Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сәйгә саҡырҙы Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Фатир буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына барҙы. – Анау пәрҙәләрҙе фәлән-фәлән һумға тектерҙек.

Сәйгә саҡырҙы   Юмористик хикәйә    Венер ИСХАҠОВ
Сәйгә саҡырҙы Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ



– Һаумыһығыҙ! Кемдәрҙе күрәм?


– Һаубыҙ әле.


Баҙарҙа ауылдашыбыҙ Гөлназаны тап иттек. Ауылдаш ҡына түгел, өс быуын ғына туған да ул, тик үҫкән саҡта барышып-ҡатышып йөрөмәгәс, әллә ни яҡынлыҡ юҡ кеүек. Шулай ҙа уларҙың хәҙер бизнесҡа күсеүе, хәлле генә йәшәүе хаҡында ишеткән бар ине.


Осрашҡас ни, ауыҙҙы йомоп тороп булмай, тегенеһен-быныһын һорашҡан булаһың: ауылдағылар, балалар нисек?..


Бер аҙ һөйләшеп торғас, Гөлназа  беҙҙе “Әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ!” тип фатирына саҡырҙы.

– Сәй эсеп сығығыҙ, беҙ анауында ғына торабыҙ, – тип әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған йортҡа төртөп күрһәтте.

Был күңел өсөн генә әйтәлер тип:

– Әле ҡабаланып ҡына йөрөйбөҙ, ярай, башҡа ваҡытта, – тип тиҙ генә ҡотолмаҡсы булғайныҡ та, ауылдаш ай-вайына ҡуймай, туғанлыҡты ла иҫкә төшөрҙө.

Көн эҫе булғанлыҡтан, сарсатҡайны ла. Ҡабаланһаҡ та, Гөлназа ыңғайына атланыҡ. Ул арала ауылдаш йәй ҡайҙа ял итергә йыйыныуҙары хаҡында сурытты.

– Былтыр Һиндостанға барғайныҡ, перәме оҡшаны. Быйыл мысырға барырбыҙ, тип торабыҙ.

Тупһанан үткәс тә ауылдаштың хәлле генә йәшәүе күҙгә ташланды.

– Матур, – тинек ҡатыным менән бер тауыштан.

– Кеше араһында кешесә йәшәргә маташып ятҡан көн инде. – Гөлназа беҙҙе бүлмәнән-бүлмәгә йөрөтөп, йорт йыһазын күрһәтә башланы.

– Быныһын Польшанан заказ менән ҡайтарттыҡ, – тине, залдағы йомшаҡ күн мебелде күрһәтеп. Шунса-шунса һум тора. Унан балаларының бүлмәһенә алып керҙе.

– Ҡыҙыбыҙҙың күҙенә тап килһен өсөн зәңгәрҙән алдыҡ, – тип тәҙрә пәрҙәләренә һаҡ ҡына бармаҡ остары менән ҡағылды. – Матур, эйеме? – Гөлназа,  “эйе” тигән хуплауҙы көтөп, беҙҙең күҙгә баҡты.

– Эйе, әлбиттә!

Фатир буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына барҙы.

– Анау пәрҙәләрҙе фәлән-фәлән һумға тектерҙек.

– Улай икән…

– Хәҙер магазин тулы әйбер булһа ла, һиңә кәрәклеһе генә юҡ бит ул. Бынау люстраны саҡ таптыҡ. Фатирҙы йыйын шаҡы-шоҡо менән тултырып булмай ҙа инде.

– Шулай инде…

– Ирем миңә лә ”машина алып бирәм” тип әйтә.

Теге йәки был йыһаздың ҡайһы илдеке булыуы, күпме тороуы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт биргәс кенә, ауылдашым:

– Ҡана әле сәй ҡуяйым, – тип аш бүлмәһенә йүнәлде. Унан беҙҙе лә өҫтәл янына әйҙүкләне. Ул арала кухняһының йыһаздары менән дә таныштырыуҙы дауам итте.

– Ә бынау алтын ялатылған сәғәтте, беләһегеҙме, ҡайҙан һатып алдым? – Гөлназаның  ҡарашы сәғәт уҡтарында туҡталды ла бер аҙға шымып ҡалды. Унан башын тотто. – Мин ошо ваҡытта дәрәжәле кеше менән осрашырға тейеш инем бит! Ғәфү итегеҙ инде. – Ул ашығып плитәһен һүндерҙе лә, киттек тигәндәй, беҙгә ымлап, сығыу яғына ыңғайланы.

– Ярай, баш һау булһын! Бер бөгөн йәшәмәйбеҙ бит...

Беҙ сарсаған килеш ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Уның ҡарауы, туғаныбыҙҙың затлы донъяһында экскурсияла булдыҡ. Шулай сәйгә саҡырмаһа, ҡасан күрер инек әле...

Фото: zen.yandex.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: