Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
29 Июль 2022, 22:50

Ошо зекерҙәрҙе һәр саҡ әйтеп йөрөгөҙ

Һауыт-һаба йыуғанда, йә өйҙө йыйыштырғанда нимә тураһында уйлайбыҙ? Балалар тураһында, киске ашҡа нимә бешерергә тип, әхирәтең менән кисәге һөйләшеү тураһында, блогерҙар, сериалдар...Нимә генә уйламайбыҙ, әммә Аллаһ тураһында уйлауҙы онотабыҙ.

Ошо зекерҙәрҙе һәр саҡ әйтеп йөрөгөҙ
Ошо зекерҙәрҙе һәр саҡ әйтеп йөрөгөҙ

Һауыт-һаба йыуғанда, йә өйҙө йыйыштырғанда нимә тураһында уйлайбыҙ?
Балалар тураһында, киске ашҡа нимә бешерергә тип, әхирәтең менән кисәге һөйләшеү тураһында, блогерҙар, сериалдар...Нимә генә уйламайбыҙ, әммә Аллаһ тураһында уйлауҙы онотабыҙ.
Ә бит сынаяҡ сайып торғанда ла тормош иптәшең, балаларың өсөн доғалар уҡып, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр ҡылып, киске аш мәлендә ғаилә менән бергә күрешеп, серләшеп сәй эсеү мөмкинселеге
өсөн рәхмәттәр уҡып, Аллаһ Тәғәләнән иман ныҡлығы һорап, Әл-Фәтиха сүрәһен ҡабат-ҡабат уҡып тороп һауап алырға була.

Зекерҙәр:

 "Сөбхәналлаһ"
"Әлхәмдүләлләһ"
"Аллаһ әкбәр"
" Лә хәүлә үә лә ҡүүәтә иллә билләһил ғәлиййил ғаҙыйм!"
🌷"СөбхәнәналЛаһи үә биһәмдиһи сөбхәналЛаһи ғаҙыйм"
Ошо зекерҙәрҙе һәр саҡ әйтеп йөрөгөҙ.

Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла Тура Юлдан алып барһын, беҙҙе, балаларыбыҙҙы йомарт, эскерһеҙ, изге йөрәкле итһен! Амин!

Фото: YouTube

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: