Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Юҡ, юҡ, балаларымды бирмәйем!»

Ни хәл итмәк кәрәк, бәпәйгә 1,2 йәш тулып ҡала, 39 йәшлек әсәй матур йәй көнөндә донъя ҡуя. Оло ҡайғы төштө атай иңенә.

«Юҡ, юҡ, балаларымды бирмәйем!»
«Юҡ, юҡ, балаларымды бирмәйем!»

«Юҡ, юҡ, балаларымды бирмәйем!»

— тип ҡырталашты райондан килгән комиссия ағзаларына Зияитдин ағай Фәттәхов. «Ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ, башҡаса килеп тә йөрөмәгеҙ, етемдәр йортона биреп ултырмаға ней балаҡайҙарымды! Атайһыҙ балалар түгел даһа улар, бар ҡайғымды ошо балаларыма баҫтым, үҙем көтәм!» — тип, нисәнсе тапҡыр район үҙәгенән килгән комиссия ағзаларын ҡыуып тигәндәй ҡайтарып ебәрә ете бала менән ултырып ҡалған атай кеше. Ул арала балалар тиҙ генә эргәлә ятҡан Иҙәш йылғаһы аръяғына, иң бәләкәстәрен төрөп алып, ҡаса һалалар, таш ышығында йәшенеп ултырып ҡалалар. Тыуған йорттан, атайҙан һис кенә лә айырылғыһы килмәй уларҙың да.

Әсәйһеҙ, атай менән генә ни тиклем ауырлыҡтар күреп үҫкән ошо балалар, шулай уҡ уларҙы үгәй ҡулына бирмәй, тешен ҡыҫып, ул-ҡыҙҙарын тормош юлына аяҡ баҫтырған Зияитдин ағай хаҡындағы уйҙарым күңелемдә ғүмер буйы тынғылыҡ бирмәй ине. Ниһәйәт, Атайҙар көнө тураһында Указ сығыу менән, ҡулыма ҡәләмемде алып, улар хаҡында яҙырға булдым.
«Ир — тыуған ерендә», — ти башҡорт мәҡәле. Ғөбәйт Ҡусҡары ауылынан сыҡҡан Зияитдин ағай өсөнсө бүлексәнән 60-сы йылдар башында дүрт балалы ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайтып төшә. Күсәр ауылынан булған һылыу ҡатынының шәп сағы. Икәүләп, бер йәй эсендә, тирәк ағастарын урталай ярып, бәләкәй генә өй эшләп инә улар. Балсыҡ соҡоронан килтерелгән балсыҡты йәш әсә яланаяҡланып баҫып, өйҙө эстән-тыштан һылап, ҡалыпҡа һалып, кирбес һуғып, мейесен дә үҙе сығара. Дүрт балаға иш булып, тағы өс ҡыҙыҡай донъяға килә. Иң бәләкәс Камила тыуғас та, әсәй кеше ныҡ ауырый башлай, имсәк кенә баланы өйҙә ҡалдыртып, Раҡия апайҙы дауаханаға һалалар. Яман сир апайҙы бөтөнләй аяҡтан йыға. Янында булмаған Камилаһы өсөн өҙгөләнә ҡатын. Өйҙә ҡалған өлкән ҡыҙы Наҡия, йә икенселәре сәңгелдәктә генә ятҡан һеңлеһен төрөп алып, «Беларус»та һөт ташыған Әхмәлитдин Ҡаһармановтың арбаһында бидондар араһына ултырып, дауаханаға алып барып, 1-2 көнгә бер тапҡыр булһа ла, имеҙеп алып ҡайталар.Ҡайҙан ғына тейһен инде әсәй тәрбиәһе был балаҡайға...
— Печенье ебетеп ашатып, һыйыр һөтө имеҙеп үҫтерҙек инде һеңлебеҙҙе, — ти апайы.
Ни хәл итмәк кәрәк, бәпәйгә 1,2 йәш тулып ҡала, 39 йәшлек әсәй матур йәй көнөндә донъя ҡуя.
Оло ҡайғы төштө атай иңенә. Тормош ауырлыҡтарына ҡаршы барырға, бирешмәҫкә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға ынтылды ул. Заманында типһә тимер өҙөрҙәй ир-егет илен һаҡлап, үҙе лә кеше көнлөгә әйләнгән ине. Һуғышта янбашына ғүмерлеккә ауыр яра алып, таяҡһыҙ йөрөй алманы. Контузия арҡаһында, ҡолаҡҡа ла ҡатты, башы ла тынғылыҡ бирмәй йонсотто. Фин һуғышын, Ленинград блокадаһын кисергән, Мәскәү, Сталинград ҡалалары өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашып, биш тапҡыр яраланып, батырлығы өсөн III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән наградланған яугир булды. Заманында район эске эштәр бүлегендә милиционер булып та эшләне Зыяитдин Фәттәхов.
Яҙмышына әсе һынау булып төшкән ауырлыҡ үҙәгенә үткәндә лә, һыр бирмәй, теш ҡыҫып йәшәргә тырыша атай кеше. Ете бала, әйтеүе генә анһат... Шул кескәйҙәрен ашатып-эсерергә, кейендерергә, мәктәпкә оҙатырға ла, хужалыҡ эштәрен дә миҙгеленә ярашлы атҡарырға кәрәк...
Еңелдән булманы. Ҡапҡала һыу юҡ, алыҫ «Киндер йылғаһы»нан һыу ташыр кәрәк. Керҙе ҡул менән йыуырға, икмәкте ҡомалаҡтан әсетке эшләп мейестә бешерергә, ут яғып, ҡаҙанда һыу ҡайнатырға — барыһы ла мәшәҡәтле ҡатын-ҡыҙ, әсәй эше. Етмәһә, 60-сы йылдар башында электр энергияһы юҡлығы, шәм яҡтыртып көн күреүҙәр... Ошо эштәр бер аҙ эшкингән Наҡия иңенә, шулай уҡ атайға төшә. 5-6 саҡрымда ятҡан Ярлыҡапҡа йөрөп уҡығанда күмәк кешегә икмәкте өлгөртөп тә булмағандыр инде, 14-15 йәшлек Наҡия иртә менән тороп, сөсө икмәк баҫа һалып ҡалдырып китһә, атаһы бешереп ала.
«Әсәйемдәй булып, әле лә ҡомалаҡ әсеткеһенә икмәк беше-реүемде ташламайым, барлыҡ әсәй эштәрен бала саҡтан эшләп үҫтем: һыйырын да һауҙым, һөтөн дә айырттым, икмәген дә бешерҙем, ҡусты-һеңлеләремде лә ҡараным», — ти бөгөн Рауил ауылында йәшәгән Наҡия. Күмәк кешегә мейестә әсетеп тә, ҡулға ла икмәк бешереүҙәре ҡыҙҙарҙың үҙәктәренә үтер шөғөл булһа ла, бөгөн йылы хәтирәләр менән иҫкә ала улар. Ни инвалидлыҡ, ни пособие, ни пенсия юҡ, атай кеше объездчик булып эшләп, бары колхоздан алған әҙ-мәҙ генә аҡсаға, биргән игендәренә ҡарап көн күрә был ғаилә. Йәй көндәрендә емеш-еләк, муйыл йыйып, ҡалаға һатырға ла әлеге лә баяғы Наҡия йөрөй.
Бар нәмәнең дә наҡыҫ сағы. Атайлы-әсәйле балалар ҙа муллыҡ кисереп йәшәмәгәндер. Ашарыңа картуфың, итең, һыйырыңдың ағы, сәйең-шәкәрең, үҙең бешергән икмәгең булһа, һәр ғаилә шуға ҡәнәғәт булып йәшәне лә йәшәне инде. Тамаҡ аҫырауҙан башҡа кейеме лә кәрәк, етмәгәнен ямап булһа ла кейҙе кеше. Был балаҡайҙарҙың ямау һалып кейҙереп ултырырлыҡ әсәй генәләре юҡ, бары-барынса, юғы-юғынса, әсәй наҙынан мәхрүм булып үҫтеләр ҡыҙҙар-малайҙар. Үкенесле үткән бала саҡтарын, атай менән ауыр тормош шарттарында йәшәгән саҡтарын көрһөнөп, әсенеп, күҙ йәштәре менән хәтергә ала Фәттәховтар.
16 йәшлек Зәйнитдин менән 14 йәшлек Наҡия, уҡыуҙы бөтөр-бөтмәҫтән, эшкә төшөргә мәжбүр була. Зәйнитдин ауыл көтөүен көтә, Борисовкала һарыҡсылыҡ фермаһында эшләй. Наҡия һыйыр һауа. Атаһына биш баланы яңғыҙ ҡарауы ауырлашҡас, ситтә эшләгән Наҡияһын Ҡусҡар фермаһына ҡайтартып ала. Ул ике ауыл араһын йүгереп йөрөп, эшенә лә өлгөрә, өйҙә әсәйҙәй ҡусты-һеңлеләренең тамағына хәстәрләй. Тора-бара һеңлеләре лә ҡул араһына инеп, буйтым түрбашта ашарға әҙерләргә, һауыт-һаба йыуырға, атаһына ярҙамлашырға ла эшкинәләр. Ғәрип булһа ла атайҙары утын-бесән әҙерләү эшен үҙ иңенә алып, мохтажлыҡ кисертмәне. Һылтыҡлап, ғәрип ҡулы менән бесәнде шәп сабыр, утынды ла уландары менән бергә хәстәрләр ине. Өлкән ҡыҙы Наҡия әйтеүенсә, атаһы бер ҡасан балаларына һуҡранып, ҡыйырһытып, рәнйетеп үҫтермәй.
Аталары балаларын «етемдәр йортона бирмәйем» тигән һүҙен ныҡ тота, ыҙалаһа-ыҙалай, етешмәһә-етешмәй, әммә үҙе көтөп, әҙәм итте. Күңеле йомшаҡ ағай, бәлки, илап-һыҡтап та алғандыр, әммә тормошоноң ауырлығына зарланып, етәкселәр тупһаһын тапамай, ярҙам һорап йөрөмәй. Үҙенең көсөнә, балаларының һәр нәмәгә маҡсатлы, тырыш булыуына ышанып йәшәй. Әсәй наҙына мохтаж булған ете бала атаһы ҡосағына һыйынып, буй еткереп, ояһынан ҡош балалары һымаҡ тарала башлайҙар. Бәләкәстән эшләп, ҡаршылыҡтарҙы еңеп өйрәнгәнгә лә, улар һынатмайҙар. Өлкән ағалары механизатор һөнәрен һайлап, ғүмерен тыуған колхозына бағышлай. Наҡия һауынсы һөнәрен һайлай, 22 йәшендә Рауил ауылы егете Әҡсән Шаһивәлиев менән яҙмышын бәйләп, бәхетен таба. Ғаиләлә алаһы ла, ҡолаһы ла була тигәндәре бик дөрөҫ, ҡустыһын Наҡия күпме генә үҙенә һыйындырһа ла, уның ғүмерен һаҡлап алып ҡала алманы. Быйыл йәй Нуритдин фани донъянан китеп барҙы. «Ҡыҙҙар — кеше балаһы» тигәндәй, ҡыҙҙар атайҙарын ҡалдырып, ғаилә ҡороп ситтә йәшәй башлайҙар. Ана шул балаларҙың һәр береһен ғаилә башлығы эйәле-башлы итеп, ижәптәрен уҡытып, туйҙарын яһап, бирнәләре менән оҙатып ҡуя. Әле генә донъя көтә башлаған Наҡия иптәше менән һеңлеләренең туйҙарына күп көсөн һалып, атаһына терәк-таяныс була. Түшәк-юрғандарын әҙерләп, тормош өсөн тәүге кәрәк-яраҡты теүәлләшеп, әсәйҙәй хәстәрләп, һеңлеләрен кейәүгә оҙата. «Әсәй үлһә — атай еҙнә, атай үлһә — әсәй ҡаҙна», тиҙәр. Зыяитдин ағайға был мәҡәл һис кенә лә ятышлы түгел, сөнки ул балаларына һөйөклө атай ҙа, әсәй ҙә, шулай уҡ ҡаҙна ла була белде.
Мал-тыуарҙан өҙөлмәй, балаларына борондан ҡалған йола буйынса һыйырын, һарыҡ-кәзәһен, парландырып йорт ҡоштарын да биреп оҙатты Зыяитдин Хөснөтдин улы. «Ә туйға килгәндә туғандарҙың бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙып тороуҙары, атайымдың ҡустылары, һеңлеләренең туйҙан ҡалмауы, Рәйсә еңгәйемдең, Фәүзиә инәйемдең һәм башҡа яҡындарымдың туған тип тартып тороуҙарын нисек онотмаҡ кәрәк», — ти Наҡия. Иҙәш Ҡусҡарындағы ошо ғаилә, атай ҡарамағында эшкинеп, бөгөн районыбыҙҙың төрлө ауылдарында матур ғүмер итәләр. Гусевта Зәйнитдин, Сәкинә, Таҡыя, Әбделғәзе ауылында Айытбикә, Камила бынамын итеп йәшәйҙәр. Бәхеттәрен тапҡандар, кесе йәштән эшләп, табып, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп үҫкән был балаҡайҙарға Хоҙай ҙа ыңғайлығын биргән. Барыһының да йәшәйеше шәп, етеш. Тик әсәйһеҙ үткән ауыр бала саҡ һағышландырып, күңелдәре кителеп ҡуя шул ҡайһы саҡ.
Балаҡайҙарын ояһынан осороп бөткән ағай үҙенә йәтеш кенә йорт төҙөп алды, яңғыҙы мал-тыуары, бесәй-эттәре менән көңгөр-ҡаңғыр килеп донъя көтөүен дауам итә. Әле йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, күрәһеләрҙе күрмәйсә гүргә инеп булмай шул... Һуғыш ғазаптары кисереп тә, иҫән ҡайтҡан атайҙарының 72 йәшендә Асҡар урамында фажиғәле үлеп ҡалыуы балаларының йөрәген әле лә әрнетә. Ағайҙы автобус туҡталышында гелән генә эте оҙатып, хужаһының Асҡарҙан әйләнеп ҡайтыуын көтөп алыр ине. Һуңғы тапҡыр Асҡарға икмәккә киткән хужаһын оҙатып, нисә көндәр буйы юл буйында көтөп ала алмай зарыға, олой башлай, әммә хужаһы мәңгелеккә ҡайтмаҫ ергә китә шул...
Ҡайғыһынан ашамай ғазапланған этте Наҡия Рауилгә алып ҡайтып та ҡарай, әммә ул сит-ят ерҙә толҡа тапмай, Бейәғаҙа тауы буйлап ҡайтып китә. Хужаһын көтөп ала алмаған эте лә һағышынан үлеп ҡала.
Һәйкәлгә торошло әсе яҙмышлы ете бала атаһын үҙ заманының геройы тип әйтер инем. Етемдәр булмаһын, һәр бала атайлы-әсәйле, арҡалы булып, һөйөү-наҙға күмелеп, бәхеттә генә йәшәһен! «Үҙебеҙ бәләкәй саҡта әсәйемә кем генә аят уҡытһын, 50 йыллығына уның рухына ҡорбан салып, барлыҡ туғандарымды аятҡа йыйып алдым. Ике кейәүем, ике ҡустым дин юлында, атайым менән әсәйем рухына аят бағышланылар, күңелемдә бурыс итеп һаҡлаған уйымды үтәп ҡуйып, әрүахтарымды ризалыҡ-ҡа ҡалдырғанымдыр!» — ти өлкән ҡыҙы.
Йәшләй генә мәрхүмә булған һөйөклө әсәйҙәренең наҙын күрмәй үҫкән, ауырлыҡтар аша яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуймай ете балаһын аяҡҡа баҫтырып әҙәм иткән атайҙарының рухтарына балалары аят уҡытып, хәтергә алып торалар. Башҡаса мөмкин дә түгел. Балаларығыҙ һеҙҙең фатиха менән барыһы ла бәхет-леләр, тыныс йоҡлағыҙ, Зыяитдин ағай, Раҡия апай...
Мөнирә КИРӘЕВА.

Әбйәлил районы

"Осҡонн" гәзитенән

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: