Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әһә, уҡытыусы иптәш, эләктеңме?

Ҙур әйбер урлап тотолған ҡараҡтай баҙап ҡалдым. Ә һеҙгә гаишниктар оятһыҙ рәүештә  бәйләнгәне булдымы? 

Әһә, уҡытыусы иптәш, эләктеңме?
Әһә, уҡытыусы иптәш, эләктеңме?

Яңы быуаттың беренсе тиҫтәһен тултырған саҡ. Мәктәп директоры менән бер машинала уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенә ашығабыҙ. Һуңлап барабыҙ, кәңәшмәгә тиклем күргәҙмәгә мәктәптең ғорурлығын сағылдырған стенд урынлаштырып ҡуйырға кәрәк. Был эш минең елкәлә, йәғни, директорҙың  уҡытыу- тәрбиә буйынса урынбаҫарында. “Аманат” кафеһы эргәһенә һыйынған ГИБДД машинаһын мин тауҙан төшкәндә үк абайланым, тик әһәмиәт бирмәнем. Йәнәһе, байрам бит, бәйләнмәҫтәр, бөгөнгө конференция барыһы өсөн ҡәҙерле, минеңсә. Тиҙлекте артыҡ арттырманым, буғай. Әммә тәртипле генә боролошто үтеп барғанда юл инспекторҙарының береһе сыбар таяғын күтәрҙе. Туҡтаным. Галстугымды төҙәтеп, кәңәшмәгә тип алған яңы костюм-салбарымды һыпырғылап машинанан төшөүемә йәш инспектор тып итеп янымда ине. Үҙе менән итәғәтле таныштырҙы, документтарымды һорап алды. Оҙаҡ мыштырланы был, алғы ултырғыста ҡунаҡлаған директор ҙа түҙемһеҙләнеп борғолана, район үҙәге яғын ҡарашы менән быраулай.

– Тәк, тәк, – тине юл хужаһы, ҡағыҙҙарымды ҡыштыр-ҡыштыр оҙаҡ ҡына аҡтарғандан һуң. – Кемдәр булаһығыҙ, ҡайҙа юл тоттоғоҙ?

    Мин түҙемһеҙ тапанып:

– Беҙ – уҡытыусылар, кәңәшмәгә ҡабаланабыҙ, һуңлап барабыҙ, – тип теҙҙем.

– Әһә, уҡытыусыла-а-ар! – тип тантаналы һуҙҙы ул күҙҙәрен йылмайтып. Эскә йылы йүгерҙе. Ярай әле уҡытыусыбыҙ, тип уйлайым, хөрмәт бар шул беҙҙең һөнәргә, ана бит, ихтирам менән ҡарай.

– Әйҙәле минең машинаға, – тине ҡапыл инспектор һингә күсеп, ҡырҡа боролдо. – Әйҙә, әйҙә, бегом!

   Мин аптырап директорға ҡарап алдым, ишекте шартлата ябып йәш кеше артынан эйәрҙем.

– Бына нәмә, уҡытыусы иптәш, – тишеп ҡараны инспектор миңә машиналары артына ҡапланғас. – Мин әгәр теләһәм һинән протокол төҙөп штраф  сәпәргә йөҙ сәбәп табам, былай усҡа ғына йомдор ҙа, ана бара юлың...

Ҙур әйбер урлап тотолған ҡараҡтай баҙап ҡалдым.

– Ми-ми-мин ҡ-ҡ-ҡа-ҡағиҙәне боҙманым да ул... – тип әйтә алдым шулай ҙа.

– Һеҙ уҡытыусыларҙы һығырға ла һығырға, һеҙҙә аҡса тигәнең, дауай һаранланма! – тип ҡаты әмер бирҙе юл инспекторы мине тертләтеп.

  Бәхәсләшеп торорға ваҡытым тар, кеҫәмдә нисә һум булғандыр, һонолған ҡулға асырғанып тоторҙом да, права-ҡағыҙҙарымды һелкә тартып алып, машинама йүгерҙем. Бынан башҡа уҡытыусы, тип ауыҙымды асһаммы, тип үҙемде тиргәп ҡайттым ул сәфәрҙән. Һәм галстук аҫып, костюм кейеүҙе ташларға кәрәк,  юлда ГИБДД осраһа эшһеҙ мәхлүккә һалынырға, тип үҙемде нығытып ҡуйҙым.

   Ай тирәһе үтеүгә сирена аҡыртып полиция машинаһы юлымды бүлде. Туҡтаттылар. Күпте күргән тишек-тошоҡ футболка, тубығы сыҡҡан трикомды һыпырғылап сығыуыма, ҡаршыма атлаған юл инспекторы киң йылмайып, һөрәнләп  ебәрҙе:

– Әһә, уҡытыусы иптәш, эләктеңме?!

“Мин эшһеҙмен, биш балам бар,” – тип әйтергә уйлаған һүҙҙәр, асыуҙан ҡымтылған ирендәр артында, юғалып ҡалды.

Сабит ФАЗЛЫЙ.

Автор:
Читайте нас: