Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
19 Март 2022, 10:45

Шуны нимә тип эсәһегеҙ? Венер ИСХАҠОВтан бер әкәмәт

Ана шулай теләнселәп, аҡты-күкте белмәй төшөрөп йөрөгән Ҡотлоюлды көндәрҙең береһендә ен алмаштырҙы... Ә һеҙ ошондай ғәжәп хәлдәр хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? 

Шуны нимә тип эсәһегеҙ?       Венер ИСХАҠОВтан бер әкәмәт
Шуны нимә тип эсәһегеҙ? Венер ИСХАҠОВтан бер әкәмәт

Ҡотлоюл Хөсәйенович  төшөрөргә яман әүәҫ булды. Төшөрөү тип кенә әйтеү  аҙ булыр, һөйрәлеп йөрөп эсте. Бер туймаҫ тамағына ниндәй генә шыйыҡсаларҙы оҙатманы. Тәҙрә йыуа торғаны ла, тағы әллә ниндәй нәмәләре лә ҡалманы. Булған аҡсаһын да шешәгә  тығыуҙы ҡарап ҡына торҙо. Өйҙәге әйберҙәрен дә сығарып һатты. Хатта бер ваҡыт кәләшенә үҙе алып биргән алтын балдаҡты ла кемгәлер осорған. Шул арҡала ғаиләһе менән дә йәшәй алманы. Берәүгә өйләнде,                  икенсеһенә...  Бер ерҙә лә торлатманылар үҙен. Эшләгәнгә ҡарағанда эшһеҙ ваҡыттары күберәк булғандар, моғайын. Мәгәр төшөрмәгән мәлдәре бик һирәк ине. Теләнселәп йөрөп эсте. Элек эшләп киткән хеҙмәттәштәренә пакуй бирмәне. Бүлмәгә килеп инә лә һорана башлай.

–Ҡана шунса-шунса  биреп тор әле.

- Үләм бит.

Ул әллә ҡайҙан күҙгә  салыныу менән таныш-тоноштары, дуҫ-иштәре икенсе яҡҡа табанын ялтыратыу яғын ҡарай. Ә инде аңшайып тороп ҡасып ҡотола алмай ҡалһаң, инде быға тиклем дә әллә нисәмә тапҡыр иртәгә үк килтереп бирәм тип алып киткән бурысы барлығын онотоп, барын-юғын да һорап тормай, тағы ҡаҡ быуыныңа төшәсәк.

–Ҡана биреп тор әле.

–Бар бит инде, беләм. Һин мине кемгә һанайһың, биллаһи, кире бирәм! –Ышанмаһаң, бына әсәйем менән ант итәм, икмәк менән ант итәм.

Ана шулай теләнселәп, аҡты-күкте белмәй төшөрөп йөрөгән Ҡотлоюлды көндәрҙең береһендә ен алмаштырҙымы ни, барыһын аптыратып ҡапыл эсеүен ташланы. Укол ҡаҙатҡанмы, Абдуллаға барғанмы, йәки Ҡыҫынтығамы – уныһы беҙгә ҡаранғы. Хатта теүәтәй кейеп алды. Хәҙерге  Ҡотлоюл Хөсәйенович  бөтөнләй икенсе кеше. Төшөрөп ултырған кешеләрҙе күрһә, ене ҡабара ла китә. Уларҙы:

–Шуны нимә тип эсәһегеҙҙер! Кит инде, кит! –тип битәрләргә тотона. Сәғәттәр буйы өгөт-нәсихәт уҡый. 

Бер ваҡыт ул гәзиттәрҙә   үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашып мәҡәләләр яҙа башланы. Әле  Ҡотлоюл Хөсәйенович шығырым тулы ҡала һарайҙарында “Айыҡлыҡ – ҙурлыҡ” тигән темаға лекциялар уҡып йөрөй...

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: