Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
24 Ғинуар 2023, 20:40

Атай, һине күрҙем...

Хатта, атайым йәш сағында ҡунаҡтан эсеп ҡайтып әсәйгә ҡул күтәргәнендә, төндәрен бәләкәй балалары менән әсәй тышҡа сығып ҡасып, ҡайҙа һикәлтә аҫтында, ҡайҙа һарай башында ҡасып йөрөгәндәрен һөйләгәндәрендә лә, миндә ул “яман” атайҙан биҙеү тойғоһо, уны яманлау ғәҙәте булманы. Мине төңөлдөрә алманылар. Нисек кенә насарлаһалар ҙа, яҡшы яҡтарын һөйләп маҡтап иҫләһәләр ҙә миңә барыбер ине. Ниндәй булһа ла атайың булһын ине ул, тип кенә уйландым.

Атай, һине күрҙем...
Атай, һине күрҙем...

Мин төшөмдә атайымды күрҙем. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр һәм, бәлки, һуңғы тапҡыр... Ғөмүмән, беренсе тапҡыр күреүем булды ул. Атай үлгәндә мин тыумаған әле. инде тыуып, һөйләшә башлай торған йәшкә еткәс, өйөбөҙҙөң стенаһында торған атайыбыҙҙың фотоһона ҡарап “бабай” тип йөрөгәнмен. Ҡайҙан ғына белергә инде миңә атай нимә була икәнен.

Шулай көндәр үтә торҙо. Мин үҙебеҙҙең ишек алдынан урамға, башҡа тиңдәштәрем араһына уйнарға сыға башланым. Һәм, шунда аңланым бөтә кешеләрҙең дә атаһы булырға тейеш икәнлеген. Тик өйҙәгеләр генә һыр бирмәнеләр, һәүәтемсә йәшәй бирҙеләр. Хәйер, атайҙан ҡалған әйберҙәр ҙә һәр береһенә тигәндәй бүленеп бөткән ине. “Чайка” гармуны, ҡурайҙары, шахмат-шашка уйындары, кәрәкле ҡоралдар, келәттәге ике “Орион” фотоаппараты, фото эшләү ҡорамалдары, диафильм, патефон һәм иҫ китес күп пластинкалары, өй китапханаһына тип йыйған китаптары, үҙ ҡулдары менән һәр береһенә инселәп эшләгән сувенирҙары. Өйҙәгеләрҙең “атайым апиргән” тигән уйынсыҡтары һәм ҙур ғаиләбеҙҙең һәр ағзаһының хаттин ашҡан фотолары... Бала саҡтағы беренсе уйланыуҙарым да шуға бәйле,  кистәрен диафильмды мейескә тоҫҡап ҡуйып пленкаларҙағы һәм ҡатырға ҡумталағы фотоларҙы ҡарарға яраттыҡ. Һәр фотоны алып ундағы апай-ағайҙарымдың бала сағын таныған һайын “Ә мин ҡайҙа?” тигән һорау тыуа ине башымда. Беҙҙең атай фотограф булған, көндөҙ төшөргән фотоларын, төндәрен ултырып эшкәртеп, таңға башҡалар йоҡонан тороуға өр-яңы йылҡылдап торған фотоларҙы киптерергә элеп-теҙеп бөтә ине, тиҙәр. Эх, ҡалай күңелле булған... Тик мин ул ваҡытта булмағанмын. Һуңлап тыуғанмын мин...Шуның менән бәхетһеҙмен дә инде.

Үҙемдең бәхетһеҙ икәнемде миңә ун өс йәштәрҙә ныҡлап аңланым. Өйҙәгеләрҙең “Атайым шулай була торғайны... Мин атайым менән шунда барғайным... Атайым миңә шуны эшләп бирҙе, быны эшләне...” тигәндәренән үҙемдең атайһыҙлығым тамам үҙәгемә үткәнен аңланым һәм төндәрен, бөтәһе лә йоҡлап киткәс кенә, юрған аҫтында һулҡылдап илап ята торғайным. Мин ниндәй бәхетһеҙмен... Исмаһам атайҙы бер генә тапҡыр күрергә ине. Ҙур ҡулдарының йылыһын тойорға ине. Башымдан һыйпап бер генә тапҡыр булһа ла “Ҡыҙым” тиеп әйтһә ине. Ә юҡ, минең атайҙың ҙур ҡәбере лә, бер тау өйөмө генә бар. Ҡәберенә барһаң ул һинән бер метрҙай ғына алыҫлыҡта була. Ул шул хәтлем яҡын, хатта ҡәбер ташына, уратып алған рәшәткәһенә тейһәң йылыһын тояһың, тик күреп булмай үҙен... Терһәгеңде тешләп илаһаң да күреп булмай.

 Шул көндән, илауҙар менән үткән төндәр һайын мин, атайым бер генә тапҡыр төшөмә инһә ине, тип хыяллана башланым. Көндөҙ бөтәһе менән бер тиң уйнаным, уҡыным, йәшәнем, әммә үҙемә йомолдом. Мин был ерҙә артыҡ һымаҡ инем, яңылыш тыуған һымаҡ булдым. Атайһыҙлыҡ тойғоһо менән бөтәһенән дә кәм инем мин. Шулай булмай ни, бөтәһенең дә атайҙары бар... Хәҙер булмаған хәлдә лә, барыбер, улар ҡасандыр уны күреп өлгөргәндәр, яратылып өлгөргәндәр...

Бөтә кеше ниндәйҙер хәстәр, ваҡ-төйәк мәшәҡәт, ығы-зығы менән йәшәгәндә, миндә бер ҡасан да булмаған атайҙы һағыныу һәм юҡһыныу менән һуғарылған бер хыял йәшәне. Нимә генә эшләһәм дә йөрәкте өйкәп тик торҙо ошо хәсрәт хыял.

Хатта, бер ваҡыт, яңғыҙлыҡта донъя көтөү мәшәҡәттәре үҙәгенә үткән әсәй: “Йәнемде көйҙөрөп тормаһын, үҙе булмағас”, – тип стеналағы теге фотоны алып ташлағанда ла, эстән генә атайҙы яҡлышыу хисе барлыҡҡа килде. Улай ғына ла булмай, бесән эшләгәндәге, ҡышҡылыҡҡа утын-бесән алдырғандарҙағы михнәттәр әсәйҙең атайға булған үпкәһен арттырҙы ғына шикелле, өйҙәгеләр атай тураһында нимәлер һөйләһә, әсәй беҙҙең бөтәбеҙҙе бергә ҡушып “Эскесе баллары... Бер рәхәт күрһәтмәй үлеп китте... Хәҙер ята шунда балаларынан, эштән ҡасып”, тип әрләр ине. Хатта, атайым йәш сағында ҡунаҡтан эсеп ҡайтып әсәйгә ҡул күтәргәнендә, төндәрен бәләкәй балалары менән әсәй тышҡа сығып ҡасып, ҡайҙа һикәлтә аҫтында, ҡайҙа һарай башында ҡасып йөрөгәндәрен һөйләгәндәрендә лә, миндә ул “яман” атайҙан биҙеү тойғоһо, уны яманлау ғәҙәте булманы. Мине төңөлдөрә алманылар. Нисек кенә насарлаһалар ҙа, яҡшы яҡтарын һөйләп маҡтап иҫләһәләр ҙә миңә барыбер ине. Ниндәй булһа ла атайың булһын ине ул, тип кенә уйландым.

Йылдар үтте, минең яралы бала сағым, тәүге тапҡыр ҙур ҡайғы кисергән үҫмер сағым да үтте. Ә йәшлек ваҡыты ниндәй генә күңелле, ғәмһеҙ һәм мәшәҡәтле булмаһын барыбер теге бала саҡтағы хыялды бер ниндәй ҙә донъя йөгө лә, ығы-зығы ла баҫа алмаған. Ҡайһы берҙә үҙ-үҙемә асыу ҙа килеп китә, үлгән кешене кире ҡайтарып булмай һәм уны бер ҡасан да ер өҫтөндә күреү мөкинлеге юҡ, тип... Әммә шулай ҙа, мине хыялланыуҙан бер кем дә тыймаған бит әле, тип уйланым. Һәр кемдең дә хыялланырға хаҡы бар. Тик минең атайым булмауы өҫтәүенә, хыялдарымдан да төңөлдөрөргә тырышыусылар булды. Өлкән туғандарымдың үҙҙәренең бала сағы атайлы булғас ни, минең һағышлы, яралы күңелде тағы бер тапҡыр ҡыйратырға ла телдәре ҡысып ҡына торҙо. “Шул, атай, тип, атайың менән хыялланаһың да йөрөйһөң, әйтерһең шунан башҡа ҡайғы юҡ. Етәр, һөйләп, уйлап йөрөмә!” – тип тыйып уҡ ҡуйҙылар. Был һүҙҙәре менән минең уларҙың аталарына бер ниндәй ҙә хаҡым юҡ икәнде тағы бер тапҡыр аңлаттылар. Мин хәҙер уларҙың атаһын бөтөнләй һөйләргә, хатта уйларға тейеш булманым. Был һүҙҙәре мине атайлы туғандарҙан ситләштерҙе генә. Мин башҡа, айырым башҡа... Туғандарым менән бергә, бер әсәнән, бер атанан тыуған, башҡа кеше икәнемде аңланым.

                                               ** **

Бәләкәй саҡта уйнап үҫкән Алағуян буйҙарында көҙ. Ямғырлы булмаһа ла, һағышлы, ҡараңғы, ҡара көҙ. Уның шырлыҡ тал, муйыл ағастары араһында әсәй, мин, туғандарым нимәлер эшләп йөрөйбөҙ. Шул саҡ үҙ күҙҙәремә ышанмайым: йылға яғынан думбыра тотоп атайым беҙгә табан килә ята. Мин шаҡ ҡатып шул яҡҡа ҡарағанмын да торғанмын, атайым бит был, ысын атайым. Эргәбеҙгә килеп еткәндә инде, минең атайҙы күреүҙән иҫем инәрле-сығарлы, һаман ышана алмайым. Шулай ун туғыҙ йыл буйы атайһыҙ йәшә-йәшә лә, ә ул, бер нәмә лә булмағандай ҡайҙалыр йәшәп ятҡан да, хәҙер йылға буйынан бер нәмә лә булмағандай, думбыра уйнап беҙгә килә ята. Ысынлап та, ҡайтып килмәй ине ул, ә килә ята. Килеп, кире китерен бөтә йәнем-тәнем менән һиҙәм. Ул беҙҙеке түгел. Ҡайҙан килгән шунда китәсәк кире.

 Шуларҙы уйлап, кисергәнсе атай килеп етте. Бөтәбеҙгә күҙ йүгертеп сыҡҡандан һуң, миңә ҡарап: “Ҡыҙым, был һиңә!” – тип, ҡулындағы думбыраһын миңә һондо. Атайға яҡын барҙым, яҡын ғына... Ҡулымды һоноп думбыраһын алдым. Башым әйләнеп китте... Әллә ҡоланым, әллә нимә булды, ҡапыл икенсе күренештәр башланды... Беҙ йәшәгән ауыл башында гармун тауышы ишетелә. Шундай ҙа яҡын, шундай ҙа ҡәҙерле гармун тауышынан йөрәкһенеп, йүгереп тышҡа сыҡтым. Күрше ауыл яғынан күп кешеләр, беҙҙең ауылдаштар килә ине. Ә иң алдан атайым... Ауыл халҡын эйәртеп минең атайым килә! Мөһабәт кәүҙәле, ҡап-ҡара сәсле, аҡ йөҙлө, минең матур атайым, гармун уйнап килә. Түҙмәнем, ҡаршы йүгерҙем. Тәүгә генә күрһәм дә оялып торманым, тыным быуыла-быуыла йүгереп барып атайҙың аяғын ҡосаҡлап алдым. Атай туҡтаны, башымдан һыйпап, “Ҡыҙым” тип яратып ҡына көлөп ҡараны ла артабан атланы. Мин уның биленә тиклем генәмен. Гармун уйнаған атайымдың салбар кеҫәһенә йәбешеп атланым. Күңелдә байрам, беҙгә ҡунаҡ килә. Ә иң ҙур ҡунаҡ ул атайым. Шул бәхетте кисереүҙән тағы башым әйләнеп киттеме, тағы нимәлер булды... Тағы икенсе күренештәр башланды. Ниндәйҙер ауылда бер иҫке генә клуб ултыра. Эргәһенә кешеләр йыйылған. Барһам, кешеләр миңә: “Клуб емерелергә тора, унда һинең атайың”, – тип әйтәләр. Эстән атайҙың тауышы ла ишетелеп ҡалғандай булды. Мин уны-быны белештермәй йүгереп клубҡа инеп киттем. Атайҙы ҡотҡарырға кәрәк, хәҙер емерелә... Инһәм унда ағайым йөрөй. Икәүләп бүлмәләр һайын йүгереп атайҙы эҙләйбеҙ. “Атай, һин ҡайҙа? Хәйҙер клуб емерелә...” – тип ҡысҡырабыҙ. Ҡайҙалыр өҫтә тауышы сыҡҡан һымаҡ, тик ҡайҙа икәне аңлашылмай. Түбәләр инде яйлап емерелә лә башланы. Бар көсөбөҙгә йүгерәбеҙ, эҙләйбеҙ, тик атай юҡ. Мин емерелгән түбә тишегенән өҫкә үрләйем, атайҙы күргәндәй ҙә булам, юҡ, тағы юғала. Түбә менән ҡуша аҫҡа емереләм. Ҡайҙалыр ағайым да күренеп ҡалды.  Шул саҡ өҫтән атай миңә кепкаһын һелтәне лә, асыҡ ҡына итеп: “Ҡыҙым, минең кепканы ал... Бар тышҡа сыҡ, өҫтөңә емерелмәһен, һин минең кепканы алып сығырға тейешһең, тор, йүгер, бар, сыға һал!” – тип ҡысҡырҙы. Мин инде атайҙы алып сыға алмаҫымды аңлап кепканы эҙләп алып тәҙрә аша тышҡа һикерҙем. Шул саҡта ғына ҙур клуб емерелеп төштө, ағайым да сыға алманы, атайым да шунда ҡалды... Кешеләр тиҙҙән таралышты, ә мин атайҙың кепкаһын тотоп, һынташ булып, емерелгән ҡаралтыға ҡарап тик торҙом. Тетрәнеүҙәрем шул саҡлы ине... Тора торғас кемдеңдер миңә өндәшкәнен, саҡырғанын ишетеп башымды күтәрҙем. Бүлмәләш ҡыҙ мине уята икән. Башты күтәргәндә бүлмә эсе яҡтырған, ә әхирәтем нимәлер һөйләнә-һөйләнә ҡабаланып йүгереп йөрөп кейенергә маташа ине. Уның сәбәләнеүҙәре менән сағыштырғанда, минең күңелем шул хәтлем тыныс ине, рәхәт ине миңә, ниндәйҙер бәхет һәм бөтөнлөк тойғоһо солғап алғайны. Шулай башты күтәреп бүлмә эсен ҡарап тора торғас, ҡапыл да, башҡа һуҡҡандай бер әсе дөрөҫлөк аңды ярып килеп инде лә, әле генә минең менән булған хәлдәр төш кенә булғанын аңлап ҡалдым да, “Атайым” тип үкһеп илап кире карауатыма ауҙым... Минең илауҙан ниндәйҙер мөһим нәмә булғанын аңлаған әхиәрәтем дә бөтә эшен ташлап ҡушылып иланы. Минең инде күп йылдар буйына янып-көйгәндән һуң, күп йылдар берсә юҡһынып, берсә рәнйеп, берсә ғазапланғандан һуң, атайымды тәүгә күргәнде аңламаһа ла...

Ә беҙ, ул көндө, уҡырға барырға һуңлап, йоҡлап ҡалғанбыҙ. Икенсе көндө, дәрескә килмәгән өсөн, уҡытыусылар шелтә биргәндә лә, мин уларға бәхетле йылмайып ҡарап торҙом. Берҙән тетрәндем дә, берҙән төштәремдең ҡыҫҡа булыуы үкенесле лә булды... Тик мин бит атайымды күрҙем! Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр һәм, бәлки, һуңғы тапҡыр...

Таңсулпан Рәсүл.                            

Фото: ru.lovepik.com

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: