Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
10 Апрель 2022, 11:01

Көйрәтеүселәр һирәгәйҙе, әммә…

Һуңғы йылдарҙа был модаға ингән гаджеттан зыян күреү осраҡтары йыш ишетелә башланы. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Белорет районында 12 йәшлек малайҙың шул арҡала ғүмере өҙөлөүе тетрәндерҙе.

Көйрәтеүселәр һирәгәйҙе, әммә…
Көйрәтеүселәр һирәгәйҙе, әммә…

Һуңғы бер нисә йылда тартыу менән көрәш көсәйеү сәбәпле тәмәкеселәр һаны һиҙелерлек кәмене, бигерәк тә йәштәр араһында был кире күренеш һирәгәйҙе. Әммә ун йылдар самаһы элек замана технологияһы беҙгә электрон сигарет тәҡдим итте һәм ул тәмәкенең “зарарһыҙ алмаштырыусыһы” булараҡ киң танылыу яуланы. Һуңғы йылдарҙа был модаға ингән гаджеттан зыян күреү осраҡтары йыш ишетелә башланы. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Белорет районында 12 йәшлек малайҙың шул арҡала ғүмере өҙөлөүе тетрәндерҙе.

Электрон сигарет нимә ул?


Электрон сигарет тигәнебеҙ — никотин һәм төрлө ароматизаторҙарҙан, торған боҫ сығарыусы гаджет. Ҡарап тороуға матур, ылыҡтырғыс әйбер. Уның эсенә никотинлы тартыу шыйыҡсаһы тултырылған. Йылытыу ҡоролмаһы никотинды парға әйләндерә һәм шуға ла бындай ысул менән сигарет тартҡан кешене “вейпер” тиҙәр.
Электрон сигареттың төтөн урынына пар сығарыуын зарарһыҙ, тиҙәр. Ә ғәҙәти тәмәке көйрәтеү ваҡытында төрлө ыҫмалаларҙың һәм ауыр металдарҙың тартҡан кешенең үҙенә генә түгел, эргәһендәге кешеләргә лә ныҡ зыян килтергәне күп тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә иҫбатланған. Шуға күрә лә йыш ҡына тартыуҙы ташларға теләүселәр вейп гаджеттарына күсә. Улар электрон сигаретта никотин бик аҙ тип уйлай. Тәү ҡарашҡа, ысынлап та, яйлап никотин күләмен кәметеп, артабан бөтөнләй был насар ғәҙәтте ташларға мөмкин һымаҡ. Тик алдатҡыс вейп көтөлмәгән һөҙөмтәләр бирә шул.

Вейп өсөн шыйыҡсала ниҙәр бар?


Электрон сигареттарҙа боҫ сығарыу өсөн тартыу шыйыҡсаһы тотонола. Уның составында пропиленгликоль бар. Был спиртлы өҫтәмәне косметология, фармакология һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланалар. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тәнгә, тирегә зыянлы түгеллеге билдәле. Ул төрлө майҙар, крем, гель кеүек косметик тауарҙар составында бар. Әммә тын алыу аша үпкәгә зарарлы булмауы әлегә тикшерелмәгән.
Шулай уҡ глицерин да ҡушылған. Ул был шыйыҡсаның төп компоненттарының береһе. Глицерин — химик йәһәттән күп атомлы спирттар рәтенә инә. Ул һаулыҡ һаҡлау һәм сәнәғәт өлкәһендә ҡулланыу өсөн рөхсәт ителә, 280 градус эҫелеккә ҡәҙәре тотоноуҙа зыянһыҙ матдә тип һанала. Электрон сигарет һымаҡ гаджеттарҙа ул 350 градусҡа тиклем йылытыла.
Шыйыҡсала ароматизаторҙар булғанға күрә төрлө еҫ тарала. Электрон сигарет картридждарында тотонолған ароматизаторҙар һаны һигеҙ меңдән ашҡан! Уларҙың зыянлы булыу йәки булмауы етештереүсенең намы ҫында, сөнки тын алыу ағзаларына йоғонтоһо бер нисек тә тикшерелмәгән. Аҙыҡ-түлек өсөн тотонолған был ароматизаторҙарҙың үпкәләргә, тын юлдарына нисек тәьҫир итеүе лә әлегә билдәһеҙ.
Шыйыҡсала никотин барлығын да оноторға ярамай.
Никотин — тартыуға бәйлелек тыуҙырыусы төп сәбәп
Тап никотин нервы системаһына һәм мейебеҙҙәге билдәле үҙәктәргә тәьҫир итеп, беҙҙә бәйлелек булдыра. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһындағы ауырыуҙарҙың, яман шештең, шулай уҡ нейродегенератив сирҙәрҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен тыуҙыра был ағыулы матдә. Бигерәк тә әсә ҡарынында ятҡан балаға тәьҫире ҡурҡыныс, сөнки никотин яралғының үҫеүенә йоғонто яһай һәм киләсәктә бала зәғиф тыуыуы ихтимал. Шуны лә әйтеп үтергә кәрәк: әле электрон девайс өсөн шыйыҡсаларға булған талаптарҙы бер ниндәй закон сикләмәй. Хатта “никотинһыҙ” тип билдәләнгән сигареттарҙа никотин булһа ла, етештереүсе бер ниндәй яуаплылыҡҡа тарттырыла алмай. 2021 йылдың башында ҡабул ителгән закон шыйыҡсаларҙың составын иҫәпкә алмай.

Тартыумы, боҫ сығарыумы?


Ғәҙәттә, бер тәмәкеләге төтөндә бер миллиграмм никотин бар. Тимәк, бер ҡап тәмәкелә — 20 миллиграмға яҡын никотин була.
Ә бер ҡап тәмәкене ике миллилитр электрон сигарет шыйыҡсаһы менән сағыштырырға мөмкин. Ике миллилитр шыйыҡса күләмендә 24 миллиграмм никотин бар.
Ике миллилитр шыйыҡса электрон сигареттарҙың картриджын дүрт тапҡыр тултырырға етә. Әммә ғәҙәттәге тәмәкене самалап була, ә электрон сигареттың күпме тартылғанын белеү мөмкин түгел — шыйыҡса бөтөү менән картридж яңынан тултырыла ла ҡуя.
Америка кардиологик ассоциацияһы үткәргән тикшеренеүҙә электрон сигарет тартыуҙың кешенең ҡан системаһына килтергән зыяны ҡәҙимге тәмәке менән бер сама булыуы иҫбатланған. Ҡан тамырҙарының һәм артерияларҙың һығылмалылыҡтары тикшерелгән эҙләнеүҙә 21 – 45 йәштәрҙәге 400 тәмәкесе һәм вейпер ҡатнаша. Эксперимент шарттары буйынса вейперҙар ҙа, тәмәкеселәр ҙә ҡан тамырҙары системаһы торошон асыҡлаған анализдар үтә. Ахырҙа ике төркөмдә лә бер үк кире һөҙөмтәләр табылған: ҡан тамырҙарының стенкалары яралы, һығылмалылыҡтары түбәнәйгән, күҙәнәктәргә кислород етешмәй.
Электрон сигареттың төп айырмаһы — тәмле еҫтәрҙә. Әйтеп үткәнебеҙсә, вейптарҙа 8 мең төрлө ароматизатор тотонола. Етмәһә, вейп тирә-яҡҡа ла хуш еҫтәр борҡота. Шуға ла вейп ғәҙәти тәмәкегә ҡарағанда сикәндермәй, еҫе лә уҡшытмай, хатта, киреһенсә, үҙенә тартып тора. Шул сәбәп арҡаһында күп кенә йәштәр һәм үҫмерҙәр никотинға ылыға ла инде.
Вейп организмды тәмәке төтәткәндә бүленеп сыҡҡан ағыулы химик матдәләр тәьҫиренән һаҡлаһа ла (тәмәке төтөнөндә ете меңдән ашыу зыянлы матдә бар), уның урынына башҡа, әлегә беҙ белеп етмәгән зарарлы матдәләр индерә.


Вейпинг һөҙөмтәләре


Зыянһыҙ никотин дозаһы булмай. Ниндәй миҡдарҙа ла — кешегә зарарлы. Билдәле “Тамсы никотин атты үлтерә” әйтеме ысынбарлыҡҡа тап килә һәм тикшеренеүҙәр менән иҫбатланған.
2020 йылда Америка кардиологтары ассоциацияһы үткәргән тикшеренеүҙәрҙә вейпинг йоғонтоһо тураһында тағы бер мәғлүмәт асыҡлана. Өс ай дауам иткән эксперимент барышында 18 ҡомаҡ һәр көн ике сәғәт буйы вейп парын һулай. Эксперимент тамамланыуға 14 ҡомаҡтың тын алыуы ауырлаша, үпкә һәм тын алыу юлдарында шештәр табыла. Бер ҡомаҡ үлә. Уның трахеяһы ныҡ ҡына шешкән була.
2019 йылдың көҙөндә АҠШ киң мәғлүмәт сараларында үпкә ауырыуҙарының күбәйеүе тураһында хәбәрҙәр сыҡты. EVALI тип аталған был сирҙең электрон сигареттар менән бәйле булғаны асыҡланған. Был ауырыуға дусар булған кешеләрҙең 70 проценты — вейп тартыусы йәштәр.
Баҡтиһәң, сир артыуына, тетрагидроканнабинол (ТГК) һәм Е витамины ацетаты булған электрон сигареттар сәбәп булған. Тетрагидрокан набинол (ТГК) — киндерҙә булған психоактив матдә. “Е” витамины ацетаты иһә сыҡҡан парҙың ғәҙәттәгеһенән ҡуйыраҡ булыуын тәьмин итә. Унан тыш, был тәмәкеләрҙе етештереүсе фабрикала хәүефһеҙлек талаптары ла күҙәтелмәгән.

Попкорн сире


Вейптар үлемесле “попкорн сире”нең килеп сығыуына сәбәпсе. Ғалимдар, ароматизатор ҙарҙың 75 процентында диацетил химикаттары булғанына таянып, ошондай һөҙөмтәгә килгән. Күп ароматизаторҙар тәм-том етештергәндә йыш ҡулланыла. Ашҡаҙан-эсәк трактына зыян бирмәгән матдә тын алғанда иһә облитерирующий бронхиолит тигән ауырыуға сәбәпсе була. Ауырыу попкорн етештергән фабрика эшсе ләрендә табылғанға күрә, уны “попкорн сире” тип атағандар. Был матдәләрҙе еҫкәп йөрөүселәрҙең үпкәһендә шеш, тын юлдарында йөй барлыҡҡа килә, бронхылары ҡыҫыла.
Шулай уҡ вейп шыйыҡсаһында булған пропиленгликоль һәм глицериндың термик тарҡалыуы ағыулы булған акролеин һәм формальдегид матдәләрен бүлеп сығара. Акролеин күҙ һәм тын юлдарының лайлалы тышсаһын зарарландыра. Формальдегид, бынан тыш, нервы системаһына кире тәьҫир итә.
Йәнә шул билдәле: вейп тартыу психологик бәйлелек тыуҙыра.
Ғәҙәти тәмәке тартыуҙың зыяны бихисап
Ул күптән ентекләп тикшерелгән. Күп яҙыла, һөйләйбеҙ, ләкин тартҡан кеше анһат ҡына итеп был бәйлелектән ҡотола алмай. Уның төтөнөндә ниндәй генә ағыулы матдәләр юҡ! Акролеин, бензапирен, формальдегид, токсин һәм канцерогендар…
Уларҙың үпкәлә һәм тын юлдарында яман шеш тыуҙырыуы ла сер түгел. Үпкә яман шешенән вафат булғандарҙың 90 проценты тәмәкегә бәйле.
Шулай уҡ хроник бронхит тыуҙырғанын беләбеҙ. Бронхит һәм эмфиземанан үлеү осраҡтарының 75 процентында тәмәке тартыу сәбәбе ята. Йөрәк ауырыуҙары ла тәмәкеселәр араһында күберәк осрай. Инфаркттарҙың 25 проценты никотин бәйлелеге менән йонсоғандар араһында.
Уларҙан тыш, бәүел ҡыуығы һәм бөйөр, енес биҙҙәре, лимфа һәм ҡан тамырҙары, бауыр һәм нервы системаһы, баш мейеһе — бөтәһе лә тәмәке тартыуҙың кире йоғонтоһонан килеп сыға.


Ә вейп тартыу яҡшыраҡмы?


Ҡәҙимге тәмәке 300 йылдан ашыу өйрәнелһә, электрон сигареттар иһә ун йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән. Уларҙы ентекләп белеп бөтөр өсөн, әлбиттә, бер нисә быуын вейперҙарын тикшерергә кәрәк. Һәр көн электрон сигареттарҙың зыяны хаҡында яңы дәлилдәр сығып торғанын иҫәпкә алғанда — уларҙың зарарлы булыуына шик юҡ. Яңы төр сигарет ҡәҙимге тәмәкегә бәйлелектән ҡотҡармаҫ. Бер ниндәй күҙәтеү аҫтында булмаған никотин гаджеты, киреһенсә, кешене тәмәкесегә һәм ауырыу кешегә әйләндереүе көн кеүек асыҡ.


Гөлсинә ЙОСОПОВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: