Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
23 Март 2022, 13:35

Юҡҡа ғына Арыҫлан түгел икән!

«Күршенең ауырлығы 90 килограмға яҡын. Володяны нисек күтәрҙең һуң тип һорағас, үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты", - тине Арыҫлан. Батырҙар беҙҙе арала! Шулай бит! 

Юҡҡа ғына Арыҫлан түгел икән!
Юҡҡа ғына Арыҫлан түгел икән!

Был хәл Күгәрсен районында була.  13 йәшлек Арыҫлан Шафиҡов  Мораҡ ауылының Горький урамында янғын сығыуын күрә. 


Үҫмер  68 йәшлек иргә (аяҡтары ампутацияланған), уның 67 йәшлек ҡатынына ут эсенән сығырға ярҙам иткән.

«Төтөндө күргәс, күршеләр мунса яҡҡандыр, тип уйлаған улым. Янғын икәнен аңлағас, шунда инеп киткән һәм уларҙы тәҙрә аша сығарған», - тип һөйләй Арыҫландың атаһы Айҙар Шафиҡов.

Йорт хужаһын күтәрергә нисек көсө еткәндер, тип аптырай Арыҫландың атаһы.

«Күршенең ауырлығы 90 килограмға яҡын. Володяны нисек күтәрҙең һуң тип һорағас, үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты, тине Арыҫлан. Аффект хәле тигәндәре шул булалыр инде», – ти йәш геройҙың атаһы.

Хәҙер Арыҫланды бүләкләү тураһында мәсьәлә ҡарала.




Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: