Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
11 Ғинуар 2023, 12:25

РӘХМӘТ ТӨШКӨРӨ ИНӘЙ Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

Рәхмәт төшкөрө, тип ҡалам Сәләмләп үткәндәргә.

РӘХМӘТ ТӨШКӨРӨ ИНӘЙ      Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
РӘХМӘТ ТӨШКӨРӨ ИНӘЙ Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

Ауылда бер инәй булды –
Мөхип ине исеме.
Рәхмәт әйтеп оҙата ине
Сәләм биргән кешене.

«Һаумы, инәй!»
«Һаумы, балам!
Эй рәхмәттәр төшкөрө!»
Ошо һүҙ менән ул, гүйә,
Йәнебеҙҙе өшкөрҙө.

...Көтмәгәндә шатлыҡ килһә,
Иҫкә төшә шул инәй –
Уның рәхмәттәреме әллә
Тормош юлымды имләй?

Ауылға ҡайтһам, әле лә
Тап иткем килә уны,
Тик күптән инде өҙөлгән
Был ерҙә үткән юлы.

Үҙем хәҙер шул һүҙҙәрҙе
Әйтәмен бүтәндәргә.
Рәхмәт төшкөрө, тип ҡалам
Сәләмләп үткәндәргә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: