Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
12 Ноябрь 2022, 10:35

Илар көнөң алда әле, Әнисә!

– Балаларың ас, ҡыҙың урамда илап йөрөй. Ҡайтырға уйламай­һыңмы һаман?! Иреңде нимә тип уйлайһың, эш кешеһен дә ашатырға кәрәк бит...

Илар көнөң алда әле, Әнисә!
Илар көнөң алда әле, Әнисә!

Балалары бәләкәй саҡта ауылдар буйлап ҡунаҡ булып йөрөргә яратҡан бер ҡатын гел иҫемә төшә. Уның йөрәге урынында таш булғандыр ул!
Бер ауылдағы яңғыҙ ҡатында аҙналап ятҡан сағында бәләкәй ҡыҙының илап ултырғанын күреп, йәнем әсене.
Иптәшемде алып, машина менән шул ауылға киттек.
Йыр, көлөшкән тауыштар ишетелгәс, ҡунаҡ бара, ахыры, тип уйланым. Соланына үтһәм, бер ир тора. Арыуыҡ иҫерек әҙәм мине өйгә саҡыра башланы. «Әнисә исемле ҡатынды ғына саҡырып сығарығыҙ әле. Йомошом бар», – тинем. Йүгереп инеп китте был ир йораты. Бөйөрөнә таянып, әлеге Әнисә сығып алдыма баҫты.
– Һиңә мин нимәгә ул? Тағы ниндәй этлек уйлап килеп йөрөйһөң?
– Балаларың ас, ҡыҙың урамда илап йөрөй. Ҡайтырға уйламай­һыңмы һаман?! Иреңде нимә тип уйлайһың, эш кешеһен дә ашатырға кәрәк бит...
– Йәшәп ҡараһындар әле минһеҙ. Ҡәҙеремде белерҙәр, исмаһам! Саҡ бер-ике рюмка араҡы эсһәм, мин – алкаш, мин яман. Бынан мине ҡыуған кеше юҡ әле, ҡунаҡ булып ятам.
– Юҡ, Әнисә, һин айыҡ аҡыл менән уйламайһың, яңылыша­һың! Балаларҙың ни ғәйебе бар бында? Ҡартлығыңда шул балаларға көнөң ҡалып ултырырыңды уйлар хәлдә түгел бит һин! – тинем дә боролоп сығып киттем.
Ошо хәлдән һуң уға күңелем ҡалғайны. Балаларын туғандары алып көттө, аҙаҡ бер күргәндә башын эйеп үтеп китте. Һөйләш­мәне лә. Ер түңәрәк бит ул – күп йылдарҙан һуң тағы осраштыҡ. Ҡартайған, танырлыҡ түгел...
– Яңғыҙ йәшәйем ятаҡта, – тине танығас. – Балалар килеп тә урамай. Ҡыҙ кейәүҙә икән. Өс балаһы бар. Улыбыҙ ҙа өйләнгән икән, туйының Мәскәүҙә үтеүен куршеләр әйтте. Мин ни, уларға булдым ни ҙә, булманым ни...
Шул саҡта әйтеремде әйтмәй ҡалһам, гонаһ булыр кеүек тойолдо. Ҡулдарым ҡалтырап китте, йөрәгем алҡымыма тығылды.
– Шул һүҙҙәрҙе әйтергә, Әнисә, һинең ни хаҡың бар?! Һин үҙең уларҙы ҡараныңмы һуң?! Оноттоңмо ауыл буйлап ҡунаҡ булып йөрөүеңде? Мин һаман иҫләйем ул саҡтарҙы! Бел, балалар ҙа онотмай ул. Илар көнөң алда әле, Әнисә!
Мин боролоп киткәндә ергә сүгеп буҫығып илай ине. Тик уны тамсы ла йәлләмәнем. Йыуатыр­ға күңелемдә тамсы ла йылы һүҙ юҡ ине шул...

Нуриҙә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.

Фото: 7sisters.ru

Автор:
Читайте нас: