Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
11 Март 2023, 13:00

Бейеү театрына тоғро ҡалып

Һомғол буйы, күмәк бейеү¬селәр араһын¬да ла сағыулығы менән күҙгә бәрелеп торған егет Стәрлетамаҡ Бейеү театры сығыштарында һәр ваҡыт алғы сафта бейей. Һәм бына егерме йыл инде ул, ошо коллективтың бер йәме булып, тамашасы күңелен арбай.

Бейеү театрына тоғро ҡалып
Бейеү театрына тоғро ҡалып

Һомғол буйы, күмәк бейеү¬селәр араһын¬да ла сағыулығы менән күҙгә бәрелеп торған егет Стәрлетамаҡ Бейеү театры сығыштарында һәр ваҡыт алғы сафта бейей. Һәм бына егерме йыл инде ул, ошо коллективтың бер йәме булып, тамашасы күңелен арбай.

Ишембай районы Кинйәбулат ауылы егете Динар Хисмәтуллин мәктәптән үк бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. “Үҫкәс ниндәй һөнәр һайларға?” тигән уй “бейеү ене” ҡағылған малайҙың башына ла инмәй. Баласаҡтан килгән бейеүсе булыу хыялы уны мәктәпте бөтөү менән, һис һүҙһеҙ, Стәрлетамаҡҡа Башҡорт республика мәҙәниәт техникумының хореография бүлегенә алып килә. 1997 йылдан алып техникумда өс йыл уҡығандан һуң, егет данлыҡлы Стәрлетамаҡ Бейеү театрына эшкә саҡырыла һәм бына 2000 йылдан бирле уның яҙмышы ошо театр менән бәйле.

Әйткәндәй, Бейеү театрында саҡ эшләй генә башлағас та, Динарҙы армияға алалар – ул, ике йыл Екатеринбургта Волга буйы хәрби округының йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, хеҙмәт юлын йәнә Стәрлетамаҡ Бейеү театрында дауам итә.

Буласаҡ тормош юлдашы менән дә уны Бейеү театры осраштыра. Ҡатыны Гөлсиә лә бейеүсе. Был матур, өлгөлө ғаилә, ҡулға-ҡул тотоношоп, ошо коллективтың бер биҙәге булып, бына ете йыл инде тормош юлынан да, ижад юлынан да бергә атлай. Өс бала тәрбиәләйҙәр – Аделина һәм Рания исемле ҡыҙҙар һәм Булат исемле малай үҫтерәләр.

Бейеү сәнғәте – ул үҙе бер ғәжәп донъя. Уға юлыҡҡанһың икән, еңел генә ташлап китермен тимә! Динарҙың да Бейеү театрында эшләгән осорҙа эшендә төрлө саҡтар була. Эш хаҡы бик аҙ булғанлыҡтан, күптәр эштән китергә мәжбүр була, әммә шул аҡсаға ҡытлыҡ заманда ла юғалып ҡалмай күңелен бейеү арбаған егет – ике-өс эштә эшләп көн күргән ваҡыттары ла була. Бына шулай, яратҡан театрына тоғро ҡалып, башын баҫып тыныс ҡына эшләүен белә. Әйткәндәй, ул әле лә, төп эшенән тыш, Руслан Сөләймәновтың бейеүселәргә итектәр тегеү цехында ла эшләй. Башҡорт ир-егеттәренә генә хас аҙ һүҙле, баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта, көслө рухлы булыуы менән дә күптәргә өлгө ул.

Башҡорт халҡында “Ҡурай өсөн тын кәрәк, бейеү өсөн һын кәрәк”, – тигән матур бер әйтем бар. Ул тап Динар Хисмәтуллин ише, шәм кеүек төҙ кәүҙәле егеттәргә ҡарата әйтелгән һымаҡ.

Быйыл 23 ғинуарҙа Динар Хисмәтуллиндың Бейеү театрында эшләүенә егерме йыл тулды. Ул ошо данлыҡлы Бейеү театры коллективы менән күпме ҡитғаларҙы урап, илдәр гиҙеп, Башҡортостан данын күтәреп аҙ йөрөмәгән! Шуға күрә, маҡтаулы исемгә лә ул күптән лайыҡ.

Замандашыбыҙға алдағы тормошонда ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм осҡон сәсрәтеп бейеүҙәре менән меңдәрсә тамашасы йөрәген яулап, һөйөү тулы алҡыштарға күмелеп, дәртләнеп эшләүен һәм йәшәүен, фиҙаҡәр хеҙмәте тейешенсә баһаланыуын теләйек!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фотолар бейеүсенең ғаилә архивынан алынды.

 

Автор:
Читайте нас: