Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
16 Октябрь 2022, 08:05

Атайҙар көнө менән!

Ҡәҙерле атайҙар! Һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Барығыҙға ла таҙалыҡ, ғаилә именлеге, балаларығыҙҙың уңыштарын күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Атайҙар көнө менән!
Атайҙар көнө менән!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә өйрәнеп бөтөү генә түгел, үҙебеҙҙе иҫләй башлағандан бирле 8 Мартты әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апай, һеңлеләр байрамы булараҡ ҡабул итеп үҫтек. Ә бына Совет Армияһы, һуңғараҡ быуынға Ватанды һаҡлаусылар байрамы ирҙәр көнө булараҡ күңелгә һеңгәндер. Дөрөҫөн әйткәндә, айырым Атайҙар көнө барлығын да һуңғы йылдарҙа ғына белә башланылар. Унан һуң, атай булмаған ирҙәр, үҫмерҙәр, малайҙар ҙа бар бит әле.

Халыҡ-ара ирҙәр көнөн булдырыу мәсьәләһен уҙған бы­уаттың 60-сы йылдарында Америка Ҡушма Штаттарының айырым ойошмаларында күтәрә башлайҙар. 8 марттың “ише” итеп 23 февралде һайларға кәрәклегенә баҫым яһайҙар. Тик бының Совет Армияһы көнө менән һис уртаҡлығы юҡ.
1990 йылдың февралендә профессор Томас Оастер тәҡдиме менән бер нисә сара үткәрелә. Томас Миссури — Канзас ҡалаһындағы университеттың ирҙәрҙе тик­шереү үҙәгенә етәкселек итә. Ниһайәт, 1994 йылда ҙур байрам ойошторола, ләкин киләһе йылына бар тырышлығы юҡҡа сыға — 1995 йылда Томас киләсәктә был көндө байрам итеү планынан баш тарта. Шунан һуң “ирҙәр көнө”н билдәләргә булған Австралияла ла ойоштороу эшен туҡтаталар. Был көн тик ирҙәр хоҡуҡтары өсөн сығыш яһаған Мальта ассоциацияһы ярҙамы менән Мальтала ғына байрам ителеп килә. Ул йыл һайын 2009 йылдың февраленә — башҡа илдәр менән бергә 19 ноябрҙә билдәләргә ҡарар иткәнгә тиклем үткәрелә.

Тринидад һәм Тобагола 1999 йылда барлыҡҡа килгән әлеге байрамды 19 ноябрҙә билдә­ләү­ҙең сәбәбен халыҡ-ара кимәлгә күтәрерлек итеп тормошҡа ашыр­ған Вест-Индия университеты докторы Джером Тилуксингх былай ти: “Йылдың бер генә көнө лә ирҙәрҙеке түгел икәнен аң­ланым...” Был байрамдың мө­һим­леген Тилуксингх ирҙәрҙең йәмғиәттәге, ғаиләләге ыңғай ролендә, көслө затҡа ла иғти­барҙы йүнәлтергә кәрәклегендә күрә. Ә 19 ноябрҙә үткәрелеүенә килгәндә, ул – бар яҡлап та өлгө булырлыҡ атаһының тыуған көнө. Тағы ла урындағы футбол командаһы нәҡ ошо көндө дини, этник һәм гендер ҡаршылыҡ­тарын бөтөрөү өсөн сығыш яһай.

Заманында СССР-ҙың тәүге һәм һуңғы Президенты Михаил Горбачев һәм БМО-ның Вена­лағы бүлек магистраты тәҡдиме менән ноябрҙең тәүге шәмбеһен Бөтә донъя ирҙәр көнө итеп тә билдәләргә булалар. Ләкин БМО һәм ЮНЕСКО ҡабул иткән Халыҡ-ара ирҙәр көнө нығыраҡ ҡолас ала бара. Бөгөн уны донъяның 60-тан ашыу илендә, шул иҫәптән Рәсәй Феде­рация­һында ла билдәләй­ҙәр.

Бер генә затҡа ҡағы­лышлы сара, хәҙергесә әйт­кәндә, “гендер” байрамдары ерле юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Мәҫәлән, 8 Март­тың тарихы 1857 йыл­ға алып китеп, туҡыу фабри­ка­һы ҡатын-ҡыҙ­ҙары­ның үҙ хоҡуҡ­тарын яҡлап сығыш яһауынан башлана. Һуңынан ғына бик күп үҙгәрештәр кисереп, тәүге “баш күтәреү” мәғәнәһен, асылын юғалтып, беҙҙең көндәргә Ҡатын-ҡыҙҙар көнө, ысын яҙ-наҙ байрамы булараҡ килеп етә.

Ә бына ирҙәр байрамының ниндәйҙер етди тарихи баш­лан­ғысы юҡ. Шулай ҙа гүзәл заттың иғтибарына мохтаж бөгөн ир-егеттәребеҙ. Байрамды уйлап сығарған, уны тормошҡа ашыр­ған кешеләр тәүҙән үк Халыҡ-ара ирҙәр көнө йәмғиәттең иғти­барын төп проблемаларға йүнәл­тергә тейеш тип уйлай. Ә улар етерлек: һаулыҡ һаҡлау, ғаилә хоҡуғы, белем алыу... Шул уҡ ва­ҡытта ирҙәрҙең ҡаҙаныш­тарын күрһәтеүҙе, бар йәһәттән дә ыңғай ролен күтәреүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Байрам һис кенә лә ҡатын-ҡыҙҙар көнө аналогы тү­гел, төп маҡсат ирҙәрҙең проб­ле­маларын яҡтыртыу булып то­ра, тип билдәләй эш башында тороусылар.

Һәр йылды айырым бер мәсь­ә­ләгә ҡағылып, көнүҙәк теманы үҙ эсенә алырға тейеш. Мәҫәлән, 2002 йылда бар донъя­ла Тыныс­лыҡты яҡлау темаһы булһа, 2003 йылда – ирҙәр һау­лығы пробле­маһы, 2009 йылда көслө заттың тормошта ыңғай роле мәсьәләһе күтәрелеп сыҡты. Әйткәндәй, бил­дәләнгән темалар мотлаҡ тү­гел, һәр ил үҙенекен ҡабул итә, үҙ програм­маһы менән сығыш яһай ала.

Халыҡ-ара ирҙәр көнөнөң маҡсаттары ла билдәле:

Ирҙәрҙең ыңғай өлгөһөн про­па­гандалау, ҡеүәтләү. “Кино йон­доҙҙары” һәм спортсыларҙы ғына түгел, намыҫлы, өлгөлө тормош алып барған ябай кешеләрҙеке лә.

- Йәмғиәткә, дәүләткә, ғаилә­гә, балалар тәрбиәләүгә һәм тирә-яҡ мөхиткә ыңғай өлөш индереүҙе баһалау.
- Ирҙәр һаулығына, социаль, эмоциональ, физик, рухи яҡта­рына иғтибарҙы йүнәлтеү.
- Ирҙәргә ҡарата социаль хеҙмәт күрһәтеүҙә, социаль һәм хоҡуҡ мөнәсәбәттәрендә дискриминация барлығын билдәләү.
- Гендер тигеҙлеген тәьмин итеү һәм ике зат араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу.
- Кешеләр үҫешһен, үҙҙә­ре­нең ҡеүәһен тулыһынса асһын өсөн хәүефһеҙ, яҡшы тормош ҡороу.

Һәр бер бүлеккә аңлатма биреп тороу кәрәкмәйҙер. Былар­ҙың барыһы ла – көн дә иғти­бар­ҙы талап иткән, көн дә осрап тор­ған мәсьәләләр. Ә бит улар­ҙың тормошҡа ашырылыуына әл­лә ниҙәр кәрәкмәгән дә һымаҡ. Тик бер аҙ йылмайыу, йылы һүҙ һәм дә бер-береңә иғтибар ғына етмәй...
Ысын ир-егеттәребеҙ һәр саҡ ғаилә, ил, донъя терәге булып ҡалыр. Шул уҡ ваҡытта ата-баба васыятын да онотмаҫ: Тыуған ерен­дә нигеҙ ҡорор, ул һәм ҡыҙҙар үҫтерер, ағас ултыртыр.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: