Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
22 Апрель , 23:10

"Ҡәйнәмә ағыу бир!..”

Иремде генә өҙөлөп яратам. Ләкин уның әсәһе менән йәшәүе бик ауыр. Берәй ағыу бир әле, сәйенә һалыр инем, түҙер хәлем ҡалманы!

"Ҡәйнәмә ағыу бир!..”
"Ҡәйнәмә ағыу бир!..”

Бер ҡыҙ кейәүгә сыҡҡас ире йортона йәшәргә күсенгән. Ирен бик яратһа ла, ҡәйнәһе  менән эштәре бешмәй икән. Эт менән бесәй кеүек йәшәгәндәр.

Ҡәйнәһенең ағыулы һүҙҙәренә, мәңге ҡәнәғәт булмауына сыҙар хәле ҡалмағас, имсегә барырға булған.

— Ни өсөн килдең, сибәркәй? Берәй  ир аҫылын үҙеңә ҡаратырға теләйһеңме? — тип ҡаршы алған уны әбей.

— Юҡ. Иремде генә өҙөлөп яратам. Ләкин уның әсәһе менән йәшәүе бик ауыр. Берәй ағыу бир әле, сәйенә һалыр инем, түҙер хәлем ҡалманы! — тигән ҡатын.

— Ярай һуң... Ярҙам итәм һиңә. Ғәжәп матур үләндәр бирәм, көн һайын ҡәйнәңә  бешереп эсер. Ләкин ауылда хәбәр тиҙ тарала. Нисек йәшәүегеҙҙе таныш кешеләр эштең асылына тиҙ төшөнәсәк. Шуға күрә был көндәрҙә ҡәйнәң менән мөнәсәбәтеңде үҙгәрт. Һине ғәйепләмәһендәр!

Йәш ҡатын, шатланып, өйөнә ҡайтып киткән. Ҡарсыҡ кәңәшен тыңлап, яҡшы килен булып күренергә тырышҡан. Көн һайын таң менән торған, һыйыр һауған, ҡамыр баҫҡан, татлы аштар бешергән, өйҙө, баҡсаны тәртиптә тотҡан. Ә иң беренсе эш итеп ҡәйнәһенә ул үләндәрҙе бешергән. Үҙе уға “Әсәй!"тип өҙөлөп тора башлаған. Бындай мөнәсәбәттән ҡәйнәһе лә үҙгәргән,  килене менән яғымлы һөйләшкән, эштәрендә ярҙамлашҡан, төплө кәңәштәр биргән. Әсәһе менән ҡатынының шул тиклем татыу, матур йәшәй башлағандарын күргән ир шатланып туя алмаған.

Бер ни тиклем ваҡыттан йәш ҡатын йәнә имсенең аяҡтарына килеп йығылған.

— Ярҙам ит, ҡотҡар, һин булдыра алаһың бит! — тип илаған ул.

— Нимә булды тағы? — тип ғәжәпләнгәндәй иткән ҡатын.

— Теге ағыулы үләндәрҙең йоғонтоһон бөтөрә торған дарыу бир, ҡәйнәм миңә әсәйем  кеүек яҡынға әйләнде, мин уның үлеүен теләмәйем! — тип ялбарған йәш килен.

— Тыныслан, ул үләндәрҙә бер  ағыу ҙа юҡ ине. Киреһенсә, улар шифалы ине. Ағыу  һинең йөрәктә бар ине. Хәҙер күрәм, ул ағыуҙан ҡотолғанһың, — тип йылмайған әбей.

Ә беҙҙең йөрәктәр ни хәлдә икән, дуҫтар? Ағыулы уй-ниәттәр кермәһен ине беҙгә лә...

 

 

Автор:
Читайте нас: