-13 °С
Болотло
Бөрйән районының Әтек ауылы эргәһендә башҡорт халҡының милли батыры Алдар батыр хөрмәтенә мемориаль комплекс асыла. Тантана 8 августа көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.
Алдар Иҫәкәев — тархан, батыр, Бөрйән улусы башлығы, 1704-1711 йылдарҙа башҡорт ихтилалы етәксеһе, күренекле сәйәси эшмәкәр. Һәйкәл кенотаф с—имволик ҡәбер кеүек эшләнгән, сөнки геройҙың ерләнгән урыны билдәһеҙ. Иҫтәлекле таш тирәләй беседка ҡуйылған.
Комплексты асҡан көндә этно-концерт була, унда ҡурайсы Роберт Юлдашев, Ғәлиә Мортазина, Хаят Исмаил, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһай.
"Башинформ"