Иман юлы
...Автоматтар тыҡылдауынан, гранаталар шартлауынан йонсоған бейек тауҙар әрнеп уфтанғандай тойола. Алыҫ илдә совет ғәскәрҙәре “дошмандар” менән йәнтәслимгә алыша. “Ҡасандыр ҡарттайҙарыбыҙ, атайҙарыбыҙ фашистарға ҡаршы үҙ илебеҙ өсөн һуғышҡан, ә беҙ бында нимә эшләйбеҙ икән?” тип уйлана Рәжәп атыш туҡтап торған мәлдәрҙә. Күңелен өйкәп торған шул һорауҙы ул бер көн батальон командирына бирергә тәүәккәлләне.
бурыслыбыҙ, - тип ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе етди ҡарашлы подполковник.
Батальон командиры Нуриәхмәтов Ишкилде Мозафар улы ла Башҡортостанда тыуып үҫкән. Рәжәптең хеҙмәттәштәренең дә байтағы башҡорт һәм татар егеттәре. Һалдаттар араһында хатта уның райондаштары ла бар. Уларҙың сит-ят ерҙәрҙә хеҙмәт итеүҙәрен бер кем дә белергә тейеш түгел. Башта уҡ һәр ҡайһыһын:
иҫкәртеп ҡуйҙылар. - Хәрби серҙе асҡан өсөн – трибунал!
Сираттағы ҡаты бәрелештән һуң “дошмандар” тауҙар араһына ҡасты. Аҙна самаһы күренмәй торҙолар. Хәрбиҙәргә ял итеп, йыуынып, формаларын тәртипкә килтереп алырға форсат тыуҙы. Тынлыҡтың өсөнсө иртәһендә подполковник Нуриәхмәтов, һалдаттар йоҡлаған палаткаға килеп, шым ғына Рәжәпте уятты ла:
тип аптыратты.
Ғәҙәттәгесә бойороҡ бирмәне, рәсми рәүештә “иптәш сержант” та тимәне, үҙен бик ябай тотто, яҡын кешеһенә өндәшкәндәй, ҡул аҫтында хеҙмәт иткән егеткә: “ҡустым” тине. Бындай көтөлмәгән мөнәсәбәт нимәгә бәйле? Тиҙ генә кейенә һалып, Рәжәп подполковник артынан атланы. Һөйләшмәй генә тау итәгендәге ҡышлаҡҡа юл тоттолар. Ҡышлаҡ урамы буп-буш.
- тине Ишкилде Мозафар улы юлдашына.
Ҡыйығының башында яңы тыуған ай рәүешенә килтереп киҫелгән тимер ялтыраған ҙур булмаған бинаға йүнәлделәр. Үҫкәнендә сит тарафтарға сығып йөрөмәгән, урта мәктәпте тамамлаған көҙҙә үк армияға алынған Рәжәптең быға тиклем мәсет күргәне юҡ ине. Ул ниндәй була икән? Бәләкәй сағында һикһәнде уҙған ҡәртнәһенең: “Элек һәр ауылда мәсет була торғайны, беҙҙекендә лә бар ине, хәҙер унда клуб урынлашҡан, иман йорто кәйеф-сафа ҡороу урынына әйләндерелгән”, тип һөйләгәне хәтерендә шулай ҙа. Үҙе лә һиҙмәҫтән, һалдат тыуған йортон, ата-инәһен, ағаһы Рәмзил менән апаһы Рәғиҙәне, былтыр ғына донъя ҡуйған Мәмдүҙә ҡәртнәһен иҫенә төшөрҙө.
...Атаһы менән инәһе ҡалаға киткәйнеләр. Беренсе синыфта уҡып йөрөгән апайҙары мәктәптә. Өйҙә малайҙар ҡәртнәйҙәре менән генә ҡалдылар. Үҙенән йәш ярымға ғына өлкәнерәк ағаһы менән сыр-сыу килешеп йәшенмәк уйнауҙары. Ҡәртнәйҙәре тыймағас, ҡайҙа ғына йәшенмәй улар! Урындыҡ йә тимер карауаттар аҫтынамы, шул карауаттарға өйөп ҡуйылған мендәрҙәр артынамы – йорттары ике бүлмәле генә булһа ла, боҫор урын табылып ҡына тора. Йәшенергә сираты еткәс, Рәжәп тәмле еҫ сығарып икмәк бешеп ултырған мейес башына уҡ менеп китте. Эй оҙаҡ эҙләне уны ағаһы! Тәки таба алманы! Уның ҡарауы Рәжәп үҙе мейес башында ниндәйҙер бер ҡаты төргәк табып алды. Нимә икән унда? Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, асып ҡарарға булды. Шаҡмаҡлы таҫтамал эсенән иҫке генә бер китап килеп сыҡты. Өйҙәрендәге башҡа китаптар матур итеп кәштәгә теҙелгән, ниңә быныһын йәшереп ҡуйғадар икән? Төргәкте тотто ла, мейес башынан һикереп төштө. Ағаһын эргәһенә саҡырҙы. Тапҡан әйберен уға ла күрһәтте. Шул арала малайҙарҙың янына килеп еткән ҡәртнәйҙәре ипләп кенә әлеге китапты ҡулына алды ла, урындыҡҡа ултырҙы. Ейәндәренә эргәһендә ултырырға ымланы. Ике яғына ҡунаҡлаған малайҙарҙың баштарын һыйпай-һыйпай, бер ни тиклем уйланып ултырҙы ул. Шунан яйлап ҡынына һүҙ башланы:
китап. Унда һәр кемгә тәүфиҡлы, иманлы булыу зарурлығы, боҙоҡлоҡтан ҡурҡыу кәрәклеге тураһында яҙылған. Был донъяла нимәләрҙе эшләргә мөмкин, ә нимәләрҙең тыйылған икәнлеге хаҡында ентекле бәйән ителгән.
– тип һораны Рәмзил.
йортта лайыҡлы урынын алыр тип өмөтләнәм...
оҡшамаған ? - тип ҡыҙыҡһынды Рәжәп.
уны кире урынына һалып торайыҡ. Тик һеҙ, зинһар, беҙҙең йортобоҙҙа был китап барлығын бер кемгә лә һөйләй күрмәгеҙ, йәме. Был үҙебеҙҙең генә серебеҙ булып ҡалһын.
Тиҫтерҙәре алдында үҙҙәрендә ғәрәп телендәге серле китап барлығы менән бик маҡтанғылары килде малайҙарҙың, әммә ҡәртнәйҙәренә һүҙ биргәс, тыйылдылар. Тора-бара был ваҡиғаны бөтөнләй оноттолар...
Мәсеткә килеп ингәс тә Рәжәп ишек төбөндә теҙелгән төрлө ҙурлыҡтағы аяҡ кейемдәренә һәм бындағы таҙалыҡҡа иғтибар итте. Ҡапыл йөрәген ниндәйҙер йылы, яҡты хис-тойғо биләп алыуға ғәжәпләнде. Бында ҡарт-ҡоро һәм бала-саға ғына. Түрҙәге уларҙың ауылы клубындағы трибунаны хәтерләткән ыҡсым ҡоролма артында бер бабай баҫып тора. Кейеме бик сәйер, ундайҙы Рәжәп “Сүллектең аҡ ҡояшы” тигән нәфис фильмда ғына күргәне бар. Көйләй биреп нимәлер һөйләй ул.
Тыңлап сығайыҡ, зыяны теймәҫ.
Кирза итектәрен һалып, эскә уҙҙылар. Хәрби кейемле кешеләрҙең килеп инеүҙәре мәсеттәге халыҡты ҡурҡытты. Һәммәһе лә тип әйтерлек төрлө мөйөштәргә тайшандылар. Нуриәхмәтов уларға башҡортсалап:
борсолмағыҙ, - тип өндәште.
Уның һүҙҙәрен аңлағандай, халыҡ тыныслана төштө. Ишкилде Мозафар улы ла, теге бабайға ҡушылып, уйсан ҡиәфәттә эстән генә нимәлер уҡыған төҫлө тойолдо Рәжәпкә. Командирының һүҙҙәрен бик үк аңлап етмәһә лә, “бисмилла” тигәнен асыҡ ишетте. Ҡәртнәһе лә был һүҙҙе йыш әйтә торғайны. Табынға ултырған һайын:
китер алдынан, ике ҡулығыҙ менән битегеҙҙе һыйпап, “әпәр” итергә онотмағыҙ, - тип тылҡыны. - Шулай итһәгеҙ, бер ҡасан да ризыҡтан яҙмаҫһығыҙ.
Мәғәнәһен аңламаһа ла,ҡәртнәйҙәренең өйрәткәнен үтәү Рәжәптең ҡанына һеңгәйне. Мәсеттәгеләр бөтәһе лә шулай иткәс, әле ул үҙе лә һиҙмәҫтән ҡуш услап битен һыйпаны. Подполковниктың да “әпәр” итеүен күрҙе.
Ҡайтыр юлда, һәр ҡайһыһы үҙенең уй-хәтирәләренә сумып, күпмелер ваҡыт өндәшмәй генә атланылар. Ниһайәт, командир һүҙ башланы:
үҫтем. Документтарыбыҙҙа “татар” тип яҙылһаҡ та, аҫаба башҡорттарбыҙ. Олатайым ҙур ғына ауылдың муллаһы булған. Сиркәү-мәсеттәрҙе емереп, дин әһелдәрен эҙәрлекләү барған осорҙа уны атырға тейеш булғандар. Олатайымды өйөнән төрткөләп алып сыҡҡан кешеләрҙе ауылдаштары ҡамап алғандар. “Мулла абзыйыбыҙ беҙҙең кеүек үк ярлы йәшәй, һис ҡасан ялсы тотманы. Кешеләргә яҡшылыҡтан башҡа бер нимә эшләгәне юҡ! Уны үлтерһәгеҙ, беҙҙе лә атығыҙ !” тип, ығы-зығы ҡуптарғандар. Шулай ауыл муллаһын яҡлап алып ҡалғандар. Ошо тетрәндергес ваҡиғанан һуң ғаиләбеҙ күрше өлкәгә күсеп китергә мәжбүр булған. Атайым менән әсәйем өйләнешкәс кенә ауылыбыҙға кире ҡайтҡандар. Улар бик иманлы кешеләр ине. Ураҙа тоттолар. Иртә таңда тәмле-татлы ризыҡ менән сәй эсәләр ҙә, көн оҙоно ауыҙҙарына бер нимә лә ҡапмайҙар, хатта һыу ҙа эсмәйҙәр. Ҡояш байығас ҡына ашарға ултыралар. “Нисек түҙәләр икән?” тип аптырай торғайным. Ҡорбан салғандары иҫемдә. Зат-зәүеребеҙҙе йыйып, аят уҡығандарын хәтерләйем. Сит-ят күҙҙәргә күрһәтмәйенсә генә, әлбиттә.
эскәнем бар бит, - тип Ишкилде Мозафар улына ҡушылды Рәжәп. – “Сәхәр” ти торғайны ул сәйҙе ҡәртнәйем. Минең дә уның иртәнән кискә тиклем бер нимә лә ашамағанына һәм эсмәгәненә аптырағаным булды.
Егет подполковникҡа бала сағындағы серле китапҡа бәйле иҫтәлектәрен дә һөйләп бирҙе.
Нуриәхмәтов. - “Күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүсе – Алла”тип өйрәткән китап совет осоронда ҡәтғи тыйылғайны бит. Мәктәптә: “Кеше маймылдан барлыҡҡа килгән” тип уҡытылған заманда йәшәйбеҙ шул. Атеистарбыҙ, йәнәһе. Аллаға ла, муллаға ла ышанмаҫҡа тейешбеҙ. Был бит төптө хата фекер! Һыйыр малы ҡолон тыуҙырамы? Тауыҡтың аҡҡошҡа әүерелгәнен кем күргән? Ҡасан да булһа динебеҙгә әйләнеп ҡайтырбыҙ тип уйлайым. Хәйер, был – минең үҙемдең генә фаразлауым. Һинең “бисмилла” тип шыбырлауыңды, “әпәр”еңде күргеләгәнем булды, шуға ла бөгөн һине мәсеткә саҡырырға тәүәккәлләнем. Тик беҙҙең был сәфәребеҙ һәм әлеге әңгәмәбеҙ икебеҙҙең арабыҙҙа ғына ҡалһын, йәме. Юғиһә минең дә, һинең дә ҡазаға тарыуыбыҙ ихтимал. “Ҡөрьән” китабы иһә барса халыҡты гел яҡшыға ғына өйрәтә...
һорауҙы бирҙе.
тыйылған, ләкин ундағы иң мөһим тәғлимәттәр юҡҡа сыҡмаған бит. “Ғәҙеллек”, “тоғролоҡ”, “намыҫлылыҡ” кеүек төшөнсәләр быуындан-быуынға күсә килгән. Уларҙы үҙең дә беләһең. Октябрят йә пионер ойошмаларына ҡабул ителгәндә бирелгән анттарҙа, комсомолдарҙың һәм коммунистарҙың уставтарында ла иманлы булырға саҡырыу ярылып ята түгелме?
Бер килке шым ғына атланылар. Шунан командир тағы телгә килде:
“Ҡөрьән” һәм “Библия” кеүек изге китаптар яндырылған, әммә былар бит халыҡтың күңеленән Аллаһы Тәғәләгәме, ниндәйҙер башҡа Юғары Көскәме инаныуҙы бөтөнләй юйып ташлай алмаған! Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, пленға эләккән совет һалдаттары араһында минең атайым да булған. Уның: “Фашистар беҙҙе “строй”ға теҙеп ҡуйҙылар ҙа, арабыҙҙан йәһүдтәрҙе һәм тышҡы ҡиәфәттәре буйынса уларға тартым бүтән кешеләрҙе һайлап алып, күпләп ҡырҙылар. Бер немец офицеры рәт буйлап ҡуҡайып йөрөй, һәр кемдең күҙенә тишерҙәй итеп ҡарай ҙа, ни сәбәптәндер шикле күренгән кешегә ҡулындағы указка рәүешендәге таяғы менән төртә. Ярҙамсылары шул кешене һөйрәкләп алға сығара ла, атып та үлтерә. Мин, эстән генә белгән доғаларымды уҡый-уҡый, Хоҙайҙан балаларым хаҡына үҙемде ҡурсалауын үтенәм. Ни мөғжизә – йәлләд миңә текләп торҙо ла, ары китте”, - тип һөйләгәне һис онотолмай. Үҙен фәҡәт Аллаһы тәғәлә яҡлап, һаҡлап алып ҡалыуына ғүмеренең аҙағына тиклем ышанып йәшәне ул. Тотҡонлоҡта оҙаҡ булмаған минең атайым. Бер төркөм иптәштәре менән ҡасып киткәндәр һәм партизандар отрядына ҡушылғандар. Оло яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы өсөн Аллаһы Тәғәләгә мең рәхмәтле булып йәшәне.
Рәжәп өсөн командиры менән мәсеткә барып ҡайтыу һәм юлдағы фекер алышыу мәңге онотолмаҫлыҡ һәм иҫ китмәле фәһемле булды. Ошо ваҡиғанан һуң аҙна самаһы ваҡыт үткәс, подполковник Нуриәхмәтовты ҡайҙалыр оҙайлы командировкаға ебәрҙеләр. Тағы ике-өс аҙнанан һуң Рәжәп хеҙмәтен тамамланы һәм тыуған яғына ҡайтып китте. Әҙме-күпме ял иткәс, артабанғы тормошон нисек ҡорорға тип баш вата башланы. Күп уйлағандан һуң, иң тәүҙә Өфөгә барып Диниә назаратын күрергә кәрәк тигән ҡарарға килде. Атаһы менән инәһе шундуҡ ризалаштылар. Теге серле китапты алып, Рәжәп баш ҡалаға юл тотто.
Туҡай урамындағы мәсеттә уны бик йылы ҡаршы алдылар. Бындағы мәҙрәсәлә уҡырға тәҡдим иттеләр. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған үҙе кеүек йәш егет-елән менән бергә ғәрәп телен, ислам дине ҡанундарын өйрәнде ул бында. “Ҡөрьән” китабын башынан аҙағынаса уҡып сыҡты.
Рәжәп мәҙрәсәне илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып торған осорҙа тамамланы. Ил хөкүмәте дини хәрәкәтте хуплай башлағайны. Үҙе белгәнде башҡаларға еткереү, милләттәштәрен, яҡташтарын ҡайтанан дин юлына баҫтырыуҙа ҡатнашыу теләге менән янып, йәш мулла тыуған яғына ҡайтып китте. Район үҙәгендә ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында емерелмәй ҡалған боронғо мәсет барлығын Өфөлә үк ишеткәйне, шунда йүнәлде. Ең һыҙғанып ташландыҡ хәлдәге бинаны рәтләргә тотондо. Ҡыуанысҡа ҡаршы, Рәжәпкә ярҙам итергә теләүселәр ҙә табылды. Мәсетте рәсми рәүештә асыу алдынан тыуған ауылына ҡайтып килергә булды. Атаһы менән инәһе бик ҡыуанып ҡаршы алды улдарын. Тик уның башына сәллә, өҫтөнә йәшел төҫтәге оҙон елән кейгәнлегенә генә аптыранылар. Рәжәптең уй-маҡсаттарын иһә тулыһынса хупланылар. Бала саҡта уның менән бергә уйнап үҫкән, мәктәптә бергә уҡыған егет-ҡыҙҙар ғына уны аңларға теләмәнеләр.
ҡуйҙы Хәйҙәр исемле күрше егете.
Уның ҡарауы, өлкән синыфтарҙа үҙе менән бер партала ултырған класташы – күрше ауыл ҡыҙы Мәҙинә егеттәге үҙгәрештәргә шатланыуын йәшермәне.
бығаса бер кемгә лә һөйләмәгән серен асты: – Минең ҡәртнәйем дә беҙгә бәләкәстән: “Әҙәм балаһын яратҡан да, ярлыҡаған да бер Хоҙай”, тип әйтә торғайны. Ҡарттайым ҡасандыр күрше ауылдағы мулланың ҡыҙын кәләшлеккә алған булған бит. Ҡәртнәйемдең атаһын утыҙынсы йылдарҙа себергә һөргәндәр, ул шунан әйләнеп ҡайтмаған.
Рәжәп армияла саҡта Мәҙинә китапханасылар әҙерләгән училищены тамамлаған. Һомғол буйлы, алсаҡ йөҙлө, эскерһеҙ ҡыҙ менән егет элек тә бер-береһен оҡшатып йөрөгәйнеләр, әле килеп башкөллө ғашиҡ булыштылар. Никахлаштылар ҙа, бергә йәшәй башланылар. Атай-инәйҙәре ярҙамында ауыл ситендә бер бәләкәй генә өй һатып алдылар. Мәҙинә район китапханаһына эшкә урынлашты. Бер-береһен күҙ ҡараштарынан аңлап торҙолар. Һөйләшеп хәбәрҙәре бөтмәне. Буш сәғәттәрен Мәҙинә күберәге ире эргәһендә мәсеттә уҙғарҙы. Татыу ғаиләлә иҫ китмәле теремек һәм һөйкөмлө игеҙәк малайҙары донъяға килде.
Туҡһанынсы йылдар башында китап нәшриәте башҡорт теленә ауҙарылған “Ҡөрьән-Кәрим”де нәшер итте. “Башҡортостан” гәзитендә шул хаҡта уҡығас та, Рәжәп Өфөгә юлланды. Ҙур сумаҙанын тултырып алып ҡайтты ул баһалап бөткөһөҙ ҡәҙерле китаптарҙы. Бер нисәһен мәсеттә ҡалдырҙы, ҡалғандарын туғандарына, дуҫтарына таратты.
Тәүге осорҙа мәсеткә башлыса таяҡҡа таянған ҡарт-ҡоро ғына йөрөнө. Яйлап ҡына йәшерәктәр ҙә тартылды. Ғаилә ҡороусыларға никах уҡыу, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыу кеүек сараларҙы мәсеттә уҙғарыу күркәм йолаға әүерелде. Халыҡтың үҙ асылына ҡайта башлауына, дәррәү иман юлына баҫыуына бик һөйөндө Рәжәп. Бер нисә милләт вәкилдәре көн иткән ауылдағы башҡорттар һәм татарҙар уның эшмәкәрлеген ихлас хупланы. Әммә йөҙ-ҡараштарынан гел итәғәтле йылмайыу китмәгән йәш мулланы күрә алмаусылар ҙа табылды. Нәфрәттәрен йәшермәне улар. Йәйҙең бер йәмле иртәһендә мәсеткә йүнәлгән Рәжәптең юлына күршелә йәшәгән, бер ҡайҙа ла эшләмәгән, баштары эскенән айнымаған ағалы-ҡустылы Фәнзил менән Фәнил арҡыры төштөләр. Был юлы ла икеһе лә ныҡ ҡына “һалмыш” инеләр.
- Күрше, бурысҡа бер сәкүшкәлек кенә аҡса биреп тор әле, - тип
ялынды Фәнзил. – Инәй пенсия алғас ҡайтарырбыҙ.
- Кисә күберәк “төшөрөлгән”, - тип ағаһына ҡушылды Фәнил. - Баш ауырта, түҙерлек әмәл юҡ. Ҡотҡар инде, зинһар, үлтермә!..
- Типһә тимер өҙөрлөк егеттәрһегеҙ бит һеҙ, ниңә, эскелеккә сумып, йәшлегегеҙҙе шулай әрәм итәһегеҙ? – тип һүҙ башланы Рәжәп, уларҙы тыңлап бөткәс. - Үҙегеҙгә ғүмер биргән, һеҙҙе ас-яланғас итмәҫкә тырышып, йылдар буйы колхозда бил бөккән инәкәйегеҙҙе ниңә рәнйетәһегеҙ? Үҙегеҙ ярҙам итеү урынына, уны талайһығыҙ! Килешмәй бит улай! Ниңә ҡайҙа булһа ла эшкә урынлашмайһығыҙ? “Йәшел йылан” – ағыу, араҡы һатып алыр өсөн бер тин дә бирмәйем!
Шулай тине лә, юлын дауам итте. Ағалы-ҡустылы Хәлитовтар
әшәке итеп һүгенешеп тороп ҡалдылар. Киске ашҡа ултырғас ҡатыны:
Һин алыҫлашҡас та һөйләнде әле улар. Ниңәлер тауыҡ тиҙәген иҫкә алдылар.
ҡуйҙы Рәжәп. – Хәҙерге заманда кемдәндер ҡурҡып йәшәп булмай бит инде!
Хәләленең күршеләре менән әйтешеүен асылмалы тәҙрә аша яҡшы ишеткәйне Мәҙинә. Шуға күңелендә хафалы уйҙар урын алып өлгөргәйне. Рәжәбенең һүҙҙәренән һуң ул да тынысланды. Йома эшенән иртәрәк ҡайтты. Яҡындағы ҡоҙоҡтан һыу ташып, мунса яғып ебәрҙе. Тиҙ генә аш-һыу әҙерләне. Уғаса мунса әҙер булды. Мөрйәһен баҫты ла, улдарын алырға балалар баҡсаһына ашыҡты. Азаты менән Маратын етәкләп, Рәжәпте ҡаршыларға сыҡтылар. Ҡайтышлай күлдә парлашып йөҙгән аҡҡоштарға ҡарап һоҡланып торҙолар. Шул тиклем рәхәт ине уларға!
Тамаҡ ялғап алғас, Рәжәп мунсаға китте. Мәҙинә балаларына әкиәт уҡып ултырҙы. “Бер юлы малайҙарын да йыуындырыр, хәлен белеп киләйем дә, эргәһенә улдарыбыҙҙы алып барырмын” тип уйлап, мунсаға йүнәлде. Ишекте асып кергәс тә иренең иҙәндә салҡан ятҡанын күрҙе. “Рәжә-ә-әп!” тип ҡысҡырып, һөйгәне янына тубыҡланды. Башын иренең күкрәгенә ҡуйып, ҡәҙерлеһенең йөрәк тибешен ишетергә тырышты. Ишетмәне...
Рәжәпте тыуған ауылының зыяратына алып ҡайтып ерләнеләр. Мулланы һуңғы юлға оҙатырға халыҡ эркелешеп килде. Йәш кенә килеш тол ҡатынға әүерелгән Мәҙинәгә тормоштоң йәме лә, мәғәнәһе лә ҡалмағандай тойолдо. Инәһе:
булырҙай ике улыңды үҫтереп, аяҡҡа баҫтыраһың бар, - тигәс кенә иҫенә килде.
Ҡасандыр кемдеңдер: “Яңы баҫылған мунса күмеренә тауыҡ тиҙәге ташлап кешене үлтереп була” тип әйткәнен ишеткәне бар ине Мәҙинәнең. Эске аңы әленән-әле ағалы-ҡустылы Хәлитовтарҙың “тауыҡ тиҙәге” тигән һүҙҙәрен өҫкә сығарҙы. “Рәжәбемде шулар ғына һәләк итте!” тип уйлап, милицияға барҙы. Лисицын фамилиялы тәфтишсе ҡайғылы ҡатынды теләр-теләмәҫ кенә тыңланы ла:
ғаризағыҙҙы ҡабул итә алмайбыҙ, - тип бороп сығарҙы.
Бәләкәстән мунса яғып өйрәнеп үҫкән ауыл ҡыҙы нисек мөрйәне иртә япһын? Үҙенең хаҡлылығын тойһа ла, хоҡуҡ һаҡлаусы ойошма вәкиле менән һүҙ көрәштерергә тамсы ла көсө ҡалмағайны уның. Артабан был ауылда йәшәгеһе килмәне. Иман юлына баҫҡан һәм башҡаларҙы үҙе артынын әйҙәгән изге йәндең ҡапыл ҡыйылыуы менән һис кенә лә килешә алманы. Улғыналарын алды ла, Башҡортостанды бөтөнләй ташлап сығып китте. Егерменсе быуат тамамланыуға тиҫтә ярым йыл ҡалғайны...