Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
1 Апрель 2023, 12:51

Әҙәм балаларының хаталанырға ла хаҡы бар...

Шулай ҙа һәр кеше был тормошҡа үҙе үтергә тейешле тәжрибә өсөн тыуа, тиҙәр. Әлбиттә, ҡаршылыҡтарҙы, яңылыш аҙымдарҙы урап үтеү яҡшыраҡ.

Әҙәм балаларының хаталанырға ла хаҡы бар...
Әҙәм балаларының хаталанырға ла хаҡы бар...

Был тормошта күпме кеше йәшәй, шул тиклем холоҡ, шул тиклем ҡылыҡ бар. Һәммәһен дә аңлап бөтөп булмай һәм бының кәрәге лә юҡ. Ҡайһы берҙә кеше тормошона бөтөнләй ҡыҫылмау яҡшы. Барыһы ла бер һуҡмаҡ буйынса ғына бара алмай бит. Әҙәм балаһының хаталанырға ла хаҡы бар.
Әммә йыш ҡына кешенең теге йәки был ҡылығын үҙ бизмәндәребеҙгә һалып үлсәйбеҙ һәм ул беҙгә хата тойола. Шулай ҙа һәр кеше был тормошҡа үҙе үтергә тейешле тәжрибә өсөн тыуа, тиҙәр. Әлбиттә, ҡаршылыҡтарҙы, яңылыш аҙымдарҙы урап үтеү яҡшыраҡ. Әммә ҡайһы берҙә кире тәжрибә ыңғайына ҡарағанда әһәмиәтлерәк булып сыға. Әйтәйек, үҙемдең тормошта күп яңылышлыҡтар яһағаным булды. Хәҙер уйлап ҡараһаң, уларҙы урап үтергә лә мөмкин ине. Тик был тәжрибә мине күп нәмәгә өйрәтте. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татығандан һуң үҙеңә лә, башҡаларға ҡарата ла мөнәсәбәт үҙгәрә. Ниндәйҙер яңы баҫҡысҡа күтәреләһең. Үҙең хаҡында ғына уйлауҙан ҡотолаһың. Тирә-йүндәгеләрҙе ихтирам итергә өйрәнәһең.
Тик ҡайһы бер осраҡтарҙа кешенең яңылышыуын күреп, битараф ҡалыу ҙа килешкән эш түгел. Яҡын туғандарыңды, балаңды хата аҙым яһауҙан ҡурсалау мотлаҡ. Әммә аҡыл һатыу, нотоҡ уҡыу, етешһеҙлектәренә туҡтауһыҙ төртөп күрһәтеү бөтөнләй ярҙам итмәйәсәк. Ыңғай миҫал, эскерһеҙ мөхәббәт, уны нисек бар шулай ҡабул итеү, аңлау, позитив энергия аша ғына яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Әгәр ҙә былар ярҙам итмәй икән, уға үҙ хаталарында өйрәнергә юл ҡуйырға ғына ҡала.
Ә инде башҡа кешенең үҙең өнәп бөтмәгән ҡылыҡтарын тәнҡитләмәҫкә өйрәнеү яҡшы нәмә. Әммә был улай уҡ еңел бирелмәй. Әйтәйек, таныш ҡатын ҡыҙына йыш тауыш күтәрә. “Паразит”, “соплячка” һымағыраҡ һүҙҙәр менән әрләй. Әлбиттә, был хәл буш урында килеп сыҡмай. Ҡатын кеше, балаһы артыҡ маҙаһыҙлап, сығырынан сыҡҡас ҡына яуҙыра был һүҙҙәрҙе. Миңә уның был ҡылығы хата тойола. Әммә үҙеңде ул ҡатындың хәленә ҡуйһаң, был осраҡта нимә эшләр инем икән, тип уйланаһың. Бер ҡараһаң, әлеге сабый былай ҙа тейешле атай һөйөүенән, атай иғтибарынан мәхрүм, миңә ул йәл һымаҡ. Икенсенән, ул ҡатын бала тапҡанда барыһына ла әҙер булырға, яуаплылыҡты бары үҙ өҫтөнә алырға тейеш ине, тип фекерләйһең. Атайһыҙ тәрбиәләгәс, ҡатыраҡ булырға тырышалыр, тип уны аҡлап та ҡуяһың. Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең был ҡатынды тәнҡитләргә бер хаҡым да юҡ. Уға аҡыл өйрәтеп йөрөү артыҡ һымаҡ. Өндәшмәй, битараф ҡалып та булмаған төҫлө. Бындай осраҡтарҙа кешегә мөхәббәт етмәй. Уға матур ғына өндәшеү, ҡулына аҡыллы ғына китап тоттороу отошлолор, бәлки.
Әммә шуныһы ла бар. Йыш ҡына кемдеңдер кәмселектәрен эҙләп, үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтергә тырышыусылар була. Улар быны үҙҙәре лә аңламауы ихтимал. Кешенең ниндәй ҙә булһа ғәйебен атап әйтмәй, унда ғәйеп тойғоһо уятмай ғына белдерә белеү — ҙур һәләт ул. Ә инде башҡаларҙың һәр хата аҙымын тәнҡитләү, уны ураған һайын төҙәтеп тороу (был эш уның үҙенә бөтөнләй ҡағыл­мағанда ла) кеше­нең ғәҙәтенә әйләнгән икән, ул үҙ-үҙе менән ҡәнәғәт түгел. Һәм, иң тәүге сиратта, үҙен ҡабул итә алмай. Үҙен ҡабул иткән кеше башҡаларҙы ла ҡабул итә. Кешенең һәр етешһеҙлегенә төртөп күрһәтеү, аҙым һайын иҫкәрмә яһап тороу әҙәм балаларын бер-береһенән алыҫайта.
Тағы ла шундайыраҡ хәлдәр ҙә осрай: кемдер өсөн тәбиғи булған күренеш башҡа берәү өсөн ят, мәғәнәһеҙ һымаҡ тойола. Ике танышымды алайыҡ: әхирәттәр, бер үк тармаҡта эшләйҙәр. Әммә йәшәү рәүеше, тормошто ҡабул итеүҙәре бер-береһенән айырыла. Икеһе лә эшҡыуар. Тәүгеһе икенсеһенән байтаҡҡа үрҙәрәк тора, икенсеһе бизнес өлкәһендә тәүге аҙымдарын ғына яһай әле. Уларҙың хатта исемдәре лә бер үк. Өфөлә бер үк мәктәптә уҡығандар. Береһе үҙен бер бизнесҡа ғына бағышлаған. Икенсеһе әле – бер, әле икенсе компанияға сабып йөрөгән. Һәм бер компанияла ғына эшләгән әхирәтенән структура төҙөү буйынса артта ҡалған. Хәҙер селтәрле маркетинг өлкәһендә ярайһы ҙур тәжрибә туплаған әлеге ханым теге үҙенән түбәнерәк килемле әхирәтенә ярҙам итмәксе булған. Һәм уны үҙ алымы буйынса эшләргә өйрәтә. Миңә уларҙың икеһе менән дә аралашыу оҡшай. Теге эшлекле ханым етди кәңәштәр бирә, маркетинг буйынса унан күп нәмәгә өйрәнергә була. Әлеге структура төҙөү буйынса үҙенән артта ҡалған әхирәтен миҫалға килтереп, аҡса тота белмәй, бар тапҡан-таянғанын юҡ-барға әрәм-шәрәм итә, артыҡ йомарт, киләсәге хаҡында уйламай, бөгөнгө көн менән йәшәй, ти. Ярлы кешеләр менән аралашыуы, янына шуларҙы эйәләштереүе етмәгән, ташландыҡ эт-бесәйҙәре аҫрай, тип үҙ белдегенән сығып баһа бирә. Аҙашы иһә, эшлекле әхирәтен йәлләп бер була: үҙе, сәләмәтлеге хаҡында уйлап та бирмәй, эш менән генә көн күрә. Ире, малайҙары, әле донъяға тыумаған ейәндәренең киләсәге тип ғүмере үтеп бара, ял иткәне лә юҡ, — тип быныһын аңлай алмай. Уларҙы тыңлап ултырһаң, икеһе лә ниндәйҙер кимәлдә хаҡлы кеүек. Әммә бер-береһен нисек бар, шулай ҡабул итә белмәй һымаҡ тойолалар.
Бер-береңде нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк тигән һүҙ яуапһыҙлыҡҡа илтеүе лә бар. Нисек ҡыланһам да, мине шулай ҡабул итергә тейештәр тигән уй булырға тейеш түгел был осраҡта. Кеше йыш ҡына үҙен башҡалар урынына ҡуйып ҡарарға теләмәй. Беҙ үҙебеҙ башҡарған эште генә мөһим тип уйларға, тирә-йүн­дә­ге­ләр­ҙең хеҙ­мә­те­нә әллә ни әһә­миәт бир­мәҫкә ғәҙәт­лән­гәнбеҙ. Үҙеңә ниндәй мөнәсәбәт теләй­һең, баш­ҡаларға ла шундай мөнәсәбәттә бул. Ә инде тупаҫлыҡҡа ту­паҫ­лыҡ менән яуап биреү — тупаҫлыҡты, һаран­лыҡ­ҡа һаранлыҡ менән яуап биреү һаранлыҡты арт­ты­ра. Ни тиһәң дә, кеше күңеле ошондай түбән­лек­тәрҙән өҫтөн була белһен ине.
Ҡайһы бер осраҡта кешегә изгелек эшләйем тип артыҡ тырышып ташлайҙар, һуңынан, ул минең изгелегемде күрмәне, тип үпкәләп йөрөйҙәр. Ысынлап та, бәғзеләр һинең ҡылған изгелегеңде аңламай ҙа, күрмәй ҙә. Ул башҡа принциптар буйынса йәшәй. Шуға ла һәр ғәмәлде кеше риза булһын өсөн түгел, үҙең риза булырлыҡ итеп башҡарырға кәрәктер. Кеше тәүге сиратта намыҫ тойғоһонан сығып эш итергә тейештер.
Аллаһы Тәғәлә беҙҙе аңлы, хисле итеп яралтҡан. Башҡаларҙың хаталарын күреп, ғибрәт алыу, ыңғай сифаттарын үҙ тәжрибәңдә ҡулланыу яҡшы нәмә. Әммә кеше тормошона туҡтауһыҙ ҡыҫылып, һәр аҙымын үлсәп, үҙ белдегеңдән сығып баһа биреү, был хаҡта башҡаларға ла һөйләү, шулай уҡ ниндәйҙер ҡылығың өсөн бүтәндәрҙән ыңғай баһа ғына көтөп ултырыу бөтөнләй кәрәк түгел. Кемгәлер үпкә һаҡлау, ихласлыҡ көҫәү ҙә артыҡ. Һәммәһенә лә дуҫ та, туған да булып бөтөп булмай. Ер йөҙөндә бер-береһенә туған йәндәр була. Улар бер-беһенен яҡшыраҡ аңлай. Ә ҡайһы бер кешеләрҙе беҙ бөтөнләй аңлай алмаҫбыҙ. Әммә был улар алама тигәнде аңлатмай бит. Кеше араһындағы низағтар, аңла­шыл­мау­сан­лыҡ­тар ана шул төрлө йышлыҡтарҙа булыу, бер-береңде аң­ларға һәм ҡабул итергә теләмәү сәбәпле килеп тыумаймы икән?! Эйе, беҙ төрлө-төрлө. Шулай ҙа кешенең иң төп маяғы — намыҫ вә миһырбанлылыҡ. Иртәме, һуңмы, һәр кем аңлар быны...

Йәсминә Сафина.

Автор:
Читайте нас: