Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
28 Ғинуар 2023, 19:15

Атайсалға йән өрөп

"Шоңҡар" журналының тоғро дуҫы, әүҙем хәбәрсебеҙ, педагогия фәндәре кандидаты, психолог Миңниә Вәлиева тыуған көнөн билдәләй. Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙын матур байрамы менән тәбрикләп, таҙалыҡ, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Атайсалға йән өрөп
Атайсалға йән өрөп

Кешенең холоҡ-фиғелендә тыуған яғының тәбиғәте лә сағылыш таба, тиҙәр. Мәғрур тауҙар ҡосағында, иҫ киткес йәмле бәләкәй генә Ҡаранйылға ауылында ҙур йөрәкле, саф күңелле матур кешеләр булыуына һәр саҡ һөйөнәм. Бала саҡтан олатай-өләсәйҙәренең фәһемле өгөт-нәсихәтен тыңлап, аңына һеңдереп үҫкән Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙы Вәлиева ана шундайҙарҙың береһе.

Атаһы Хәсәйетдин Ямалетдин улы 1942 йылда 14 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышына алынып, һаулығы ныҡ ҡаҡшап, ике йыл Омский госпиталендә дауаланғандан һуң, 1949 йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайта. Яҙмыш уны Иҫке Тайыш ауылы һылыуы Мәстүрә Зиннәт ҡыҙы менән таныштырып, булдыҡлы, егәрле, аҡыллы ҡарашлы был ғаиләлә бер-бер артлы 8 бала тыуа. Оло улдары Фәрит ике йәшендә вафат була. Миңниә иң олоһо булып ҡала.
Өлкән булыу һәр саҡ яуаплылыҡ та өҫтәй. “Хеҙмәт – йәшәү сығанағы” тигән төшөнсәне ҡанына һеңдереп үҫә ул. Ҡаранйылғала башланғыс, Сәйетбаба мәктәбендә урта белем алғандан һуң, табип булыу хыялы менән Өфө ҡалаһына юллана. Әммә был уҡыу йорто уның өсөн түгеллеген аңлай, ошо ҡалала йәшәүсе Сәйетмырҙа бабаһы үҙе эшләгән заводҡа эшкә урынлаштырырға тәҡдим итә. Кәңәш-төңәш итергә ауылға ҡайтып килергә була. Автобустан төшөүенә Барый Закир улы Исламов уны ҡаршы алып тора һәм пионервожатый булып эшләргә тәҡдим итә. Иртәгәһенә мәктәп директоры уны район мәғариф бүлеге начальнигына алып китә. Аттестатын ҡарағас, сит телдәр уҡытыусыһы итеп ҡабул итергә булалар. Сәйетбаба урта мәктәбендә өс йыл Роза Шәрип ҡыҙы Байбулдина менән сит телдәр уҡытыусыһы булып эшләй ул. 1975 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә, шунда уҡ эшләп тә йөрөй. Әммә яҙмыш йәш ҡыҙ иңенә һынауҙар ҙа һала. Ғәзиз әсәһе вафат булғанда уға 25 йәш кенә була. Һуғыш яраларынан һәр саҡ һыҙланған атаһы ла ҡыҫҡа ғүмерле була. Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙына туғандарын уҡытып, һөнәр алдырырға, һәр яҡлап та терәк булырға тура килә. Үҙенән һуң үҫеп килгән Ғәлиә туғаны ла БДПУ-ның сит телдәр бүлеген тамамлап, ғүмер буйы Сәйетбаба, Ҡаранйылға мәктәптәрендә уҡыта һәм мәғариф алдынғыһы булыуға өлгәшә. Исмәғил туғаны ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң Еҙем лесничествоһында эшләне. Ислам төҙөлөш техникумын тамамланы. Үкенескә ҡаршы, ике энеһенең дә ғүмере ҡыҫҡа була. Зәйтүнә педагогия институтында география факультетын тамамлап, Үтәк мәктәбендә уҡыта. Сәкинә филолог һөнәрен ала. Илһам Иваново ҡалаһында радиотехникумда уҡый. Һәр береһен уҡытыу өсөн бар көсөн һала апайҙары.
- Йәшерәк саҡта үҙеңде тейешенсә баһаламайһың икән ул. Карьера тураһында уйларға ваҡыт та булманы. Ғаиләлә иң өлкәне булғас, туғандарҙы тәрбиәләү, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу минең елкәгә төштө. 80-се йылдар ине бит. Әлеге льготалар булһа ниндәй һиллек булыр ине лә... Матди ҡыҫынҡылыҡтан ҡотолоу буйым етмәҫ хыял булды. Әсәй-атайҙы юғалтыу, туғандарҙы ҡурсалау һәм башҡа нужа “һурпаһын” күп эселде. Остаз уҡытыусыларым: һис ҡасан ҡараңғы сырай менән һөмһөрө ҡойолоп йөрөмәгән класс етәксем Әҡсән Әйүп улы, талапсан Роза Шәрип ҡыҙы, Ғәзимә Зиннәт ҡыҙы (мәрхүмдәр инде), Сәлимә Шөғәйеп ҡыҙы, Рәзәнә Фәррәх ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен. Атай-олатайҙарыбыҙ йәшәгән ожмахтай ерҙә – йәнтөйәгемдә зауыҡ менән етеш донъя көтөү әмәлен табырға ярҙам иткәне, халыҡ ғәмәлдә үҙ көнитмешен генә уйлаған заманда ҡәрҙәштәремдең мәнфәғәтен, туғандарымдың балаларының киләсәген ҡайғыртырға көс-ҡеүәт биргәне өсөн Хоҙайға шөкөр. Өйҙән кеше өҙөлмәй, Вәлиевтарҙың ҡалын зат-нәҫеленең күсәре мин. Йәштән тормош ауырлыҡтарын татығас, тигеҙһеҙлектәрҙе лә күп күргәс, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, һиҙгер, мөмкин ҡәҙәре ҡулымдан килгән ярҙамды күрһәтергә тырышыуҙанмы, аралашыу даирәһе һәләк киң. Ғәле Сәйетбатталов, Морат һәм Зөһрә Кейекбаевтар, Динис Бүләков,, Фирҙәүес Ғилметдинова, Гөлли Мөбәрәкова, Флүрә Килдейәрова, Ғәле Хәмзин, Раил Әсәҙуллин, Әлфис Ғаязов, Баязит Ғәлимов, Светлана Ғәләүетдинова, Вадим Сафин, Әхмәт Рәхимов, Ғиниәт Ҡунафин һәм башҡалар һөйләшеп, аралашып йөрөгән фекерҙәштәрем булды. Республикабыҙҙың һәр бер төбәгендә элекке уҡыусыларымды осратырға була, - тип хәтер ебен тағата ул.
Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙы оҙаҡ йылдар БДПУ-ла эшләгәндән һуң, 2005 йылда Башҡорт дәүләт университетына күсеп кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Психология буйынса белемен дә камиллаштыра. Бөгөнгө көндә ул атай нигеҙен тарҡатмай мал тотоп, әсәй йылыһын һүндермәй тәҙрә төптәрен гөл-сәскәләргә күмеп, барса туған-тыумасаларҙы йыйып, матур итеп донъя көтә. Ауыл хакимиәтендә уҙған “Йөрәк һүҙе”, Бал байрамы кеүек сараларҙа ҡатнашып “Тыуған ергә мәҙхиә”, “Ҡатын-ҡыҙ умартасы” номинацияларында еңеүсе лә булған. Нәҫел-нәсәптән килгән булмышмы, ғүмерҙең матурлығы, ҡот-ырыҫы бары тырышлыҡҡа бәйле икәнен ул яҡшы аңлай. Яҙмыш кеше иңенә ниндәй һынауҙар һалып, ауырлыҡтар яуҙырмаһын, ысын кеше булып ҡалыу мөһимдер. Тап ошондай шәхестәр атайсалға йән өрөп, йәм биреп йәшәй ҙә инде. 
Әлфиә ЛАТИПОВА.

 

Автор:
Читайте нас: