Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
29 Ноябрь 2021, 13:05

Ғәйбәтме, әллә дегәнәкме?

Бер ҡатын хәбәр һөйләргә яратҡан. Кешенән нимә ишетеп ҡала, уны ҡабартып, арттырып, өҫтәп башҡаларға һөйләй икән. Күпме кешенең ғүмерен ҡыйған, күпме ғаилә эсенә ут һалған. Ауылда уны күрә алмаҫлыҡ хәлгә еткәндәр. Ҡатын үҙенең артыҡ күп һөйләгәнен аңлаһа ла, бер ни эшләй алмай ыҙаланған, хәбәр һөйләүен дауам иткән.

Ғәйбәтме, әллә дегәнәкме...

Бер ҡатын хәбәр һөйләргә яратҡан. Кешенән нимә ишетеп ҡала, уны ҡабартып, арттырып, өҫтәп башҡаларға һөйләй икән. Күпме кешенең ғүмерен ҡыйған, күпме ғаилә эсенә ут һалған. Ауылда уны күрә алмаҫлыҡ хәлгә еткәндәр. Ҡатын үҙенең артыҡ күп һөйләгәнен аңлаһа ла, бер ни эшләй алмай ыҙаланған, хәбәр һөйләүен дауам иткән. Бер ваҡыт ауыл осонда йәшәгән бер аҡыллы бабайҙан кәңәш һорап барған.
Бабай уға бер ҡулъяулыҡ тултырып үлән орлоғо биргән.
-Яҙ етеү менән ошоно баҡсаңа тултырып сәс. Икенсе йылға көҙөн орлоғон йыйып алып килерһең,-тигән.
Ике йыл үткәс, ҡатын бабайҙы осратҡан:
-Нишләп мин биргән үләндең орлоғон алып килмәйһең?-ти һораған бабай.
-Мин үләнде шул тиклем ҡәҙерәп үҫтерҙем. Һыу ҡойҙом. Ә был бит дегәнәк булған. Икенсе яҙын бөтә баҡсамды баҫып алды. Бынан йолҡһам, икенсе урындан сыға. Баш күтәрмәй йәй буйы үлән йолҡтом. Ул ғына түгел әле. Орлоҡтар елгә осоп, күршеләрҙең дә баҡсаһын баҫты. Улар алдында шул тиклем оят, -тигән ҡатын.
Бабай бик оҙаҡ ҡатынға ҡарап торған да:
-Һеҙ минән ярҙам һорап килгәйнегеҙ. Мин һеҙгә ярҙам иттем тимәк. Ғәйбәт ошо дегәнәк орлоғо һымаҡ тиҙ тарала. Кеше күңелен бысрата, ялғанға ышанырға мәжбүр итә. Баҡсағыҙҙы бик оҙаҡ таҙартырға тура киләсәк. Бер ваҡыт осона сығырһығыҙ. Ә бына кеше күңеленә һалынған бысраҡты таҙартыу ай-һаааай ауыр булыр. Сүп таҙалаған ваҡытта, моғайын, ғәйбәт һөйләргә ваҡытығыҙ ҙа булмағандыр,-тип яуаплаған.
Ҡатын аптырауға ҡалған. Бабайға шелтәле ҡараш ташлаған да, артабан сүп йолҡорға баҡсаһына йүгергән. Шул ваҡыттан ғәйбәт һөйләүен дә ташлаған, кеше һүҙен тыңлау ғәҙәте лә үткән...

"Рәхмәтлемен" төркөмөнән. 

Фото - liveinternet.ru

Ғәйбәтме, әллә дегәнәкме?
Ғәйбәтме, әллә дегәнәкме?
Автор:
Читайте нас: