙегеҙ менән алып йөрөмәгеҙ, тиҙерәк онотоғоҙ, үпкәләтеүсене ғәфү итегеҙ. Ошолай итһәгеҙ, һаулығығыҙ ҙа, ғаиләгеҙ ҙә имен булыр.
А. КӨМӨШБАЕВ,
БДУ-ның “Ислам теологияһы” бүлеген тамамлаусы.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: