Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
21 Август 2022, 09:15

22 август Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты асылыуға - 30 йыл (1992)

Сағыштырыу өсөн: әгәр 1927 йылда 2414 мәсет булһа, 1934 йылда — 323, ә 1940 йылда республикала ни бары 12 мәсет ҡалған булған. Мосолман руханиҙарының бер өлөшө репрессияға дусар ителгән.

22 август Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты асылыуға - 30 йыл (1992)
22 август Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты асылыуға - 30 йыл (1992)

1917 йылдың 8 декабренән 20 декабренә тиклем Ырымбурҙа үткән III Бөтә башҡорт съезында диндең дәүләттән айырылыуы һәм бөтөн диндәрҙең дә тиң хоҡуҡлығы тураһындағы 12-се һанлы постановление раҫланды. Унда «Башҡортостандың диниә назараты, автономлы булараҡ, үҙенең мөмкинлектәренән сығып, дини һәм дини-мәҙәни һәм ағартыу учреждениелары (мәктәптәр, мәҙрәсәләр, китапханалар һ.б.) асырға хоҡуҡлы, тип белдерелгән»[1]. Һәр кантонда ҡазыйҙар һайлана. 1924 йылда Мосолмандарҙың Диниә Назараты Автономиялы Башҡорт ССР-ы мосолмандарының үҙәк диниә назараты (ЦДУМ БАССР) тип атала башлай. 1926 йылда БАССР ЦДУМ ҡарамағында 700 яҡын мәсет, шул иҫәптән Татар АССР-ы Ар кантонына ҡараған 9 мосолман мәхәлләһе[2], ә 1935 йылда — 300 ҡараған[3].

1920—1930 йылдарҙа, СССР-ҙың башҡа райондарындағы кеүек, Башҡорт АССР-ында ла дин менән көрәш йәйелдерелгән. Был көрәш мәсеттәрҙе емереү, дини уҡыу йорттарын ябыу, динлеләр араһында яңы байрамдар һәм традициялар индереүҙән ғибарәт булған. Сағыштырыу өсөн: әгәр 1927 йылда 2414 мәсет булһа, 1934 йылда — 323, ә 1940 йылда республикала ни бары 12 мәсет ҡалған булған. Мосолман руханиҙарының бер өлөшө репрессияға дусар ителгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына репрессиялар йомшарған.

1980 йылдарҙа республикала ябылған мәсеттәр яңынан тергеҙелә һәм яңылары төҙөлә, мосолман уҡыу йорттары асыла. 1990 йылда Өфөгә мосолмандар съезы саҡырыла. 1992 йылда Башҡортостан мосолмандары диниә назараты ойошторола.

Мөфтөйҙәр

Башҡортса Википедиянан. 

Фото: ирекле сығанаҡ

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: