Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
11 Август 2023, 21:10

Кем аҡыллы?

Күрше ауылда мәктәп ябылғас, аҙнаһына өс көн барып, район үҙәге мәктәптәренең береһендә уҡыта башланы Гөлмирә. “Пенсияға тиклем ике йыл ғына ҡалды, нисек тә түҙермен әле, аҡса кәрәк бит” , – тип уйланы ул.

Кем аҡыллы?
Кем аҡыллы?

Күрше ауылда мәктәп ябылғас, аҙнаһына өс көн барып, район үҙәге мәктәптәренең береһендә уҡыта башланы Гөлмирә. “Пенсияға тиклем ике йыл ғына ҡалды, нисек тә түҙермен әле, аҡса кәрәк бит” , – тип уйланы ул. Өй тирәһенә күҙ һалып торорға күршеһенә өндәште. Маршрут автобусында кискә ҡайтып та етер!

Транспортта төрлөһө осрай. Элекке уҡыусылары урын да биреп ҡуя. Ҡайһы бер көндәрҙә 35 саҡрымды үткәнсе аяҡ өҫтө ҡайтырға ла тура килә. Бына бөгөн дә туҡталышта тора. Байрам алды булғас, ауылға ҡайтыусылар ифрат күп. Этеш-төртөшкә ҡыҫылмай ғына иң аҙаҡҡы булып инде Гөлмирә. Алда ултырғандарға күҙ һалды: беренсе рәттә 12–13 йәш тирәһендәге малай. Уҡытыусыны таный, әлбиттә, ололарға урын бирергә кәрәклеген аңлай, тик баҫып барыуы уңайһыҙ икәнен дә белә. Етмәһә, артҡы рәттә ултырған әсәһе ҡарашы менән генә малайын тыйып бара: "Ултыр, аҡса түләнгән, ниңә һин баҫып барырға тейеш?" – ти уның күҙҙәре. Малай телефонға тексәйгән.
Уның янында, тынсыу салонда ҡыҙарып-бешеп, урта йәштәрҙәге ир ултыра. Битенә йәбешкән күҙлеген сисеп, ара-тирә һөртөштөрөп ала. Әллә шулайтып үҙен меҫкен хәлдә күрһәткеһе килә: йәнәһе, уға ла еңелдән түгел.
Урта рәттә ҡара күҙлек аша тәҙрәгә бағып бер ҡыҙ бара. Уны уҡыу алдынғыһы, аҡыллы ҡыҙ тип беләбеҙ, ҡурсаҡ кеүек кейенеп гел һабантуйҙарҙа йырлай. Ҡолағына тыҡҡан наушниктары аша күңелле көй тыңлайҙыр, йә булмаһа, яуапһыҙ мөхәббәт хаҡында моңһоу йыр... Тышҡы ҡиәфәте ялтырап торһа ла, урын тәҡдим итергә күңел матурлығы кәрәк шул.
Эргәһендәге йәш егет рус милләтенән. Уның да тороп урын бирергә тәрбиә кимәле етеңкерәмәй.
Гөлмирә аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫҡылап барыуын дауам итте. Күрше ауылдарҙан бер нисә кеше төшөп ҡалды.
Эйе, элегерәк тормош ҡиммәттәре икенсерәк ине шул. Уҡытыусылар ҙа, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә ололарға урын бирергә, уларға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтте. “Изгелек күрһәтһәң, үҙең дә изгелек күрерһең" ти ине өләсәйҙәр. Тик йәш саҡта ҡартлығың бик алыҫ кеүек. “Эй, балалар, һеҙ булырһығыҙ, беҙ генә булалмабыҙ", – ти торғайны күршеһендә генә йәшәгән әбей. Ҡатындың иҫенә уға көйәнтәләп һыу алып килеп, магазинға барып йомоштарын йомошлап, керҙәрен йыуып биреүе төштө. Яңғыҙ әбейҙең рәхмәттәрен, фатихаһын алып ҡалғанына әле лә һөйөнә ул. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр.
Баянан бирле эргәһендә бәхәсләшеп ултырғандарға күҙ һалды уҡытыусы. Ирле-ҡатынлы был икәүҙе ауыл халҡы "аҡылға бер төрлөрәк” тип йөрөтә. Бәләкәй бер ауылда үҙ аллы көн күрә улар. Икеһе лә инвалидлыҡ пенсияһын алып йәшәй, балалары юҡ. Аҙыҡ-түлек алырға район үҙәгенә йөрөйҙәр, үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡшы беләләр, шунлыҡтан район хакимиәте юлын да тапарға күнеккәндәр. Улар ауыл яңылыҡтары менән дә һәр ваҡыт хәбәрҙар. Һинең хәлеңде лә әллә ҡайҙан ишетеп белеп торалар. Һаулыҡ һораш­ма­йынса эргәңдән үтеп китмәҫтәр, таныш-тоношҡа сәләм ебәрмәй ҡалмаҫтар.
Ире – төҫһөҙләнгән иҫке кейемдә, битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Ҡатын кеше, йәйге селлә булыуға ҡарамаҫтан, ҡара-һоро күлдәктән, ағара башлаған сәсен яулыҡ аҫтына йәшергән, бер шәлкеме сығып, тирләгән маңлайына уҡмашҡан.
– Ҡалай халыҡ ҡоторҙо! Исмаһам, берәйһе урын бирһәсе... – тине ҡатын, алан-йолан ҡаранып.
– Шулай шул! – тине “аҡылға бер төрлөрәк” ир. Йәштәрҙең урынынан торорға ла теләмәүен күреп, ул уңайһыҙлана төштө. Ахырҙа, ғәйепле ҡарашын йәшереп, тороп баҫты:
– Ултырығыҙ.
Гөлмирә рәхмәт әйтеп урындыҡҡа ултырҙы һәм уйға ҡалды: ауылда кем аҡылға бер төрлөрәк?

Минира БИКӘНӘСОВА.

Автор:
Читайте нас: